Мостай Кәримдең " Тыуған Башҡортостан" әҫәрен өйрәнеү.
методическая разработка по чтению (2 класс)
2-се класс өсөн Туған (башҡорт) телдә әҙәби уҡыуҙан Мостай Кәримдең тормошо һәм ижадына араналған дәрес өлгөһө.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 20.58 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема : Мостай Кәримдең “ Тыуған Башҡортостан” әҫәрен өйрәнеү. 2-се класс
Маҡсат; М.Кәримдең“ ТыуғанБашҡортостан” әҫәрен өйрәнеү, уның тормош юлы һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу;
Уҡыусыларҙың уҡыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү;
Тыуған еребеҙҙе , илебеҙҙе яратырға, ун һаҡларға өндәү.
Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты , китаптар күргәҙмәһе, проектор, Башҡортостан картаһы
Дәрес барышы
Ι. Ойоштороу мәле.Инеш һүҙ. Психологик инеш.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Һаумыһығыҙ, уҡытыусы!
ΙΙ. Артикуляцион күнегеү
- Уҡыусылар, башҡорт телендә дөрөҫ һәм таҙа һөйләшеү өсөн төрлө күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.
#1044;өрөҫ тын алыу өсөн күнегеүҙәр: танау менән тын алып, тәгәрмәс тауышы сығарыу с-с-с , йылан кеүек ыҫылдау ҫ-ҫ-ҫ , ҡуңыҙ кеүек быжлдау ж-ж-ж ,паровоз кеүек пышылдау пш-пш-пш .
#1210;уҙнҡылар өҫтөндә эш:
А, ә, о,ө, у,ү, ы, и, е өндәрен әйткәндә тауышты алыҫайтыу(кәметеү), яҡынайтыу (арттырыу), йырлау.
ΙΙΙ. Инеш әңгәмә.
Таҡтаға М.Кәримдең портреты , Башҡортостан Республикаһының картаһы эленә.
Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында ” шиғырынан өҙөктө яттан һөйләтеү
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡш ғына,-
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡл ғына .
Эйе , япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары...
Һорауҙарға яуап биреү:
- Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
- Башҡортостанды автор нимә менән сағыштыра?
- Картанан Башҡортостанды табығыҙ. Тыуған илебеҙ япраҡҡа оҡшағанмы?
- Картанан Шишмә районын , Келәш ауылын табығыҙ.
- Был ауылда ниндәй билдәле шәестәр тыуып-үҫкән?
Уҡыусыларҙың яуаптары: Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Фәриҙә Ҡудашева
- Уҡытыусы : Дөрөҫ , уҡыусылар !
ΙV. Дәрес маҡсатын билдәләү.
- Тимәк, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
V. Уҡыу ситуацияһының сиселеше.
Яҙыусы һәм уның ижады менән танышыу.М.Кәримдең “Тыуған Башҡортос - таным”әҫәрен өйрәнеүгә әҙерлек.
Мостай Кәрим- Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Уның бик күп китаптары бар . Мостай Кәрим балалар, уларҙың дуҫлығы тураһында әҫәрҙәр. Тыуған ил , тыуған ер тураһында шиғырҙар ижад иткән. Балалар өсөн дә бик күп әҫәрҙәр ижад иткән. “Өс таған” , “Беҙҙең өйҙөң йәме” , “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” тигән повестарын балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып уҡый .
VI. Дәреслек менән эшләү .
М.Кәримдең “Тыуған Башҡортостан” әҫәрен өйрәнеү.
1.Һүҙлек эше:
дала- степь,
мәшһүр – величественный, величавый,
ҡая- скала,
һарай- дворец,
таҫма- -лента,
иге-сиге булмаған- бескрайний
а) уҡытыусының уҡыуы;
б) хор менән уҡытыу;
в)һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр уйлатыу.
2. Әҫәрҙең йөкмәткеһен уҡытыусы уҡый;
3. Уҡыусыларҙан уҡытыу;
VΙI. Ял минуты
Беҙҙең Башҡортостанда
Шулай бөгөлә талдар,
Ошонда йбейек тауҙар ,
Шулай ҡағына ҡаҙҙар,
Шулай бейей балалар,
Шулай ырғып алалар,
Шунан тура ултырып,
Тағы белем алалар.
(шиғырҙың һәр бер һөйләменә ярашлы хәрәкәттәр яһатыу)
4. Һөйләү телмәрен үҫтереү. Һорауҙарға яуап биреү.
- Башҡортостан нимәләр менән бөтә донъяла билдәле? (1-се абзац)
-Ни өсөн М.Кәрим Уралды әкиәт һарайына оҡшата?(Һөйләп аңлаталар)
- Урал тауынан көс алып. Ниндәй йылғалар ағып сыға икән? (3-сө абзац )
-Урал йөрәгендә ниндәй хазиналар бар?(Алтын, баҡыр, тимер, аҫыл таштар, нефть, күмер )
- Башҡорт халҡының элекке тормошо нисек булған?(5-се абзац )
- М.Кәрим нимәне оноторға ярамай, ти?(һуңғы абзац )
5. Эш һөҙөмтәһен асыу. Һығымта – йомғаҡлау.
Тимәк, Башҡортостан тураһында нимәләр белдек?
. Уҡыған әҫәрҙә тыуған ерҙең, тыуған илдең матурлығы , байлығы тураһында белдек.
VII. Дәфтәрҙә эшләү.
- Матур яҙыу минуты.
Ҡҡ ҡкҡ Кк
Шөңгәккүл, Ябалаҡлы, Өйҙөрәк.
- Бер һүҙ менән һөйләм төҙөп яҙырға.
- Әҫәрҙән Урал йөрәгендә булған хазиналар исемдәрен яҙып алырға.
VIII. Рефлексия
- Уҡыусылар, һеҙ бөгөн нимә тураһында уҡынығыҙ? Нимәләр белдегеҙ?
- Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштыҡ. Уның Башҡортостан тураһындағы әҫәрен уҡыныҡ.
- Тыуған илен яратыуын белдек.
-Уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алып, билдәләр ҡуйыла.
IX. Өй эше.
Тыуған ил тураһында ике мәҡәл яҙырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»
Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему: «Башҡортостан—тыуған ерем»...

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эш программаһы
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (тормош һабаҡтары) 3 класс өсөн эш программаһы...

Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"
Был сценарий 2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығ...

Конспект урока технологии Тема: «Мосты. Водный транспорт. Изготовление моста из различных материалов.» 3 класс
Цель деятельности учителя: знакомство с видами мостов, изготовление моста из бумаги, развитие навыков самостоятельной творческой деятельности в ходе создания моста.Планируемые результаты...



