Главные вкладки

    Исследовательская работа Һуңғы ветеран
    статья по окружающему миру (3 класс)

    Мавлетова Зилда Ахмадиевна

    Мин был тикшеренеү эшемдә Мәҫкәү ауылында йәшәгән, һуғышта ҡатнашҡан һәм  хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләгән  Солтан Ғимал улы Сәйетғәлин   тураһында һөйләмәксемен.

    Солтан Ғимал улы бик игелекле, ярҙамсыл, яҡшы кеше булып йәшәгән, тиҙәр. Шуғалыр ҙа уға яҙмыш оҙон ғүмер бүләк иткәндер. Һәм ул иң һуңғы яугир булып Мәҫкәү халҡының хәтерендә  ҡалды.

    Скачать:

    ВложениеРазмер
    Microsoft Office document icon ir_hungy_yaugir.doc76.5 КБ

    Предварительный просмотр:

    Башҡортостан Республикаһы Учалы районы

    муниципаль районының

    муниципаль  бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

    Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

    «ЕВРОПА – АЗИЯ. ОФОҠТАРҘЫ АСЫП БАРАМЫН»

    IV  ТӨБӘК - АРА

    ҒИЛМИ – ҒӘМӘЛИ  КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ

     Тикшеренеү эше йүнәлеше: “Башланғыс кластар. Тирә-яҡты өйрәнеү”

    Тема: «Һуңғы яугир»

    Бөйөк  Еңеүҙең  75 йыллығына

    Тикшеренеү эше авторы: Әбеҙғилдин Мирас Миҙхәт улы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең  3-сө  класс уҡыусыһы

    Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

    2019

    Йөкмәткеһе

    Инеш .........................................................................................................2-се бит

    I бүлек. Бер нәмә лә эҙһеҙ ҡалмай

    1. Сәйетғәлин Солтан Ғимал улының  биографияһы............................4-се бит

    2. Армияға тиклемге  йылдары. Солтан  Ғимал улы  дәртле сәхнә оҫтаһы ла, спортсы ла..................................................................................................4-се бит

    II бүлек.  Һуңғы яугир

    1. Армия йылдары......................................................................................5-се бит

    2.Һуғыш һәм хеҙмәт  ветеранының   ғаиләһе..........................................5-се бит

    3. Һуғыш  һәм хеҙмәт  ветеранының  тормош юлы................................6-сы бит

    Йомғаҡлау...................................................................................................6-сы бит

    Ҡулланылған әҙәбиәт................................................................................7-се бит.

    Ҡушымта................................................................................................................

    1

                                                      Инеш

    Хөрмәтле Ватандаштар! Һеҙҙе  Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы  менән ҡайнар ҡотлайым. Бөйөк Ватан һуғышына йөҙләп ир-егетен оҙатҡан Мәҫкәү ауылы халҡы  бынан 17 йыл элек  17 ноябрҙә үҙенең иң оло һәм һуңғы яугирен һуңғы юлға  оҙатты.

    Шуға күрә, эҙләнеү эшем  – һуңғы яугир Солтан Ғимал улы Сәйетғәлин бабай тураһында булыр. Быйыл уның тыуыуына  101  йыл булыр ине...

    Ер йөҙөндә бер нәмә лә эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел. Тыныс тормош яулап биргәне, ғүмере буйы тыуған халҡына хеҙмәт иткәне өсөн, беҙ уларҙы ихтирам менән хәтерләргә, улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ.

    Бөйөк Ватан һуғышы йылдан – йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы әле лә кешеләргә тынғылыҡ бирмәй. Бигерәк тә, ул йылдарҙа ауырлыҡтарҙы күргән һуғыш яугирҙәре, тыл ветерандары бөгөн дә онотолмай.  Беҙ йыл да «Үлемһеҙ полк»  парадына сығабыҙ, олатайҙарҙы иҫкә алабыҙ, уларға  ҙур рәхмәттәр уҡыйбыҙ.

    Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Был тема бөгөнгө көндә актуаль тип һанайым. Сөнки, һәр беребеҙ  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын белергә, уларға ҡарап һоҡланырға һәм шул заман кешеләренә оҡшарға тырышырға тейешбеҙ.

    Тикшеренеү маҡсаты. Һуңғы яугирҙең тормош юлы менән яҡындан танышыу. Һуғыштан  ҡайтҡаны бирле  тыуған ауылында эшләгән һуғыш  һәм хеҙмәт ветеранын иҫкә алыу.

    Тикшеренеү эшенең бурыстары.

    1. Һуғыш ветеранының биографияһын өйрәнеү

    2. Орден-миҙалдары тураһында мәғлүмәт йыйыу

    3. Хәрби – патриотик рух тәрбиәһен арттырыу

    4. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү

    Тикшеренеү мәсьәләһе.

    1. Фәнни тикшеренеү эше буйынса тупланған материалдарҙы өйрәнеү.

    2

    2. Ауылдаштарым  тураһында белешмә туплау.

    Тикшеренеү эшенең гипотезаһы. Был эшем  Бөйөк Еңеүҙең 75  йыллығына  арналған. Беҙҙең быуын кешеләре Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп кенә белә. Олатайҙарыбыҙҙың үлемһеҙлеге аша яулана был  Еңеү. Эшем   һуғыш яугирҙәре  тураһында ҡыҙыҡһынырға  ярҙам итәсәк, иптәштәрем  яҡташтары менән ғорурланып йәшәйәсәктәр, уларҙың яулаған тыныс тормошон дауам итәсәктәр.

    Эҙләнеү эшенең методтары.

    1.Һуғыш батыры  тураһында мәғлүмәттәр йыйыу.

    2. Гәзиттән мәҡәләләр йыйыу.

    3.Ғаилә архивын өйрәнеү.

    3

                     I бүлек. Бер нәмә лә эҙһеҙ ҡалмай

    Мин был тикшеренеү эшемдә Мәҫкәү ауылында йәшәгән, һуғышта ҡатнашҡан һәм  хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләгән  Солтан Ғимал улы Сәйетғәлин   тураһында һөйләмәксемен.

    Солтан Ғимал улы бик игелекле, ярҙамсыл, яҡшы кеше булып йәшәгән, тиҙәр. Шуғалыр ҙа уға яҙмыш оҙон ғүмер бүләк иткәндер. Һәм ул иң һуңғы яугир булып Мәҫкәү халҡының хәтерендә  ҡалды.

    1.Сәйетғәлин Солтан Ғимал улының  биографияһы

       Солтан бабай 1918 йылдың 15 июлендә  крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.  1928 йылда пионерға алына.  Ун  йәшлек пионер  эш башлай. Яҙын байҙарҙың ерен тырмата,  көҙөн иген һуғырға йөрөй. 1929 йылда  ауылда колхоз төҙөлә, уға “Яңы юл” тигән исем бирәләр.  Шунан Солтан Ғимал улы колхозда эшләй башлай.  1933 йылда  уны партия  ағзаһына алалар. 1934 йылда Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә 6-сы класта уҡый. Уны еҙнәһе Ишмөхәмәт Хәмитов уҡыта. Шулай итеп, ул ете класлы белем ала.

       1938 йылда  “Яңы юл” колхозы идараһы Солтан Ғимал улын Ахун ауылына иҫәпселәр курсына уҡырға ебәрә. Бер йылдан һуң, уҡыуҙы тамамлап, үҙенең колхозына иҫәпсе вазифаһын башҡарырға ҡайта.

    2. Армияға тиклемге  йылдары. Солтан  Ғимал улы  дәртле сәхнә оҫтаһы ла, спортсы ла

    Эш араһында  егет ауылда клуб мөдире эшен дә алып бара. Элек был эште культурник тип йөрөткәндәр. Клубта берҙән-бер уйын ҡоралы – йомро мандолина булған. Солтан бабай үҙе лә уйнарға өйрәнә, башҡаларҙы ла өйрәтә. Кисен, эштән һуң,  төрлө тамашалар ойошторорға өлгөрә, спектаклдәр ҡуйырға әүәҫ була.

