ПЕДСОВЕТ В ДОУ
учебно-методический материал ( группа) на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

ПЕДСОВЕТ
“Сюжетлы – ролле уйындарҙың балаларҙы социалләштереүҙәге әһәмиәте”
Үткәреү формаһы – ток - шоу “Һөйләһендәр әйҙә!”
Маҡсат:  Балалар баҡсаһында белем – тәрбиә биреүҙә сюжетлы – ролле уйындар ойоштороуҙың мөһимлеген күтәреү.
Бурыстар:
• Балаларҙы социалләштереүҙә сюжетлы – ролле уйындарҙың актуаль булыуын күрһәтеү;
• Сюжетлы – ролле уйындар ойоштороуҙа заманса талаптарҙы иҫәпкә алыу
Алдан алып барылған эштәр: семинар – практикум “Балалар менән бергә уйнайбыҙ”, уйын аҙналығы үтуәреү, тематик тикшереү “Сюжелы – ролле уйындар аша балаларҙың аралашыуы”, төркөм – ара конкурс “Иң яҡшы региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын”, консультациялар “Сюжетлы -  ролле уйындар менән иалара итеү”, “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уйын эшмәкәрлеге ойоштороу”.

Көн тәртибендә
1. Үткән педсовет ҡарарҙары үтәлеше менән танышыу(өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова);
2. “ Уйын эшмәкәрлегенә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары” (балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина);
3. Заман талаптарына ярашлы сюжетлы – ролле уйындар өсөн шарттар булдырыу ( тәрбиәсе Әбдрәшитова Р.Х.)
4. “Сюжетлы – ролле уйындар аша балаларҙың аралашыуы” – тематик тикшереү буйынса белешмә (өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова);
5. “Күргәҙмәле аралыҡ мөхитен үҫтереүҙә уйын макеттарының әһәмиәте” (тәрбиәсе Малабаева Н.З.);
6. “Иң яҡшы региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын” конкурсы һөҙөмтәләре (эксперт төркөмө ағзаһы Танһыҡҡужина З.Ғ.);
7. Экспресс  һорауҙар “Төрлө йәш төркөмдәрендә уйындар менән идара итеү үҙенсәлектәре” (өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова);
8. Рефлексия
9. Педсовет ҡарарҙары
Педсовет барышы
“Пусть говорят” ток- шоу тапшырыуынан музыка һәм видеоөҙөк күрһәтелә.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында ток – шоу “Әйҙә һөйләһендәр” тапшырыуы. тапшырыуҙың төп темаһы “Балалар баҡсаһында сюжетлы – ролле уйындарҙың балаларҙы социалләштереүҙәге әһәмиәте”.  Бөгөнгө ток – шоуҙа ҡатнашалар – “Сулпылар” балалар баҡсаһы педагогтары.
Иң тәүҙә  үткән тапшырыуҙа булған һорауҙарҙы иҫкә төшөрөп үтәйек.
1. Үткән педсовет ҡарарҙары үтәлеше менән танышыу.
Алып барыусы: Педсовет темаһы  юҡҡа ғына шулай һайланмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпкәсә йәштәге балалар  әҙ уйнайҙар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса балаларҙың уйын төжрибәһе юҡ, уйын сюжетын да үҫтерә алмайҙар.  Педагогтар “социаль заказ” өҫтөндә эшләйҙәр, йәғни балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә тырышалар. Уйын өсөн бүленгән ваҡыт байрмадарға әҙерләнеү, ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәрен үткәреү өсөн ҡулланыла. Ҡәйһы бер ата - әсәләр балаларын иртә балалар баҡсаһынан алалар. Был да уйын үҫешенә ҡамасаулаусы бер сәбәп. Күп ата - әсәләр ҙә уйынды кәрәк тип һанамайҙар, ваҡытты буш үткәреү тип уйлайҙар.  Шундай һорау тыуа: ни өсөн өлкәндәр балаларға уйнарға бирмәй, уйын өсөн бүленгән ваҡытты башҡа төрлө эшмәкәрлектәр менән алмаштыра?    Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина.  Ошо һорауға яуап эҙләп һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ
Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина сығышы.
Быға сәбәпсе - өлкәндәр үҙҙәре уйнай белмәйҙәр, тип уйлайым.  Ғаиәләгә уйын ойоштороу буйынса ла кәңәштәр бирелмәйҙер.
Алып барыусы: Федераль дәүләт белем биреү стандарттары уйындарға ниндәй талаптар ҡуя?

“Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уйын эшмәкәрлеге ойоштороу.”
Заман талаптарына ярашлы уйын ойоштороуҙың ике юлы билдәләнә. Беренсеһе – тәрбиәсе балаларға сюжет йөкмәткеһен асырға ярҙам  итә. Икенсе юл буйынса уйын культуралы эшмәкәрлек һанала һәм уйындың төрлө ысулдары өсөн балаларға шарттар булдырылыуын  күҙ уңында тота. Педагогтарға уйын менән  дөрөҫ идара итергә өйрәнергә кәрәк.
Уйын менән идара итеүҙә  Новоселова С.Н. тәҡдим иткән комплекслы подход  өҫтөнлөк итә.
Был алым буйынса баланың уйын тәжрибәһен байытыу өҫтөндә эшләү. Бының өсөн:
- балала уйын ниәте булдырыу, уйын йөкмәткеһен байытыу.
- махсус өйрәтеүсе уйындар ҡулланыу мөһим;
- үҙ ваҡытында уйын мөхитен алмаштырып тороу. Бының өсөн алмаштырыусы предметтар ҡулланыу кәрәк.
- уйын барышында өлкәндәр менән аралашыу, өснки ул балаларға уйындың йөкмәткеһен байытыр өсөн тәҡдим дәр индерә ала.  
    Н.Я. Михайленко  һәм  Н.А. Короткова буйынса уйынды ойоштороу этаптарҙан  тора.  Өлкәндәр менән аралашыу  партнерлыҡ формаһында бара, тәрбиәсе балалар менән бер рәттән уйнай ала.
Бала менән аралашыу партнерлыҡ формаһында бара. 
1. Бала менән бергә уйнарға;
2. Баланы сюжетҡа ярашлы башҡалар менән аралашып  ролдәр башҡарырға өйрәтергә кәрәк.
3. Тәрбиәсе бөтә йәш төркөмдәренә лә уйнай һәм уйындар аша баланы яңы  булдырыу алымдарына өйрәтә.
Балаларға уйын өсөн ваҡыт СанПин ҡағиәҙәләренә ярашлы бирелә. Шулай булғас, балалар менән уйнарға кәрәк. Балалар кем менән теләй, ниндәй уйын  теләй шулай уйнаһын.  Уйын күнекмәләре булмаған балаларға уйнарға өйрәтергә кәрәк. Баланың  ижади потенциалы   сюжетлы – ролле уйындар аша үҫешә. Юҡҡа ғынамы ни сюжетлы – ролле уйынды ижади уйындар тип һанайҙар.  Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы  социаль – коммуникатив үҫеш балаларҙың үҙ – ара һәм өлкәндәр менән аралашыуын үҫтереүгә, үҙаллылыҡ һәм үҙ хәрәәктен башҡалар менән яраштырып эшләүгә йүнәлтелгән.
ФДББС – да  балалар баҡсаһының программаһын үҙләштереүгә психологик – педагогик шарттар ҙа бар икәнен онотмайыҡ. 
Шул шарттарҙың береһе -  белем биреү процесын аралашыу формаһында ойоштороу, һәр баланың үҙенсәлеген иҫәпкә алыу, төрлө эшмәкәрлектәрҙә ыңғай мөнәсәбәттәр формалаштырыу, балаларҙың инициативаһын иҫәпкә алыу.
Үҫеш мөхите балаларҙың уйын эшмәкәрлегендә үҫешен тьәмин итергә тейеш.
Балалар баҡсаһын тамамлауға балалар өсөн түбәндәге маҡсатлы ориетирҙар ҡуйылған. Улар уйындарҙағы үҫешкә лә ҡағыла:
• ребёнок овладевает основными культурными способами деятельности, проявляет инициативу и самостоятельность в разных видах деятельности - игре, общении, познавательно-исследовательской деятельности, конструировании и др.; способен выбирать себе род занятий, участников по совместной деятельности;
• ребёнок обладает развитым воображением, которое реализуется в разных видах деятельности, и прежде всего в игре; ребёнок владеет разными формами и видами игры, различает условную и реальную ситуации, умеет подчиняться разным правилам и социальным нормам;
Алып барыусы: Рәхмәт Нурия Әхәт ҡыҙы!  Сюжетлы ролле уйындар ойоштороу тәрбиәсенең был йүнәлештә профессиональ оҫта булыуын, уйын ойоштороу буйынса белгес булыуын талап итә. Ә уйындар ойоштороу өсөн әлбиттә уйын мөхите булдырыр кәрәк. Был тарафта балалар баҡсаһында нимәләр эшләнелә һуң?
(тәрбиәсе  Әбдрәшитова Р.Х. был һорауға яуап бирергә теләк белдерә)
Тема “Заман талаптарына ярашлы балалар баҡсаһында сюжетлы – ролле уйындар өсөн шарттар булдырыу”
Алып барыусы: Аңлашылды. Тимәк, балалар баҡсаһы үҫеш мөхитен тулыландырыу өҫтөндә системалы эш алып бара. Был турала өлкән тәрбиәсе нимә тип әйтер? Сөнки бөтә методик эштәр уның ҡулы аша үтә бит.  Рәхим итегеҙ, Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы!
“Сюжетлы – ролле уйындар аша  балаларҙың аралашыуы” темаһына тематик тикшереү һөҙөмтәләре
йыллыҡ эш планына һәм балалар баҡсаһы мөдире бойороғона ярашлы  “Сюжелы – ролле уйындар аша балаларҙың аралашыуы” темаһына  2016 йыл 9 марттан алып 16 мартҡа тиклем  тематик тикшереү үткәрелде
Эксперт төркөмө :
Комиссия рәйесе – Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина.
эксперт төркөмө ағзалары  - өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова, тәрбиәселәр Бикбова С.Р., Танһыҡҡужина З.Ғ.
.         
Тикшереү маҡсаты:   сюжетлы – ролле уйындар аша балаларҙы социалләштереү буйынса белем – тәрбиә биреү эштәренең эффектлылығын асыҡлау, балаларҙың уйын культураһы кимәлен асыҡлау, уйын  буйынса эш сифатын күтәреү буйынса факторҙар һәм сәбәптәр асыҡлау. 
