Исследовательская работа
творческая работа учащихся (4 класс) на тему

Амина Абдрахманова

Об изготовлении национального блюда башкир

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл milanaga.docx30.21 КБ

Предварительный просмотр:

Тема 1 слайд

Инеш.

         Башҡортса аңлатмалы һүҙлектә ҡорот – эркеттән ҡайнатып яһалған һөт аҙығы тип аңлатылған. Ҡорот,әсе һөт аҙығы, сырҙың бер төрө.  ( 2 слайд) Ул башҡорттарҙа, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Саян Алтай таулығы халыҡтары араһында таралған. Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар.     Ҡорот әсетеү технологияһы Башҡортостандың төрлө райондарында төрлөсә. Халыҡ медицинаһында ҡорот һалҡын тейгәндә, күңел болғанғанда, аппетит булмағанда, эс киткәндә, йылан саҡҡанда ҡулланыла. Ҡорот хәлһеҙләнгәндә, аҙ ҡанлылыҡта хәл керетеү үҙенсәлектәренә  эйә, күңел төшөнкөлөгө, баш, йөрәк ауыртыу, һыҙланыуҙарҙы бөтөрә.

3 слайд

Тикшеренеү эшенең актуаллеге

Тик үҙ халҡының тарихын, традицияларын һәм йолаларын белгән халыҡ ҡына үҫешә ала. Ҡорот – халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан  эшләп килгән. Ә инде ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Хәҙерге заманда етештерелгән аҙыҡтарҙың бик күбеһе организмға зарар килтереүен беҙ беләбеҙ. Шуның өсөн милли аҙыҡтарыбыҙҙы  күберәк ҡулланырға кәрәк.

4слайд

Эҙләнеү эшенең проблемаһы: башҡорт милли аштарының һирәк эшләнеүе һәм ҡулланылыуы

5 слайд

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты

Милли аҙыҡ-ҡороттоң организмға файҙаһын асыҡлау.

Ҡорот эшләү ысулдары менән танышыу.

 6 слайд

Эҙләнеү эшенең методтары.

Ҡорот тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу.

Ҡорот эшләү ысулы тураһында интервью алыу.

7 слайд

Тикшеренеү объекты

Темаға ярашлы әҙәбиәт менән танышыу , ҡорот эшләү оҫталары менән  әңгәмә

Эҙләнеү предметы

Милли аш-һыуға бәйле материалдар .

 

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

 Йыйылған материалдар артабан милли аштарҙы өйрәнеүҙә, өйрәтелгән ҡорот эшләү ысулы менән эшләнгән  ҡоротто  аш-һыуҙа ҡулланырға мөмкин.

   

Төп өлөш

1.Ҡорот тураһында мәғлүмәттәр

8 слайд

         “Ағы барҙың туғы бар”, ти халыҡ  мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙ тормошонда борон-борондан аҡтан эшләнгән ризыҡ айырым урын алып торған. Башҡорт халыҡ аштарына күҙ  йүгертһәң, иң оҫта, шул уҡ ваҡытта дауалау йәһәтенәндә бик файҙалы аҙыҡтар һыйыр  ағынан яһала.

       Ҡорот — байтаҡ төрки халыҡтарға хас һөт ашамлығы. Башҡорттарҙан башҡа ҡаҙаҡ, монгол, ҡырғыҙ, төркмән һәм башҡа милләт кешеләре лә ҡоротто бик яратып ҡуллана.  

9 слайд   Азербайджанда – “гурут”, ҡаҙаҡса – “курт”, ҡырғыҙса – “курут”, татарса – “корт”, төрөкмәнсә ”гурт” тип атала.

     Ҡорот –халҡыбыҙҙың  боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 килокалория.

     Мәрйәм апай Бураҡаевның "Тормош һабаҡтары" дәреслегендә яҙылғанса, ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә. эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланғандар. Ҡайһы бер яраларҙы  ла ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет һыуы һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла  ҡорот һөрткәндәр. Баланың ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөртөп дауалағандар. Юҡҡа ғына ҡоротто "башҡорт пенициллины" тип әйтмәйҙәрҙер.

           Ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына  һәм башҡа файҙалы мәтдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырығанда  ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос  ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығара».

              Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап- аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.

2. Әҙәбиәттә ҡорот тураһында.

