Халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир
классный час

Халилова Регина Фановна

Халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mzhit_gafuri.docx22.64 КБ
Файл prezentatsiya.pptx2.72 МБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы Ҡабаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы

Халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир

 (Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)

Төҙөнө:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәлилова Регина Фән ҡыҙы

Ҡабаҡ ауылы – 2021й.

Халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир

 (Мәжит Ғафуриҙың  йыллығына арналған кластан тыш сара)

Маҡсат: Мәжит Ғафуриҙың  тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Бөйөк әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Мәжит Ғафуриҙың портреты; китаптары күргәҙмәһе; уҡыусыларҙың  тураһында Мәжит Ғафуриҙың  ижади эштәре, рефераттары; “Мәжит Ғафури – халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир” презентацияһы.


Сара барышы:

 Сәхнәлә ҡурай моңо ишетелә. Артҡы планда Мәжит Ғафуриҙың  портреты, “Мәжит Ғафури  халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир” тип яҙылған. Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Сәхнә ситендә китаптар күргәҙмәһе һәм уҡыусыларҙың ижади эштәре, рефераттары ята. Проекторҙан “Мәжит Ғафури – халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир” презентацияһы күрһәтелә.

Алып барыусылар сыға.

1-се алып барыусы: (шиғыр юлдарын уҡый)

                                            Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында

                                            Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.

                                            Хуш еҫтәре менән йән шатлана,

                                            Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.                   

2-се алып барыусы: – Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөнгө сарабыҙ беҙҙең халҡыбыҙҙың яратҡан улы, милләтебеҙҙең йондоҙо һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы 1880 йылдың 20 июлендә хәҙерге Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштә Еҙем-Ҡаран  ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға бара. Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый.

Уҡыусылар “Еҙ ҡыңғырау” йырын йырлайҙар.

Беренсеу уҡыусы шиғыр һөйләй:

        Башҡорт теле

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел-

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ! 

1-се алып барыусы: 1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтың «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтың алтын приискыларында эшләп, уҡыуын дауам итә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.

1904 йылда Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә.1906—1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй.

1934 йылдың 28 октябрендә үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.

Икенсе уҡыусы шиғыр һөйләй:

               Атайымдың миҙалдары

Атайымдың миҙалдары

Күкрәгемдә сыңлай ҡай саҡ.

Шул сыңлауҙа атайымдың үҫмер сағы,

Ауыр йылдар — беҙҙең бала саҡ.

Атай беҙгә күргәндәрен һөйләй,

Ҡыйыу булған яуҙа — ул данлы.

Төштәремә һуғыш килеп керһә,

Ялҡын ҡаплай гүзәл донъяны.

Сабыйымдың бишегенә киләм

Һиҫкәнәм дә ҡара төндәрҙә.

Гүйә атайым да яу ҡырында —

Ҡайнар йәшем тама мендәргә.

2-се алып барыусы: - 

М. Ғафуриҙың егерменсе йылдар ижадында проза жанры ҙур урын биләй. Ул революцияға тиклем дә “Фәҡирлек менән үткән тереклек”, “Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ”, “Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын”, “Үгәй балалар”, “Онотолған енәйәт”, “Һалдат ҡатыны Хәмиҙә” кеүек реалистик хикәйәләрен ижад итә. Ә инде һуңғы йылдарҙағы прозаһы халыҡ тормошон киңерәк полотноларҙа күрһәтеүе менән характерлылар. Айырыуса “Ҡара йөҙҙәр”, “Шағирҙың алтын приискыһында”, “Тормош баҫҡыстары” повестары башҡорт прозаһын үҫтереүҙә әһәмиәтле роль уйнанылар.

Өсөнсө уҡыусы шиғыр һөйләй:

Көҙ еткәс

Ағастарҙың ҡоро япраҡтары

Унда-һанда ғына ҡалдылар.

Ҡоштар осоп киткәс, яландары

Йоҡлағандай шымға талдылар.

Бына оҙаҡламай йомшаҡ ҡарҙар,

Күбәләктәй яуып, ер ҡаплар;

Яландарҙа ҡалмаҫ бер йән заты,

Ҡураларға ҡайтыр бар аттар.

