Башҡорт теле дәресе 3 класс
план-конспект урока (3 класс)

 

 

 

 

 

Предмет: Башҡорт теле Класс: 3 Уҡытыусы:Исҡужина Ләйсән Булат ҡыҙы Дәрестең темаһы: Ике өндө белдергән хәрефтәр Дәрестең төрө: Яңы белем биреү Дәрестең маҡсаттары: белем биреү – ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр: е,ю,я хәрефтәре тураһында белемдәрен нығытыу, системаға һалыу, һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында йэ, йу, йа өндәре ишетелгән һүҙҙәрҙе тыңлау, уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәләрен нығытыу; үҫтереүсе – бәйләнешле телмәр, фекерләү һәләттәрен үҫтереү; тәрбиәүи – уҡыусыларҙа үҙ-ара ярҙамсыллыҡ, ихтирам тойғолары тәрбиәләү, тәбиғәттең матурлығына һөйөү уятыу. Йыһазландырыу: дәреслек, китап, дәфтәр, ручка, компьютер, интерактив таҡта, слайдтар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_tele_3_klass.docx18.82 КБ

Предварительный просмотр:

Предмет: Башҡорт теле

Класс: 3

Уҡытыусы:Исҡужина Ләйсән Булат ҡыҙы

Дәрестең темаһы: Ике өндө белдергән хәрефтәр

Дәрестең төрө: Яңы белем биреү

Дәрестең маҡсаттары:

белем биреү – ике өндө белдереүсе  һуҙынҡы хәрефтәр: е,ю,я хәрефтәре тураһында белемдәрен нығытыу, системаға һалыу, һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында йэ, йу, йа өндәре ишетелгән һүҙҙәрҙе тыңлау, уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәләрен нығытыу;

үҫтереүсе – бәйләнешле телмәр, фекерләү һәләттәрен үҫтереү;

тәрбиәүи –  уҡыусыларҙа үҙ-ара ярҙамсыллыҡ, ихтирам тойғолары тәрбиәләү, тәбиғәттең матурлығына һөйөү уятыу.

Йыһазландырыу: дәреслек, китап, дәфтәр, ручка, компьютер, интерактив таҡта, слайдтар.

Дәрес барышы

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

 УУЭ

I.Ойоштороу өлөшө.

1.Сәләмләшеү

- Хәйерле көн, уҡыусылар. Һеҙҙең менән  осрашыуҙы көтөп алдым һәм мин бик шатмын.

2.Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

Бөгөнгө матур көн дә тыуҙы. Саф һауа, ҡоштар, ағастар бөтәбеҙҙе лә ҡыуанып сәләмләй. Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур,тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ. 

3.Артикуляцион күнегеү

- Балалар әйҙәгеҙ телебеҙ матур булһын өсөн, телебеҙҙе  шымартып алайыҡ але.Бергәләп

Ра- ра –ра ап-аҡ ҡарға ҡара

Лә-лә-лә йылмайып ҡояш килә

Уа –уа –уа мамыҡ ҡарҙар яуа

4.Матур яҙыу минуты.

- Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асабыҙ,матур итеп ултырабыҙ,арҡаларҙы төҙ тотабыҙ, дәфтәрҙәрҙе дөрөҫ һалығыҙ һәм унда бөгөнгө числоны яҙып ҡуяйыҡ.Бөгөн нисәнсе число?

- Һәҙер таҡтаға иғтибар.Нимә күрәһегеҙ беренсе юлда? ҡояш,ямғыр

Уҡытыусыны сәләмләү

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү,продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

III.Яңы темаға күсеү.

Иғтибар менән экранға ҡарағыҙ.

Ямғыр, ҡояш, юртаҡ, еләк һүрәттәре буйынса телдән эш.

1.Бергәләшеп уҡыйыҡ- йамғыр, йуртаҡ, йэләк.

2.Был һүҙҙәрҙе уҡығанда, ниндәй уртаҡ өн ишетелә

- Ниндәй хәрефтәргә эйәреп килә?

-Я,е, ю һуҙынҡы хәрефтәрендә нисә өн ишетелә?( слайд)

-Һүҙҙәр дөрөҫ яҙылғанмы?

Уҡытыусы һорауҙарына яуап биреү.

- [Й] өнө.

- һуҙынҡы хәрефтәр Я, е, ю

- ике

- юҡ, был һүҙҙәрҙең транскрипцияһы.

(өн моделы)

IV.Яңы  тема буйынса эш.

- Әйҙәгеҙ ике өндө белдерган һүҙҙәр уйлайыҡ

- Тимәк балалар беҙ бөгөн дәрестә ниндәй тема үтәсәкбеҙ?

- Афариндар,хаҙер әйҙәгеҙ тема буйынса

ҡағиҙа уйлап сығарайыҡ.

бергалашеп.

Е,ю,я  харефтаре ике өндө белдерә. Һүҙ башында йэ, йу, йа өндәре ишетелган урында е,ю,я хәрефтәре яҙыла:

ер, ел, юл, юна, яра, яға һ.б.

- Афарин, хәҙер китаптың 69-сы биттәге ҡағиҙәне уҡып китәйек.

- Хәҙер мин һеҙгә карточкалар таратып сығам.Исем фамилияғыҙҙы ҡуйығыҙ.Һеҙгә унда 1 – се эшта  ике өндө белдерган хәрефтарҙен транскрипцияһын яҙыр кәрәк.

3- сө эштә  бирелгән һөйләмдәрҙә ике өндө белдерган һүҙҙәрҙе табып төшөп ҡалған хәрефте табып  орфограммаларына һыҙыр кәрәк.

