Башҡорт теле дәресе.2 класс.О-ө хәрефле һүҙҙәр.
план-конспект урока (2 класс) на тему

Башҡорт теле. 2 класс. Тема: О-ө хәрефле  һүҙҙәр. Дәреслек авторы:Сынбулатова Ф.Ш.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashk_yaz_2_kl.doc82 КБ

Предварительный просмотр:

Иҫке Собханғол урта  дөйөм белем биреү мәктәбе Яңы Собханғол филиалы.

Башҡорт теле

2 класс

Дәресте әҙерләне һәм үткәрҙе:

Теләүбаева Сәлимә Фәрит ҡыҙы.

 2014 й.

Предмет: Башҡорт теле. 2 класс

Тема: О - ө хәрефле һүҙҙәр.

Маҡсат: - О - ө хәрефле һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын, күҙәтергә,сағыштырырға өйрәтеү;

  • лингвистик фекерләүҙе, ишетеү,һиҙгерлек, иғтибарлыҡ сифаттарын үҫтереү;
  • үҙ – ара  хеҙмәттәшлек  итергә, үҙ  фекерен иҫбатлай белергә, һығымталар яһарға өйрәтеү.

Дәрестең этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрле-ге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

УУЭ

1

2

3

4

5

6

7

Психологик инеш

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

(үтелгәндәрҙе ҡабатлау)

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.(проблемалы һорау)

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

Ғәмәли эштәр

Йомғаҡлау.

Рефлексив анализ.

- Һаумыһығыҙ!

Мин- Сәлимә Фәрит ҡыҙы. Бөгөн һеҙҙең класта дәрес үткәреүемә бик шатмын.Дәрес алдынан бер-беребеҙгә уңыштар теләйек!

 (Парталаш иптәше менән усҡа – ус һуғыу, сәпәкәйләү) Слайд 2.

Уңыштар

Теләйем

Һиңә!

Үҙемә!

Уҡытыусыма!

Хәйерле көн!

-Уҡыусылар илебеҙҙә ниндәй ҙур ваҡиға бара?

(Олимпиада) Иң көслө, тырыш, етеҙ, спортсылар алтын миҙал яулай.Һеҙ ҙә бөгөн дәрестә етеҙ, сос, зирәк булығыҙ. Шул саҡта дәресебеҙ уңышлы үтер.

а) Карточкалар менән эш.

Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәрҙе ҡуйырға.

К…бәләк, …рман, б…ран,  …рмәксе.

 б) Матур яҙыу. (24-се бит, эш дәфтәре,

олатай, өләсәй һүҙҙәре)

(Бармаҡтарға күнекмә яһау) Слайд 3.

Был бармаҡ- олатай.

Был бармаҡ- өләсәй.

Был бармаҡ – атай.

Был бармаҡ - әсәй.

Был бармаҡ – мин.

Уның исеме - …

(Һәр бала үҙ исемен әйтә)

Картиналы һүҙлек диктанты

Һүҙҙәрҙе ике бағанаға яҙырға.

Слайд 3.                    Слайд 5.

болот                          өкө

Слайд 4.                     Слайд 6.

ҡолон                         көсөк

 

-Ике бағанаға һүҙҙәрҙе ниндәй үҙсәнлектәренә ҡарап  бүлдегеҙ?

-Дәрестең темаһы  ниндәй  тип уйлайһығыҙ?

- О - ө хәрефле һүҙҙәр.

- О һәм ө һуҙынҡылары тураһында нимәләр беләһегеҙ?

О- ҡалын һуҙынҡы, ө- нәҙек һуҙынҡы.

Һуҙынҡы өндө билдәләгән хәрефтәр һүҙҙә ике эш башҡара.

Беренсенән ул үҙен үҙе атай, икенсенән эргәһендә торған тартынҡыны ҡалын йә нәҙек әйтелешле итә.

Һығымта яһайыҡ.

О-ҡалын һуҙынҡы,тимәк ул алдында торған тартынҡыны ҡалын әйтелешле итә.

