Әсәләр көнөнә сценарий
материал на тему

Әсәләр көнөн арналған "Әсәләр нур сәсәләр" исемле сценарий-концерт

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon slr_nur_sslr.doc46 КБ

Предварительный просмотр:

"Әсәләр  нур сәсәләр" исемле концерт

    Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәр яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;

Уҡыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу  һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

Алып барыусылар:

5 класс монтаж менән сығыш яһай.

  1. Йыр “Әсәйем,ҡәҙерлем”

1-се алып барыусы:

Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәйҙәр, уҡыусылар, уҡытыусылар!

Хәйерле көн, тамашасылар!

  Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

  1. “Ҡайындар” бейеүе. Ҡарша алығыҙ!

2-се алып барыусы:

      Көндөң яҡтылығы-ҡояшта,

  Күктең матурлығы-йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-ҡыҙҙарҙа.

   Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйеҡ беҙ  әсәйҙәрҙе,ололайыҡ!Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын,тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен!Ҡатын-ҡыҙ һәр вакытта  ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын!

  1.  Һеҙҙең өсөн “Йәшлек”бейеүе.

1-се алып барыусы:

-Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребеҙ һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.

3. Ҡаршы алығыҙ! 1-се, 3-сө класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Бейеүсе”йыры

1-се алып барыусы:

Әсә бөйөк исем                                                              

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

  1. 2 класс башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеүе. Ҡаршы алығыҙ!

2-се алып барыусы:                                                           

Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

  1. Һеҙҙең өсөн йырлай 4-се класс ҡыҙҙары. Йыр “Татыу ғаилә – ил терәге”. Рәхим итегеҙ!

1-се алып барыусы:

 -Әсә!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяға килгән сәғәтенән уҡ әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп,яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй.Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк пәрҙәһе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.

6. Ҡаршы алығыҙ! Шаян ҡыҙҙар бейей.

2-се алып барыусы:

   -  Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

7. 7 класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Әсәйемә”йыры.

1-се алып барыусы:

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

8. Тик һеҙҙең өсөн генә бейей 2 класс ҡыҙҙары

2-се алып барыусы:

“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                    

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.

Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт

Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!

9. 1 класс башҡарыуында йыр “Шаян бесәй балаһы”

 1-се алып барыусы:

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

10. Ҡаршы алығыҙ “Гөлнәзирә” бейеүе

2-се алып барыусы:

Һинән дә яктыраҡ

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтә ер шарында.

11. Һеҙҙең өсөн йырлай 6 класс уҡыусылары. Ҡаршы алығыҙ!

1-се алып барыусы:

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

12. “Бөрйән ҡыҙҙары”бейеүе менән ҡыҙҙар сыға бейергә. Ҡаршы алығыҙ!

2-се алып барыусы:

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

13. 4 класс малайҙары башҡарыуында  йыр.

1-се алып барыусы:

   Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме.Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә,   һеҙ  дөрләтеп тораһығыҙ.

14. ҡыҙҙар башҡарыуында “кәсәләр менән” бейеү. Ҡаршы алығыҙ!.

2-се алып барыусы:

  Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн,айырылғыһыҙ.

Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағыла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

15. “атай-әсәй ҡәҙерлеләрем” йыры менән 9 класс уҡыусылары

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Литературная викторина-КВН (сценарий) Литературная викторина-КВН (сценарий)

Данное внеклассное мероприятие во 2 классе развивает плавное выразительное чтение, грамотную речь, умение интонационно оформлять своё высказывание, закрепляет знания детей произведений и авторов русск...

Сценарий для агитбригады «Есть такая служба 01» в рамках темы «Жизнь без опасности» Авторы и постановщики сценария воспитатель ГПД Лебедева Леся Анатольевна и учитель музыки и режиссёр ТАМ "Радость" Иевлева Татьяна

(сценарий  выступления  агитбригады старшеклассников в рамках темы «Жизнь без опасности» для учащихся младшей и средней школы).Цель: воспитание у ребят уважения к профессии пожарного и...

Сценарий праздника. Сценарий праздника к 8 марта «Для прекрасных Дам!»

Сценарий предназначен для проведения праздника "Лучший день - 8 Марта" для учеников 1  класса и их родителей. Данный материал будет полезен для учителей начальных классов, педагогов дополнительно...

Сценарий спектакля по сказке С.Я. Маршака "Двенадцать месяцев" . К сценарию прилагается презентация для экрана на сцене.

Сценарий создан по пьесе С.Маршака ( в сокращении) для постановки спектакля с учениками 2-4 классов....

Башлангыч мәктәп өчен Белем бәйрәменә сценарий / Сценарий «Здравствуй, новый учебный год!»

Сценарий для начальной школы,воспитание в которой ведется на двух языках: русском и татарском...