Фәнни-тикшеренеү эше. Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдар сағылышы.
материал на тему

Гарипова Гульназ Рузиловна

Фәнни-тикшеренеү эше.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Инеш

             Туған тел - ул донъялағы иң матур тел. Әсә теле яғымлылығы менән күңелебеҙҙе йыуатһа, матур яңғырашы менән изгелек хистәре уята. Шуға ла тел күрке - һүҙ, милләт күрке - тел тигән боронғолар. Тимәк, тел- милләттең ғүмер буйына  тапҡан һәм табынған зиһен байлығы. Тел аралашыу сараһы ғына түгел, ә милләтте милләт иткән төп сифаттарҙың береһе. Ул халыҡтың рухын, яҙмышын һәм аҡылын сағылдыра. Туған телдә уйлау һәм һөйләшеү үҙ туған халҡыңдың быуындан быуынға йыйыла, туплана һәм үҫтерелә килгән рухи байлығын уртаҡлашып йәшәү тигән һүҙ ул.    Үҙ туған телеңдә уйлауҙан һәм һөйләшеүҙән дә ләззәтлерәк һәм бәхетлерәк нимә бар был донъяла!

              “Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ”- тип яҙған мәғрифәтсе - ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Үткән тормошто өйрәнеп, юғалып бара торған ыңғай милли йолаларын, ғөрөф- ғәҙәттәрен тергеҙһә генә, башҡорт халҡының киләсәге матур булыр. Өҫтәп әйтергә кәрәк, боронғо башҡорт сәсәндәре, йырсы- ҡурайсылары һәм башҡа һүҙ оҫталары ижад иткән, быуындан  быуынға үҫә килгән телебеҙҙе, телебеҙ гәүһәрҙәрен һаҡлап ҡына ҡалмай, яңы тыуасаҡ балаларыбыҙға ла өйрәтһәк ине. Бының өсөн хәҙерге башҡорт телен бар яҡлап, фәнни күҙлектән өйрәнеү беҙҙең бурысыбыҙ.

Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,  “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Тел байлығына килгәндә, иғтибарҙы балалар әҙәбиәтенә һәм, айырыуса, беҙгә бик таныш булмаған фразеологизмдарға йүнәлтәһем килә. Улар беҙҙе матур һөйләшеү генә түгел, ә уй-фекерҙе ҡыҫҡа, аныҡ, аңлайышлы  итеп әңгәмәләшкә еткереүҙә ярҙам итә.

  Теманың исеме: Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдарҙың сағылышы.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты: фразеологизмдар  тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау; балалар әҙәбиәтендә йышыраҡ ҡулланылған фразеологизмдарҙы асыҡлау. Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк: фразеологизмдар тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү; балалар әҙәбиәтендә ҡулланылған фразеологизмдар буйынса тикшеренеү эше үткәреү. Тикшеренеү эшенең предметы – фразеологизмдар. Тикшеренеү эшенең объекты – балалар әҙәбиәте.

Тикшеренеү эшенең структураһы:

  1. Инеш
  2. I бүлек “Фразеологизм төшөнсәһе”
  3. II бүлек “Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдарҙың сағылышы”
  4. Һығымта
  5. Библиография

        

Беренсе бүлек.

Фразеологизм төшөнсәһе.

      Бик боронғо осор кешеләре үҙҙәре йәшәгән әйләнә-тирәләге әйбер-предметтарға төрлө-төрлө атамалар биргәндәр. Шуға бәйле рәүештә исем һүҙ төркөмө барлыҡҡа килгән. Әйбер (предмет, күренеш, факт) һәр ваҡыт хәрәкәттә. Ҡылымдың һүҙ төркөмө булараҡ яһалышы шуға бәйле. Башта исем дә, ҡылым да тура мәғәнәлә ҡулланылған. Аҡрынлап кешеләрҙә образлы фекер йөрөтөү һәләте барлыҡҡа килә һәм исемдәр ҙә, ҡылымдар ҙа күсмә мәғәнәлә ҡулланыла башлай. Ҡылымдарҙағы күсермәлелек - ҡылым фразеологик берәмектәр яһалыуға нигеҙ ул. Ҡылымдың башланғыс лексик- семантик үҙенсәлеге эш йәки хәлде, хәрәкәтте белдереү. Төрләнеү - тармаҡланыу нәтижәһендә был һүҙ төркөмө эсендә лексик төрлөлөктәр барлыҡҡа килә һәм улар нигеҙендә фразеологик берәмектәр яһала.

  Шулай итеп, Мохтар Хоснулхаҡ Әхтәмов билдәләүенсә «Фразеологик берәмек – берҙәм бөтөн мәғәнәгә эйә булған даими составлы әҙер тел берәмеге. Телдең лексик системаһында тел берәмеге булып һүҙ торһа, фразеологик системала ундай берәмек булып фразеологизм, йәғни фразеологик берәмек, һанала.». Уларҙы ирекле һүҙбәйләнештәрҙән айыра һәм шул уҡ ваҡытта башҡа һүҙҙәр менән яҡынлаштыра торған төп үҙенсәлек - уларҙың телдә әҙер көйө йәшәүе. Фразеологизмдар аралашыу процесында төҙөлмәй. Аралашыу процесында фразеологизмдарҙы ҡулланыу кәрәк булған осраҡтарҙа, телдә быға тиклем булған фразеологизмдар иҫкә төшөрөлөп, шул әҙер көйө телмәргә индерелә.

   Фразеологизмдар бер-береһе менән бер бөтөндөң өлөштәре кеүек ныҡ бәйләнгән билдәле тәртиптә урынлашҡан компоненттарҙан тора. Һүҙҙәрҙә морфемалар составы һәм морфемаларҙың урынлашыу тәртибе даими булған кеүек, фразеологизмдарҙа ла уларҙы төҙөүсе компоненттарҙың составы һәм компоненттарҙың урынлашыу тәртибе даими була.