Контроль һорауҙары: сюжетлы – ролле уйындар күҙәтеү, әңгәмәләр, анкеталар үткәреү, күргәҙмәле аралыҡ мөхитен анализлау, “Иң яҡшы региональ йөкмәткеле уйын” смотры-  конкурсы үткәреү, көндәлек пландарға анализ, ата - әсәләр өсөн күргәҙмә мәғлүмәткә анализ.
Тикшереү барышында түбәндәгеләр асыҡланды:
1.  Уйын эшмәкәрлеге шарттарына анлиз. Төркөмдәрҙә сюжетлы – ролле уйындар өсөн ҡәнәғәтләндерерлек шарттар булдырылған.  Төркөмдәрҙә йәш үҙенсәлектәренә ярашлы уйындар булдырылған.  Уйын атрибуттары рациональ урынлаштырылған, балалар алып уйнар өсөн уңайлы.
Уйын ойоштороу өсөн СанПин ҡағиҙәләре күҙ уңында тотола, гендерлыҡ принциптарына таянып әҙерләнгән уйындар бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан төрлө йәш төркөмдәрендә  уйындар  өсөн кәрәкле атрибуттар, макеттар булмауы күҙгә салынды. Уйын зоналарында биҙәнеү  мөйөшө ҡулланылмай ҡала, постель кәрәк – яраҡтары, йорт йыһаздары етәрлек кимәлдә түгел, ҡурсаҡтар өсөн кейемдәр етешмәй.
Заманса уйындар юҡ тиерлек, мәҫәлән “Банк”, “Супермаркет”, “Гипермаркет”, “Бәйләнеш үҙәге” һ.б. Төркөмдәрҙә күбеһенсә уйын мөйөштәрендә һәм  коробкаларында яҙыуҙар ҡулланылған. Ә методикаға ярашлы уйын мөйөштәре билдәләр,  уйын маркерҙары менән билдәләнергә тейеш.  Уйын мөхитен ойоштороуҙа төрлөлөк, уйын шарттарын булдырыуҙа үҙенсәлеклек юҡ.  Бөтә төркөмдәрҙә лә тиерлек бер төрлө зоналараға бүлеү ҡаралған, тәрбиәселәр уйын зоналарын урынлаштырыуҙа, уларҙың йөкмәткеһен  үҙгәртеүҙә ижадилыҡ күрһәтмәгән.
2. Уйын менән идара итеүгә анализ.
Төркөмдәрҙә уйын ойоштороуҙа тәрбиәселәр ыңғай эмоциональ кәйеф булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр.уйын ситуациялары булдырыла: уйын атрибуты индереү, проблемалы сситуациялар булдырыу һ.б. Тәрбиәселәр балаларҙың актив һәм үҙаллы уйындары өсөн шарттар булдырырға тырышалар, үҙҙәре уйында ҡатнашалар. Мәҫәлән, Газина Г.Р уйында балалар менән бер рәттән ҡатнашты, балаларға кәңәштәр бирҙе һәм уйынға тьәҫир яһаны. Дәүләтҡолова Н.Р. уйын ситуацияһы булдырып, балалар менән бер рәттән уйын роленә инеп балаларҙы “зоопаркка”алып барҙы. Уйын барышында төҙәтмәләр индерҙе, уйынды байытыу, артабан тулыландырыу өсөн кәрәкле атрибуттар һайлашты. Ә Малабаева Н.З. мәктәпкә әҙерлек төркөмө балаларын сәйхәткә саҡырҙы һәм уйынды ситтән күҙәтеп, төҙәтмәләр индереп торҙо, уйын аҙағында үҙе ролгә инде. Ләкин уйын өсөн кәрәкле предметтар, кейемдәр булманы. Тәрбиәсе бала өсөн тәғәйенләнгән табип кейемен өҫтөнә һалды. Был дөрөҫ түгел. Балалар уйын аша ғшылап аралаша бенлмәйҙәр, өнһөҙ – һүҙһеҙ уйын хәрәкәтен башҡарыусылар күп булды. Тәрбиәселәр уйын  барышында нимә һөйләргә кәрәклеген әйтеп торҙолар. Был  хата ла бөтә төркөмдәрҙә лә күҙәтелде.  Йәш  тәрбиәсе Йәнбәкова М.А. уйын менән идара итеү алымдарын яңы өйрәнә башлаған булһа ла , тәжрибәһе етешмәһә лә уйынды маҡстаына ярашлы ойоштора алды. Балалар бик ҙур теләк менән төрлө уйын сюжеттарын бергә бәйләп уйнанылар. Әммә аралашыу бик наҡыҫ барҙы. Балалар күбеһенсә үҙҙәре теләп роль ала белмәйҙәр, роогә ярашлы һөйләшмәйҙәр. тәрбиә се гел өйрәтеп, күрһәтеп торҙо. Һәр төркөмдә лә балалар ҙур теләк менән уйнайҙар. Тәрбиәселәргә уйын менән идара итеү өсөн белемдәрен байытыу өҫтөндә эшләргә кәрәклеге күренде.
3. Балаларҙың белемләренә һәм уйын күнекмәләренә баһа.
Бөтә төркөмдәрҙә лә уйындағы үҫеш сифаттары йәш үҙенсәлектәренә тап килә. беренсе кескәйҙәр төркөмөндә балалар үҙаллы уйын хәрәкәттәре эшләй алалар, тәрбиәсе менән бергә ябай уйын сюжетын  күрәһә алалар, ярыш (рядом) уйнай  алалар.  Ләкин уйын эшмәкәрлеге буйынса дөйөм картина  был йәш төркөмөндә әле хаотик кимәлдәИкенсе кескәйҙәр төркөмөндә уйын күнекмәләре, уйын хәрәкәттәре иркенерәк башҡарыла, балалар тәрбиәсе менән бергә уйын сюжетын асалар һәм теләп уйнайҙар, системалылыҡ күҙәтелә. Уртансылар төркөмөндә ҡатмарлы булмаған сюжетты уйнай алалар, үҙҙәренә роль алалар һәм башҡаралар.  Уйында бер нисә сюжет берләшә (автобус, больница).  балалар үҙҙәренә алған ролде  башҡара алалар.
Өлкәндәр төркөмдәрендә бер сюжетты ғына уйнай алалар, башҡа сюжеттарҙы ҡуша белмәйҙәр, тәрбиәсе ярҙамы менән башҡаралар. Өҫтәлмә сюжет индереү балаларҙы ҡыйынһындыра.  Ролдәр менән бүлешә белмәйҙәр, уйынға инеп китәләр һәм уйында ҡатнашыусылар риза булһалар артабан бергә уйнайҙар йәки паралель рәүештә уйын алып баралар.Ә малайҙар бөтөнләй үҙ аллы  сюжетлы уйын ойоштора белмәйҙәр. Тәрбиәсе уйын менән идар итһә генә уйнай алалар.  Бер төркөмдә лә балалар алмаштырыусы предметтар ҡулланманылар. Әммә балалар уйын мөхитендә ориентир таба беләләр, теләп уйнайҙар.