Ө- нәҙек һуҙынҡы, тимәк ул эргәһендә торған тартынҡыны нәҙек әйтелешле итә.

Төркөмдә эш.

Беренсе төркөм-һүҙҙең башында о хәрефле һүҙҙәр яҙа.

Икенсе төркөм – һүҙҙең башында ө хәрефле һүҙҙәр.

Өсөнсө төркөм – һүҙҙең уртаһында  о һәм ө хәрефе булған һүҙҙә яҙа.

1.Дәреслек буйынса эшләү.

24 – се бит, 1- се  күнегеү.

Тексты уҡытыусы уҡый.

Нимә ул ҡурмас? Һүҙлек эше.

Ҡурмас – ҡыҙҙырылған бойҙай.

-Ҡурмас нисек эшләнә?-тигән һорауға яуап бирерлек дүрт һөйләмде текстан табыу, дәфтәргә яҙыу.

Слайд 7.

Иң тәүҙә әсәй ни эшләй?

Слайд 8.

Ҡаҙан ни эшләй?

Слайд 9.

Әсәй ҡаҙанға нимә һала?

Слайд 10.

Иген бөртөгө ни эшләй?

Яҙылған һөйләмдәрҙә О һәм Ө хәрефле һүҙҙәрҙе табып һыҙырға.

 БОЙҘАЙҘЫ                БӨРТӨГӨ

Һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ниндәй ялғау ҡушылыуын асыҡлау, башҡорт теленең төп законын (сингармонизм)  иҫкә төшөрөү, ҡабатлау.

Физкультминутка

а) Күҙҙәр менән генә  о һәм ө яҙыу

б) Баш менән  о - ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү.

в) Уң ҡул менән-о, һулы менән - ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү.

г) Уң аяҡ менән-о, һулы менән - ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү.

2.Һүҙҙәр төҙөү. Слайд 11.

-ө-          -о-          -ө-ө-           -о-о-

-ө-          -о-          -ө-ө-           -о-о-

-ө-          -о-          -ө-ө-           -о-о-

-ө-          -о-          -ө-ө-           -о-о-

___        ___          _____         _____

  -Беренсе бағанала ни өсөн  нәҙек әйтелешле һүҙҙәр килеп сыҡты?

-Икенселә?  

Дәрестә нимәләргә өйрәндек?

Слайд 12.

Һөйләмдәрҙе тултырып уҡырға.

1) О -  …………  һуҙынҡы.

2)  Ө -  ………...   Һуҙынҡы.

3)  Ө - хәрефе  ……….. һүҙҙә, О-хәрефе

       ………. һүҙҙә  яҙыла.

4)  Ҡалын  һуҙынҡы эргәһендәге тартынҡы ………  була, нәҙек һуҙынҡы эргәһендәге тартынҡы ……….  була.

- Дәрес темаһы аңлашылдымы?

- Ауырлыҡтар булдымы? Ниндәй эштәр бик еңел булды?

- Дәрестә нисек эшләүегеҙ менән ризаһығыҙмы?

- Нисек баһалайһығыҙ?

Алтын миҙал- бик яҡшы.

Көмөш миҙал – бер аҙ ауырлыҡтар булды, аҙыраҡ эшләнем.

Бронза миҙал- аңлашылмаған нәмәләр булды, аҙ эшләнем.

Уҡыусылар һайлаған миҙалдар буйынса уҡытыусы һығымта яһай.

Өйгә эш биреү.

 

Үткән дәрестә үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, ҡабатлай,нығыта.

Парталаш иптәшенең эшен баһалай.

Һары түңәрәк-матур яҙылған, күк -

Һүҙҙәрҙе ике бағанаға яҙалар.

Дәрестең тамаһын һәм маҡсатын фаразлайҙар,,төрлө варианттар тәҡдим итәләр, теманы асыҡлайҙар.

Һығымта яһайҙар, үҙҙәренең фекерен миҫалдар  менән иҫбатлайҙар,иптәштәренең фекере менән килешеү- килешмәүен әйтәләр.

Төркөмдә зшләйҙәр.