-Ихтибар менән карточкога ҡарағыҙ дөрөҫ эшләгенеҙ ме?Һөләмдәрҙе уҡып сығығыҙ.

- Ике һуңғы һөйләмдәрҙә нимә тураһында бара.

- Эйе, ат. Элек - электән башҡорт атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған.

- Аттар элек  ниндәй булғандар һуң? Хәҙерге аттарға оҡшағандармы?

- Ат- кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы. Элек-электән кеше атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған. Боронғо күсмә тормош шарттарында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән.

- Ә хәҙер бөгөнгө теманың ҡағиҙәһен иҫкә төшөрөп китәйек.

 Е,ю,я  харефтаре ике өндө белдерә. Һүҙ башында йэ, йу, йа өндәре ишетелган урында е,ю,я хәрефтәре яҙыла:

ер, ел, юл, юна, яра, яға һ.б.

- ел,елак,япраҡ,юл,ямғыр,

ҡояш,егет,емеш,йоҙаҡ

Р.: укыусы менән уҡытыусы араһындағы аралышыуҙы формалаштырыу.

V.Ял минуты

- Әйҙәгеҙ балалар ял итеп алайыҡ.Торабыҙ.Мин һеҙгә алдан эшлап күрһәтәм,ә һеҙ һуңынан минең менән бергәләп эшларбеҙ

Балалар,балалар

Урман буйлап баралар,

Тәбиғәтте ҡарайҙар,

Ҡояштың йылыһына,

Ҡулдарын йылыталар,

Күбәләк күҙәтәләр,

Уның кеүек осалар:

Берәү,икәү,өсәү,дүртәү,бишәү,

Сәскәләр йыйалар:

Берәү,икәү,өсәү,дүртәү,бишәү,

Гөлләмәр эшләйҙәр.

Өйгә ҡайтып китәләр.

Уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар

VI.Дәреслек буйынса эш.

-Ә хәҙер 68- се битте асығыҙ,ҡағиҙәне уҡып сығайыҡ.

2 –се күнегеү,4- се күнегеү,5-се күнегеү.

Балалар таҡтала һәм дәфтәрҙә эшләйҙәр

Универсаль УУЭ:

дөйөмләштереүҙе һәм һүҙҙәрҙҙең билдәләре буйынса төркөмләүҙе  күрә белеүҙе һәм һығымта яһауҙы фомалаштырыу.

VII.Дәресте йомғаҡлау.

-Бөгөн дәрестә ниндәй тема үттек?

- Дәрестә ниндәй яңылыҡ белдек?

- Ниндәй ҡәғиҙәне беҙ бөгөн белдек?

- Кем  ҡағиҙәне әйтергә теләй?

- Я,е, ю һуҙынҡы хәрефтәрендә нисә өн ишетелә?

Теманы аңланығыҙмы икәнен тикшереп үтәйек.Мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм,һеҙ шунда ике өндө белдерган һүҙҙәр аҫтына һыҙып сығырға тейешһегеҙ,мин йыйып алам һәм баһа ҡуясаҡмын.Исемдәрегеҙҙе яҙҙырға онотмағыҙ

Баһалау:

- Афариндар! Дәрес аҙағына етте,әгәр теманы аңлаһағыҙ йәшел смайлик күтәреп миңә күрһәтегеҙ,әгәр теманы аңлап етмәһәгеҙ ҡыҙыл смайлик күтәрәбеҙ.

Өйгә эш биреү: Дневниктарыбыҙҙы асып өйгә эш яҙып алығыҙ.

Эш дәфтәрендәге 36- сы б. 1-5 күнегеү

- Дәрес өсөн рәхмәт,һау булығыҙ.

Дәрескә йомғаҡлау эшләү, һәм карточкалар менән эшләү.

К.:  үҙҙеңдең уйыңды һөйләү телмәрендә башҡаларға дөрөҫ еткерергә өйрәнеү.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

3 нче сыйныфта татар теле дәресе.Тема: " -мы/-ме кушымчалы сорау җөмләләр.

Максат: 1) – мы , -ме кисәкчәләренең төрле сүз төркемнәренә ялгану очракларын өйрәтү;2) [ә] , [э]авазы кергән сүзләрне яза белү күнекмәләрен ныгыту өчен шартлар тудыру ;3) яңа теманы үтүгә кызыксыну у...

Фигыль турында кабатлау. Презентация. 4 класста татар теле дәресе.

Презентациядә фигыль турында үтелгәннәрне кабатлауга сораулар, терәк схемалар һәм күнегүләр бирелгән.  Алар йомгаклау дәресе өчен тәкъдим ителә....

2 нче сыйныфның рус төркемендә татар теле дәресе "Туган ягым"

1.Туган ягым тексты өстендә эшләү, текстның эчтәлегенә төшендерү; 2.Өйрәнелгән сүзләрне дөрес әйтергә, диалогик һәм монологик  сөйләмдә кулланырга күнектерү; 3.Туган якның матурлы...

3нче сыйныфта татар теле дәресе

ДӘРЕСТӘ “Сыйфат” темасы буенча белемнәр гомумиләштерелә    ...

Башҡорт теле дәресе.2 класс.О-ө хәрефле һүҙҙәр.

Башҡорт теле. 2 класс. Тема: О-ө хәрефле  һүҙҙәр. Дәреслек авторы:Сынбулатова Ф.Ш....

Татар теле дәресе. 3сыйныф. Исем темасын ныгыту дәресе.

Тема: Исем темасын ныгыту дәресе.Скачать : https://cloud.mail.ru/public/7Uwf/SurqwzRYj...