Конкурсное задание: мастер-класс
план-конспект урока (1 класс) на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Мастер-класс эшемдең темаһы:   Дәрестәрҙә белем алыуҙың универсаль уҡыу  эшмәкәрлеген  формалаштырыу менән бергә ҡорама ҡорау технологияһын   өйрәнеү 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл master_klass.docx27 КБ
Файл master-klass_chast_1.pptx2.51 МБ
Файл master-klass_chast_2.pptx2.91 МБ

Предварительный просмотр:

Слайд һаны 

 УҠЫТЫУСЫ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ

1

 -Һаумыһығыҙ,  мин Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы               Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы булам.    «Мастер-класс»  эшемә  рәхим итегеҙ!  

2

Мастер-класс эшемдең темаһы:                                                                        Дәрестәрҙә белем алыуҙың универсаль уҡыу  эшмәкәрлеген  формалаштырыу менән бергә ҡорама ҡорау технологияһын   өйрәнеү

3

Мастер-класс эшемдең маҡсаты:

Белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу алымдары менән таныштырып,  ҡорама ҡорау ижадын дәрестә өйрәнеү

4

Мастер-класс эшемдең бурыстары:

  • Мастер-класс эшенең йөкмәткеһен белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеге  алымдары  аша,  ҡорама ҡорау ижадын ҡулланып,  таныштырып асыу.
  • Белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыуҙа был практик эш алымдарын  ҡулланыуҙың әһәмиәтен күрһәтеү
  • Дәрестең практик эшмәкәрлегендә  ҡорама ҡорау ижадын өйрәнеүгә һәм ҡулланыуға   ҡуйған  маҡсатымды  педагогтарға  еткереү һәм уларҙы был эшкә  ҡыҙыҡһындырыу өсөн  ышандырыу

 Йыһазландырыу: схема,  йәбештереп эшләргә  биҙәк өлөштәре эшләнгән туҡыманан  шаблон, ҡатырға

5

 Тәүҙә ошо ике фотоһүрәтте сағыштырып ҡарайыҡ.

Икеһендә лә ҡорама эштәре  булған өй эсе һүрәте. Тик  береһе төҫлө фотоһүрәт булһа, икенсеһе аҡлы-ҡаралы, йәғни төҫһөҙ фотоһүрәт.  Ҡорама эше – бик боронғо эш. Борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ   ҡорама эштәрен күңел биреп башҡарғандар.  Тик бөгөнгө көнгә уларҙың төҫһөҙ фотоһүрәте генә һаҡланған.  

6

Төрлө төҫтәр менән ҡораған ҡорама эштәрен беҙ тик музейҙарҙа ғына күрәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ  ҙа бит матурлыҡҡа ынтылған: ҡорама түшәктәр түшәп,  ҡорама юрғандар ябынып,  ҡорама ҡорғандар  элеп, ҡорама күлдәктәр кейеп матур йәшәгәндәр.  Элек төҫлө фотоһүрәт булмау арҡаһында, минең ҡулда төҫһөҙ һүрәт  кенә бар. Ә шулай ҙа был фотоһүрәт  миңә бик ҡәҙерле. Ҡарап өйрәнәм, һаҡлап ҡуям.

7

  Ә хәҙер... Киреһенсә түгелме? Бөтә мөмкинлектәр бар, тик ҡорама ҡорау эшен бик боронғо йә кәрәкмәгән эш тип ҡараусылар бар.  Сөнки магазиндарҙа кәрәкле әйберҙәр һатыла, ҡорама ҡорап  ултырырға ваҡыт юҡ, тиеүселәр бар. Бына был  өй эсе төҫлө фотоһүрәткә төшөрөлһә лә, ҡорама түшәктәр, юрғандар, ҡорғандар булмағас, өй эсе йәмһеҙ, күңелһеҙ күренә. Тимәк, хужабикә ҡорама ҡорау эштәрен белмәй. Фотоһүрәт йәмһеҙ, һаҡлап ҡуйыуҙан файҙа юҡ! (йыртам)

8

 Ҡорама ҡорар өсөн оҫталыҡ кәрәк. Ҡулыңа энә, еп тотоп, ҡорама ҡора белһәң, бына шундай матур өйҙә йәшәргә була! Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан шөғөлләнгән  был ҡул эшенә битараф булмайыҡ, уларҙың традицияһын дауам итеп, балаларға был ҡорама ҡорау ижадын өйрәтәйек.

