сочи 2014
классный час (4 класс) по теме

Уразаева Газиза Адигамовна

Тема:  Сочи - 2014

 

Маҡсат: 1.Олимпия  уйындары  тураһында  төшөнсә биреү;

2. Олимпия  уйындарының  килеп  сығыу  тарихы менән таныштырыу;

3. Олимпия  уйындарының   менән таныштырыу;

4.төрлө  спорт  төрҙәренә  ҡыҙыҡһыныу  уятыу,  физкультура                   

менән  шөғөлләнеүгә теләк  тыуҙырыу;

5.Патриотик,  ғорурлыҡ тойғоһо  тәрбиәләү

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon sochi-_2014.doc46 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:  Сочи - 2014

Маҡсат: 1.Олимпия  уйындары  тураһында  төшөнсә биреү;

2. Олимпия  уйындарының  килеп  сығыу  тарихы менән таныштырыу;

3. Олимпия  уйындарының   менән таныштырыу;

4.төрлө  спорт  төрҙәренә  ҡыҙыҡһыныу  уятыу,  физкультура                  

менән  шөғөлләнеүгә теләк  тыуҙырыу;

5.Патриотик,  ғорурлыҡ тойғоһо  тәрбиәләү.

  1.  Психологик  инеш.

  1. Бер-берегеҙгә  уңышлы  эш  көнө  теләгеҙ!

  1.  МАҠСАТЛЫ УҠЫУ.    Мин шиғыр уҡыйым, һүҙ нимә тураһында бара? Һорауға яуап бирергә әҙерләнегеҙ!

Спорт менән шөғөлләнеүҙе

Беҙ бит күптән һөйәбеҙ.

Йүгерәбеҙ, һикерәбеҙ,

Юғары туп сөйәбеҙ.

Сынығабыҙ, нығынабыҙ

Чемпиондар булырға.

Алтын-көмөш миҙал яулап,

 Еңеүгә ынтылабыҙ!!!

-Уҡыусылар,  тимәк  класс  сәғәтендә  нимә  тураһында  һөйләшәсәкбеҙ  (Олимпия  уйындары).

( СЛАЙД)- Дөрөҫ, һәр  спротсмендың  хыялы  Олимпия  уйындарында  ҡатнашыу  һәм  еңеү.

 

   II. Төп  өлөш:   Олимпия  уйындарының  килеп  сығыу  тарихы. 

      Бик күп  йылдар  элек  кеше тик  һунар  итеү  өсөн, дошмандарҙан һаҡланыу  өсөн  генә  физкультура  менән шөғөлләнгәндәр, ҡыҙыҡһынғандар.

( СЛАЙД) Бигрәк  тә  Греция иленең  Олимпия ҡалаһында  физкультураға  иғтибар  ныҡ  бирелгән. Ошонда  инде  һәр спортсмен үҙенең көсөн, һәләтен , кәүҙә матурлығын һәм оҫталығын күрһәтә алған.

( СЛАЙД) Билдәләнгән бер көндә бөтә Грецияның Олимпия ҡалаһынан тамашасылар һәм спортсмендар йыйылған. Олимпия уйындары 4 йылға бер тапҡыр үткәрелә.

( СЛАЙД ) Улар йүгереү, һикереү, һөңгө һәм диск бәреү, көрәш, ат менән ярышҡандар. Ярыш алдынан һәр атлет (спортсмен) ярыш ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәргә ант иткән. Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар араһында алдаҡсылар, бурҙар, мошенниктар булырға тейеш булмаған. Олимпия уйындары осоронда һуғыштар ҙа туҡтап торған.

III. Хәҙерге ваҡытта  ла Олимпия уйындары уҙғарыла. Ул 4 йылға бер тапҡыр  үткәрелә.    Олимпия уйындарының йәйге һәм ҡышҡы төрө бар.

 Олимпия уйындарының   да символдары бар.  Ниндәй  символдар бар икән? (эмблемаһы, девизы, флагы, талисманы һәм бүләктәре бар, гимны)

  • Ҡышҡы Олимпия уйындары ҡасан үтәсәк? (2014)
  • Ниндәй илдә ? (Рәсәй)
  • Ҡайһы ҡалала ?  (Сочи)
  • Ҡайһы айҙа? (7 февраль-23 февраль)

( СЛАЙД)Был Олимпия уйындары Рәсәйҙәге икенсе Олимпия уйындары . Тәүгеһе 1980 йылдың июль   айында Мәскәү ҡалаһында үтте.

