Сценарий на 1 сентября
методическая разработка (1 класс)

Арслангужина Залия Исрафиловна

Белем байрамына арналган сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 1_klaska_stsenariy.odt785.86 КБ

Предварительный просмотр:

 “Белем байрамы”на арналған сценарий.

Зал байрамса биҙәлгән, музыка аҫтында алып барыусылар байрамды башлайҙар.

Йыйылғандар оло, кесе

Бөгөн белем байрамы.

Күңелдә ғилем тупланһа ,

Күренер тормош йәме.

Хуш киләһең, сентябрь – 
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай ҡыңғырау тауышы.

Ҡотлайыҡ әле мәктәпкә

Тәү ҡат килгән кескәйен.

Ғумере буйы һөйөндөрһөн

Ғәзиз атай-әсәйен.


Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа!

Алып барыусы

Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡыусылар һәм беҙҙең байрамдың ҡунаҡтары! Бөгөн беҙҙең илебеҙҙә Белем байрамы! Ошо байрам менән бөтәгеҙҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Быйылғы уҡыу йылы шатлыҡтарҙан ғына торһон!

1 сентябрь һәр йыл һайын Белем иленә иң оҙон юл башлана. Мәктәп - ул һәр кем өсөн серле, шуның өсөн беҙ мәктәпкә яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға киләбеҙ.

Бөгөнгө көн һәр уҡыусы өсөн иҫтәлекле , бигерәк тә беренсе кластар өсөн, сөнки , беренселәр, тәүге тапҡыр мәктәп ишектәрен аса.

Әйҙәгеҙ көслө алҡыштар менән уларҙы саҡырайыҡ.

( 1-се класс уҡыусылары сығып теҙелә)

Ә хәҙер, 1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт

итегеҙ!

Гимн

Уҡыусылар башҡарыуында шиғырҙар.

1-се уҡыусы:

Балҡы һин, әй, мәктәбем,

Һирпеп ғилем нурҙарын.

Ҡыңғырауҙың сыңдары

Нур итһен йылдарҙы.

2-се уҡыусы:

Бына тағы юл-һуҡмаҡтар

Мәктәпкә ҡарай илтә:

Һаумы, сентябрь иртәһе –

Ҡыңғыраулы саф иртә!

3-сө уҡыусы:

Был иртәлә бар йәнлелек ,

Йәнлелек күсеп килде,-

Мәктәп алды, әйтерһең дә,

Сәскәле болон инде.

4- се  уҡыусы:

Гөжләгәндәй бал ҡорттары,

Гөр килә мәктәп алды.

Шат тауыштар: кемдәр, ҡайҙа,

5-се уҡыусы:

Нисек үткәргән ялды?

 Ҡыңғырау ҙа ћағынғандыр,

Моң ћарылған теленә,

Парта артына саҡыра,

Әйҙәп, белем иленә.

Алып барыусы:

- Йөҙҙәр балҡый, күҙҙәрҙә нур, йөрәктәрҙә дәрт!

Һәр көнөгөҙ шулай яҡты, матур булһын.

Республикабыҙ, илебеҙҙең киләсәге һеҙҙең ҡулда!

- Йыр “Здравствуй, учебный год”

- Ҡаршы алығыҙ, Белем королеваһы ғәли йәнәптәре.

Королева.

Минең короллекте һәр кем ярата, сөнки ғилемһеҙ йәшәүсене әлегә осратҡаным булманы.

- Ә һеҙ, балалар, мәктәпкә әҙерһегеҙме?

Балалар.

Белмәҫйән.

-Эйе, әҙер һиңә...Мин бик яҡшы беләм уларҙы. Был балалар йәй буйы бер китап та уҡымаған, портфелдәре лә әҙер түгелдер әле.

 Королева.

- Ғәфү ит, Белмәҫйән, ни өсөн улай тиһең?

Белмәҫйән.  Мин үҙемдән сығып әйтәм. Мин йәй буйы футбол уйнаным...

Королева.

- Юҡ, мин һинең менән килешмәйем. Күрәһеңме, балалар ниндәй йыйнаҡ һәм күркәмдәр. Мин уларҙың мәктәпкә әҙер булыуына шигем юҡ.

- Шулаймы, балалар?

Балалар. Эйе

Белмәҫйән. Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ.

Королева. Әйҙә, мин балаларға һынауҙур тәҡдим итәм. Ризаһығыҙмы?

Балалар. Эйе

Королева.

- Тәүге һынау- йомаҡ сисергә. Тик беренсе Белмәҫйән яуапты әйтә, унан һуң ғына балалар.

