« Башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙа танып- белеүҙе үҫтереүсе уйындар ҡулланыу »
материал (3 класс)

Байгужина Ляля Шарифьяновна

Дәресте нисек ҡыҙыҡлы, эмоцияға бай, һөҙөмтәле итеп ойошторорға?

Был урында уҡытыусыға ярҙамға уйын технологиялары килә. Уйын балаға асылырға, тартынмай яуап бирергә, белемдәрен тәрәнәйтергә, үҫешергә булышлыҡ итә.

Немец ғалимы Фридрих Шиллер «… Бала уйындарҙа үҙенең һәләттәрен асыуҙан рәссам үҙ ижадынан кинәнес алған кеүек ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә,” тигән.

Уйындарҙы дәрестең төрлө этабында ла ҡулланырға мөмкин.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл master_klass_bayguzhina_l.sh_.docx27.41 КБ
Файл prezentatsiya_master_klassa_blsh_.pptx1.46 МБ

Предварительный просмотр:

Хәйерле көн, коллегалар!

Мин Ләлә Шәрифйәновна Байғужина, Булгаково ауылы « Ос юғары» мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына башҡорт теленән белем бирәм. Кемдәр башҡортса аңлай, мастер класта әүҙем ҡатнашырға саҡырам.

Сығышымдың темаһы: « Башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙа танып- белеүҙе үҫтереүсе уйындар ҡулланыу »

Дәресте нисек ҡыҙыҡлы, эмоцияға бай, һөҙөмтәле итеп ойошторорға?

Был урында уҡытыусыға ярҙамға уйын технологиялары килә. Уйын балаға асылырға, тартынмай яуап бирергә, белемдәрен тәрәнәйтергә, үҫешергә булышлыҡ итә.

Немец ғалимы Фридрих Шиллер «… Бала уйындарҙа үҙенең һәләттәрен асыуҙан рәссам үҙ ижадынан кинәнес алған кеүек ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә,” тигән.

Уйындарҙы дәрестең төрлө этабында ла ҡулланырға мөмкин.

Уйындарҙы ойоштороу ҡағиҙәләре лә үтәлергә тейеш.

1. Уйындарҙы бер нисә тапҡыр ҡабатларға
2. Яңы уйынды уҡытыусыға башларға
3. Уйын ярыш формаһында булырға тейеш
4. Уйын өсөн кәрәкле әйберҙәр әҙерләп ҡуйырға.

Уйындарҙы түбәндәгесә төркөмләргә мөмкин:

  • Фонетик, лексик, грамматик
  • Уҡырға өйрәтеүсе уйындар
  • Телмәр үҫтереүсе уйындар
  • Ижади уйындар

Иң беренсе әйтеп үткем килә: мин үҙем шиғырҙар яҙырға яратам. Дәрестең төрлө этабына инеш шиғырҙарым бар. Мәҫәлән,

Уйын уйнап алайыҡ,

Белемде нығытайыҡ.

Иғтибарлы булығыҙ,

Аныҡ булһын уйығыҙ.

Уйнай-уйнай эшләйек,

Белемде тикшерәйек.

Батырға ла ял кәрәк,

Эшләргә күп көс кәрәк.

« Ҡар йомарлағы» уйыны.

Дәрес башында үтелгәнде ҡабатлағанда ла, дәрес аҙағында нығытыу этабында ла , исем, ҡылым, сифат, йәки емеш- еләк, кейем- һалым, тән өлөштәре һәм башҡа темаларҙы үткәндә ҡулланырға мөмкин.

« Һүҙ төҙө» уйыны

Конверттарға тема , бүлек буйынса таратып һалам. Был уйын шулай уҡ һүҙ төркөмдәре, йәнлектәр, ғаилә ағзалары темалары буйынса дәрестең нығытыу өлөшөндә үткәрелергә мөмкин.

“ Тыңла һәм һүрәтен төшөр” уйыны

Был уйын үтелгәнде ҡабатларға, дөрөҫ һөйләүҙе, иғтибарлылыҡты үҫтереүгә, үҙбаһа эшләргә ярҙам итә.

« Иғтибарлы бул!» уйыны

Физминут рәүешендә лә, ҡылым темаһын үткәндә лә үткәрергә мөмкин.Мин ҡылым әйтәм, балалр шул хәрәкәтте үтәйҙәр. Әгәр « зинһар» тип әйтһәм, улар ҡояш ( көн, бесәй булып мыяулайҙар ), әгәр « зинһар»тип әйтмәһәм, ( төн, эт булып өрәләр). Бик иғтибарлы булыуҙы талап итә был уйын.

