“Нәркәс менән Һәүбәндең осрашыуы” (“Аҡбуҙат” эпосынан өҙөк сәхнәләштереү)
план-конспект занятия (1, 2, 3, 4 класс)
Нәркәс менән Һәүбәндең осрашыуы” (“Аҡбуҙат” эпосынан өҙөк сәхнәләштереү)
Предварительный просмотр:
“Нәркәс менән Һәүбәндең осрашыуы”
(“Аҡбуҙат” эпосынан өҙөк сәхнәләштереү)
Әкиәтсе. Борон-борон заманда, ата-әсәһе үлгәс, биш-алты йәшендә Һәүбән етем тороп ҡалған. Аслы-туҡлы йөрөп, үҫеп еткән. Бер ваҡыт байҙа малдарын көткән көтөүсе уға һыҙма бүләк итә. Бер көн һунар итеп йөрөгәндә, күлдә алтын йөнлө өйрәкте күреп ҡала. Уны тотоп алғас, өйрәк телгә килә. Был һыу батшаһы Шүлгәндең Нәркәс исемле ҡыҙы була. Ул егеттән ебәреүен һорай. Әгәр мине ебәрһәң, мин һиңә көтөү-көтөү йылҡы малы бүләк итәм тигән. Тик артыңа боролоп ҡарама, ти. Һәүбән быға ышана һәм Нәркәсте ебәрә. Ысынлап та, күп тә үтмәй, көслө дауыл сыға, күлдән йылҡылар сыға башлай. Һәүбән артына ҡапыл артына боролоп ҡарай, тик шул ваҡыт йылҡылар кире күлгә сума. Дауыл да туҡтай.
Көслө ел-дауыл тауышы. Елгә ҡаршы Һәүбән атлай. Һәүбән,түҙмәй, артына боролоп ҡарай, дауыл да туҡтай. Икенсе яҡтан Тарауыл ҡарт килеп сыға.
Һәүбән. Олатай, был ниндәй күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән дауыл булды ул?
Тарауыл. Ай, ҡустым, бының сере бик ҙур. Былай дауыл беҙҙең быуында булғаны юҡ. Олатайҡар һөйләй торғайны: “Борон-борон саҡта бөтә донъяны һыу баҫҡан. Бынау Урал тауы ла, олатайҙар ҙа, хатта был тирәлә дүрт аяҡлы йән эйәләре лә йөрөмәгән ул саҡта. Тик дейеүҙәр генә йәшәгән. Урал тигән батыр килеп яу асҡан. Һыу батшаһы еңелә башлағас, бына ошо күлгә сумған. Был күлдең төбө юҡ, ер аҫтынан даръяға тоташҡан. Шуға һыу батшаһын Урал батыр тота алмаған. Ул ?ыу батшаһының исеме Шүлгән булған. Шуға был күл Шүлгән күле тип атала. Урал батыр үлгәс, Шүлгән батша Урал батырҙың Аҡбуҙатын урлатҡан. Урал батырҙың улдары ла үлеп бөткәс, һыу батшаһы Аҡбуҙатты менеп, күлдән сығып йөрөй икән. Аҡбуҙат күлдән сыҡҡанда, үҙ батырҙарын иҫләп, ҡанаттарын ҡаҡһа, шунан ҡанатының еленән көслө дауыл ҡуба, ер һелкенә икән, - тип һөйләй торғайнылар. Был шул дауыл булғандыр, тип уйлайым.
Һөйләп бөткәс, Тарауыл ҡарт үҙ юлына китә башлаған.
- Олатай, һин кем булаһың?
- Эй, ҡустым, мин ошо яҡтарҙа байҙың көтөүен көткән Тарауыл ҡарт булам.
- Олатай, һин мине танымайһыңмы?
- Юҡ, бер ҙә танымайымсы. Һин кем балаһы булаһың?Төҫ-башыңа ҡарағанда, Сура батырҙың берәй ярсығы түгелме?
- Эйе,олатай. Мин бәләкәй саҡта һин миңә ошо һыҙманы бүләк иткәйнең.
- Ай, ҡустым! Сура батыр-арыҫлан ине. Ул барҙа һыу батшаһы күленән дә сыға алмай ине. Улым, мин биргән һыҙма бармы?
