Ике өндө белдерүсе хәрефтәр
план-конспект урока (1 класс)

Абдрахманова Эльвера Дамировна

Ике өндө белдерүсе хәрефтәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ike_ondo_belderuse_herefter.doc46.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: «Ике 2нд2 белдере9се х1рефт1р»

Баш6ар8ы: Абдрахманова Э.Д.

Башлан7ыс кластар у6ытыусы3ы

Дата:

Тема:   Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр: е,е, ю, я.

Маҡсат:  башҡорт телендәге һүҙҙәрҙә ике өндө белдереүсе е, ю, я хәрефтәренең яҙылышын өйрәнеү, рус һәм сит теле-

Нән ингән һүҙҙәрҙә е, ю, я, е хәрефтәренең әйтелешен ҡабатлау, Башҡорт теленең орфография һүҙлеге менән танышыу, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү,тексҡа исем биреү матур  яҙыу өҫтөндә эшләү ауыр һүҙҙәрҙе аңлатыу.

Йыһазландырыу:Башҡорт теленең орфография һүҙлеге, һүҙ моделдәре, ҡырҡма хәрефтәр, интеррактив таҡта.

 Дәрес планы:

  1. Ойоштороу моменты.

  Башланып китте д1рес

Бе8 матур ултрабы8

Д9ртле, бишле билд1л1рен

К2н 3айын арттырабы8

  1. Белемд1р8е актуалл1штере9.

Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән эҙләнеүселәр төркөмө булып эшләйәсәкбеҙ.Беҙҙең бурыс-[й]өнөнң ҡайҙа йәшеренгәнен белергә. Бының өсөн  күп

 белем кәрәк буласаҡ. Һеҙгә 1-2-се синыфтарҙа алған белемдәрегеҙ ярҙам итер.

Бына мәҫәлән һеҙ 1-се синыфта һүҙ моделен үттегеҙ. Иҫкә төшөрәйек әле: моделдәр нимә аңлата? (һүҙ моделдәрен күрһәтеү:

исем, сифат, хәбәр.

Һеҙҙең беренсе эшегеҙ- ошо моделдәр менән һәйләмдәр төҙөргә кәрәк. Хәркәтте белдергән һүҙҙәрегеҙ я, ю ,е хәрефтәренән башланһын.

  1. Ямғыр яуа.
  2. Ҡояш яҡтырта.
  3. Атайым ат егә.

Иғтибар итегеҙ әле, һөйләмдәрегеҙҙең хәбәрҙәре ниндәй хәрефтән башланды         (я, е)   Эште дауам итер өсөн һуҙынҡы хәрефтәр тураһында ҡабатлап алырға кәрәк.

  1. Башҡорт алфавитында нисә һуҙынҡы бар?

а         о       у        ы                  ю         я       е        е  

ә          ө           ү       и       э

2) Ә   ю,  я,   е,  е  хәрефтәре тураһында нимә әйтерһегеҙ?

Дөрөҫ,  ю,  я, е,  е хәрефтәре ике өндө белдерә.

Иҫтә тот !

 Хәрефте беҙ яҙабыҙ һәм уҡыйбыҙ,

өндәрҙе ишетәбеҙ һәм әйтәбеҙ.

  1. ?1м1ли эшт1р

Ә хәҙер беҙҙең төп эш  - й өнөн эҙләү. Ҡайҙа йәшенгән икән    й

өнө?

Беренсе һүҙҙе ҡарайыҡ.

яуа    я хәрефе һүҙҙең башында тора. Я  хәрефен нисек ишетәбеҙ?  Дөрөҫ [йа] ишетәбеҙ

яҡтырта   -[йаҡтырта]

егә    -[йегә]

Тағы ниндәй һүҙҙәрҙә ике өндө белдергән хәреф бар?

ҡояш   -[ҡойаш]

ямғыр  -[йамғыр

Һығымта эшләйек: тимәк, й хәрефе үҙенә өн хәреф ҡушып я, ю, е, е хәрефтәрен барлыҡҡа килтерә

Башҡорт телендәге һүҙҙәрҙә  й хәрефе ниндәй урындарҙа  нисек яҙылырға  мөмкин икәнлеген таблицаға ҡарап белербеҙ.