«Мюнстерберг алымы » ( немец-америка психологы)

Фекерләү ҡеүәһен, иғтибарлылыҡты үҫтерә. Лексик, орфографик темаларҙа ҡулланырға мөмкин. Һүҙҙәрҙән һөйләм төҙөргә, мәҡәл йыйырға, өҫтәп һүҙлек эше үткәрергә, хаталарҙы табырға тигән эштәр ҡушырға мөмкин.

« Шиғырҙы, (йомаҡты)» тамамла.



Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,
Ишек-тәҙрәһе асыҡ.
(Яҙҙар) еткәс, ҡайтып керҙе
Ошо йортҡа ... . /сыйырсыҡ/

Хужанан да, эттән дә
Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
Килеп ҡунды ... . /турғайҙар/

Тәҙрәләремә ҡарап,
Ҡойма башына баҫҡан.
- Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип
Шыҡырланы ... . /һайыҫҡан/

« Тылсымлы бирсәткә» уйыны

Класта йәки өйҙә бирсәткә- закладка эшләргә ҡушам. Бер яғынан һәр бармаҡ төрлө төҫкә буяла. Унда предметтың, күренештең билдәләре, хәл- торошо, хәрәкәте яҙылырға мөмкин. Бирсәткәнең кире яғына йомаҡтың яуап һүрәте эшләнә. Кем йомаҡты дөрөҫ сисә, закладка шуға бүләк ителә.

Йомғаҡлау

Уйын – башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын һәм һөҙөмтәлелеген яҡшыртыуҙың бер аллымы булып тора.Уйындарҙы системалы ҡулланыу балаларҙың белемдәрҙе уңышлы үҙләштереүенә йоғонто яһай. Башҡорт телен тағы ла ҡыҙыҡһынып өйрәнеү теләген тыуҙыра.
Уҡытыусынан күп нимә тора. Тик бар көсөңдө һалып, һәләттәреңде ҡулланып, һәр дәресеңде балалрға ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә генә кәрәк. Бала уйындар аша артҡа түгел, ә тик алға барасаҡ!

1

3

5

2

4

6

1

3

5

2

4

6

1

3

5

2

4

6

АҠ

ЙОМШАҠ

ҺЫУЫҠ

ИРЕЙ

АҠ

ЙОМШАҠ

ҠУРҠАҠ

ҺОРО

ТҮҢӘРӘК

ҺИКЕРӘ

УЙЫНСЫҠ

АБРИКОС

ЛИМОН

МАНДАРИН

АВОКАДО

ҠАТЫ

ОЛО

ЯҠШЫ

Һөйләмде уҡы:

1) ҠРУСЯОНАКБИЛШУЕАРГАНШДАРЙ

2) ӘНСКӘДЙАНШАБУЕЛШКЕДРУӘ

Йомаҡты уҡы, яуабын тап:

  1. ЙМӘЙДЕНАҺАОБРЛОАҠСЫДШМЫКНРАЛҠД

Һөйләмде уҡы:

1) ҠРУСЯОНАКБИЛШУЕАРГАНШДАРЙ

2) ӘНСКӘДЙАНШАБУЕЛШКЕДРУӘ

Йомаҡты уҡы, яуабын тап:

1) ЙМӘЙДЕНАҺАОБРЛОАҠСЫДШМЫКНРАЛҠД

Һөйләмде уҡы:

1) ҠРУСЯОНАКБИЛШУЕАРГАНШДАРЙ

2) ӘНСКӘДЙАНШАБУЕЛШКЕДРУӘ

Йомаҡты уҡы, яуабын тап:

1) ЙМӘЙДЕНАҺАОБРЛОАҠСЫДШМЫКНРАЛҠД

б

н

д

о

щ

ч

ж

е

м

р

ы

л

в

б

с

ц

ҡ

ю

й

у

п

т

з

ө

а


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Байғужина Ләлә Шәрифйән ҡыҙы Өфө районы Булгаково ауылы «Ос юғары » мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы

Слайд 2

«Баш ҡорт теле дәрестәрендә танып – белеүҙе үҫтереүсе уйындар, алымдар » .