      Шулай ҙа ҡайһы бер фразеологик берәмектәрҙе төҙөүсе компоненттарҙың урындары алмаштырылып та ҡулланыла. Мәҫәлән: башы йомро – йомро баш, ерек тәртә- тәртәһе ерек, ҡаты ҡолаҡ – ҡолаҡҡа ҡаты, ҡулы оҙон – оҙон ҡуллы һ.б. Ләкин бының менән беҙ фразеологизмдарҙы төҙөүсе компоненттарҙың урындары беркетелмәгән, тип әйтә алмайбыҙ. Бында ла уларҙың урыны даими һәм беркетелгән. Был осраҡта улар тик мөмкин булған ике вариантта ғына ҡулланылған.

   Башҡорт теленең фразеологияһы буйынса тәүге тикшеренеүҙәр айырым мәҡәләләр рәүешендә журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа баҫыла килә. Тәүге монографик тикшеренеүҙәр 20-се быуаттың 60-сы йылдарында донъя күрә. Төрки телдәр белгесе С. Н. Моратов үҙенең «Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр» исемле китабында, башҡорт теле материалын киң файҙаланып, ошо һүҙбәйләнештәргә классификация үткәрә, уларҙың тәбиғәтен билдәләүҙә беренсе аҙым яһай. Х. Ғ. Йосопов оҙаҡ йылдар фразеология өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. Артабан башҡорт теленең фразеология мәсьәләләрен Ж. Ғ. Кейекбаев тикшерә. Телдең был образлы, үҙенсәлекле күренештәренең береһен тәшкил иткән фразеологик берәмектәрҙе башҡа телгә тәржемә итеү бик ауыр. Шуны иҫәпкә алып, башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәүге фразеологик һүҙлектәр нәшер ителә. Уларҙы башҡорт телсеһе  З. Ғ. Ураксин һәр береһенә мәғәнәләш тотороҡлоларын һайлап алып, аңлатмалар бирҙе.  Хәҙерге башҡорт телендә фразеологик берәмектәр килеп сығышы, структураһы һәм стилистик биҙәктәре менән бик күп төрлө, улар бик ныҡ үҫешкән. Шуға күрә уларҙы төрлө ғалим төрлөсә атап йөрөтә. Мәҫәлән, Ж. Ғ. Кейекбаев фразеологик берәмектәрҙе бик киң ҡарай һәм түбәндәге өс төркөмгә бүлә:

1) ябай фразеологик ҡушылмалар (донъя көтөү, сабыр итеү, һөрән һалыу),

2) идиоматик әйтемдәр (кәкре ҡайынға терәтеү, табан ялтыратыу),

3) мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр (егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, Иҙел күрмәй итек сисмә, көйҙөң оҙоно яҡшы - һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы).

      Бөгөнгө көндә фразеологизмдар һирәк ҡулланыуға ҡарамаҫтан, был проблема өҫтөндә байтаҡ ғалимдар эшләй. Улар араһында С.Н.Мортазин “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр”, Х.Ғ.Йосопов, Ж.К.Кейекбаев, З.Г.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” кеүектәр ҙә бар. Уларҙың эштәрендә бик бай материал тупланған. Китаптарҙа фразеология фәне асыҡлап яҙылған һәм фразеологик берәмектәр бирелгән.

        Билдәле булыуынса, башҡорт теле фразеологияһы бик үҙенсәлекле категория һанала, улар телмәрҙә мәғәнә көсәйтеү, йәки экспрессив маҡсаттарҙа ҡулланыла.  Фразеологик берәмектәрҙе төрлө күҙлектән сығып классификацияларға мөмкин. Уларҙы төркөмләгәндә, ғәҙәттә, телдең һүҙлек составына берәмек итеп ҡарап һәм аңлатҡан мәғәнәһенән сығып классификациялайҙар, йәғни лексик-семантик принципты нигеҙ итеп алалар, тип яҙҙы Ж.Ғ Кейекбаев.

        З. Ғ. Ураҡсин һүҙ һәм фразеологик берәмектәр номинатив функция башҡарыу йәһәтенән тап килә, тип иҫәпләй. Шул  уҡ ваҡытта улар араһында шаҡтай айырма барлығын күрһәтә. Һүҙ һәм фразеологик берәмектәрҙең төп айырмаһы уларҙың семантикаһында. Һүҙҙә тура, номинатив мәғәнә доминант, ә фразеологизмда – образлы номинация. Шуға ла фразеологик берәмектәрҙең ҡулланылыу сфераһы бик киң, уларҙы хатта экспромт рәүешендә файҙаланғанда ла  асылда һөйләмдең дөйөм мәғәнәһенә образлы сағыштырыу, эмоциональ төҫмөр, төрлө күренештәргә, кешеләрҙең характерына тапҡыр баһа биреү маҡсаты үтәлә. Һүҙ ни тиклем матафоралы булмаһын, фразеологизмдар эйә булған образлылыҡты һәм эмоционаллекте тыуҙыра алмай. Был тәңгәлдә профессор А.В.Куниндың фекере ҡиммәтле: “Фразеологик берәмектәргә ҡатмарлы номинатив функция хас. Фразеологизмдарҙа экспрессивлыҡ, образлылыҡ,  интенсивлыҡ, эмотивлыҡ, баһалау төрлөсә үрелеп килә.”  

     Фразеологизмдарҙың лексик-семантик функцияһы проблемалары төрки телдәрендә лә актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Н.М. Шаммаева  мәҫәлән, аяҡлы гарпыз яны (как арбуз с ногами) кеүек фразеологик берәмек өлгөһөндә төрөкмән телендәге фразеологик берәмектәрҙең семантикаһы көлөү, шаярыу, ирония, юмор, эмфатик функция үтәүгә йүнәлтелә, тип иҫәпләй. Р.У. Арзиев Ҡотадғу билиг дастанында күңел һүҙе менән бирелгән 470 фразеологик берәмек билдәләгән.

