Урок "Кахым турэ".4класс
методическая разработка (4 класс) по теме

Урок комбинированный 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon urok_kahym_tura_4klass.doc57.5 КБ

Предварительный просмотр:

Сәфиуллина Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Эш стажы: 5 йыл

Категория: 1-се

Предмет: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Класс: 4-се

Тема: Я.Хамматовтың “Ҡаһым түрә” әҫәре өҫтөндә эште дауам итеү. Предметты һүрәтләү.

Маҡсат: 1. Илебеҙ тарихын өйрәнеү. Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше һәм Ҡаһым түрәнең көрәш башында барыуы тураһында мәғлүмәт биреү.

2. Башҡорт яугирҙарын, Ҡаһым түрәне һүрәтләү аша предметты һүрәтләү тигән төшөнсәне аңлатыу, телмәрҙәрен үҫтереү һәм байытыу.

3. Уның өлгөһөндә Тыуған илгә һөйөү  тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, карточкалар, алфавит, һүрәттәр, Башҡортостан картаһы, «Ерҙән һалдат атлай» көйөнөң йыры, 1812 йылғы Ватан һуғышындағы башҡорт яугирҙары һәм уларҙың ҡоралдары һүрәттәре

 

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.

  1. Сәләмләшеү;
  2. Дежур рапорты;
  1. Маҡсатҡа сығыу.

- Таҡтаға ҡарағыҙ. Алфавит буйынса хәрефтәрҙе урынлаштырһаҡ, бөгөнгө дәресебеҙҙә  нимә тураһында һүҙ барасағын асыҡларбыҙ. Кем беренсе?        

 

15

1

31

37

17

26

28

23

40

  1. «Ҡаһым түрә» хикәйәһе менән танышыуҙы дауам итәбеҙ. Ә кем һуң ул Ҡаһым түрә? (алдан әҙерләнгән уҡыусының сығышы)

Исеме- Ҡаһым, фамилияһы- Мырҙашев. Хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуып үҫә(картанан күрһәтә). Ул бер башҡорт полкының командиры, ошо һуғыштың ҡаһарман батыры була. Наполеонды еңгәс, Ҡаһым түрә Кутузовтан рәхмәттәр, ордендар ала. Хәрби хеҙмәттәре өсөн майор, полковник дәрәжәләренә лайыҡ була.

  1. Фонетик-орфоэпик күнегеү.

Өҫтөмдәге генә шинелемде

Элеп ҡуйҙым, ғәскәр күрһен тип,

Дошмандарым теләй: был үлһен, тип,

Дуҫ- иштәрем теләй, торһон, тип.

Түңәрәккәй күлдең буйҙарында

Ҡалҡа- сума йөҙә бер өйрәк.

Ағыу эсереп харап, ай, иттеләр,

Күмһеп- күмһеп яна шул йөрәк.

1) Уҡытыусының яттан һөйләүе;

2) Уҡыусыларҙың хор менән уҡыуы;

3) Һорауҙар буйынса әңгәмә:

-Был өҙөк ҡайҙан?

-Аманат һүҙен һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

(Синонимы- васыят, руссаға тәржемәһе- завещание)

-Ни өсөн Ҡаһым түрә аманат итеп йыр сығара?

  1. Өйгә эште тикшереү.

          - Үткән дәрестә беҙ “Ҡаһым түрә” хикәйәһе менән таныштыҡ. Өйҙә    һорауҙарға яуаптар әҙерләргә тейеш инегеҙ.

- Башҡорт халҡына Рәсәй батшаһы ниңә мөрәжәғәт итә?

- Башҡорттар был үтенескә нисек яуап бирәләр?

- Башҡорт атлыларының командиры итеп кем ҡуйыла?

- Ни өсөн әҫәрҙең 1-се бүлеге “Батырлыҡ” тип атала?

5. Тема өҫтөндә эш.

    а) Дәреслек менән эш. (51-се бит)

                  - Денис Давыдов башҡорт яугирҙарының батырлығын нисек һүрәтләй?

     Хикәйәнән шул өҙөктө табығыҙ һәм уҡып ишеттерегеҙ.

            - Француз генералы де Марбо башҡорттарҙы нисек һүрәтләй?  

      Дәреслектән шул урынды табып уҡығыҙ.

    б) Предметты һүрәтләү төшөнсәһен биреү.

            - Уҡыусылар, һеҙгә ике һөйләм тәҡдим ителә. Уларҙы иғтибар менән уҡып сығығыҙ:

            1. Башҡорттар Наполеонға етди ҡурҡыу һалдылар.

            2. Йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланған, ҡолаҡсын бүрек һәм халатҡа оҡшаған кафтан кейеп, тәпәшәк аттарға атланған башҡорттар Наполеонға етди ҡурҡыу һалдылар.

                -1-се һөйләмдә һүҙ кем тураһында бара?

           -2-се һөйләмдә һүҙ кем тураһында бара?

                -Ҡайһы һөйләмде уҡып башҡорттар тураһында күберәк беләбеҙ? (2-се һөйләмдә башҡорттар тураһында күберәк мәғлүмәт алабыҙ.)

                -Ни өсөн улай уйлайһығыҙ? (Сөнки был һөйләмдә башҡорттарҙың ниндәй булыуы, уларҙың аттары тураһында төплөрәк яҙылған.)

                -2-се һөйләмдә предметтарҙы белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ. (Йәйә, уҡтар, бүрек, халат, кафтан, аттар, башҡорттар.)