       Солтан бабай спорт менән дә дуҫ була. Шуға ла ул һомғол буйлы, ябыҡ кәүҙәле булған. Ҡышын конькиҙа шыуыу буйынса, йәйен йүгереү буйынса малайҙар араһында ярыш үткәрер булған. Еңеүселәр өсөн бүләктәр ҙә биргән. Дәфтәр, ҡәләм, юйғыс биргән, аҡсаны ҡайҙан алғандыр инде, әмәлен табырға тырышҡан.

    4

     Уны, хатта,  “беҙҙең тренерыбыҙ” тип йөрөткәндәр.

       Элек Мәҫкәү халҡы Үрге Урал баҙарына һатынырға йөрөгән. Солтан Ғимал улы ла талдан тауыҡ, ҡаҙ ояһы үреп һатҡан.  Ваҡыты булғанда балыҡ тотҡан, төлкө, ҡуянға тоҙаҡ ҡорған. Яҙғы һабан  туйҙары, бәйгеләр Солтан бабайһыҙ  үтмәгән.

                                                        II бүлек.  Һуңғы яугир

    1. Армия йылдары

       1939   йылдың  көҙөндә  Ҡыҙыл Армия сафына  алына. Ауыл халҡы уны ҙур хөрмәт менән, бик шәп «Поляковка» исемле айғырҙың ял – ҡойроғона ҡыҙыл таҫмалар тағып, урам буйлап тарантаста йөрөтөп оҙатҡандар.  

        21 йәшлек егет Приморьела хеҙмәт  итә. Гродеково станцияһы янында торалар. Японияға ҡаршы һуғыш башлағас, Солтан бабай һуғышҡа эләгә.  37 миллиметрлы зенит полкы составында һуғыша – һуғыша Харбинға тиклем барып етәләр. Юғалтыуҙар ике яҡтан да күп була.

         Солтан Ғимал улы армиянан 1946 йылдың 24 июнендә тыуған ауылына ҡайтып төшә.

      2.Һуғыш һәм хеҙмәт  ветеранының   ғаиләһе

     Ҡайтҡас та  колхоз бухгалтерияһында  иҫәпсе булып эшкә урынлаша. Ошо уҡ йылда күрше Ташҡыя ауылынан  Әҙеһәм ҡарттың ҡыҙы  Салихаға өйләнә.  Ике бүлмәле йорт һалып керәләр.  Баҡса үҫтереп, мал аҫырап йәшәп китәләр. 52 йыл буйы   бер-береһенә  терәк  булып, донъя көтә  улар. Береһенән – береһе һылыу  ике ҡыҙ  һәм  эшкә уңған  ике ул  үҫтерәләр.  Балаларына белем бирәләр, кеше итәләр.  Ҡыҙғанысҡа  ҡаршы, Салиха  Әҙеһәм ҡыҙы 1998 йылда 70 йәшендә  вафат була.

     3. Һуғыш  һәм хеҙмәт  ветеранының  тормош юлы

      Солтан  Ғимал улы намыҫлы хеҙмәте  арҡаһында дан ҡаҙанған кеше булып йәшәй: һөтсөлөк – тауар  фермаһы мөдире, 1- се бригада бригадиры, зооветтехник, Наурыҙ  ауыл Советы  рәйесе булып эшләй. Урта белеме лә

            

    5

    булмаған  кеше шундай эштәрҙе башҡара ала!  Сөнки, Солтан Ғимал улы эш һайлап тормай шул,  ҡайҙа ҡушһалар, шунда бара. Совхозға ҡушылғас, атын да, һарығын да көтә, кибеттә һатыусы булып та эшләп ала.

    Солтан  Сәйетғәлин ғүмер буйына инанған коммунист булып ҡала.  1980 йылдың май айында 42 йыл хеҙмәт стажы менән пенсияға сыға. Тормош яратты ул, кешеләрҙе ихтирам итте, хәленән килгәнсе һәр береһенә ярҙам итте. Ауылдаштары ла уға шуның менән яуапланы.