1. Ҡат-ҡат ҡатлама,

Аҡылың булһа ташлама.

 

Белмәҫйән төрлөсә яуап биреп ҡарай.

Балалар.  Китап

Королева.

Афарин.

Беренселәр гел улар

Иң беренсе булалар.

Алдынғы булабыҙ тип

Шиғыр һөйләп алалар.

(Беренсе класс уҡыусыларының шиғырҙары)

1. Һәр йыл беренсе класҡа,                 Ал. Рамазан

Ҡаршылайҙар мәктәптәр,

Ә бөгөн бигерәк күңелле

Килдек беҙ бәләкәстәр.

2. Артта ҡалды уйындар,                 А.Ильнур

Балалар баҡсалары.

Хәҙер беҙгә көндәлеккә

Ҡуйырҙар баһаларҙы.

3. Ниндәй күңелле                        Динислам

Сентябрь башы.

Мәктәпкә илткән

Юлдар ҡояшлы.

4. Уйындар артта ҡалды         Инсаф

Беҙ хәҙер уҡыусылар.

Киләсәктә- ололарға

Булырбыҙ алмашсылар.

5. Мин кистән үк һалып ҡуйҙым           Мухамет

Портфелгә дәфтәрҙәрҙе.

Теҙеп ҡуйҙым берәмләп

Пеналға ҡәлмдәрҙе.

6.Атайым да, әсәйем дә                        Элина

Ниңәлер тулҡынлана.

Әйтерһең дә, беренсегә

Мин түгел, улар бара.

7. принимает часто школа            Диана

ребятишек в первый класс,

Но сегодня день особый,

Мы пришли! Встречайте нас!

8. Көҙгө урамдар буйлап                      Ильгизар

Атлайбыҙ ғорурланып.

Һәр кеше беҙҙе күреп

Ҡарап ҡала һоҡланып.

9. Бәләкәсһегеҙ тигәнгә                        Н.Рамазан

Һис тә үпкәләмәйбеҙ.

Күтәргән гөлләмәләрҙән

Үҙебеҙ күренмәйбеҙ.

10. Я сегодня первый раз                          Ильяс

Отправляюсь в первый класс.

Постараюсь я во всем

Лучшим быть учеником.

11. Мәктәптә беҙ әйләнәбеҙ                Ильмир

Ҙур белемле кешегә.

Сирек һайын өлгәшербеҙ

«Дүртле»гә  һәм «бишле»гә !

12. На «пятѐрки» мы учиться        Назим
Обещаем дружно всем.
И за партой не лениться,
И не доставлять проблем.

13. Яғымлы иҫә                                  Ислам

Хатта еле лә.

Ҙур байрам бөгөн

Тыуған илемдә.

14. Мин бит хәҙер уҡыусы                             Айлана

Кәрәк миңә уҡырға.

Ваҡытым әҙ ҡалыр инде

Ҡурсаҡ менән уйнарға.

 

15. Еңел булмаҫ өйрәнеүе                       Тамерлан

Бүлергә, ҡабатларға.

Тик шулай ҙа тырышырбыҙ

4-ле, 5-ле алырға

Королева.

Бик яҡшы балалар! Һеҙ һынауҙарҙы уңышлы атҡарып сыҡтығыҙ. Күрҙеңме инде, Белмәҫйән, балалар мәктәпкә әҙер.

Белмәҫйән.  Мин дә улар кеүек иғтибарлы, ихтирамлы, аҡыллы булырға теләйем.

 Королева.

Бының өсөн хәреф танырға, яҡшы уҡырға өйрәнергә кәрәк. Һеҙгә был эштә ошо китап ярҙамға килер.

Алып барыусы

Бөгөн башлап баҫаһың һин

оло белем юлына

Белем доньяһына асҡыс

Әлифба ал ҡулыңа.

Дүртенселәр әлифбалар тараталар.

Королева. Бөгөн һеҙ мауыҡтырғыс, мажаралы, ә ҡайһы саҡта бик ҡыйын да булған сәйәхәткә сығырһығыҙ. Был сәйәхәт белем иленә илтә. Ләкин был илде карталарға ҡарап табып булмай. Уны һәр кем үҙе аса һәм һеҙгә был асышта ярҙамсығыҙ, һеҙгә юл күрһәтеүсегеҙ, беренсе уҡытыусығыҙ- Арслангужина Зәлиә Исафил ҡыҙы булыр.

