Кластан тыш сара. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ - ҡәҙерле булыр
классный час

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rodnoy_yazyk_montazh.docx19.04 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

 «Полилингваль күп профилле интернат-мәктәбе»

муниципаль  дөйөм белем биреү  автономиялы учреждениеһы

 

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ -  ҡәҙерле булыр

(монтаж)

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нефтекама

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙың туған тел тураһында белемдәрен киңәйтеү, бер системаға һалыу, башҡорт теле хаҡында яҙған шағирҙарҙың шиғырҙарын үҙләштереү;
  2. Башҡорт теленә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;
  3. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Йыһазлау: монтаждың исеме һәм мәҡәлдәр яҙылған плакаттар, ҡурай моңо яҙҙырылған аудиокассета.

Монтаж барышы.

Илнур: Тел, тел тибеҙ, тел нимә ул?

Роза: Тел – кешеләр аралашыуының иң мөһим сараһы.

Илдар Р. Ғариповтың “Тел” тигән шиғырын уҡый.

Самира:  Минең телем –

Меңәрләгән телдәр кеүек,

Моңло тел ул.

Үҙенә бай, үҙенә хас

Уның көйө:

“Урал”ы һәм “Буранбай”ы,

“Һандуғас”ы, “Таштуғай”ы,

“Сәлимәкәй”, ул “Сибай”ы.

Регина З. Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырынан өҙөк уҡый.

Ләйсән: Башҡорт халҡы матур ғүмер итә

        Ағиҙелдә, Тыуған илендә.

        Һайраша ул тарих күкрәгенән

        Урғып сыҡҡан туған телендә.

Ләйсән: Туған телебеҙ бай, матур һәм көслө. Туған телебеҙҙә хөкүмәтебеҙ күрһәтмәләрен өйрәнәбеҙ, классик әҙәбиәттәр уҡыйбыҙ.

 Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет – үҙең,

Мәңге йәшә, әй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле – минең телем.

Регина: Телдең төп материалы – һүҙ. Кешеләге уй-тойғолар, иң ялҡынлы хистәр һүҙ аша бирелә.

Азамат: Туғандаш халыҡтар башҡорт телен, уның хазиналарын, йырын, моңон тәрән ихтирам итәләр. Рус шағиры М. Дудин “Башҡортостанға хат” тигән шиғырында бына нисек яҙа:

Геологтарға бар, йырым,

Яҡты усаҡтар алдына,

Рус йыры һәм башҡорт моңо

Бер туған һеңелдәр унда.

Самира ҡаҙаҡ шағиры С. Сәйетовтың “Башҡортостан – Бауырстан” шиғырын уҡый.

…Ике халыҡ бер әсәнән игеҙҙәй,

Бер ауыҙҙан әйтелгән ике һүҙҙәй.

Игеҙ беҙҙең баштан киҫкән яҙмыштар,

Игеҙ туған Ағиҙел һәм Яйыҡтар.

Игеҙ батыр Мөхәмбәт һәм Салауат,

Дан-шаңдары – беҙгә уртаҡ аманат.

Уйҙар игеҙ, дастан игеҙ, ер игеҙ,

Борондан уҡ йортобоҙға бер нигеҙ.

Әкрен генә ҡурай моңо ишетелә.

Күрешкәндә, йөрәк юҡҡа тулаймы,

Көй көйләмәҫ домбра менән ҡураймы!

Салауат шағир, М. Хөсәйендең “Башҡорт теле” шиғырын уҡый.

        …Башҡорт теле, эйе, саф шишмәләй,

        Осорҙар аша аҡҡан сылтырап.

        Һәр бер һүҙе уның сулпы кеүек

        Сыңлап тора, уйнап, йылтырап.

        Ҡурайҙарҙан моң һәм ялҡын алған,

        Ҡанат алған шоңҡар ҡоштан ул.

        Салауаттың талмаҫ толпарында

        Ирек даулап алға осҡан ул!

        Урал тауҙың һыбай бөркөттәрен

        Ғорурлығы иткән Кутузов.

        Париждарға еткән башҡорт,

        Походтарҙа ауыр юл уҙып…

                1812 йылғы Ватан һуғышына арналған “Любизар” тигән башҡорт халыҡ көйөн тыңлау.

Азамат: Эйе, башҡорт халҡының музыкаль-поэтик хазинаһында уның Тыуған иле лә, туған теле лә, сәнғәте лә, тарихы ла сағылыш тапҡан. Шуға ла халыҡ йырҙарын йыйып баҫтырып сығарыу һәм ғилми яҡтан өйрәнеү эше менән рус ғалимдары 18 быуаттың аҙаҡтарында уҡ ҡыҙыҡһынғандар.

Роза: М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ж. Кейекбаев һ.б. ғалимдар һәм әҙиптәр туған телде яҡшы белергә, мөмкин булғанда сит телде лә өйрәнергә өндәнеләр.

Регина: Эй, туған тел, эй, матур тел,

        Атам, әсәмдең теле!

        Донъяла күп нәмә белдем

        Һин туған тел арҡылы.

Әкрен генә “Туған тел” көйө ишетелә.

Роза: …Бәпләп-әрләп, тел менән

                Кеше иткән инәбеҙ,

                Эшле иткән инәбеҙ;

                Һөйләп-көйләп, тел менән

                Хисле иткән инәбеҙ,

                Көслө иткән инәбеҙ;

                Күҙебеҙҙе тел менән

                Нурлы иткән инәбеҙ!..

Салауат ҡурай моңо аҫтында Р. Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡый.

Роза: …Шул тел арҡылы ғилем, уҡыу, яҙыуҙы өйрәнәм,

                Шул тел арҡылы уҡып белеп, булырмын ысын әҙәм.

Илнур: Һөйләшегеҙ туған телдә,

        Туйғансы һөйләшегеҙ!

        Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы

        Кешегә өләшегеҙ.

        Эй, туған тел – тәрән диңгеҙ,

        Сумһаң да буйлап була.

        Ул ҡурайҙа бар донъяның

        Моңдарын уйнап була.

        Туған телде ҡуҡалама,

        Һөйөү менән уҡала,

        Уның менән йөрәктәр ҙә

        Йөрәктәрҙән ут ала.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

4 кластан математика пәнінен КТЖ

Математика  сабағына әдістемелік құрал...

Сабыр түбі-сары алтын

Өзін  өзі тану пәнінен сабақ жоспары...

Дәрес- уен . Сәламәт булыр өчен .Дару үләннәре- гербарий

Разработка урок-игры по технологии лекарственные растения с использованием гербария....

Кисә. Кластан тыш сара

Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллинаның “Илгә һибәм йөрәй йылымды” тип исемләнгән осрашыу кисәһе....

Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир (Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)

Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир(Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)...

Открытый урок на тему: "Әгәр юлың хәерле булсын дисән"

Максат:1) Балаларны юлда һәм урамда һәрвакыт зиһенне туплап, игътибарлы  Һәм сак йөрергә өйрәтү;2) китап белән эшләргә, иптәшләреңнең җавапларын һәм чыгышларын рецензияли, тулыландыра белергә өйр...

Внеклассное мероприятие по ПДД для начальных классов на башкирском языке. Кластан тыш сара. Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Внеклассное мероприятие в начальной школе по  профилактике детского дорожно-транспортного травматизма   «Знаешь ли ПДД?».Цель мероприятия : закрепить знания детей о...