        Был файҙалы аҙыҡ тураһында әҙәбиәттә лә урын  бирелгән. Мәҫәлән С.Ғәләүетдинов балалар өсөн “Ҡорот” исемле шиғыр ижад иткән. Был шиғырҙа  ҡорот эшләү ысулы тураһында яҙылған. Нияз Сәлимов ағай ҙа ҡоротто шиғыр юлдарына һалған.

ҠОРОТ

Оҙон юлда тәмләп алһаң,

Көс-ҡеүәт бирә ҡорот.

Һыу кәрәкмәй ул булғанда,

Китһә лә ауыҙ ҡороп.

(Н.Сәлимов)

          1990 йылда Ҡаҙаҡстандағы    репрессия ваҡытында тыуған илгә “хыянатсылар” өсөн булған Акмолин төрмәһенең  элекке тотҡоно Гертруда Платайс хәтирәләрен һөйләй. Һыуыҡ ҡыш көнөндә тотҡон ҡатын-ҡыҙҙарҙы Жаланаш күленән, барак төҙөр өсөн ҡамыш йыйырға ҡушыла. Шул ваҡытта ҡамыштар араһынан бер төркөм ҡарттар һәм балалар был тотҡондарҙы аҡ таштар менән бәргеләй башлай. Конвоирҙар, һеҙҙе бер кем дә яратмай, балаларға тиклем, тип көлә. Тотҡондарға бигерәк ҡыйын була. Был хәл бер нисә көн дауам итә. Бер көн Г.Платайс эләгеп ергә ҡолап китә һәм бите менән ошо аҡ таштарға бәрелә.

           Шул ваҡытта ул аҡ таштарҙан һөт һәм эремсек еҫе килгәнен һиҙә. Был ҡатын аҡ таштарҙы йыйып баракка алып ҡайта. Ундағы ҡаҙаҡ ҡатындары был таштарҙың ҡорот булыуын әйтә. Баҡтиһәң, ауыл халҡы  конвоирҙарҙан йәшереп ошондай юл  менән тотҡондарға ярҙам иткән икән.Ошо ҡаты ҡороттар тотҡондарҙы аслыҡтан һаҡлап алып ҡала. Гертруда Платайс хәтирәләре буйынса тарих уҡытыусыһы Раиса Голубева “Ҡорот – аҫыл таш” (“Курт – драгоценный камень”) тигән шиғыр яҙа.

О, Господи, да это ведь не камень.        

От него так пахнет молоком.

И в душе затрепетал надежды пламень,

А в горле встал ком.

Так вот что придумали старики!

Вот за что женщины детьми рисковали!

Они нас от болезни берегли,

Они нас от безверия спасали.

Они поняли, что мы не враги,

А просто несчастные женщины.

И чем смогли – помогли,

Поразив нас своей человечностью.

Я молча поползла по льду,

Собирая драгоценные камни.

Теперь я отвратила от них беду,

Спасая их от охраны.

А ночью в холоднейшем бараке,

На оскверненной палачами земле,

Я, немка, молилась мусульманскому богу,

Да ничего не просила себе.

Я просила старикам здоровья,

Женщинам-матерям – счастья.

Особенно я молилась за детей,

Чтобы они не видели несчастья.

Я прошла все круги ада,

Потеряла веру и друзей,

Но одно я знаю,

Что только так и надо воспитывать детей.

     Немкала ҡорот ошондай йылы яҡты хәтирәләр ҡалдырған.

3.Ҡоротто эшләү алымдары.

       Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләп килгән.    

       Хәҙер мин  уҡытыусым Әминә Миңдеғәле ҡыҙы тәжрибәһенән һеҙгә ҡорот эшләү алымдарын тәҡдим итәм.(интервью)

10 слайд

       Бының өсөн, айыртылған һөттө ҡайнаталар. Йылымыс ҡына булғас, уға ойотҡо һалып, өҫтөн йылы итеп ябып ойоторға ҡуялар. Бер аҙҙан ҡуйы, тәмле генә ҡатыҡ барлыҡҡа килә. Бер  нисә  көн ултырғас, ҡатыҡ әсе тәм ала. Ҡатыҡты ҡаҙанға  ҡояһың, аҫтына ут тоҡандыраһың. Талғын утта, ҡатыҡ ҡайнап сыҡҡансы бер туҡтауһыҙ болғатып тораһың. Төйөрҙәрен  яҙып, ташып китергә ирек бирмәйһең. Был эркет ҡайнатыу була. Шулай оҙаҡ ҡына талғын утта ҡайнатаһың. Һуңынан эркетте (оҙаҡ ҡайнып ултырған ҡатыҡты) һыуытаһың. Һыуытмай тоҡҡа ауҙарһаң, эркет һыуы күп сыға, ҡорот шыйыҡ була.  Һуңынан,  махсус тоҡҡа һалып, һарҡытырға ҡуяһың.