       Хис-тойғо биҙәкле фразеологик берәмектәр башҡорт телендә лә киң таралған. З.Ғ. Ураҡсин күрһәтеүенсә, һүҙ менән фразеологик берәмек синонимик мөнәсәбәттә булғанда ла уларҙың мәғәнәһе бер-береһен ҡаплап тора алмай (абсолют синоним була алмай). Кеше хис-тойғоларын, күңел кисерештәрен үҙенең төп мәғәнәһендәге лексемалар менән дә биреп тә була, сөнки телдә эмотив йөкмәткеле бихисап һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, М.Ғ. Усманова, ҡылымдарҙы классификациялап, эмоциональ һәм физиологик хәл ҡылымдарын айырып ҡарай, ул шулай уҡ телмәр ҡылымдарының үҙҙәрен ыңғай һәм кире мәғәнәле эмотив ҡылымдарға бүлә. Уныңса, хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдар 15383 лексик берәмеккә ойошҡан, уларҙың 3569-ы – фразеологик берәмек. Әммә эмотив лексемалар ни тиклем күп булмаһын, кеше хис-тойғоларын, психологик хәл-торошто телмәрҙә сағылдырыуҙа фразеологик берәмектәрҙең функциональ-семантик, стилистик мөмкинлектәре ғәйәт киң. Был, һис шикһеҙ, фразеологизмдарҙа төп мәғәнә булып, күсмә мәғәнә һаналыуы һәм асылда фразеологик берәмектәр образлылыҡҡа ҡоролған булыуы менән аңлатыла.

   Башҡорт теленең эмотив фразеологик берәмектәре араһында йән, йөрәк, күңел компоненттары ҡушылыу менән яһалған фразеологизмдар айырыуса йыш осрай. З.Ғ.Ураҡсин йән менән 65, йөрәк – 85, күңел – 65 фразеологик берәмек барлығын билдәләгән. Әйтәйек, күңел менән бирелгән фразеологизмдар семантикаһы йөрәккә тәьҫир итеү; хәтер ҡалыу; ыңғай йәки кире хис-тойғо уятыу; хуш килеү, һыуыныу, хис-тойғо уяныу, ғашиҡ булыу, хәсрәт, ҡайғы кисереү һ.б. кеүек эмоцияларҙы сағылдыра. Мәҫәлән: Рәйсәнең йөҙө асылып, күңеле күтәрелеп китте. Күп кенә фразеологик берәмектәр йөрәк һүҙе менән яһалған, уларҙа образлы һәм ситләтелгән мәғәнә яратыу, яҡын итеү, ҡурҡыу, тетрәнеү, хис-тойғо бөтөү, тәрән хискә һалыу, әрнеү, ғазап сигеү һ.б. һымаҡ кеше эмоцияларын асып һалыуға йүнәлтелгән, уларҙың стилистик функцияһы шуға ҡайтып ҡала. Әлбиттә, халҡыбыҙ күңеле күтәрелеп китте урынына шатланды тип, күңеле тулды – иланы; йөрәгем яна – һағындым; йөрәк ите – яҡын тип тә һөйләй алыр ине. Әммә улар урынына фразеологик берәмектәр ҡулланылһа, фразеологизмдар ярҙамында хис-тойғо биҙәге тәрәнерәк, һүрәтләү образлыраҡ, колоритлыраҡ сыға. Шуға күрә халыҡ ижадында ла, Һ. Дәүләтшина, З. Биишева, М. Кәрим һ.б. әҙиптәр кеүек һүҙ оҫталары әҫәрҙәрендә эмотив фразеологик берәмектәр ифрат йыш ҡулланыла.

   Йәнә шуныһы ҡыҙыҡлы: күп кенә фразеологик берәмектәр әрләү, ҡәһәрләү, түбәнһетеү, әсе көлөү, һ.б. кеүек хис-тойғо биҙәктәре кеше һәм хайуандарҙың теге йөки был тән ағзаларына, өлөшөнә бәйле рәүештә яһалған. Кешене мыҫҡыллау, түбәнһетеү эмоциялары еңелсә, йә булмаһа тупаҫ формала килергә мөмкин. Мәҫәлән: ағас ауыҙ, ебегән ауыҙ, үпкәһе күренә, эт бауыры, ҡыуыҡ баш, күҙе сыҡҡан, күҙле бүкән, битен йыумаған, йөҙө ҡара, йылан аяғын киҫкән һ.б.

     Ҡайһы бер фразеологизмдар хис-тойғо биҙәктәрен образлы сағылдырыуҙан тыш, кеше эмоциялары менән туранан-тура бәйле психологик хәл-торош мәғәнәләрен дә аңлата. Улар башҡорт телендә киң таралған. Әйтәйек, аҡылды йотоу; асыу йотоу; ауыҙ йәйеү; йөрәк жыу итеү, битенә төкөрөү; битендә ҡаны юҡ һ.б.

           Әйтелгәндәрҙән тыш, күп кенә фразеологик берәмектәр алғыш һәм ҡарғыш кеүек хис-тойғолар, эмоциялар менән дә бәйле, шул эмоциональ биҙәктәрҙе  кәүҙәләндереү сараһы булып тора. Уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып үтәйек. Алғыш, ололау, хөрмәтләү, сәләмләү, хуплау һ.б. әхлаҡи күренештәр менән бәйле ошондай фразеологик берәмектәр телмәрҙә ифрат киң ҡулланыла: йөҙө аҡ булғыры, аллаға шөкөр, алла бирһә, ата балаһы, аҫыл  һөйәк, данға күмеү, ғүмере оҙон булһын, егет тиһәң дә ярай, иҫең бар булғыры, йөҙ йәшә, рәхмәт яуғыры, рәхәтен күр, хәйерле сәғәттә, хәйерле юл һ.б. Күренеүенсә, килтерелгән эмотив һөйләмдәрҙә фразеологик берәмектәр һоҡланыу, изге теләк, ололау кеүек хис-тойғо мәғәнәһен тағы ла арттыра, образлыраҡ итә төшкән.