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә сюжеттарҙы ҡушып уйнай белмәйҙәр. Тәрбиәсе ярҙамы менән генә төрлө сюжеттарҙы берләштерәләр.  Ҡыҙҙар ролдәрҙе бүлешәләр, ролдәрҙе теләп башҡаралар, үҙҙәре алдына  маҡсат ҡуя беләләр һәм шул маҡсатҡа ирешеү юлдарын эҙләйҙәр. Улар яуаплылыҡ тойғоһо менән уйын ролдәрен башҡаралар. Бында лә тәрбиәсенең ярҙамыһыҙ булманы. Тәрбиәсе ярҙам итмәһә сюжет артабан дауам итмәй. Балалар  үҙҙәренә оҡшаған бер төрлө уйын хәрәкәттәрен башҡаралар.
4. Тәрбиәселәрҙең профессионал оҫталыҡтарына баһа.
Тематик тикшереү барышында тәрбиәселәгә анкеталар үткәрелде.  Анкеталарҙы анализлау тәрбиәселәрҙең сюжетлы – ролле уйындар ойоштороу үҙенсәлектәрен белеүҙәрен асыҡланы.  Тәрбиәселәр  әҙерлек ваҡытында алынған белемдәрен пракикала ҡулланалар.  Шулай булыуға ҡарамаҫтан, балалар сюжетлы – ролле уйындар менән ныҡ ҡыҙыҡһынып бармайҙар, сөнки тәрбиәселәр  балалрға уйындар тәҡдим итәләр һәм үҙҙәре тәртип һаҡлауҙы күҙәтәләр һәм үҙ эштәре менән булалар. Уйын ойоштороу өсөн төрлө ҡыйынлыҡтар булыуын да асып күрһәтә алғандар. Мәҫәлән, ҡайһы бер тәрбиәсләр уйын атрибуттарының етмәүен, үҙ – һүҙле, еңмеш  балаларҙы уйындарға йәлеп итеү ҡыйынлыҡтар килтереүен белдергәндәр. Дөйөм алғанда тәрбиәселәр күбеһенссә ҡыйынлыҡтар юҡлығын белдерәләр. Был тик хафаға һала. Бер яҡтан, күҙәтеүҙәр буйынса программаға ярашлы тәҡдим ителгән уйындар өсөн төркөмдәрҙә тулыһынса мөхит булдырылмаған.  Икенсе яҡтан,  тәрбиәселәрҙең уйындар менән идара итеүҙә  үҙ белемдәренең һайлығы.
Төркөмдәрҙәге уйын мөхитенә тәрбиәселәрҙең үҙбаһаһы төрлөсә: уртаса кимәлдә, тулыландырып бөтөргә кәрәк, тулыландырылып бара, яҡшы. Бер тәрбиәсе был һорауға яуап бирмәй ҡалдырған. Ижади уйындар ойошторғанда тәрбиәселәр йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яуап биргәндәр. Кескәйҙәр төркөмөндә ярҙамсы, уйын күнекмәләренә өйрәтеүсе ролендә булһалалар, уртансыларҙа уйындарҙа партнерлыҡты хуп күрәләр, ә өлкәндәр төркөмдәрендә күҙәтеүсе ролендә икәнен күрһәткәндәр. Бер тәрбиәсе  был һорауға яуап бирергә ҡыйынһынған. Тимәк  ижади уйындар ойоштороу  буйынса методик яҡтан белеме етешмәй.
4. Планлаштырыуға баһа.
Һәр тәрбиәсе төрлө уйын төрҙәрен планлаштыра. Уйындар йәш үҙенсәлектәренә тап килә. Планлаштырыу системалы һәм эҙмә - эҙлекле. Бөтә тәрбиәселәр ҙә уйын менән идара итеү алымдарын планда сағылдырмағандар уйын тематикаһы балалар баҡсаһы тематикаһына ярашлы планлаштырыла. ләкин бер төркөмдә лә уйын проекттары юҡ. Пландарҙа уйындар исеме генә планлаштырыла. Уйын менән идара итеү алымдарын мотлаҡ планлаштырырға кәрәк: кескәйҙәр төркөмөндә - тәрбиәсенең уйында ҡатнашык кимәле, өлкәндәр төркөмөндә - уйынды байытыу алымдары.  
Шулай итеп , уйын тик формаль рәүештә генә планлаштырыла.
5. Ата - әсәләр менән эшкә анализ.
Ата - әсәләр менән хеҙмәттәшлек барышында сюжетлы – ролле уйындар проблемаһы бик һирәк ҡарала. Ата - әсәләр менән хеҙмәттәшлек тик балалар менән уйындар барышында төшкән фотоинформациялар тәҡдим итеү  формаһында күрһәтелгән
Алып барыусы: Тикшереү күрһәтеүенсә  тәрбиәселәр күргәҙмәле аралыҡ мөхитен йәнләндереү һәм был йүнәлештә балалар менән эшмәкәрлек ойоштороу маҡсатында ярайһы уҡ эштәр башҡарғандар икән.  Шуныһы үкенесле әлбиттә, уйын барышында балаларҙың аралашыу кимәле етәрлек булмауы. Сөнки уйын барышында баланың белем кимәле лә арта, фекерләүе лә формалаша, телмәре  лә үҫешә.
Практика күрһәтеүенсә үҫеш мөхите даими алышынып тормаһа балаларға ҡыҙыҡ булмай. Бала үҙе лә уйын мөхитен ойоштороуҙа ҡатнаша ала тиҙәр.   Нисек итеп баланы уйын мөхитен йәнләндереүгә, тулыландырыуға йәлеп итергә һуң?
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе  Малабаева Н.З. сығыш яһай
Тема “Күргәҙмәле аралыҡ мөхитен үҫтереүҙә уйын макеттарының әһәмиәте”
Алып барыусы:
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы  балалар баҡсаһының белем биреү программаһының 40 процентын белем биреү барышында ҡатнашыусылар  формалаштыра. Программаның был өлөшө региональ  төбәк мөхитен, үҙенсәлектәрен, балалар баҡсаһының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәрен иҫпкә алып төҙөлә.  Ә  уйындарға килгәндә милли төбәк үҙенсәлектәре иҫәпкә алынамы һуң? Был һорауға кем яуап бирә ала?
Өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова һәм эксперт төркөмө ағзаһы Танһыҡҡужина З.Ғ. “Иң яҡшы  региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын” төркөм -ара конкурсы һөҙөмтәләре менән таныштыра.
“Иң яҡшы региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын” конкурсы һөҙөмтәләре