11, 12, 13  слайдтар  Эркет һарҡып бөткәс, ҡоротто йомарлап киптерәһең йәки һыуытҡыста һаҡлайһың.

  14, 15  слайд Эркет һыуын, айырым һауыттарға һалып, һалҡын урында һаҡлайым, сөнки ул сәс өсөн бик файҙалы. Ул баш тиреһенә һеңеп, төрлө ауырыуҙарҙы юҡ итә. Мәҫәлән, ҡауаҡты  бөтөрә, сәс һынмай башлай, осо осланып үҫмәй, шулай уҡ  баш ауырыуын баҫа.

       Ҡорот эшләү ысулдары бик күп төрлө. Сейәле, муйыллы ҡорот та эшләйҙәр. Һәр ысулдың үҙ  сере, үҙ оҫталығы бар.

         Ҡорот әсетеү технологияһы Башҡортостандың төрлө райондарында төрлөсә.  Ҡорот эшләү бик мәшәҡәтле, ауыр эш.  Уны тик сабыр, уңған ҡатын-ҡыҙ ғына эшләй ала.

      Ололар әйткәндәренән, уҡылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡороттоң  файҙаһы бик ҙур.

      Экологик яҡтан таҙа ла, шифалы ла, тәмле лә милли аш-һыуҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Бәлки, киләсәк быуындың ҡоростай һау-сәләмәт, ныҡлы булыуына нәҡ  ул ярҙам итер.

Эшемде ошондай шиғыр юлдары менән тамамламаҡсымын:

Юл йөрөү ҙә ауыр түгел,

Кеҫәлә булһа ҡорот.

Юлда – юлдаш, яуҙа – яуҙаш

Башҡортҡа  – кипкән ҡорот.

16 слайд

     Һеҙҙең иғтибарға мин киптерелгән  һәм  йәш ҡорот  тәҡдим итәм.

17 слайд

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа с. Каныкаево муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан

Исследовательская работа по Истории и Культуре  Башкортостана на тему «Башкирское национальное блюдо – «ҡорот»

                                                                                   

 Работу выполнила ученица   IVкласса

 Ишмухаметова Милана

Руководитель  учитель начальных классов

Абдрахманова Амина Миндигалеевна

КАНЫАКЕВО 2018


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Исследовательская работа: шаг за шагом (на примере работы "Это магическое слово "Блондинка")

В материале показан пошаговый алгоритм проведения исследовательской работы (на примере работы "Это магическое слово "Блондинка").Выделены следующие этапы:Шаг 1. Актуальность проблемыШаг 2. Теоретическ...

Исследовательская работа «Здоровьесбережение младших школьников на уроках и внеклассной работе»

Здоровье человека — тема для разговора достаточно актуаль­ная для всех времен и народов, а в XXIвеке она становится первостепенной. Состояние здоровья российских школьников вызывает серьезную тр...

Научно-исследовательская работа по теме: "Роль проблемного обучения в развитии творческого мышления младших школьников на уроках математики" Дипломная работа успешно защищена в 2011г

Научно-исследовательская работа по теме: "Роль проблемного обучения в развитии творческого мышления на уроках математики"...

Система работы по развитию исследовательских умений учащихся начального общего образования в рамках внеурочной деятельности «Введение в научно-исследовательскую работу» (из опыта работы учителя). .

В данной публикации расскрывается система работы по развитию исследовательских умений учащихся 1-4 классов в рамках урочной (1-ый  класс) и внеурочной деятельности (2-4 классы) на  основе ме...

Исследовательская работа: «Проектно-исследовательская деятельность младших школьников в рамках внеурочной деятельности в условиях реализации ФГОС: опыт организации»

Проблема использования свободного времени подрастающего поколения в целях всестороннего развития и воспитания всегда была насущной для общества. Воспитание и развитие детей происходят в любой момент...