( СЛАЙД)  Быйыл Сочила үтә , уның эмблемаһы  ошолай. 

I V.   Олимпия уйындары символдары.

( СЛАЙД)   1 )  Олимпия уйындарының беренсе символы булып Эмблема тора . Унда бер-береһенә берләшкән биш ҡулса һүрәте төшөрөлгән. Биш ҡулса – 5 континентты аңлата:

( СЛАЙД) Европа- күк ҡулса; сөнки был континет территорияһында йылға, күл, диңгеҙҙәр күп.

( СЛАЙД) Африка- ҡара ҡулса;   сөнки…

( СЛАЙД) Америка- ҡыҙыл ҡулса;   сөнки…

 ( СЛАЙД) Азия – һары ҡулса;   сөнки…

( СЛАЙД) Австралия – йәшел ҡулса;    сөнки…

( СЛАЙД) 2) Олимпия уйындарының  девизы – «Тиҙерәк, бейегерәк, көслөрәк!»

 

  ( СЛАЙД) 3) Олимпия уйындарының флагы – аҡ туҡыма фонында 5 ҡулса     һүрәте.

 

( СЛАЙД)  4) Олимпия уйындарының    иң мөһим  йолаларының  береһе – Олимпия     утын тоҡандырыу.  Ул тоҡандырылһа, тимәк, Олимпия уйындары  башланды.  Был ут- Олимпия ҡалаһынан килтерелә. Ут  уйындар бөткәнсе янып тора.

 

    ( СЛАЙД) 5)  Олимпия уйындарының    талисманы  бар. Унда ошо илдең  халҡы яратҡан хайуан һүрәте  төшөрөлгән була. Ә быйыл  Олимпия уйындарының     талисмандары  : аҡ айыу, ҡуян, леопард.

 Мәскәүҙә үткән  Олимпия уйындары талисманы-айыу балаһы МИШКА.

( СЛАЙД) 6)  Ярыш булғас , еңеүсеһе лә була. Олимпиада уйындарында еңеүсе  нимә   менән бүләкләнә?

( миҙалдар, дипломдар  менән)

                     Нимә ул  Олимпиада?

                     Ул ғәҙел спорт  көрәше.

                     Унда  ҡатнашыу  -  үҙе  ҙур  бүләк

                     Кем булһа ла   еңә  ала.

( СЛАЙД) VI. Һығымта: Ҡышҡы Олимпия уйындары  ҡасан (ҡайҙа) үтәсәк ?  Олимпия уйындарының символдарын әйтегеҙ? Талисманда нимә һүрәте төшөрөлгән? Девизын  әйтегеҙ?

Олимпия   уйындары -  ул төрлө кантинент  һәм  илдәр  йәштәренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ  байрамы. Ул кешенең  мөмкинселектәренең  сиге  юҡлығын  иҫбатлай.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Внеклассное мероприятие в 4 классе. Тема: "От Древней Греции до Сочи 2014 ."

Внеклассное мероприятие в 4 классе. Цель: закрепить знания об истории Олимпийских игр; дать представление о подготовке к проведению зимних Олимпийских игр в Сочи; воспитывать стремление к здоровому об...

Конспект открытого урока по математике во 2 классе. Решение примеров и задач. Таблица умножения на два. Олимпиада в Сочи 2014.

Цель работы учителя начальных классов – дать ученикам разносторонние, глубокие знания,  развить познавательные способности, учить детей свободно мыслить и формировать умение четко, правильно и бы...

Урок физкультуры в 3 классе "Сочи-2014"

Урок посвящён олимпийским играм в Сочи в 2014 году. К уроку прилагается презентация....

Буклет "Сочи 2014"

Буклет разработан в рамках рекламной акции "1000 дней до начала олимпиады Сочи 2014"....

"Сочи 2014" Олимпийский урок в 1 классе

Классный час, посвященный Олимпийским играм в Сочи 2014 году....

Урок математики "Умножение и деление на 10 и на 100. Символы олимпиады Сочи 2014"

Презентация к уроку "умножение и деление на 10 и на 100"...