                - Бүректе һүрәтләгеҙ. Бүрек  ниндәй? (Бүрек ҡолаҡсын.)

                - Аттарҙы һүрәтләгеҙ. Аттар ниндәй?  (Аттар тәпәшәк.)

                - Ҡолаҡсын нимәне белдерә?  (Бүректең билдәһен белдерә.)

                - Тәпәшәк нимәне белдерә?   (Аттарҙың билдәһен белдерә.)

                -Тәпәшәк һәм ҡолаҡсын һүҙҙәре ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (Сифат.)

                - Тимәк, сифат ярҙамында нимәләрҙе һүрәтләйбеҙ? (Предметтарҙы һүрәтләйбеҙ.)

- Шулай итеп, автор ҡайһы һөйләмдә үҙенең уй- фекерен аныҡ, тулы итеп бирә?( 2-се һөйләмдә.)

- Һөйләмдә кемдәр һүрәтләнә? (Башҡорттар.)

- Башҡорт ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (Исемгә.)

- Исем нимәне белдерә? (Предметты.)

            - Тимәк, башҡорттарҙы һүрәтләү = предметты һүрәтләү. Предметты һүрәтләгәндә беҙ уның билдәләрен әйтеп сығырға тейешбеҙ. Предметтың билдәһен сифат һүҙ төркөмө белдерә.

6. Ял минуты. (“Ерҙән һалдат атлай” йырының көйөнә хәрәкәттәр эшләйҙәр.)

                - Малайҙар, уҡтан нисек аталар?

                - Бына шулай, бына шулай аталар. (Уҡтан атыу хәрәкәттәрен яһайҙар)

                - Малайҙар, атта нисек сабалар?

                - Бына шулай, бына шулай сабалар. (Атта сабып күрһәтәләр.)

                - Малайҙар, һалдаттар нисек атлайҙар?

                - Бына шулай, бына шулай атлайҙар. (Һалдаттар булып атлайҙар.)

7. Карточкалар менән эш. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып тексты дәфтәргә яҙыу:

      Ҡаһым түрә Салауат Юлаевҡа ҡарағанда ла ... . Ул хәрби академияла ... белем алған, ... һуғышында стратегия һәм тактиканы ... үҙләштергән, фельдмаршал ... офицерҙары менән яҡындан аралашҡан кеше.

    Белешмә өсөн һүҙҙәр: француз, Кутузов, ҡурҡынысыраҡ, һәйбәт, нигеҙле.

8. Төркөмдәрҙә эш. Һәр төркөмгә һүрәттәр бирелә (ат, яугир, ҡорал). Улар бирелгән предметтарҙы һүрәтләй. Һуңынан зштәр тикшерелә, тулыландырыла, баһалана.

9. Рефлексия.

                - Бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләнек? Ниндәй эш төрҙәре һеҙгә бигерәк тә оҡшаны?

                - “Ҡаһым түрә” кеүек хикәйәләрҙе ни өсөн өйрәнәбеҙ? Дәреслеккә был хикәйәләр ни өсөн индерелгән? Нисек уйлайһығыҙ?

10. Баһалау. Өй эше биреү.

Өй эшен һайлап алығыҙ:

1) барыһынала  Башҡорт яугирын һүрәтләргә өйрәнергә.

2) өҫтәлмә “5” билдәһенә: “Башҡорт яугиры”, һүрәт төшөрөргә.

11. Йомғаҡлау.

           - Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән тарихыбыҙ төпкөлөнә тағы бер тапҡыр күҙ һалдыҡ. Эйе, борон-борондан ата-бабаларыбыҙ тыуған ере, иле өсөн, халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән.

           Ата-бабаларыбыҙға,  1812 йылдағы Ватан һуғышындағы башҡорт яугирҙарына  дан йырлап, боронғо бер йоланы иҫкә төшөрөп китәйек. Ул –  “Ҡалҡан төйөү” йолаһы. Яуҙан еңеп ҡайтһалар, ир-егеттәр ҡалҡан төйөр булғандар. Ҡалҡанды тубыҡтарына һалып,  устары, ҡушҡар һөйәге менән дөбөрләткәндәр. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шулай итәйек. (Уҡытыусының күрһәтеүе).

           Дәрестә һеҙ ҙә, уҡыусылар, үҙегеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттегеҙ, тырышып эшләнегеҙ, тимәк, һеҙ ҙә еңеүселәр!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок по русскому языку в 4классе по теме"Типы текста"

Урок русского языка в 4 классе по теме"Типы текста" с презентацией....

тест по русскому языку для 4класса

Итоговый тест в конце 4класса.Учащиеся проверяют себя....

Тесты по окружающему миру 4класс

Тесты по окружающему миру для 4 класса. Программа Плешаков А.А....

Урок литературного чтения 4класс "Школа 2100"

Этот  урок  проводится двумя преподавателями: учителями 4  и 5-ого класса. Для тех кого интересует  преемственность. ...

Тест по русскому языку для 4класса

для итоговой аттестации уч-ся 4класса...

Родительское собрание на тему "Учим детей мыслить"4класс

Родительский практикум .Родителям предлагается ознакомиться с тестированием обучающихся, рекомендуются упражнения для тренировки развития мышления.Ресурс выполнен с мультимедийным сопровождением....

Рабочая программа по русскому языку Гармония 1-4классы с УУД. Календарно-тематическое планирование 3-4класс с УУД

Рабочая программа по русскому языку Гармония 1-4классы с УУД. Календарно-тематическое планирование 3-4класс с УУД...