Һыу өҫтәре ҡатыр күк боҙ булып,

Тыныр шишмәкәйҙәр, туңырҙар,

Йәйелеп ятҡан күк боҙ өҫтәрендә

Ирмәк итеп балалар шыуырҙар.

1-се алып барыусы: - “Ҡыр ҡаҙы” әҫәренән өҙөк сәхнәләштереү.

Дүртенсе уҡыусы шиғыр һөйләй:

Инсаф һәм иттифаҡ.

Һәр кеше хәл ҡәҙере ҡылһын инсаф,

Беребеҙ икенсегә төшмәй хилаф.

Һәр нисек берләшергә тырышҡанда,

Сыҡмаһын арабыҙҙа ҙур ихтилаф.

2-се алып барыусы: Империалистик һуғыш йылдарында шағир был һуғыштың тәүге көндәренән үк кемдәр файҙаһына булыуын аңлай, “донъяның ҡанға батырылыуына”, “тол ҡатындарҙың, үкһеҙҙәрҙең, хәйерсе, ғәриптәрҙең ҡыҙғаныс донъяһы эсендә кешенең тапалып ҡалыуына”, һуғышҡа ҡаршы көслө протест белдереп шиғырҙар яҙа.

      Ваҡыт етте тикшерергә.

Ваҡыт етте һәр бер эште тикшерергә,

Ярамаҫ күҙҙе йомоп тик йөрөргә.

Һиммәт итһен һәр бер кеше хәл ҡәҙере,

Етешмәгән урындарҙы еткерергә.

1-се алып барыусы: М.Ғафури түшәктә ауырып ятҡан ваҡытында, үлер алдынан: «Әгәр ҙә минең тарафтан яҙылған шиғыр юлдары кешеләрҙең яҡшы тойғоларын уятһа, уларҙы хеҙмәткә ҡанатландырһа, мин үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем. Тормош юлдарын дөрөҫ итеп йәшәп үткәнмен тип әйтә алыр инем... Ул саҡ ҡәбергә лә йәшәй белдем тигән фекер менән китәһең...»-ти. Эйе, М.Ғафури йәшәй белде, бәхетле булды.

2-се алып барыусы: -Бөйөк шәхесебеҙҙең тормош юлын өйрәнәйек, киләсәктә лә уның ижады менән ҡыҙыҡһынайыҡ! Ошоноң менән бөгөнгө сарабыҙ тамам, һау булығыҙ! Киләһе осрашҡанға тиклем!


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 4

Мәжит Ғафури ғаиләһе менән

Слайд 7

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ әкиәте "Бойҙай бөртөгө". Уҡыу дәресе

Башҡорт халыҡ әкәите "Бойҙай бөртөгө". Әҙәби уҡыу дәресенә яҡынса план-конспект...

Башҡорт халыҡ әкиәте Ҡарсыҡ менән айыу

Башҡорт халыҡ әкиәтен үҙгәртеп, шиғыр өҫтәп яҙҙым. "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсында йырлап, бейеп  һөйләп ишеттерҙек....

Һаран менән еңмеш, корея халыҡ әкиәте

Әкиәткә шиғыр өҫтәп яҙҙым, әкиәт конкурстарына ярҙамға!...

Внеклассное мероприятие " Чаваш халах самахлахен тенчинче"

Воспитывть любовь к Родине и чувашскому народу...

Презентация к внеклассному мероприятию " Чаваш халах самахлахан тенчинче"

Воспитывать любовь к родине и чувашскому народу...

Мои стихи.“Бер һүҙ менән әйтһәң - йәшәргә” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың 85 йәшенә

Һаумы, Рәми ағай, эйе,  беләм,Ана, өҫтән ҡарап тораһың.Миңә, ҡыҙым  шиғыр яҙған, тиепАрҡамдан да һөйөп алаһың....

Башҡорт халыҡ әкиәте "Алдар батыр менән генерал"

Алдар батыр менән генерал - башҡорт халыҡ әкиәте...