     Шулай уҡ насар теләк, ҡарғыш, ҡәһәрләү кеүек эмоцияларҙы белдергән фразеологик берәмектәр башҡорт телендә киң таралған. Бындай һүҙбәйләнештәр төшөнсә белдереүгә ҡарағанда эмоциональ аспектта кешенең ысынбарлыҡҡа ҡарата булған кире мөнәсәбәтен аңлата. Мәҫәлән, алланың ҡаты ҡәһәре һуҡҡыры, башы ҡороһон, шайтан алғыры, күҙең сыҡҡыры, эт аҙығы, әжәлең еткере, әҙәм аҡтығы һ.б. Эй, динһеҙ! Сиған балаһы, ниңә эт муйынсағы тағып алдың? Йәнеңде йәһәннәмгә ебәрәм бит хәҙер! (Емеш, 254 –се бит).

    Шулай итеп, телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу һөйләүсенең тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттырыуға, төрлө хис-тойғоларҙы тағын да тәрәнерәк, хислерәк итеп еткерергә ярҙам итә. Бынан тыш  нәфис әҙәбиәтте, айырыуса шиғри телмәрҙе, хис-тойғоһоҙ, хиссәнлекһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Әҙәбиәттең бар булмышы эмоцияларға, кешенең хис-тойғоларына теге йәки был формала тәьҫир итеүҙән ғибәрәт.      

 Фразеологизмдар, ғалимдар раҫлауынса, ҡатып ҡалған тел күренештәре булып иҫәпләнә. Был, ысынлап та шулай. Әйтәйек, тишек кәмәгә ултыртыу, йөҙ һыуын түгеү, күңелгә тейеү, йөрәкте яралау, күңелде томалау кеүек фразеологизмдар сал тарихтан бирле килә. Уларҙы үҙгәртеп булмай, әлбиттә. Шулай ҙа  «ҡатып ҡалған», нығынған тигән термин менән тулыһынса килешергә лә ярамайҙыр. Сөнки донъяла, ғаләмдә бер нәмә лә ҡатып ҡалмай бит, үҙгәрә, яңы сифатҡа инә, икенсе төрлө төҫ ала. Фразеологизмдар ҙа шулай. Һүҙ сәнғәте оҫталары уларҙы үҙгәртә лә ала. Улар быуаттарҙан быуаттарға һөйләнеп килгән фразеологик берәмектәрҙең компонентын башҡа һүҙҙәр менән алмаштыра, йә булмаһа урындарын алмаштыра. Халыҡ телендәге фразеологик берәмекте Зәйнәп Биишева күркәм әҫәрҙәрендә яңыртып, үҙгәртеп бер идея һәм эстетик маҡсат менән эшкәртеп ҡуллана. Мәҫәлән, әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана.  Әйтәйек, фразеологик берәмектең ниндәй ҙә булһа берәй киҫәген синоним һүҙ менән алмаштырыу юлын файҙаланыу: ул халыҡ телендәге тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигән мәҡәлде эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан, тип үҙгәрткән. Мостай Кәрим әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана: фразеологик берәмектәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һүҙҙәр араһына берәр һүҙ өҫтәп, уны көсәйтеү алымын киң ҡуллана: “Муйынға ҡыҙыл галстук тағып, беҙ - малайҙарҙың әлеге баярҙарға асыуы оторо ҡабара төштө”. («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ») әҙәби телдә асыу ҡабарыу рәүешендә генә йөрөй.

Икенсе бүлек.

Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдарҙың сағылышы.

     Фразеологизмдар, ғалимдар раҫлауынса, ҡатып ҡалған тел күренештәре булып иҫәпләнә. Был, ысынлап та шулай. Әйтәйек, тишек кәмәгә ултыртыу, йөҙ һыуын түгеү, күңелгә тейеү, йөрәкте яралау, күңелде томалау кеүек фразеологизмдар сал тарихтан бирле килә. Уларҙы үҙгәртеп булмай, әлбиттә. Шулай ҙа әлеге «ҡатып ҡалған», нығынған тигән термин менән тулыһынса килешергә лә ярамайҙыр. Сөнки донъяла, ғаләмдә бер нәмә лә ҡатып ҡалмай бит, үҙгәрә, яңы сифатҡа инә, икенсе төрлө төҫ ала. Фразеологизмдар ҙа шулай. Һүҙ сәнғәте оҫталары уларҙы үҙгәртә лә ала. Улар быуаттарҙан-быуаттарға һөйләнеп килгән фразеологик берәмектәрҙең компонентын башҡа һүҙҙәр менән алмаштыра, йә булмаһа урындарын алмаштыра. Халыҡ телендәге фразеологик берәмекте Зәйнәп Биишева күркәм әҫәрҙәрендә яңыртып, үҙгәртеп бер идея һәм эстетик маҡсат менән эшкәртеп ҡуллана. Мәҫәлән, әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана.  Әйтәйек, фразеологик берәмектең ниндәй ҙә булһа берәй киҫәген синоним һүҙ менән алмаштырыу юлын файҙаланыу: ул халыҡ телендәге тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигән мәҡәлде эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан, тип үҙгәрткән. З. Биишева фразеологик берәмектәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һүҙҙәр араһына берәр һүҙ өҫтәп, уны көсәйтеү алымын да киң файҙалана: «Ахыры, аҡылымдан да мин яҙам.» («Тылсымлы ҡурай», 204-се бит).