Тексҡа таянып, ҡурмастың нимә икәнен үҙҙәре аңлата.

Текст менән эшләй, текстан кәрәкле мәғлүмәтте ала.

Алған белемдәрҙе практик эштә ҡулланыу. Мәғлүмәтте айыра белеү.

Һүҙҙәрҙе сағыштыра , башҡорт теленең төп законын  (сингармонизм)

иҫкә төшөрәләр.

Һүҙҙәр уйлайҙар, һәр бағаналағы һүҙҙәрҙе анализлап, һығымта яһайҙар.

Дәрестәге эшмәкәрлекте анализлау,баһалау

Уҡыу процесына инеп китеү.

Үтелгәнде системаға һала, дөйөмләштерә белеү.  

Эҙләнеү оҫталығын үҫтереү.Тирә-йүнде танып белеүгә йүнәлтелгән мотивты үҫтереү.

Уҡыу хеҙмәттәшлеген,проблеманы, күҙаллауҙы коллектив хәл итеү оҫталығын үҫтереүПредметтың йөкмәткеһенән сығып хәл итеү,анализлау һәләте.

Бергәләп эшләй белеү, дискуссияла ҡатнашыу, анализлау, иҫбатлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү.

Маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белеү.

Предмет УУЭ.

Предмет йөкмәткеһе менән эшләй белеү.

Төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте ҡуллана,уҡыу мәсьәләһен сисеү өсөн кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү.

КоммуникативУУЭ.Бер-гәләп эшләү ысулдарын үҙләштереү.

Телмәр оҫталығын үҫтереү.

Үҙеңдең мөмкинлектәреңде һәм һәләттәреңде белеү

Эҙләнеү оҫталығын үҫтереү.Тирә-йүнде танып белеүгә йүнәлтелгән мотивты үҫтереү.

Уҡыу хеҙмәттәшлеген,проблеманы, күҙаллауҙы коллектив хәл итеү оҫталығын үҫтереүПредметтың йөкмәткеһенән сығып хәл итеү,анализлау һәләте.

Тирә-яҡтың башҡа объекттары менән бәйләнеш булдырыу.

Аралашыу ысулдарына, мотивҡа рефлексия.Киләһе дәресте күҙаллау.

                   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

3 нче сыйныфта татар теле дәресе.Тема: " -мы/-ме кушымчалы сорау җөмләләр.

Максат: 1) – мы , -ме кисәкчәләренең төрле сүз төркемнәренә ялгану очракларын өйрәтү;2) [ә] , [э]авазы кергән сүзләрне яза белү күнекмәләрен ныгыту өчен шартлар тудыру ;3) яңа теманы үтүгә кызыксыну у...

Фигыль турында кабатлау. Презентация. 4 класста татар теле дәресе.

Презентациядә фигыль турында үтелгәннәрне кабатлауга сораулар, терәк схемалар һәм күнегүләр бирелгән.  Алар йомгаклау дәресе өчен тәкъдим ителә....

2 нче сыйныфның рус төркемендә татар теле дәресе "Туган ягым"

1.Туган ягым тексты өстендә эшләү, текстның эчтәлегенә төшендерү; 2.Өйрәнелгән сүзләрне дөрес әйтергә, диалогик һәм монологик  сөйләмдә кулланырга күнектерү; 3.Туган якның матурлы...

3нче сыйныфта татар теле дәресе

ДӘРЕСТӘ “Сыйфат” темасы буенча белемнәр гомумиләштерелә    ...

Татар теле дәресе. 3сыйныф. Исем темасын ныгыту дәресе.

Тема: Исем темасын ныгыту дәресе.Скачать : https://cloud.mail.ru/public/7Uwf/SurqwzRYj...

Башҡорт теле дәресе 3 класс

Предмет: Башҡорт теле Класс: 3 Уҡытыусы:Исҡужина Ләйсән Булат ҡыҙы Дәрестең темаһы: Ике өндө белдергән хәрефтәр Дәрестең төрө: Яңы белем биреү Дәрестең маҡсаттары:...