Мои стихи.
материал по теме

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Һуғыш балаһы булһа ла

Күрмәне ул бер нәмә.

Башҡалар фатир алһа,

Уны алмайҙар телгә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hugysh_balahy_zohr._zuhra_apay_-_deti_voyny.docx15.58 КБ

Предварительный просмотр:

Һуғыш балаһы Зөһрә

Зилдә Мәүлитова, 17.12.2016 йыл

Бөгөн һөйләр геройым

Булыр Зөһрә апайым.

Ҡунаҡбайҙа уның йорто

Биҙәй мәктәп аймағын.

Мәҫкәү ҡыҙы Зөһрә

Тыуған һуғыш йылында.

Атаһы киткәндә ҡалған

Ул әсә ҡарынында.

Алсынбай олатайым

Ҡыҙын күрмәй ҙә ҡала.

Ил өсөн батырҙарса

Һуғышта һәләк була.

«Ҡыҙ тыуһа Зөһрә булһын,-

Өләсәйҙән алған ант.

Йондоҙ кеүек балҡып янһын

Күк йөҙөндәге һымаҡ».

Олатайҙың аманаты

Йәшәргә бәхет бирҙе.

Тик айҙағы Зөһрә һымаҡ

Тормошо ауыр барҙы.

Биш бала етем ҡалды

Ауыр һуғыш йылында.

Ирҙәр эшен башҡарҙы

Өләсәй заманында.

Илгә икмәк өлгөрттө,

Һуғышҡа ярҙам итте.

Төплө белем алһындар, тип

Балаларын уҡытты.

Зөһрә ҡыҙы бәләкәстән

Булды үтә талапсан.

Уҡытыусы булырға

Алдына ҡуйҙы маҡсат.

Ул йылдарҙа ныҡ ауыр

Була белем алыуы.

Яйыҡ аша кәмәлә

Йөҙөп ярға сығыуы.

Наурыҙға тиклем йәйәү,

Йә арба ылау булған.

Ярай әле бәхеттән

Поезы йөрөп торған.

Ҙур михнәттәр аша апай

Юғары белем ала.

Ике ағаһы уның өсөн

Аҡсаһын эшләп тора.

Һуғыш балаһы булһа ла

Күрмәне ул бер нәмә.

Башҡалар фатир алһа,

Уны алмайҙар телгә.

Ҡунаҡбайҙа өйрәтә

Башҡорт телен һөйөргә.

Еҙнәм менән икәүләп

Ғүмер бирә өсәүгә.

Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй

Бер-бер артлы юҡ итә.

Теге донъяға иң ҡәҙерле

Улы, әсәһе  китә.

Рухи яҡтан ныҡ апайҙың

Тормошо дауам итә.

Абруйлы уҡытыусының

Исеме алға китә.

Башҡортостандың атҡаҙанған

Шәхесе булып эшләй.

Туғандары өсөн дә

Ярҙамсыл булып йәшәй.

Музыка  училищеһендә лә

Апайым эшләп алды.

Крупская исеменә

Тырышҡас, лайыҡ булды.

Был исемде йөрөткән

Берҙән-бер әле шәхес.

Мәҫкәү мәктәбенә исеме

Бирелергә бит тейеш.

Тырышҡан ҡаҙаҡ ҡаҡҡан,

Тип әйтелә мәҡәлдә.

Бала ҡайғыһын һалды ул

Етмешкә тиклем эшкә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Стихи А.Л.Барто о войне

Материал урока внеклассного чтения знакомит детей еще с одной стороной творчества детской писательницы А.Л.Барто - стихами о Великой Отечественной войне....

Урок математики в стихах

Урок математики в стихах. 2 кл....

Детские стихи ко Дню Победы.

Стихотворение написано ученицами моего класса(1кл.)...

Алфавит в стихах

Красивые иллюстрации и стихи помогут лучше запомнить алфавит.1 часть (А-Н)...

Алфавит в стихах 2 часть

Красивые иллюстрации и стихи помогут запомнить буквы алфавита. 2 часть (О-Я)...

Автоматизация звуков Л, Ль в стихах и скороговорках по книге Т.А Куликовской «Люлим в стихах»

Данная презентация составлена как наглядное пособие для автоматизации звуков Л и Ль в скороговорках. Разучивание скороговорок – одновременно и нелегкий труд, и забава. У каждой скороговорки своя мален...

К.Д. Бальмонт. Сказочные стихи «У чудовищ», «Как я пишу стихи». Конспект урока по чтению 4 класс

Тема урока: К.Д. Бальмонт. Сказочные стихи «У чудовищ», «Как я пишу стихи».Дополнительное чтение К.Д. Бальмонт «Золотая рыбка»№ урока по тематическому плану: № 24Ти...