9

  ОҪТАЛЫҠ

 |

ШӘХСИ ҮҘБИЛДӘЛӘНЕШ

 Оҫталыҡ булдырыр өсөн шәхси үҙбилдәләнеш  кәрәк.  Йәғни,  был ҡорама ҡорау эшенә онотолған боронғо эш, тип, ҡарамай, был боронғо эште ҡайтарыр өсөн, уны ҡорарға өйрәнер кәрәк.  Өйрәнәм тигән кешегә бөтә мөмкинселектәр  бар: китаптар һатыла, гәзит-журналдарҙа баҫалар,  интернетта өйрәтәләр.  Тик үҙеңдә теләк кенә тыуҙырыр кәрәк.

10

11

ОҪТАЛЫҠ

 |

ШӘХСИ ҮҘБИЛДӘЛӘНЕШ

|

 ТИКШЕРЕНЕҮ ЭШЕ,  ЭҘЛӘНЕҮ, ТИКШЕРЕНЕҮ ЭШЕ ҺӨҘӨМТӘҺЕ

 Бөгөн «Йөрәк» исемле ҡорама биҙәге ҡорарға өйрәнәсәкбеҙ.  “Йөрәк орнаменты” -  башҡорттарҙа  ҡунаҡсыллыҡ билдәһе булып   торған.

 Ихтибар менән схеманы ҡарағыҙ: төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ.

1 төркөмгә һорау:  был ҡорама эшенә ниндәй геометрик фигуралар кәрәк?

 2 төркөмгә һорау:  был ҡорама эше нисә квадраттан, нисә өсмөйөштән тора?

Был эҙләнеү эшен балалар яратып башҡара, улар математика дәресендә өйрәнгән белемдәрен дә нығыталар.

Ике төркөмдөң дә яуаптары әҙер:

1 төркөмдөң яуабы: был ҡорама биҙәге өсмөйөш һәм квадраттарҙан ғына тора

2 төркөмдөң яуабы: был ҡорама эшенә 4 өсмөйөш,  4 квадрат кәрәк.

12

13

ОҪТАЛЫҠ

 |

ШӘХСИ ҮҘБИЛДӘЛӘНЕШ

|

 ТИКШЕРЕНЕҮ ЭШЕ,  ЭҘЛӘНЕҮ, ТИКШЕРЕНЕҮ ЭШЕ ҺӨҘӨМТӘҺЕ

|

ҒИЛМИ ФАРАЗҒА КИЛЕҮ

 Ғилми фаразға киләйек:

1 төркөмгә һорау:   ни өсөн “Йөрәк” биҙәкле ҡорама ҡорағандар?

 2 төркөмгә һорау: “Йөрәк” биҙәген   тағы ниндәй ҡул эштәрендә күрәбеҙ?

Ике төркөмдөң дә яуаптары әҙер:

1 төркөмдөң яуабы:   Борон башҡорттар  малсылыҡ, йылҡысылыҡ, һунарсылыҡ шөғөлө  менән бергә ҡунаҡсыллыҡ шөғөлөн дә үҙ иткәндәр. Шуға күрә  үҙҙәренең эштәрендә «йөрәк» билдәһе менән ҡунаҡсыл халыҡ икәнлеген күрһәткәндәр.

2 төркөмдөң яуабы: Йөрәк” биҙәген балаҫта, келәмдә, таҫтамалда, ҡорғанда, кейеҙҙә күрәбеҙ.

