Мои стихи.“Бер һүҙ менән әйтһәң - йәшәргә” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың 85 йәшенә
материал на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Һаумы, Рәми ағай, эйе,  беләм,

Ана, өҫтән ҡарап тораһың.

Миңә, ҡыҙым  шиғыр яҙған, тиеп

Арҡамдан да һөйөп алаһың.

Скачать:


Предварительный просмотр:

“Бер һүҙ менән әйтһәң -  йәшәргә”

 Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми  Йәғәфәр улы Ғариповтың   85 йәшенә

Зилдә Мәүлитова

Һаумы, Рәми ағай, эйе,  беләм,

Ана, өҫтән ҡарап тораһың.

Миңә, ҡыҙым  шиғыр яҙған, тиеп

Арҡамдан да һөйөп алаһың.

Эйе, ағай тинем, атайымдан

Биш йәшкә олораҡ булһаң да.

Рәми бабай, тип, әйтәһәм дә  яңылышмам

Ҡушаматың “Бабай”  булғанға.

Ижадыңды уҡып, осрашырға,

Хоҙай беҙгә насип итмәгән.

Мин - балаға  бары ун йәш булған -

Ҡырҡ биш йәштә генә китмәһәң.

Донъяның зәңгәр матурлығын

Ҡасан ғына татып өлгөрҙөң?

Тарих яҙып ҡалдырам тиеп

Ҡасан ғына йәшәп өлгөрҙөң?

Ижадыңа талапсан ҡарапмы

Бик ҙур йөкләмәләр алғанһың.

Пушкин, Есенин, Лермонтов әҫәренә -

Тәржемәгә күп көс һалғанһың.

Әҙәбиәт күгендә бөгөн, ағай, һин

Яҡты йондоҙ булып янаһың.

Оҙон ғүмерле ижад ҡалдырып

Ҡәҙерҡәйең арта йыл һайын.

Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме

Онотолмай  Рәсәй ерендә.

Яҙып ҡалдырған ижад байлығың

Уҡыусының китап битендә.

Рәхмәт уҡып, ағай, һиңә беҙ,

Ынтылабыҙ көн дә белемгә.

Шиғриәтең өйрәтә  бит беҙҙе:

“Бер һүҙ менән әйтһәң -  йәшәргә”.  

27.01.2017 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ әкиәте "Бойҙай бөртөгө". Уҡыу дәресе

Башҡорт халыҡ әкәите "Бойҙай бөртөгө". Әҙәби уҡыу дәресенә яҡынса план-конспект...

Башҡорт халыҡ әкиәте Ҡарсыҡ менән айыу

Башҡорт халыҡ әкиәтен үҙгәртеп, шиғыр өҫтәп яҙҙым. "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсында йырлап, бейеп  һөйләп ишеттерҙек....

Һаран менән еңмеш, корея халыҡ әкиәте

Әкиәткә шиғыр өҫтәп яҙҙым, әкиәт конкурстарына ярҙамға!...

Внеклассное мероприятие " Чаваш халах самахлахен тенчинче"

Воспитывть любовь к Родине и чувашскому народу...

Презентация к внеклассному мероприятию " Чаваш халах самахлахан тенчинче"

Воспитывать любовь к родине и чувашскому народу...

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Класс сәғәте Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған...

Башҡорт халыҡ әкиәте "Алдар батыр менән генерал"

Алдар батыр менән генерал - башҡорт халыҡ әкиәте...