Скачать:

Предварительный просмотр:

ПЕДСОВЕТ №3

“Сюжетлы – ролле уйындарҙың балаларҙы социалләштереүҙәге әһәмиәте”

Үткәреү формаһы – ток - шоу “Һөйләһендәр әйҙә!”

Маҡсат:  Балалар баҡсаһында белем – тәрбиә биреүҙә сюжетлы – ролле уйындар ойоштороуҙың мөһимлеген күтәреү.

Бурыстар:

  • Балаларҙы социалләштереүҙә сюжетлы – ролле уйындарҙың актуаль булыуын күрһәтеү;
  • Сюжетлы – ролле уйындар ойоштороуҙа заманса талаптарҙы иҫәпкә алыу

Алдан алып барылған эштәр: семинар – практикум “Балалар менән бергә уйнайбыҙ”, уйын аҙналығы үтуәреү, тематик тикшереү “Сюжелы – ролле уйындар аша балаларҙың аралашыуы”, төркөм – ара конкурс “Иң яҡшы региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын”, консультациялар “Сюжетлы -  ролле уйындар менән иалара итеү”, “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уйын эшмәкәрлеге ойоштороу”.

Көн тәртибендә

  1. Үткән педсовет ҡарарҙары үтәлеше менән танышыу(өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова);
  2. “ Уйын эшмәкәрлегенә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары” (балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина);
  3. Заман талаптарына ярашлы сюжетлы – ролле уйындар өсөн шарттар булдырыу ( тәрбиәсе Әбдрәшитова Р.Х.)
  4. “Сюжетлы – ролле уйындар аша балаларҙың аралашыуы” – тематик тикшереү буйынса белешмә (өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова);
  5. “Күргәҙмәле аралыҡ мөхитен үҫтереүҙә уйын макеттарының әһәмиәте” (тәрбиәсе Малабаева Н.З.);
  6. “Иң яҡшы региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын” конкурсы һөҙөмтәләре (эксперт төркөмө ағзаһы Танһыҡҡужина З.Ғ.);
  7. Экспресс  һорауҙар “Төрлө йәш төркөмдәрендә уйындар менән идара итеү үҙенсәлектәре” (өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова);
  8. Рефлексия
  9. Педсовет ҡарарҙары

Педсовет барышы

“Пусть говорят” ток- шоу тапшырыуынан музыка һәм видеоөҙөк күрһәтелә.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар! Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында ток – шоу “Әйҙә һөйләһендәр” тапшырыуы. тапшырыуҙың төп темаһы “Балалар баҡсаһында сюжетлы – ролле уйындарҙың балаларҙы социалләштереүҙәге әһәмиәте”.  Бөгөнгө ток – шоуҙа ҡатнашалар – “Сулпылар” балалар баҡсаһы педагогтары.

Иң тәүҙә  үткән тапшырыуҙа булған һорауҙарҙы иҫкә төшөрөп үтәйек.

  1. Үткән педсовет ҡарарҙары үтәлеше менән танышыу.

Алып барыусы: Педсовет темаһы  юҡҡа ғына шулай һайланмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпкәсә йәштәге балалар  әҙ уйнайҙар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса балаларҙың уйын төжрибәһе юҡ, уйын сюжетын да үҫтерә алмайҙар.  Педагогтар “социаль заказ” өҫтөндә эшләйҙәр, йәғни балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә тырышалар. Уйын өсөн бүленгән ваҡыт байрмадарға әҙерләнеү, ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәрен үткәреү өсөн ҡулланыла. Ҡәйһы бер ата - әсәләр балаларын иртә балалар баҡсаһынан алалар. Был да уйын үҫешенә ҡамасаулаусы бер сәбәп. Күп ата - әсәләр ҙә уйынды кәрәк тип һанамайҙар, ваҡытты буш үткәреү тип уйлайҙар.  Шундай һорау тыуа: ни өсөн өлкәндәр балаларға уйнарға бирмәй, уйын өсөн бүленгән ваҡытты башҡа төрлө эшмәкәрлектәр менән алмаштыра?    Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина.  Ошо һорауға яуап эҙләп һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ

Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина сығышы.

Быға сәбәпсе - өлкәндәр үҙҙәре уйнай белмәйҙәр, тип уйлайым.  Ғаиәләгә уйын ойоштороу буйынса ла кәңәштәр бирелмәйҙер.

Алып барыусы: Федераль дәүләт белем биреү стандарттары уйындарға ниндәй талаптар ҡуя?

Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина сығышы.

 “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уйын эшмәкәрлеге ойоштороу.”

Заман талаптарына ярашлы уйын ойоштороуҙың ике юлы билдәләнә. Беренсеһе – тәрбиәсе балаларға сюжет йөкмәткеһен асырға ярҙам  итә. Икенсе юл буйынса уйын культуралы эшмәкәрлек һанала һәм уйындың төрлө ысулдары өсөн балаларға шарттар булдырылыуын  күҙ уңында тота. Педагогтарға уйын менән  дөрөҫ идара итергә өйрәнергә кәрәк.

Уйын менән идара итеүҙә  Новоселова С.Н. тәҡдим иткән комплекслы подход  өҫтөнлөк итә.

Был алым буйынса баланың уйын тәжрибәһен байытыу өҫтөндә эшләү. Бының өсөн:

  • балала уйын ниәте булдырыу, уйын йөкмәткеһен байытыу.
  • махсус өйрәтеүсе уйындар ҡулланыу мөһим;
  • үҙ ваҡытында уйын мөхитен алмаштырып тороу. Бының өсөн алмаштырыусы предметтар ҡулланыу кәрәк.
  • уйын барышында өлкәндәр менән аралашыу, өснки ул балаларға уйындың йөкмәткеһен байытыр өсөн тәҡдим дәр индерә ала.  

    Н.Я. Михайленко  һәм  Н.А. Короткова буйынса уйынды ойоштороу этаптарҙан  тора.  Өлкәндәр менән аралашыу  партнерлыҡ формаһында бара, тәрбиәсе балалар менән бер рәттән уйнай ала.

Бала менән аралашыу партнерлыҡ формаһында бара.  

  1. Бала менән бергә уйнарға;
  2. Баланы сюжетҡа ярашлы башҡалар менән аралашып  ролдәр башҡарырға өйрәтергә кәрәк.
  3. Тәрбиәсе бөтә йәш төркөмдәренә лә уйнай һәм уйындар аша баланы яңы  булдырыу алымдарына өйрәтә.

Балаларға уйын өсөн ваҡыт СанПин ҡағиәҙәләренә ярашлы бирелә. Шулай булғас, балалар менән уйнарға кәрәк. Балалар кем менән теләй, ниндәй уйын  теләй шулай уйнаһын.  Уйын күнекмәләре булмаған балаларға уйнарға өйрәтергә кәрәк. Баланың  ижади потенциалы   сюжетлы – ролле уйындар аша үҫешә. Юҡҡа ғынамы ни сюжетлы – ролле уйынды ижади уйындар тип һанайҙар.  Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы  социаль – коммуникатив үҫеш балаларҙың үҙ – ара һәм өлкәндәр менән аралашыуын үҫтереүгә, үҙаллылыҡ һәм үҙ хәрәәктен башҡалар менән яраштырып эшләүгә йүнәлтелгән.