ике өндө белдереүсе хәреф

й хәрефе һүҙҙең башында

й хәрефе һүҙҙең уртаһында

й хәрефе һүҙҙең аҙағында

я[йа]

е[йэ]

ю[йу]

е[йо]

   яулыҡ

  емеш

   юл

   йоҡо

     ҡояш

     тейен

       _____

      томбойоҡ

     ҡая

     бейе

     _____

   ҡойо

Ә хәҙер таблицаға таянып күнегеүҙе эшләп ҡарайыҡ.

Текст өҫтөндә эш:

  1. тексты уҡып сығығыҙ, исем ҡушығыҙ.
  2.  я, ю, йо хәрефтәренән башланған һүҙҙәрҙе табырға.
  3. ниндәй һүҙ аңлашылмаһа, әйтергә.

Ер өҫтөн аҡ ҡар япты.Әйтерһең, ер йомшаҡ юрған ябынып йоҡларға ятты. Урмандағы ағастарҙы ла ҡар баҫты. Ян-яҡта һиллек урынлашты.Ялан, баҫыуҙарҙа тынлыҡ. Ҡоштар ҙа. Йәнлектәр ҙә күренмәй. Бөтә тереклек ял итә төҫлө.

Һүҙлек эше: һиллек-тыныслыҡ, тауыш-тынһыҙ.

Ял итеү минуты.

Я ,Ю Е,Е  хәрнефтәре рус телендә лә, башҡорт телендә лә берешэр әйтеләме икән?

Таблицалағы һүҙҙәрҙе уҡыу

           рус теленән ингән

                   һүҙҙәр

          башҡорт телендәге

                  һүҙҙәр

                шахтер

                 якорь

                 июль

                 елка

               летчик

               акация

             экскурсия

            ялҡау

            емеш

            аръяҡ

            юлсы

            ойоҡ

           мейес

           йомшаҡ

Афарин, рус телендә был өндәр көслө баҫым менән әйтелһә, башҡорт телендә көсһөҙөрәк әйтелә икән.

Хәҙер үҙегеҙҙең белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ әле, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып күсереп алығыҙ.

 Хы.л,  .рған, бе..к, һарға.,  . мерек, .рсыҡ,  ..ндоҙ,  .мғыр.

Мин һеҙҙе бөгөн яңы дуҫ, ярҙамсы-  Башҡорт теленең орфография һүҙлеге менән таныштырам. Орфография һүҙе –ул дөрөҫ яҙыу тигәнде аңлата. Тимәк, был һүҙлек һеҙҙе дөрөҫ яҙырға өйрәтә. Ощо һүҙлектә 55 меңдән ашыу һүҙ тупланған. Беҙ

ҙең башҡорт теле бай икәнлеге күренеп тора. Әгәр ҙә һин ниндәйҙер һүҙҙең яҙылышын белмәйһең икән, йә икеләнәһең икән,ошо һүҙлек һиңә ярҙам итер. Һеҙгә өйгә эште лә ощо һүҙлектән бирәм. Өйҙә я, ю, е, е хәрефтәре булған 10-ар һүҙ табып яҙырға һәм шул һүҙҙәрҙе индереп 3 һөйләм төҙөп яҙып килергә.

  1. Йомғаҡлау:, Ойгэ эш.

Шулай итеп һеҙ бөгөнгө дәрестә ҡуйылған бурысты үтәнегеҙме инде? Ниндәй белем алдығыҙ?Дәрес оҡшанымы?  Эҙләнеүселәр эше еңелме?

  1. Баһалар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Билгене белдерә торган сүзләр

Татар мәктәбе өчен татар теле дәресе....

Тартык в хәрефен [w] авазы белән белдерү.

Презентация к уроку татарского языка в 1 классе....

Билгене белдерә торган сүзләр темасы

2 сыйныфта билгене белдерә торган сүзләр темасына ныгыту биремнәре. Нинди? кайсы?...

"Предметның билгесен белдерүче сүзләр" 2 сыйныф

Разработка урока по татарскому языку на тему "Предметның билгесен белдерүче сүзләр" для 2 класса. Урок построен по учебнику Файзрахмановой К.Ф....

Ғаилә. Шәжәрә. Шартлылыҡты белдереү.

Башҡорт теленән асыҡ дәрес өлгөһө....

Билгене белдерә торган сүзләр темасын кабатлау

Билгене белдерә торган сүзләр...