- Бар, олатай, мин уны йәндән артыҡ һаҡлайым. Бына ул һыҙма. (Тарауыл һыҙманы алып тотоп ҡарап торған да, үпкән, ти. Кире бирә)
- Ҡустым, быны биргәндә, һин бала инең, мин һиңә серен әйтмәнем. Был һыҙма – атайыңдың һыҙмаһы. Был Урал батыр балаларынан ҡалған ҡомартҡы.Һыу батшаһы ошо һыҙманан ғына ҡурҡа. Ныҡ һаҡла, берәүгә лә әйтмә.
- Олатай, ошо күлдә бер алтын өйрәк йөрөй, тиҙәр. Ул ниндәй өйрәк ул?
- Айҙың ун дүрте етһә, төндә күгәрсен төҫлө булып сығалар ҙа, супырҙашып, көлөшә-көлөшә һыу инәләр. Һыу батшаһының ҡыҙҙары, тип һөйләй торғайнылар олатайҙар.
Һәүбән.
– Һылыу төҫөн алышҡан
Өйрәк түгел, ҡыҙ икән
Нәркәс.
Мине ҡайҙан тап иттең
Төн уртаһы сағында?
Нисә ҡараусым бар бит,
Ҡарап тора янымда!
Егет, ебәр сәсемде,
Бүлдермә һин эшемде!
Күгәрсендәр киттеләр,
Илгә хәбәр иттеләр
Атам белһә был эштә
Һис аямаҫ башыңды!
Һәүбән.
Һылыу, әйтсе атыңды
Бер һөйләрмен дан итеп
Йә булмаһа ҡайтайыҡ
Бергә торайыҡ көн итеп!
Нәркәс.
Егеткәйем, шаулама
Атым һорап ҙурҙама
Хатта мине күргәнде
Илгә ҡайтып һөйләмә!
Егет, һиңә тиң булмам
Мине алырға уйҙама!
Нурҙан тыуған тоҡом мин
Ерҙә йөрөтөп хурлама.
Ер улына тиң булмаҫ
Нурҙан тыуған ҡыҙ бала
Һәүбән.
Һине эҙләп күп йөрөнөм
Ай тыуғандарын көтөп
Инде, һылыу, ебәрмәм
Илаһаң да ут йотоп.
Егетлек тигән бер дәүер
Һис нәмәнән ҡурҡмаҫ ул.
Батыр егет йөрәге
Ҡоро ҡапаҡтан өркмәҫ ул.
Нәркәс.
Егет, батырмын, тиеп
Тау ярырҙай һөйләйһең
Атам илен һаҡлаған
Дейеүҙәрҙе белмәйһең.
Һәүбән.
Уралымда дау асып,
Илемә ут һалһа ла,
Һис ҡурҡмамын атаңдан,
Йөрәгемә уҡ атһа ла!
Сура батырҙан ҡот йыйып
Батыр тыуған затым бар.
Нәркәс.
Егет, һүҙең һүҙ булһын
Һиңә антым бирәйем
Үҙеңде алып илемә
Атам торған еремә
Ҡан-яу асмай арала
Һоҡланғанын бирәйем.
Алтын һарай эсендә
Мамыҡ түшәк йәйәйем
Ни теләһәң алырға
Һорағаның бирәйем.
Хәҙер, егетем, күҙеңде йом инде.
Бер, ике, өс.... (Сәхнә артында хан һарайының фотоһы килеп сыға).
По теме
Бала үз туган телен камил белсә генә, башка телне үзләштерә алыр.
Милли гореф-гадәтләрне саклаган-үз юлында адашмаган....

"Өч кыз" Татар халык әкиятен сәхнәләштерү.
Рус телле балалар белән үткәрү өчен сәхнәләштерелгән күренеш....

Тываның Өвүр кожуунунуң Солчур суму девискээриниң Кызыл дептерде кирген үнүштери.
Сорулгалары: 1. Бистиң Өвүр кожуунувустуң ажыл-агыйын, азыраан малын, казымал байлаан, үнүштерин өөреникчилериниң билиинге даянып тодарадыр. Кызыл дептер деп ...

“Исемнәрнең I һәм II зат берлек сан тартым белән төрләнеше” темасы буенча лексик грамматик күнекмәләрне камилләштерү.
1 сыйныфның рус төркемнәре өчен сингапур структурасын кулланып төзелгән татар теленнән дәрес эшкәртмәсе...


