Сочинение “Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда”. на башкир. языке
творческая работа учащихся

Кужагильдина Гульназ Рамилевна

Сочинение  “Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда”.

на башкир. языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл insha_anelya.docx19.25 КБ

Предварительный просмотр:

                           

Фио ученика

Школа, класс

Вид работы, на каком языке

ФИО руководителя

Телефон руководителя

Сафина Анеля

МБОУ “Центр образования №15” 4 В класс

Сочинение  “Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда”.

на башкир. языке

Кужагильдина Гульназ Рамилевна

МБОУ “Центр образования №15”

89374898104

Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда.

                                                    Табиғәттең  матурлығын,  

                                                    Һаклау   бит  беҙҙең бурыс.

                                                     Һәр беребеҙ  ҡулынан  да  

                                                     Килә  торған  бик  ҙур  эш.(Д.Гарипова)

       Тәбиғәт – тереклек. Беҙҙе уратып алған донъя, йәшәйеш тәбиғәттең нигеҙен тәшкил итә. Кеше - тәбиғәт балаһы, һәм уға ҡарата һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә булырға тейеш .

   Кеше –тәбиғәттең бер өлөшө. Әйе, беҙ  үзебеҙҙең  табиғәттең  хуҗалары  һәм  ул  беҙҙең  өсөн  бөйөк  тормош   байлыҡтары   туплаған  хазина   һандығы. Һуңғы йылдарҙа йылға-шишмәләрҙе бысратыу, урмандарҙы ҡырҡыу, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәрҙе хаҡһыҙ өҙөү, тәбиғәт хаҡында хәстәрлек күрмәү күренештәре йышайҙы. Шуға күрә  хәҙерге ваҡытта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экология  мәсьәләһе  көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Башҡорт халҡы тәбиғәтте үҙ йорто тип ҡараған. Тәбиғәттәге һәр үҫемлек, һәр йән эйәһе, йылға-күле уның өсөн бик ҡәҙерле булған.

      Балыҡҡа  һыу, ҡошҡа  һауа, йәнлеккә урман,  ә  кешегә Тыуған  ер  кәрәк. Әйе , Тыуған яҡ  кәрәк  кешегә. Тыуған яҡ  һәр  кеше  өсөн    үҙе  тыуып  үҫкән  ерҙән,  тыуып  үҫкән ауылдан  башлана.     «Эскән һыуыбыҙ, һулаған һауабыҙҙы бысратып үҙ сәләмәтлегебеҙҙе, киләсәгебеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйыуыбыҙҙы онотмаһаҡ ине. Иң мөһиме – тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл булырға, уның бысраныуына юл ҡуймаҫҡа, уны матурлау, йәшелләндереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ»,- тип яҙҙы Рәсимә Ураҡсина.

     Минең  дә  тыуған  ауылым,  Байғужа , тәбиғәттең    иң  матур  ҡосағында  урынлашҡан.  Йәй  башында  тәбиғәтебеҙ  тағы  ла матурлана. Ауылымды  төрлө  яҡтан  ҡалын-ҡалын  йәм-йәшел  урмандар солғап  алған.  Бер нисә  саҡрым йыраҡлыҡта  ғына  мул  һыулы, балыҡҡа  бай  Һаҡмар  йылғаһы  йәйрәп  ята. Йыраҡ түгел ҡояш  нурларында  ҡойоноп, ҡып-ҡыҙыл, тәмле, баллы  еләктәре,  хуш  еҫле  сәскәләре   менән  үҙенә  тартып  тороусо  болондарыбыҙ ҙа юҡ  түгел.      Сәскәнән-сәскәгә   биҙәкле  күбәләктәр,  береһенән-береһе  уҙҙырып ,   бал йыйыусы   уңған  бал  ҡорттары  осоп йөрөй. Ошо болонлоҡ янында ғына   саф  һыулы шишмә сылтырап ағып ята.Шишмә буйында үҫеп ултырған талдар араһынан йырсы ҡоштарҙың моңо түгелә.

   Беҙ  йәй  етеү менән ошо болонлоҡҡа ашығабыҙ. Сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙары күңелгә рәхәтлек бирә. Шишмә сылтырауын, йырсы ҡоштарыбыҙҙың  һайрауын тыңлап ултырыуы ниндәй күңелле бит. Әкиәттәге тәбиғәт гүзәллеге ошо түгелме икән һуң?

      Тәбиғәтте һаҡлау –яҡшы тормош нигеҙе.  Тирә- яҡ мөхитте, тәбиғәтте, уның һәр бер үләнен, ағасын, сәскәһен һаҡлау - беҙҙең төп бурысыбыҙ   Кешенең бөтөн  тормошо  тәбиғәттә уҙа. Ул  тәбиғәттән   үҙенә кәрәкле  барлыҡ  әйберҙәрен ала. Ерҙән файҙалы ҡаҙылмалар сығаралар, урмандарҙан еләктәр, үҫемлектәр йыйалар. Тәбиғәт   кешегә  күпме  байлыҡ  бирә?! Ә беҙ, шул  байлыҡтарҙы дөрөҫ  һәм  урынлы  ҡуллана  белмәү   арҡаһында, тәбиғәтебеҙгә  зыян  килтерәбеҙ. Тәбиғәт матурлығы менән һоҡланыу ғына түгел, уларҙы арттырыу, күбәйтеү беҙҙең маҡсатыбыҙ.      

     Тәбиғәт – ул беҙҙең өйөбөҙ. Кеше үҙ өйөн һәр ваҡыт йыйыштырып, таҙа тоторға тырыша. Беҙ уны ла үҙ йортобоҙ кеүек ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тренажёр "Кот Леопольд и мыши" (Русский язык, 3-4 класс)

Презентация используется при фронтальной работе с классом на орфографических пятиминутках, возможно использование при индивидуальной работе. Ресурс выполнен Microsoft Office PowerPoint и про...

Сочинение "Полевая мышь"

В чем мастерство или умение описывать природу в нескольких словах? А может быть природу, вообще, не надо описывать, а достаточно просто тихо посидеть и помолчать, понаблюдать может просто послушать пр...

устное сочинение о маме по учебнику Г.С.Базыра Русский язык 2 класс

Конспект урока разработан для оказания методической помощи молодым учителям. Тип урока: Урок развития речи. Цели поставлены в соответствии с требованиями новых стандартов,расписаны метапредметные резу...

Журналист – публицист Рәүеф Хәй улы Насировтың ижадына арналған «Шәхес яҙмышы – ил яҙмышы» исемле ижади эштәр конкурсына иншалар

Журналист – публицист Рәүеф Хәй улы Насировтың ижадына арналған «Шәхес яҙмышы – ил яҙмышы» исемле ижади эштәр конкурсына уҡыусыларҙың  иншалары: 9 класс уҡыусылары Заһиҙуллина...

"Сочинение по репродукции картины В.М. Васнецова «Снегурочка», русский язык, 3 класс. Автор: Милых Галина Викторовна

Урок русского языкаТема урока:  Сочинение по репродукции картины В.М. Васнецова «Снегурочка»Класс: 3Тип урока: Урок открытия новых знанийВид урока: Проектная деятельностьУчебно-методи...

Сочинение по картине И.И.Левитана "Золотая осень". Русский язык.4класс.15 урок

Сочинение по картине И.И.Левитана "Золотая осень".Русский язык. 4 класс.15 урокШкола России. Учебник Канакиной, Горецкого....