Главные вкладки

    Ҡоролтайға, Музыка ҡоралдарында уйнай белгән етәксе кәрәк
    статья на тему

    Мавлетова Зилда Ахмадиевна

    Бәләкәй Ҡоролтайға

    Скачать:

    ВложениеРазмер
    Файл koroltayga_muzyka_koralynda_uynay_belgn_belges_krk.docx15.97 КБ

    Предварительный просмотр:

      Уҡыусы исеменән яҙылды

    Бәләкәй Ҡоролтай темаһына

                      Музыка ҡоралдарында уйнай белгән етәксе  кәрәк

     Мәктәбем менән ғорурланам, сөнки үҙ туған телемдә һөйләшергә, аралашырға,  белем алырға мөмкинселектәр бик күп.   Бигерәк тә,  ниндәй генә байрамдар булмаһын, мәҙәни һәм тәрбиәүи саралар саф башҡорт  телендә үтә.  Хатта  беҙҙең  турала  ғорурланып,  «Байрам саралары  башҡорт телендә генә алып барылған берҙән-бер мәктәп», тип ҡайта саҡырылған ҡунаҡтар.  Эйе, шулай.  “Беренсе сентябрь көнөнән” башлап “Һуңғы ҡыңғырау”  байрамдарына тиклем  саралар тик башҡорт телендә алып барыла.  Беҙ үҙ телебеҙҙә шиғырҙар һөйләйбеҙ, йырҙар  йырлайбыҙ.  Бер-беребеҙгә теләктәребеҙҙе  үҙ телебеҙҙә еткерәбеҙ.   Быға тиклем мәктәптә «Балалар фольклоры» түңәрәге эшләп килде. Уның маҡсаты боронғо башҡорт милли йолаларын  тергеҙеү ине. Беҙ бик күп йолаларҙы өйрәндек. Ҡайһы бер йола күренештәре менән район-ҡала конкурстарында сығыш яһаныҡ.  Урындар алып, еңеп ҡайтҡан саҡтарыбыҙ ҙа булды. Үҙебеҙгә башҡорт милли күлдәктәре тектерҙек.  “Башҡортостан ынйылары”   исемле театр - фольклор  Республика  конкурс – фестивалендә ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур бәхет ине.  Был конкурс беҙҙе  сәхнә кешеһе булып үҫеүебеҙгә ныҡ булышлыҡ итте. Башҡорт телендә рәхәтләнеп һөйләшеп,  башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә һөйөү уяттыҡ.

    Эйе, беҙ үҙ телебеҙҙә иркен  һөйләшеп, фольклорҙарҙы тергеҙергә тейешбеҙ.  Шуға  күрә,  бѳгѳнгѳ  кѳндә,  был “Башҡортостан ынйылары”  исемле   театр - фольклор  Республика конкурс – фестивалендә  һәр кемгә ҡатнаша  алыуҙы  һәм башҡорт телендә иркенләп сығыш яһауҙы дауам итеүҙе   мәктәптең  иң  мѳһим  мәсьәләһе  итеп  ҡуйҙым.

     Был конкурста ҡатнашырға, әлбиттә,  мәктәптә  мөмкинселектәр бар.  Түңәрәк үткәреүгә сәғәттәр бүленмәһә лә,  Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы  фольклор эштәренә  өйрәтергә генә тора.  Тик йылдан-йыл был конкурс –фестивалдең шарттары һәм үткәреү талаптары   ҡатмарлаша башланы.  Сценарийҙы  уҡытыусы – етәксе   талаптарына  ярашлы яҙа, балалар  өйрәнә. Тейешле костюмдарын да етәксе үҙе тегә, сөнки сәхнә кейемдәрен кейеү тыйыла.   Тик бер мөһим шартын үтә алмау арҡалы конкурстан төшөп ҡалабыҙ.  Уныһы –  сценарийҙа ҡатнашҡан  уҡыусы бала  берәй  музыка ҡоралында үҙе уйнарға тейеш.  Фонограмма ярамай, берәй өлкән кеше лә музыка ҡоралында уйнарға тейеш түгел.  Беҙҙең мәктәптә хәҙер башҡорт музыка ҡоралында уйнай белгән бала юҡ, сөнки өйрәтеүсе  кеше юҡ.  Элегерәк ҡурайҙа уйнарға өйрәтәләр ине.   Ә бына бейергә өйрәтеүсе етәксе быйыл бар. Унда ла фонограммаға бейейбеҙ.  Хәҙер заманы шулай, тип ултырмаҫ инек, әгәр өйрәтеүсеһе булһа. Оҫта итеп музыка ҡоралында ла уйнар инек. Сөнки, мин беләм, әгәр һин башҡорт икәнһең, берәй музыка ҡоралында уйнай белергә тейешһең, һәм һинең  берәй  башҡорт милли кейемең булырға тейеш.  Шунан сығып, беҙ саф башҡортса һөйләшеп, башҡорт күлдәге булдырып, музыка ҡоралында уйнай белеп, үҙ Тыуған илебеҙҙә тағы ла  ғорур йәшәр инек.  Был проблеманы хәл итеп булмаҫмы икән?  Музыка ҡоралдарында уйнай белгән ағай-апайҙарыбыҙ бар бит.  Улар беҙҙең мәктәпкә килеп, балаларҙы  өйрәтмәҫтәр микән?  Беҙ түләп булһа ла өйрәнер инек.  Шулай булғанда, был  конкурстан төшөп ҡалмаҫ инек.

     Зилдә Мәүлитова


    По теме: методические разработки, презентации и конспекты

    Күп укыган, күп белгән.

    Сценарий праздника на татарском языке о книгах....

    Презентация авторской программы "Уйный,уйный үсәбез"

    Презентация авторской программы "Уйный,уйный үсәбез"  для учаәихся началҗных классов...

    Күп укыган, күп белгән.

    мероприятие о книгах...

    Ҡоролтайға, Башҡортса дәреслектәр кәрәк

    Бәләкәй Ҡоролтай өсөн хәл итеү темаһы...

    Рабочая программа "Уйнай-уйнай өйрәнәбеҙ "

    Рабочая программа для 1-4 классов по внеурочному занятию для школ с башкирским обучением....