-Дөрөҫ, хатта ҡапҡа тыштарына, тәҙрә ҡапҡастарына ла был биҙәкте  эшләп  ҡуйыр булғандар. 

14

 ЭҘЛӘНЕҮ ЭШЕНЕҢ СӘБӘБЕ

  Эшебеҙҙе башлайыҡ. Тәүҙә  ҡатырға алайыҡ. Ҡорама эшен  1 класта  ике яҡлы йәбешкәк таҫма  (скотч)  менән йәбештереп эшләйбеҙ,  3  класҡа еткәс тегергә өйрәнәбеҙ.  Ҡатырғаны  алдан   әҙерләп ҡуям, бәләкәй картина формаһын бирәм.  Минең һорауға яуап биргәс, ошо ҡатырғаға  төҫтәренә ҡарап ҡорама өлөштәрен йәбештерә барабыҙ.    Әлифба дәресенән үтелгәндәрҙе нығытып,

1  һорау: - А,о,у,ө,и, ы өндәре  ниндәй өндәр? (һуҙынҡы өндәр)

2 һорау- Аҡсарлаҡ, ҡарлуғас, ыласын – улар нимәләр?(ҡоштар)

3 һорау- Е, ё, ю, я өндәре тураһында ни әйтерһегеҙ? (ике өндө белдерә, бер хәреф яҙыла)

4 һорау- Диктант һүҙендә нисә хәреф? (7)

5 һорау- Б,в,г,д,р,с,т өндәре ниндәй өндәр? (тартынҡы өндәр)

6 һорау - предметтың атамаһын белдергән һүҙ әйтәйек (алма, китап, ручка)

7 һорау- предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙ әйтәйек (йүгерәм, яҙам, уҡыйым)

8 һорау - предметтың билдәһен белдергән һүҙ әйтәйек (ҡыҙыл, йәшел, ҙур)

15

 КОММУНИКАТИВ ОҪТАЛЫҠ

 Коммуникатив оҫталыҡты тикшерер өсөн төркөмдәргә һорауым:

 1 төркөмгә һорау: Ҡорама ҡорау эшенә  нимәләр кәрәк булды?

2 төркөмгә һорау:  Ҡорама ҡорау  эше кәрәкме?  Ниндәй ҡорама биҙәктәрен беләһегеҙ?

1 төркөмдөң яуаптары: схема,   шаблон, туҡыма, йәбештергес

2 төркөмдөң яуаптары: «Бүрәнәле өй», «Шахмат», «Алмаз», «Сыйырсыҡ ояһы», һ.б

Беренсенән, ҡорама 2йбер62р  кешег2 к0с, д2рт,  0йг2 й2м бир2. Икенсен2н, к166е8 яуын алып тор4ан т0рл0-т0рл0 т09т2р мен2н 7ораманы 7ора3а8,  кешене т0рл0 сир62р62н дауалай ик2н, шулай у7 ябы4ыр4а тел21сел2рг2 яр6ам ит2 ик2н, тип 7ара4андар.

16

 ҮҘЕҢДЕ БАҺАЛАУ, ҮҘ БАҺАҢДЫ БЕЛЕҮ

  • Мин нисек эшләргә тырыштым?
  • Үҙемә ниндәй билдә ҡуйыр инем?

17

 РЕФЛЕКСИЯ

  • Ни өсөн был биҙәкте өйрәндек?
  • Был ҡорама биҙәге беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Мастер-класс  һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн?

 Һығымта: «Йөрәк» исемле ҡорама биҙәге – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе.  Беҙ был донъяға ҡунаҡҡа ғына килгәнбеҙ, бер-беребеҙҙән йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй, бер-беребеҙҙе яратып ҡына йәшәйек!

 Дәрестәрҙә белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу менән бергә ҡорама ҡорау технологияһын   өйрәтеүгә ирештем, минең  был  дәрес материалы башҡаларға ярҙам итер, тип уйлайым.  Ихтибарығыҙ өсөн, ҙур рәхмәт!