Слайд 3

… Бала уйындарҙа үҙенең һәләттәрен асыуҙан рәссам үҙ ижадынан кинәнес алған кеүек ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә . Ф. Шиллер

Слайд 4

Балалар ҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү Телмәр үҫтереү Иғтибарлылыҡты үҫтереү Дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу Мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә

Слайд 5

Инеш шиғырҙар ҡулланыу

Слайд 6

Уйын уйнап алайыҡ, Белемде нығытайыҡ .

Слайд 7

Иғтибарлы булығыҙ, Аныҡ булһын уйығыҙ.

Слайд 8

Уйнай-уйнай эшләйек, Белемде тикшерәйек.

Слайд 9

Батырға ла ял кәрәк, Эшләргә күп көс кәрәк.

Слайд 10

Тыңла һәм һүрәтен төшөр

Слайд 11

Мюнстерберг алымы Һөйләмде уҡы: 1) ҠРУСЯОНАКБИЛШУЕАРГАНШДАРЙ 2) ӘНСКӘДЙАНШАБУЕЛШКЕДРУӘ Йомаҡты уҡы, яуабын тап : 1) ЙМӘЙДЕНАҺАОБРЛОАҠСЫДШМЫКНРАЛҠД

Слайд 12

Һөйләмде уҡы: 1) Ҡ Р У С Я О Н А К Б И Л Ш У Е А Р Г А Н Ш Д А Р Й 2) Ә Н С К Ә Д Й В А Н Ш Ь Б У Е Л Ш К Е Д Р У Ә Йомаҡты уҡы, яуабын тап : 1) Й М Ә ЙД Е НА Һ А О Б Р Л О А Ҡ С Ы Д Ш М Ы К Н Р А Л Ҡ Д

Слайд 13

1) Ҡуян кишер ашай. 2) Әсәй аш бешерә 3) Йәйен һоро , ҡышын аҡ .

Слайд 14

«Бишбатыр » ҡушымтаһы

Слайд 15

« С әләм » ҡушымтаһы

Слайд 16

« Тылсымлы бирсәткә»

Слайд 19

Нейрогимнастик күнегеүҙәр

Слайд 20

Бейеү

Слайд 21

Тү-тү-түҙерлитә, Рәтитәй генәйем. ( 2 тап ҡыр) Рәтитә, түҙерлитә, Рәтитәй генәйем. ( 2 тапҡыр )

Слайд 22

Һуҡмаҡ Баш бармаҡ-күрһәткес, Уртансы-уртансы, Исемһеҙ-исемһеҙ, Сәтәкәй- сәтәкәй, Исемһеҙ- исемһеҙ, Уртансы- уртансы, Күрһәткес- баш бармаҡ.

Слайд 23

Шульте таблицаһы б н д о щ ч ж е м р ы л в б с ц ҡ ю й у п т з ө а

Слайд 24

Музыкаль диктант нәҙек ҡалын

Слайд 25

Музыкаль диктант 1) Уҡый, уҡыусы, уҡыусылар, уҡыусыларҙың. 2) Көс, көслө, көслөрәк. 3) Ашҡабаҡ, ҡыяр, кәбеҫтә, кишер. 33

Слайд 26

Ҡағиҙәләр: 1. Уйындарҙы бер нисә тапҡыр ҡабатларға 2. Яңы уйынды уҡытыусыға башларға 3. Уйын ярыш формаһында булырға тейеш 4. Уйын өсөн кәрәкле әйберҙәр әҙерләп ҡуйырға

Слайд 27

Уйын т өрҙәре Фонетик, лексик , грамматик Уҡырға өйрәтеүсе уйындар Телмәр үҫтереүсе уйындар Ижади уйындар Фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе уйындар

Слайд 28

« Аш ҡаҙар » радиоһында тура эфир

Слайд 29

Рефлексия Мастер класс буйынса 3 һүҙ менән нимә әйтә алаһығыҙ ?

Слайд 30

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

мастер-класс Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре

Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдар 1-2 класс...

Әлифбанан һуңғы осорҙа ҡулланыу өсөн дидактик уйындар

Әлифбанан һуңғы осорҙа  ҡулланыу өсөн дидактик уйындарАлфавиттың бөтә хәрефтәре лә ингән һүҙҙәр менән төрлө уйындар үткәрергә мөмкин. Текстар һәм һүҙҙәр төрлө ауырлыҡта улырға мөмкин.Экскурсиялар...

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу

ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...

Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре

Туған тел дәрестәрендә ҡулланылғануниверсаль эш төрҙәре...