                      «Ҡайтыр булма, тип яҙғанға миңә

                        Хәтеркәйе, бәлки, ҡалғандыр.» («Гөльямал», 131-се бит).

Был миҫалда Зәйнәп Биишева хәтер ҡалыу фразеологизмын уҡыусыға тәьҫир итеү көсөн тағы ла көсәйтер өсөн дә, геройҙың эске кисерештәрен тулыраҡ аңлатып биреү өсөн дә бер аҙ үҙгәртеп ҡулланған.

 Халыҡ телендәге фразеологик берәмекте яҙыусылар күркәм әҫәрҙәрҙә яңыртып, үҙгәртеп бер идея һәм эстетик маҡсат менән эшкәртеп ҡулланалар. Мостай Кәрим әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана: фразеологик берәмектәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һүҙҙәр араһына берәр һүҙ өҫтәп, уны көсәйтеү алымын киң ҡуллана: “Муйынға ҡыҙыл галстук тағып, беҙ - малайҙарҙың әлеге баярҙарға асыуы оторо ҡабара төштө”. («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ») әҙәби телдә асыу ҡабарыу рәүешендә генә йөрөй.

Мостай Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында түбәндәге фразеологизмдар ҡуллана:

“Көнбикәнең эсендә ҡыуанысы булһа, ул үтәнән-үтә күренеп тора...”

“Дошмандар ҡурҡалар. Уларҙың ҡоттары оса, белдеңме инде..”

“Ә һуң ошо бөтә халыҡ осоп ҡына дошман алдына барып төшһә, ҡурҡыуҙан йөрәге ярылыр ине тегенең...”

“Оксана менән мине тапҡас, уның йөҙө тағы ла асылып китте...”

“Тиҙ генә һеңлемә күҙ һалып алам...”

“Тик һүҙемә ҡолаҡ һалыусы ғына булһын...”

“Заман минең ише генәме һуң, бәп-бәләкәс көйөнә ауыҙы һүҙҙән бушамай...”

“Ә һеҙгә, балалар, һүнәй баҙарына китергә ваҡыт...”

“Беҙҙе күргәс, теге һалдат аяҡ үрә баҫты ла ҡысҡырып уҡ ебәрҙе...”  

Фразеологизмдарҙы ғалимдарҙың китаптарын да ғына түгел, дәреслектәрҙә, художество китаптарында йыш осрарға мөмкин. Мәҫәлән, “Туған тел” дәреслегендә Фәрит Иҫәнғоловтоң “Ҡәләм кемгә булырға тейеш?” хикәйәһендә “күҙе дүрт булды”, Гөлнур Яҡупованың “Рәхмәт яуғанда” тигән хикәйәһендә “күҙ ташланы”, башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән Айыу”ҙа  “ауыҙына һыу ҡапҡан”.

Балалар әҙәбиәтен байҡап сыҡҡас (М. Кәрим, З. Биишева, Ф. Туғыҙбаева, А. Йәғәфәрова, Д. Бүләков, Н. Мусин, Ф. Иҫәнғолов, Я. Хамматов, Р. Солтангәрәев, Р. Хәйри, К. Кинйәбулатова, Р. Байбулатов, Р. Ғабдрахманов әҫәрҙәрен һ. б.), мин ошондай һығымтаға килдем:

-һәр яҙыусы әҫәренең телмәрен байытыу маҡсаты менән фразеологизмдар ҡуллана; -фразеологизмдар төҙөлөшө яғынан ҡыҫҡа (ике-өс һүҙҙән тора);

-ябай телмәрҙә йыш ҡулланыла торған фразеологизмдар ифрат күп;

Ошо фразеологизмдар араһында түбәндәгеләрҙе осратырға мөмкин:

йән-фарман килтерҙе – ныҡ асыуланды (К. Кинйәбулатова, “Иш янына ҡуш”)

баш бирмәҫ – кеше ихтыярына бирелмәү, буйһонмау (Ф. Рәхимғолова, “Ҡолонсаҡ”)

рәхмәт яуғыры – яҡшы теләк һүҙе (Ф. Рәхимғолова, “Ҡолонсаҡ”)

танһыҡ  ҡаныу – ниҙәндер тулыһынса ҡәнәғәт булыу (Д. Бүләков, “Әлфиәнең күҙ йәштәре”)

сер бирмәү – хәл ауыр булһа ла бирешеп бармау, яҙмышҡа зарланмау (Д. Бүләков, “Йәшел гармун”)

йөҙ томрайыу – кәйеф төшөү (Я. Хамматов, “Ҡотҡарыу”)

шаҡ ҡатыу -  ныҡ аптырау, ғәжәпкә ҡалыу (Н. Мусин, “Етемәк болан балаһы”)

өнһөҙ ҡалыу – һүҙ әйтә алмау (Н. Мусин, “Етемәк болан балаһы”)

таң һарыһы менән – иртән-иртүк (Н. Мусин, “Татлы тамаҡ һуҫар”)

ҡара эсле – күңелендә мәкер тотҡан, яуыз уйлы (Ф. Иҫәнғолов, “Баҫыу уртаһындағы күл”)

күҙ асып йомғансы – бик тиҙ, минут эсендә (Ф. Рәхимғолова, “Шифалы һөт”)

уҡ кеүек атылыу – бик тиҙ, ҡапыл (хәрәкәт итеү) (Ф. Рәхимғолова, “Салауат күпере”)

күҙ яуын алырлыҡ – бик матур (Ф. Рәхимғолова, “Салауат күпере”)