ФДББС – да  балалар баҡсаһының программаһын үҙләштереүгә психологик – педагогик шарттар ҙа бар икәнен онотмайыҡ.  

 Шул шарттарҙың береһе -  белем биреү процесын аралашыу формаһында ойоштороу, һәр баланың үҙенсәлеген иҫәпкә алыу, төрлө эшмәкәрлектәрҙә ыңғай мөнәсәбәттәр формалаштырыу, балаларҙың инициативаһын иҫәпкә алыу.

Үҫеш мөхите балаларҙың уйын эшмәкәрлегендә үҫешен тьәмин итергә тейеш.

Балалар баҡсаһын тамамлауға балалар өсөн түбәндәге маҡсатлы ориетирҙар ҡуйылған. Улар уйындарҙағы үҫешкә лә ҡағыла:

  • ребёнок овладевает основными культурными способами деятельности, проявляет инициативу и самостоятельность в разных видах деятельности - игре, общении, познавательно-исследовательской деятельности, конструировании и др.; способен выбирать себе род занятий, участников по совместной деятельности;
  • ребёнок обладает развитым воображением, которое реализуется в разных видах деятельности, и прежде всего в игре; ребёнок владеет разными формами и видами игры, различает условную и реальную ситуации, умеет подчиняться разным правилам и социальным нормам;

Алып барыусы: Рәхмәт Нурия Әхәт ҡыҙы!  Сюжетлы ролле уйындар ойоштороу тәрбиәсенең был йүнәлештә профессиональ оҫта булыуын, уйын ойоштороу буйынса белгес булыуын талап итә. Ә уйындар ойоштороу өсөн әлбиттә уйын мөхите булдырыр кәрәк. Был тарафта балалар баҡсаһында нимәләр эшләнелә һуң?

(тәрбиәсе  Әбдрәшитова Р.Х. был һорауға яуап бирергә теләк белдерә)

Тема “Заман талаптарына ярашлы балалар баҡсаһында сюжетлы – ролле уйындар өсөн шарттар булдырыу”

Алып барыусы: Аңлашылды. Тимәк, балалар баҡсаһы үҫеш мөхитен тулыландырыу өҫтөндә системалы эш алып бара. Был турала өлкән тәрбиәсе нимә тип әйтер? Сөнки бөтә методик эштәр уның ҡулы аша үтә бит.  Рәхим итегеҙ, Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы!

“Сюжетлы – ролле уйындар аша  балаларҙың аралашыуы” темаһына тематик тикшереү һөҙөмтәләре

йыллыҡ эш планына һәм балалар баҡсаһы мөдире бойороғона ярашлы  “Сюжелы – ролле уйындар аша балаларҙың аралашыуы” темаһына  2016 йыл 9 марттан алып 16 мартҡа тиклем  тематик тикшереү үткәрелде

Эксперт төркөмө :

Комиссия рәйесе – Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина.

эксперт төркөмө ағзалары  - өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова, тәрбиәселәр Бикбова С.Р., Танһыҡҡужина З.Ғ.

.          

Тикшереү маҡсаты:   сюжетлы – ролле уйындар аша балаларҙы социалләштереү буйынса белем – тәрбиә биреү эштәренең эффектлылығын асыҡлау, балаларҙың уйын культураһы кимәлен асыҡлау, уйын  буйынса эш сифатын күтәреү буйынса факторҙар һәм сәбәптәр асыҡлау.  

Контроль һорауҙары: сюжетлы – ролле уйындар күҙәтеү, әңгәмәләр, анкеталар үткәреү, күргәҙмәле аралыҡ мөхитен анализлау, “Иң яҡшы региональ йөкмәткеле уйын” смотры-  конкурсы үткәреү, көндәлек пландарға анализ, ата - әсәләр өсөн күргәҙмә мәғлүмәткә анализ.

Тикшереү барышында түбәндәгеләр асыҡланды:

1.  Уйын эшмәкәрлеге шарттарына анлиз. Төркөмдәрҙә сюжетлы – ролле уйындар өсөн ҡәнәғәтләндерерлек шарттар булдырылған.  Төркөмдәрҙә йәш үҙенсәлектәренә ярашлы уйындар булдырылған.  Уйын атрибуттары рациональ урынлаштырылған, балалар алып уйнар өсөн уңайлы.

Уйын ойоштороу өсөн СанПин ҡағиҙәләре күҙ уңында тотола, гендерлыҡ принциптарына таянып әҙерләнгән уйындар бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан төрлө йәш төркөмдәрендә  уйындар  өсөн кәрәкле атрибуттар, макеттар булмауы күҙгә салынды. Уйын зоналарында биҙәнеү  мөйөшө ҡулланылмай ҡала, постель кәрәк – яраҡтары, йорт йыһаздары етәрлек кимәлдә түгел, ҡурсаҡтар өсөн кейемдәр етешмәй.

Заманса уйындар юҡ тиерлек, мәҫәлән “Банк”, “Супермаркет”, “Гипермаркет”, “Бәйләнеш үҙәге” һ.б. Төркөмдәрҙә күбеһенсә уйын мөйөштәрендә һәм  коробкаларында яҙыуҙар ҡулланылған. Ә методикаға ярашлы уйын мөйөштәре билдәләр,  уйын маркерҙары менән билдәләнергә тейеш.  Уйын мөхитен ойоштороуҙа төрлөлөк, уйын шарттарын булдырыуҙа үҙенсәлеклек юҡ.  Бөтә төркөмдәрҙә лә тиерлек бер төрлө зоналараға бүлеү ҡаралған, тәрбиәселәр уйын зоналарын урынлаштырыуҙа, уларҙың йөкмәткеһен  үҙгәртеүҙә ижадилыҡ күрһәтмәгән.

  1. Уйын менән идара итеүгә анализ. 