18

Ҡорама эше – бик шәп бүләк! ( бүләк итәм)


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының «Мастер-класс» эше

Слайд 2

Мастер –класс эшенең Темаһы: Дәрестәрҙә белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу менән бергә ҡорама ҡорау технологияһын өйрәнеү Белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу алымдары менән таныштырып, ҡорама ҡорау ижадын дәрестә өйрәнеү Мастер-класс эшенең маҡсаты:

Слайд 3

Мастер-класс эшенең бурыстары: Мастер-класс эшенең йөкмәткеһен белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеге алымдары аша, ҡорама ҡорау ижадын ҡулланып, таныштырып асыу . Белем алыуҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа был практик эш алымдарын ҡулланыуҙың әһәмиәтен күрһәтеү Дәрестең практик эшмәкәрлегендә ҡорама ҡорау ижадын өйрәнеүгә һәм ҡулланыуға ҡуйған маҡсатымды педагогтарға еткереү һәм уларҙы был эшкә ҡыҙыҡһындырыу

Слайд 5

Оҫталыҡ | Шәхси үҙбилдәләнеш


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

« Й өрәк » исемле ҡорама биҙәге

Слайд 2

Оҫталыҡ | Шәхси үҙбилдәләнеш | Тикшеренеү эше, эҙләнеү, тикшеренеү эше һөҙөмтәһе 1 төркөм 2 төркөм - 4 - 4

Слайд 3

ғилми фаразға килеү өсөн эш эҙләнеү эшенең сәбәбе

Слайд 4

Коммуникатив оҫталыҡ 1 төркөмгә һорау : ҡорама ҡорау эшенә нимәләр кәрәк булды? 2 төркөмгә һорау : ниндәй ҡорама биҙәктәрен беләһегеҙ? 1 төркөмд өң яуаптары : 2 төркөмдөң яуаптары :

Слайд 5

ҮҘЕҢДЕ БАҺАЛАУ, ҮҘ БАҺАҢДЫ БЕЛЕҮ Мин б өгөн нимә белдем ? Мин нимәне иҫкә төшөрҙөм ? Мин нисек эшләргә тырыштым ? Үҙемә ниндәй билдә ҡуйыр инем? Ни өсөн был биҙәкте өйрәндек? Был ҡорама биҙәге беҙҙе нимәгә өйрәтә? Дәрес һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн? «Йөрәк» исемле ҡорама биҙәге – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе. Беҙ был донъяға ҡунаҡҡа ғына килгәнбеҙ, бер-беребеҙҙән йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй, бер-беребеҙҙе яратып ҡына йәшәйек! Рефлексия


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конкурсные задания для учащихся 1 -2 классов.

Конкурсные задания составлены для учащихся 1-2 классов в рамках проекта "Вместе весело шагать"....

Конкурсные задания для учащихся 3-4 классов.

Конкурсные задания разработаны в рамках проекта "Вместе весело шагать"....

Конкурсные задания для учащихся 1 и 2 классов по информатике

Данный материал может быть использован учителем для проведения конкурса по информатике среди учащихся 1 и 2 классов "Инфознайка 2012". Нашла его на сайте "Инфознайка". Мне очень понравился....

Конкурсные задания для учащихся 3 и 4 классов по информатике "Инфознайка 2012"

Данный материал содержит конкурсные задания по информатике для учащихся 3 и 4 классов "Инфознайка 2012". Нашла эти задания на сайте "Инфознайка"....

Конкурсные задания для праздника

Интересные конкурсы  для мальчишек 1 класса....

Конкурсные задания для праздника к 8 марта

Интересные конкурсные  задания для девочек 1 класса к празднику 8 марта....

Мастер-класс по теме: "Как подготовить конкурсный урок"

Данная презентация будет полезна для тех учителей, которые готовятся принять участие в конкурсах педагогического мастерства....