сарыф итеү – йәлләмәй тотоноп бөтөү, тәләфләү (Ф. Туғыҙбаева, “Бисмилла”)

ҡыл өҫтөндә – һәләк булыуҙан саҡ-саҡ ҡына ҡалып, бик ҡурҡыныс хәлдә булыу (Р. Байбулатов, “Күгәрсендәр төйәге”)

танауға сиртеү – берәй көтөлмәгән эш, ҡылыҡ менән икенсе берәүҙе аптырашта, уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыу (Р. Байбулатов, “Батырлыҡ еле”)

   үрмәксенән күрмәксе – кемгәлер һуҡыр рәүештә эйәргән кешегә ҡарата әйтелә (Р. Байбулатов, “Сәскәләр мажараһы”)

һанға һуғыу – үҙеңә тиң һанау, яҡшы баһалау, иҫәпкә алыу (Р. Ғабдрахманов, “Имән төбөнән сыҡҡан шар”)

 арҡырыны буйға һалмау - бер ниҙә эшләмәү, тик ятыу (Р. Байбулатов, “Ултырма ҡыҙ”)

ҡобара осоу – тулҡынланыуҙан, ҡурҡыуҙан ағарып китеү, төҫ үҙгәреү  (М. Әхмәтшин, “Гөлйемеш”)

харап итеү – һәләк итеү, юҡҡа сығарыу (Ғ. Туҡай, “Шүрәле”)

Фразеологизмдарҙың аңлатмаһына таянып, уларҙы бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин: исем, сифат, ҡылым, рәүеш. Мәҫәлән, исем: рәхмәт яуғыры, сифат:үрмәксенән күрмәксе, күҙ яуын алырлыҡ, ҡара эсле, ҡылым: харап итеү, шаҡ ҡатыу, рәүеш:  ҡыл өҫтөндә,  уҡ кеүек атылыу,  күҙ асып йомғансы һ.б. Был эш төрөн һәләтле балалар менән башҡарырға мөмкин.

Күпселек фразеологизмдар китап, гәзит телмәрен генә түгел, шулай уҡ беҙҙең телмәрҙе лә байыта. Шуға күрә фразеологизмдарҙы өйрәнеү, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланыу  уҡыусыларҙың алдынғы маҡсаты булып торорға тейеш тип уйлай.

Йомғаҡлау

              Шулай итеп, фразеологизмдарҙы бик боронғо ата – бабаларыбыҙ үҙҙәре ижад иткән. Улар боронғо яҙмаларҙа ла, яҙыусыларыбыҙ ижадында ла бик мул ҡулланыла. Һәр һүҙ сәнғәте әҫәрендә фразеологизмдар төрлө - төрлө стилистик вазифа үтәй. Оҫта яҙыусылар уларҙы яңы шарттарҙа яңы мәғәнәгә яраҡлаштыра. Халыҡ, яҙыусы ижад иткән фразеологик берәмек әле лә  барлыҡҡа килеп тора. Телебеҙ яңынан – яңы тел гәүһәрҙәре менән байый.

        Фразеологик берәмектәр балалар әҙәбиәтендә лә  йыш осрай. Нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһы дәрәжәһенә күтәрелгән, телдең сихри көсөн, эмоциялылыҡ серен, эстетик функцияһын, стилистик ҡеүәтен аңлаған яҙыусы фразеологизмдар менән оҫта эш итә һәм,  һис шикһеҙ, һүҙ сәнғәте оҫталарының  милли әҙәби телде үҫтереүҙә роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.           

           Талантлы әҙиптәребеҙ әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының милли һыҙаттары  бөтә нескәлеге менән сағылған. Милли әҙәбиәт хаҡында К.С. Станиславский түбәндәгесә бик хаҡ фекер әйтеп ҡалдырған. Ул: «һәр милләт, һәр халыҡ сәнғәттә үҙ милләтенең, иң нескә кешелек һыҙаттарын сағылдырһын, һәр сәнғәт үҙенең милли буяуҙарын, төҫтәрен һәм үҙенсәлектәрен һаҡлаһын. Бына шунда ла инде һәр халыҡтың эске күрке, эске  рухи донъяһы асыла». Был тәңгәлдә башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары ҙур оҫталыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм талапсанлыҡ менән милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә. Ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған тел  гәүһәрҙәребеҙ-нығынған һүҙбәйләнештәр халҡыбыҙҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләй; боронғо һүҙгә ҡолаҡ һалырға этәрә һәм өндәй.

     Фразеологик берәмек – берҙәм бөтөн мәғәнәгә эйә булған даими составлы әҙер тел берәмеге ул. Улар телдә әҙер көйө йәшәгән һәм йәшәй.  Беҙ уларҙың килеп сығышы тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ, телмәребеҙгә шул әҙер көйө индерәбеҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер фразеологик берәмектәрҙе төҙөүсе компоненттарҙың урындары алмаштырылып та ҡулланыла. Мәҫәлән, башы йомро-йомро баш, ерек тәртә-тәртәһе ерек, ҡаты ҡолаҡ-ҡолаҡҡа ҡаты һ.б. Бындай варианттар беҙҙең һүҙ оҫталарыбыҙға яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеүҙә ярҙам итә.

       Образлы нығынған һүҙбәйләнештәр ябай күсмә мәғәнәләге һүҙбәйләнештәр генә түгел, улар геройҙарҙың ҡылған эш–хәрәкәтенә, ҡылыҡтарына, ҡарашына, психологик торошона, холҡона баһа ла биреп киләләр, һөйләүсенең хәл – ваҡиғаларға булған мөнәсәбәтен дә сағылдыралар, кинәйәле (тел төбө) мәғәнә биреп, һабаҡ булып торалар.