        Һуғыш   һәм  хеҙмәт  ветераны 2002  йылдың  17 ноябрендә   һуңғы яугир булып,  һуңғы  юлға оҙатыла.

      Бөгөн уның  тормошон балалары,  ейән – ейәнсәрҙәре дауам итә. Улар ғаилә намыҫына тап төшөрмәйҙәр, матур донъя көтәләр, эшләйҙәр, уҡыйҙар.

      Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Солтан бабай Сәйетғәлин тураһында яҡты иҫтәлек уны белгән, уның менән аралашып йәшәгән кешеләр йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Уның эше Учалы районының аяҡҡа баҫыуына ла  ҙур өлөш индергән.  Балалары ла Учалыны ташлап китмәй тырышып эшләнеләр.

                                                       Йомғаҡлау.

       Йомғаҡлап, шуны әйтке килә: Солтан бабай батыр яугир һәм тырыш эшсе  кеше булған. Тынғыһыҙ, эшһөйәр, изгелекле кеше булып ҡалған  беҙҙең ауыл халҡында.

        Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнгә бик күп йылдар үтһә лә, кешеләрҙең күңел яралары уңалмай әле. Ул ваҡыттағы кешеләрҙең күбеһе мәңгелеккә теге донъяға күсәләр, быуындар алмашынып тора. Һуғыштың ауыр һынауҙарын үткән кешеләр бик аҙ ғына ҡалды. Шуға ҡарамаҫтан,  Тыуған илебеҙҙе яулап биргән  яугирҙарҙың батырлыҡтары һис кенә лә онотолмай.

       Мин ауылдашым Солтан бабай  менән ғорурланам. Илебеҙҙе һаҡлаусы һуғыш ветерандарын беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын тиһәк, тарихты оноторға ярамай!

       Солтан Ғимал улын иҫкә алып, баш эйәйек, дуҫтар!

     

    6

    Ҡулланылған әҙәбиәт.

    1. «Яйыҡ» гәзите,  №12, 2003  йыл, «Һуңғы яугирҙе – һуңғы юлға», Иншар Хәмитов, Белорет ҡалаһы
    2. Мәктәп музейы альбомынан
    3. Архив фотоларынан

    7


    По теме: методические разработки, презентации и конспекты

    Исследовательская работа: шаг за шагом (на примере работы "Это магическое слово "Блондинка")

    В материале показан пошаговый алгоритм проведения исследовательской работы (на примере работы "Это магическое слово "Блондинка").Выделены следующие этапы:Шаг 1. Актуальность проблемыШаг 2. Теоретическ...

    Исследовательская работа «Здоровьесбережение младших школьников на уроках и внеклассной работе»

    Здоровье человека — тема для разговора достаточно актуаль­ная для всех времен и народов, а в XXIвеке она становится первостепенной. Состояние здоровья российских школьников вызывает серьезную тр...

    Научно-исследовательская работа по теме: "Роль проблемного обучения в развитии творческого мышления младших школьников на уроках математики" Дипломная работа успешно защищена в 2011г

    Научно-исследовательская работа по теме: "Роль проблемного обучения в развитии творческого мышления на уроках математики"...

    Проектно-исследовательская работа на тему "Подарок ветерану"

    Цель проекта: Сделать подарок для ветерана ВОВ к 9 мая. Задачи проекта: Познакомиться с биографией ветеранов. Изучить виды и технологии росписи по дереву. Развивать творческие способности, акку...

    Исследовательская работа Тема: «Ветеран моей семьи»

    Исследовательская работа Тема: «Ветеран моей семьи»...

    Исследовательская работа Тема: Роль ветеранов Великой Отечественной войны- педагогов Усть-Джегутинской школы в воспитании подрастающего поколения

    Тема: Роль  ветеранов Великой Отечественной войны- педагогов Усть-Джегутинской школы в воспитании подрастающего поколения...