Төркөмдәрҙә уйын ойоштороуҙа тәрбиәселәр ыңғай эмоциональ кәйеф булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр.уйын ситуациялары булдырыла: уйын атрибуты индереү, проблемалы сситуациялар булдырыу һ.б. Тәрбиәселәр балаларҙың актив һәм үҙаллы уйындары өсөн шарттар булдырырға тырышалар, үҙҙәре уйында ҡатнашалар. Мәҫәлән, Газина Г.Р уйында балалар менән бер рәттән ҡатнашты, балаларға кәңәштәр бирҙе һәм уйынға тьәҫир яһаны. Дәүләтҡолова Н.Р. уйын ситуацияһы булдырып, балалар менән бер рәттән уйын роленә инеп балаларҙы “зоопаркка”алып барҙы. Уйын барышында төҙәтмәләр индерҙе, уйынды байытыу, артабан тулыландырыу өсөн кәрәкле атрибуттар һайлашты. Ә Малабаева Н.З. мәктәпкә әҙерлек төркөмө балаларын сәйхәткә саҡырҙы һәм уйынды ситтән күҙәтеп, төҙәтмәләр индереп торҙо, уйын аҙағында үҙе ролгә инде. Ләкин уйын өсөн кәрәкле предметтар, кейемдәр булманы. Тәрбиәсе бала өсөн тәғәйенләнгән табип кейемен өҫтөнә һалды. Был дөрөҫ түгел. Балалар уйын аша ғшылап аралаша бенлмәйҙәр, өнһөҙ – һүҙһеҙ уйын хәрәкәтен башҡарыусылар күп булды. Тәрбиәселәр уйын  барышында нимә һөйләргә кәрәклеген әйтеп торҙолар. Был  хата ла бөтә төркөмдәрҙә лә күҙәтелде.  Йәш  тәрбиәсе Йәнбәкова М.А. уйын менән идара итеү алымдарын яңы өйрәнә башлаған булһа ла , тәжрибәһе етешмәһә лә уйынды маҡстаына ярашлы ойоштора алды. Балалар бик ҙур теләк менән төрлө уйын сюжеттарын бергә бәйләп уйнанылар. Әммә аралашыу бик наҡыҫ барҙы. Балалар күбеһенсә үҙҙәре теләп роль ала белмәйҙәр, роогә ярашлы һөйләшмәйҙәр. тәрбиә        се гел өйрәтеп, күрһәтеп торҙо. Һәр төркөмдә лә балалар ҙур теләк менән уйнайҙар. Тәрбиәселәргә уйын менән идара итеү өсөн белемдәрен байытыу өҫтөндә эшләргә кәрәклеге күренде.

  1. Балаларҙың белемләренә һәм уйын күнекмәләренә баһа.

Бөтә төркөмдәрҙә лә уйындағы үҫеш сифаттары йәш үҙенсәлектәренә тап килә. беренсе кескәйҙәр төркөмөндә балалар үҙаллы уйын хәрәкәттәре эшләй алалар, тәрбиәсе менән бергә ябай уйын сюжетын  күрәһә алалар, ярыш (рядом) уйнай         алалар.  Ләкин уйын эшмәкәрлеге буйынса дөйөм картина  был йәш төркөмөндә әле хаотик кимәлдәИкенсе кескәйҙәр төркөмөндә уйын күнекмәләре, уйын хәрәкәттәре иркенерәк башҡарыла, балалар тәрбиәсе менән бергә уйын сюжетын асалар һәм теләп уйнайҙар, системалылыҡ күҙәтелә. Уртансылар төркөмөндә ҡатмарлы булмаған сюжетты уйнай алалар, үҙҙәренә роль алалар һәм башҡаралар.  Уйында бер нисә сюжет берләшә (автобус, больница).  балалар үҙҙәренә алған ролде  башҡара алалар.

Өлкәндәр төркөмдәрендә бер сюжетты ғына уйнай алалар, башҡа сюжеттарҙы ҡуша белмәйҙәр, тәрбиәсе ярҙамы менән башҡаралар. Өҫтәлмә сюжет индереү балаларҙы ҡыйынһындыра.  Ролдәр менән бүлешә белмәйҙәр, уйынға инеп китәләр һәм уйында ҡатнашыусылар риза булһалар артабан бергә уйнайҙар йәки паралель рәүештә уйын алып баралар.Ә малайҙар бөтөнләй үҙ аллы  сюжетлы уйын ойоштора белмәйҙәр. Тәрбиәсе уйын менән идар итһә генә уйнай алалар.  Бер төркөмдә лә балалар алмаштырыусы предметтар ҡулланманылар. Әммә балалар уйын мөхитендә ориентир таба беләләр, теләп уйнайҙар.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә сюжеттарҙы ҡушып уйнай белмәйҙәр. Тәрбиәсе ярҙамы менән генә төрлө сюжеттарҙы берләштерәләр.  Ҡыҙҙар ролдәрҙе бүлешәләр, ролдәрҙе теләп башҡаралар, үҙҙәре алдына  маҡсат ҡуя беләләр һәм шул маҡсатҡа ирешеү юлдарын эҙләйҙәр. Улар яуаплылыҡ тойғоһо менән уйын ролдәрен башҡаралар. Бында лә тәрбиәсенең ярҙамыһыҙ булманы. Тәрбиәсе ярҙам итмәһә сюжет артабан дауам итмәй. Балалар  үҙҙәренә оҡшаған бер төрлө уйын хәрәкәттәрен башҡаралар.

4. Тәрбиәселәрҙең профессионал оҫталыҡтарына баһа.

Тематик тикшереү барышында тәрбиәселәгә анкеталар үткәрелде.  Анкеталарҙы анализлау тәрбиәселәрҙең сюжетлы – ролле уйындар ойоштороу үҙенсәлектәрен белеүҙәрен асыҡланы.  Тәрбиәселәр  әҙерлек ваҡытында алынған белемдәрен пракикала ҡулланалар.  Шулай булыуға ҡарамаҫтан, балалар сюжетлы – ролле уйындар менән ныҡ ҡыҙыҡһынып бармайҙар, сөнки тәрбиәселәр  балалрға уйындар тәҡдим итәләр һәм үҙҙәре тәртип һаҡлауҙы күҙәтәләр һәм үҙ эштәре менән булалар. Уйын ойоштороу өсөн төрлө ҡыйынлыҡтар булыуын да асып күрһәтә алғандар. Мәҫәлән, ҡайһы бер тәрбиәсләр уйын атрибуттарының етмәүен, үҙ – һүҙле, еңмеш  балаларҙы уйындарға йәлеп итеү ҡыйынлыҡтар килтереүен белдергәндәр. Дөйөм алғанда тәрбиәселәр күбеһенссә ҡыйынлыҡтар юҡлығын белдерәләр. Был тик хафаға һала. Бер яҡтан, күҙәтеүҙәр буйынса программаға ярашлы тәҡдим ителгән уйындар өсөн төркөмдәрҙә тулыһынса мөхит булдырылмаған.  Икенсе яҡтан,  тәрбиәселәрҙең уйындар менән идара итеүҙә  үҙ белемдәренең һайлығы.