         Туған телдә иркен һөйләшкән кешелә оҙаҡ йылдарға һуҙылған тел тәжрибәһе һөҙөмтәһендә телгә һиҙгерлек барлыҡҡа килә. Шул тел һиҙгерлеге һүҙ һайлағанда ныҡ ярҙам итә.

           Фразеологик берәмектәр, беренсенән, мәғәнәне тулы, дөрөҫ сағылдырыуҙы, икенсенән, стилистик маҡсатты күҙ уңында тота. Фразеологизмдар текстың дөйөм ерлегенә тап килгән өҫтәмә буяуҙарға, биҙәктәргә, мәғәнәләргә эйә була.

         Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе берләштергән тел күренеше булған фразеологизмдар, бай һүрәтләү сараһы булараҡ, төрлө стилдәрҙә йыш ҡулланыла. Улар башҡа телдәргә тәржемә ителмәй һәм кинәйәле мәғәнә йөрөтөүе менән айырылып тора. Уларҙың сығанағы – фольклор. Фразеологизмдарға мәҡәлдәр, әйтемдәр яҡын тора (һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ете үлсәп, бер киҫ, алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп, ашаған белмәй, тураған белә һ.б.).

     Фразеологик берәмектәр һүҙҙәргә синоним булып та сығыш яһайҙар: оятһыҙ – эт тиреһен битенә ҡаплаған, өндәшеү – һүҙ ҡушыу, һүҙ ҡатыу, өндәшмәү – телде йотоу, телде тыйыу. Фразеологик берәмектәр күбеһенсә күсмә мәғәнәлә ҡулланылғанға, улар һынлы телмәр сараларын тәшкил итә. Художестволы әҫәрҙә образ тыуҙырыуҙа фразеологик берәмек йыш ҡулланыла: шул арҡала әҫәрҙең теле һығылмалы, баҙыҡ, халыҡсан, төрлө стилистик биҙәкле була. Шуға күрә ҙур талант  эйәһе булған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә фразеологик әйтемдәр киң урын ала.

Күпселек фразеологизмдар китап, гәзит телмәрен генә түгел, шулай уҡ беҙҙең телмәрҙе лә байыта. Шуға күрә фразеологизмдарҙы өйрәнеү, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланыу  уҡыусыларҙың алдынғы маҡсаты булып торорға тейеш тип уйлай.

Библиография

Монографиялар.

  1. Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта, - Өфө, “Китап”, 1993
  2. Ғафаров Б.Б. Әҙәби тел күрке. (Туған әҙәбиәт дәрестәрендә лексик-стилистик күнегеүҙәр). Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994-104 бит.
  3. Кәрим М.С. Беҙҙең өйҙөң йәме, повестар, хикәйәләр, Өфө, Китап, 2003-240 бит.

4.  Псәнчин В.Ә.   Һүҙ тылсымы- Өфө , “Китап”, 1996

5.  Псәнчин В.Ә. Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре - Өфө, “Китап”,  2004- 184 бит.                                                                                                                                                                                    

6.  Әхмәтйeнов К.К. Әҙәбиәт теорияһы- Өфө, 2004

Һүҙлектәр.

7. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. 3100 фразеологик берәмек.- Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996- 288 бит.

8.  Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Яңыртылған, 2-се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.- 344 бит.

9. Ғ. Б. Хөсәйенов. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге, - Өфө,2006

Фәнни мәҡәләләр.

  1.  Татар әҙәбиәтендә фразеологик ҡушылмалар. Валеев И.Р. Башҡортостан уҡытыусыһы 2003, №3,76-78 бит.
  2.  Башҡорт теле дәрестәрендә фразеологизмдарҙы өйрәнеү. Шәрипов Ә.В. Башҡортостан уҡытыусыһы 2003,№5, 56- 58 бит.  
  3.  Башҡорт әҙәбиәтендә новаторлыҡ. Валеев И.Р. Башҡортостан уҡытыусыһы 2004, №2, 62-63 бит.
  4.  “Урал- Алтай тел ғилеме: бөгөнгө торошо, проблемалары, перспективалары” республика ғилми конференцияһы// Конференция материалдары. Өфө, БДУ, 2001- 203 бит .
  5.  Проблема изучения и преподавания филологических наук (Сборник в 4- х частях),-Стәрлетамаҡ 11-13 мая 1999.

     

Йөкмәтке

Инеш……………………………………………………………………………

Беренсе бүлек. Фразеологизмдар тураһында дөйөм төшөнсә……...

Икенсе бүлек. Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдарҙың сағылышы………………………………………………………………….....

Йомғаҡлау..............................................................................................

Библиография………………………………………………………………..

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ

  Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдарҙың сағылышы

                                                                       Башҡарыусыһы: башҡорт теле

                                                                    һәм     әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                     Ғарипова Гөлназ Рузил ҡыҙы

        Нефтекама - 2010

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғарипова Гөлназ Рузил ҡыҙы

МБДДУ “Башҡорт гимназия-интернаты”