 Йыр “Учат в школе”

 Буквы разные писать
Тонким перышком в тетрадь
Учат в школе, учат в школе,
Учат в школе.
Вычитать и умножать,
Малышей не обижать
Учат в школе, учат в школе,
Учат в школе.
Вычитать и умножать,
Малышей не обижать
Учат в школе, учат в школе,
Учат в школе.
К четырем прибавить два,
По слогам читать слова
Учат в школе, учат в школе,
Учат в школе.
Книжки добрые любить,
И воспитанными быть
Учат в школе, учат в школе,
Учат в школе.

Алып барыусы: Бөгөн, 1 сентябрь көнөндә Белем иленә юлға сығыр алдынан һеҙгә изге  теләктәре менән мәктәбебеҙҙең директоры Тажитова Ләйсән Шәкирйән ҡыҙы һүҙ ала, рәхим итегеҙ!

Директорҙың сығышы.

Уҡытыусы: Район мәғариф бүлегенән килгән _________________________________________________________ һүҙ бирәбеҙ.

Килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары.

Королева.

Яңы кешеләр- беренселәргә белем асҡысын тапшырырға ваҡыт еткәндер, эйеме?

Алып барыусы.

Эйе шул, ә ҡайҙа һуң асҡыс? Әле генә ошонда ине.

Белмәҫйән.

Ғәфү итегеҙ, ялтырап күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡас алып торғайным. Башҡаса улай итмәм.

Королева.

Афарин, Белмәҫйән хатаңды аңланың.

Алып барыусы.

Иренмәйсә, ялҡауланмай

Уҡығыҙ фән илендә

Китаптарҙы асыр өсөн

Асҡыс бирәбеҙ һеҙгә.

(Асҡыс тапшырыла)

Алып барыусы.   Беренсе ҡыңғырауҙы ла шылтыратырға ваҡыт етте, ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 4-се класс уҡыусыһы __________________________________________һәм 1-се класс уҡыусыһы Ишбаева Дианаға   бирелә!

Алып барыусы.

Саҡыра, тағы саҡыра

Ҡыңғырау синыфтарға.

Бөгөндән- Белем иленә

Уҡыу йылын башларға.

Йыр “Һаумы, мәктәп”

Йәйге ялдар тамам бөгөнгө көн,
Белем йорто беҙҙе саҡыра.
Ишектәрен аса мәктәбебеҙ,
Ғилем бирер өсөн тағы ла.
припев.
Һаумы мәктәп!
Дуҫлыҡ иле һиндә,
Китап йорто, белем усағы.
Маҡсаттарға илтер юлдар һалдың,
Ысынбарлыҡ итеп хыялды.
2.Дуҫтар менән ихлас күрешәбеҙ,
Шатлыҡ нуры беҙҙең күҙҙәрҙә.
Серле белем яҡты маяҡ булып
Әйҙәй алға, бейек үрҙәргә.
припев.
Һаумы мәктәп!
Дуҫлыҡ иле һиндә,
Китап йорто, белем усағы.
Маҡсаттарға илтер юлдар һалдың,
Ысынбарлыҡ итеп хыялды. 

Королева.

Ә хәҙер беренселәрҙе алҡыштар менән тәүге дәрестәренә- белем доньяһына оҙатайыҡ!

Алып барыусы.

Уҡыу йылы һеҙгә һәр саҡ

Бары уңыш килтерһен.

Диктанттар 5-кә яҙылһын,

мәсьәләләр сиселһен.

Мәктәптә күңелле булһын

Илһам һәм шөһрәт килһен.

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр! Барығыҙҙы ла уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ! Белем байрамына арналған тантаналы линейка ябыҡ тип иғлан ителә!(Гимн уйнатыла)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарии: 1 сентября, Новый год.

Предлагаю вашему вниманию варианты школьных праздников....

Сценарий 1 сентября в 4 классе

Последнее 1 сентября в начальной школе , в своём классе . Урок - презентация, где учащиеся в игровой форме (даётся право выбора, используя гиперссылки) путешествуют по урокам, выполняя разноуровневые ...

Сценарий 1 сентября в 1 классе

Праздник 1 сентября в 1 классе. По станциям....

Сценарий 1 сентября "Здравствуй, школа!"

Сценарий 1 сентября для 1 класса. В гости к детям приходят сказочные герои, детям предлагается пройти интеллектуальные испытания,  родители и дети дают клятву первоклассников....

сценарий 1 сентября

сценарий Дня наний включает элементы реультатов Олимпиады 2012 г...

Сценарий "1 сентября! Здравствуй, школа!" (3 класс)

Как радостно снова встретиться со своими учениками! Мы играем, вспоминаем, думаем о будущем......