Төркөмдәрҙәге уйын мөхитенә тәрбиәселәрҙең үҙбаһаһы төрлөсә: уртаса кимәлдә, тулыландырып бөтөргә кәрәк, тулыландырылып бара, яҡшы. Бер тәрбиәсе был һорауға яуап бирмәй ҡалдырған. Ижади уйындар ойошторғанда тәрбиәселәр йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яуап биргәндәр. Кескәйҙәр төркөмөндә ярҙамсы, уйын күнекмәләренә өйрәтеүсе ролендә булһалалар, уртансыларҙа уйындарҙа партнерлыҡты хуп күрәләр, ә өлкәндәр төркөмдәрендә күҙәтеүсе ролендә икәнен күрһәткәндәр. Бер тәрбиәсе  был һорауға яуап бирергә ҡыйынһынған. Тимәк  ижади уйындар ойоштороу  буйынса методик яҡтан белеме етешмәй.

  1. Планлаштырыуға баһа.

Һәр тәрбиәсе төрлө уйын төрҙәрен планлаштыра. Уйындар йәш үҙенсәлектәренә тап килә. Планлаштырыу системалы һәм эҙмә - эҙлекле. Бөтә тәрбиәселәр ҙә уйын менән идара итеү алымдарын планда сағылдырмағандар уйын тематикаһы балалар баҡсаһы тематикаһына ярашлы планлаштырыла. ләкин бер төркөмдә лә уйын проекттары юҡ. Пландарҙа уйындар исеме генә планлаштырыла. Уйын менән идара итеү алымдарын мотлаҡ планлаштырырға кәрәк: кескәйҙәр төркөмөндә - тәрбиәсенең уйында ҡатнашык кимәле, өлкәндәр төркөмөндә - уйынды байытыу алымдары.  

Шулай итеп , уйын тик формаль рәүештә генә планлаштырыла.

5. Ата - әсәләр менән эшкә анализ.

 Ата - әсәләр менән хеҙмәттәшлек барышында сюжетлы – ролле уйындар проблемаһы бик һирәк ҡарала. Ата - әсәләр менән хеҙмәттәшлек тик балалар менән уйындар барышында төшкән фотоинформациялар тәҡдим итеү  формаһында күрһәтелгән

Алып барыусы: Тикшереү күрһәтеүенсә  тәрбиәселәр күргәҙмәле аралыҡ мөхитен йәнләндереү һәм был йүнәлештә балалар менән эшмәкәрлек ойоштороу маҡсатында ярайһы уҡ эштәр башҡарғандар икән.  Шуныһы үкенесле әлбиттә, уйын барышында балаларҙың аралашыу кимәле етәрлек булмауы. Сөнки уйын барышында баланың белем кимәле лә арта, фекерләүе лә формалаша, телмәре  лә үҫешә.

Практика күрһәтеүенсә үҫеш мөхите даими алышынып тормаһа балаларға ҡыҙыҡ булмай. Бала үҙе лә уйын мөхитен ойоштороуҙа ҡатнаша ала тиҙәр.   Нисек итеп баланы уйын мөхитен йәнләндереүгә, тулыландырыуға йәлеп итергә һуң?

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе  Малабаева Н.З. сығыш яһай

Тема “Күргәҙмәле аралыҡ мөхитен үҫтереүҙә уйын макеттарының әһәмиәте”

Алып барыусы:

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы  балалар баҡсаһының белем биреү программаһының 40 процентын белем биреү барышында ҡатнашыусылар  формалаштыра. Программаның был өлөшө региональ  төбәк мөхитен, үҙенсәлектәрен, балалар баҡсаһының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәрен иҫпкә алып төҙөлә.  Ә  уйындарға килгәндә милли төбәк үҙенсәлектәре иҫәпкә алынамы һуң? Был һорауға кем яуап бирә ала?

Өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова һәм эксперт төркөмө ағзаһы Танһыҡҡужина З.Ғ. “Иң яҡшы  региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын” төркөм -ара конкурсы һөҙөмтәләре менән таныштыра.

“Иң яҡшы региональ йөкмәткеле сюжетлы – ролле уйын” конкурсы һөҙөмтәләре

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Педсовет "Игра как приоритетное развитие дошкольников" (фрагмент педсовета - игра "Что? Где? Когда?"

Педсовет "Игра как приоритетное развитие дошкольников" (фрагмент педсовета - игра "Что? Где? Когда?"...

Педсовет"Детское экспериментирование - средство интеллектуального развития дошкольников" (фрагмент педсовета- игра "Что? Где? Когда")

Педсовет"Детское экспериментирование - средство интеллектуального развития дошкольников" (фрагмент педсовета- игра "Что? Где? Когда")...

Выступление на педсовете. Тема педсовета: «Современный подход к обучению детей математике»

Тема выступления: «Формирование элементарных математических представлений у детей первой младшей группы.  Представление своего опыта»...

Педсовет "Экологическое воспитание дошкольников" Сценарий педсовета

Педсовет №2"Экологическое воспитание дошкольников"Сценарий педсовета...

Педсовет на тему: « Дистанционные образовательные технологии в ДОУ» Выступление на педсовете по теме: « Копилка творческих идей по дистанционному обучению»

Педсовет на тему: « Дистанционные образовательные технологии в ДОУ»Выступление на педсовете по теме: « Копилка творческих идей по дистанционному обучению»...

Доклад на педсовет Тема педсовета: "Работа ДОУ по сохранению и укреплению здоровья воспитанников" Тема выступления: "Система оздоровительной работы в ДОУ с помощью нетрадиционного оборудования"

Доклад на педсоветТема педсовета: "Работа ДОУ по сохранению и укреплению здоровья воспитанников"Тема выступления: "Система оздоровительной работы в ДОУ с помощью нетрадиционного оборудо...

Выступление на педсовете МБДОУ Доклад. Педсовет №3 от 19.01.2023 года

Развитие познавательно-речевых способностей у детей это одна из главных задач дошкольного образования. На сегодняшний день образная, богатая синонимами, дополнениями и описаниями речь у дете...