Нефтекама ҡалаһы

Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдарҙың сағылышы

            1. Туған тел - ул донъялағы иң матур тел. Әсә теле яғымлылығы менән күңелебеҙҙе йыуатһа, матур яңғырашы менән изгелек хистәре уята. Шуға ла тел күрке - һүҙ, милләт күрке - тел тигән боронғолар. Тимәк, тел- милләттең ғүмер буйына  тапҡан һәм табынған зиһен байлығы. Тел аралашыу сараһы ғына түгел, ә милләтте милләт иткән төп сифаттарҙың береһе. Ул халыҡтың рухын, яҙмышын һәм аҡылын сағылдыра. Туған телдә уйлау һәм һөйләшеү үҙ туған халҡыңдың быуындан быуынға йыйыла, туплана һәм үҫтерелә килгән рухи байлығын уртаҡлашып йәшәү тигән һүҙ ул.    Үҙ туған телеңдә уйлауҙан һәм һөйләшеүҙән дә ләззәтлерәк һәм бәхетлерәк нимә бар был донъяла!  “Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ”- тип яҙған мәғрифәтсе - ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Үткән тормошто өйрәнеп, юғалып бара торған ыңғай милли йолаларын, ғөрөф- ғәҙәттәрен тергеҙһә генә, башҡорт халҡының киләсәге матур булыр. Өҫтәп әйтергә кәрәк, боронғо башҡорт сәсәндәре, йырсы- ҡурайсылары һәм башҡа һүҙ оҫталары ижад иткән, быуындан  быуынға үҫә килгән телебеҙҙе, телебеҙ гәүһәрҙәрен һаҡлап ҡына ҡалмай, яңы тыуасаҡ балаларыбыҙға ла өйрәтһәк ине. Бының өсөн хәҙерге башҡорт телен бар яҡлап, фәнни күҙлектән өйрәнеү беҙҙең бурысыбыҙ. Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,  “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Тел байлығына килгәндә, иғтибарҙы балалар әҙәбиәтенә һәм, айырыуса, беҙгә бик таныш булмаған фразеологизмдарға йүнәлтәһем килә. Улар беҙҙе матур һөйләшеү генә түгел, ә уй-фекерҙе ҡыҫҡа, аныҡ, аңлайышлы  итеп әңгәмәләшкә еткереүҙә ярҙам итә. Теманың исеме: Балалар әҙәбиәтендә фразеологизмдарҙың сағылышы. Тикшеренеү эшенең маҡсаты: фразеологизмдар  тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау; балалар әҙәбиәтендә йышыраҡ ҡулланылған фразеологизмдарҙы асыҡлау. Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк: фразеологизмдар тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү; балалар әҙәбиәтендә ҡулланылған фразеологизмдар буйынса тикшеренеү эше үткәреү. Тикшеренеү эшенең предметы – фразеологизмдар. Тикшеренеү эшенең объекты – балалар әҙәбиәте. Бик боронғо осор кешеләре үҙҙәре йәшәгән әйләнә-тирәләге әйбер-предметтарға төрлө-төрлө атамалар биргәндәр. Шуға бәйле рәүештә исем һүҙ төркөмө барлыҡҡа килгән. Әйбер (предмет, күренеш, факт) һәр ваҡыт хәрәкәттә. Ҡылымдың һүҙ төркөмө булараҡ яһалышы шуға бәйле. Башта исем дә, ҡылым да тура мәғәнәлә ҡулланылған. Аҡрынлап кешеләрҙә образлы фекер йөрөтөү һәләте барлыҡҡа килә һәм исемдәр ҙә, ҡылымдар ҙа күсмә мәғәнәлә ҡулланыла башлай. Ҡылымдарҙағы күсермәлелек - ҡылым фразеологик берәмектәр яһалыуға нигеҙ ул. Ҡылымдың башланғыс лексик- семантик үҙенсәлеге эш йәки хәлде, хәрәкәтте белдереү. Төрләнеү - тармаҡланыу нәтижәһендә был һүҙ төркөмө эсендә лексик төрлөлөктәр барлыҡҡа килә һәм улар нигеҙендә фразеологик берәмектәр яһала. Шулай итеп, Мохтар Хоснулхаҡ Әхтәмов билдәләүенсә «Фразеологик берәмек – берҙәм бөтөн мәғәнәгә эйә булған даими составлы әҙер тел берәмеге. Телдең лексик системаһында тел берәмеге булып һүҙ торһа, фразеологик системала ундай берәмек булып фразеологизм, йәғни фразеологик берәмек, һанала.». Уларҙы ирекле һүҙбәйләнештәрҙән айыра һәм шул уҡ ваҡытта башҡа һүҙҙәр менән яҡынлаштыра торған төп үҙенсәлек - уларҙың телдә әҙер көйө йәшәүе. Фразеологизмдар аралашыу процесында төҙөлмәй. Аралашыу процесында фразеологизмдарҙы ҡулланыу кәрәк булған осраҡтарҙа, телдә быға тиклем булған фразеологизмдар иҫкә төшөрөлөп, шул әҙер көйө телмәргә индерелә.  Башҡорт теленең фразеологияһы буйынса тәүге тикшеренеүҙәр айырым мәҡәләләр рәүешендә журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа баҫыла килә. Тәүге монографик тикшеренеүҙәр 20-се быуаттың 60-сы йылдарында донъя күрә. Төрки телдәр белгесе С. Н. Моратов үҙенең «Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр» исемле китабында, башҡорт теле материалын киң файҙаланып, ошо һүҙбәйләнештәргә классификация үткәрә, уларҙың тәбиғәтен билдәләүҙә беренсе аҙым яһай. Х. Ғ. Йосопов оҙаҡ йылдар фразеология өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. Артабан башҡорт теленең фразеология мәсьәләләрен Ж. Ғ. Кейекбаев тикшерә. Телдең был образлы, үҙенсәлекле күренештәренең береһен тәшкил иткән фразеологик берәмектәрҙе башҡа телгә тәржемә итеү бик ауыр. Шуны иҫәпкә алып, башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәүге фразеологик һүҙлектәр нәшер ителә. Уларҙы башҡорт телсеһе  З. Ғ. Ураксин һәр береһенә мәғәнәләш тотороҡлоларын һайлап алып, аңлатмалар бирҙе.  Хәҙерге башҡорт телендә фразеологик берәмектәр килеп сығышы, структураһы һәм стилистик биҙәктәре менән бик күп төрлө, улар бик ныҡ үҫешкән. Шуға күрә уларҙы төрлө ғалим төрлөсә атап йөрөтә. Мәҫәлән, Ж. Ғ. Кейекбаев фразеологик берәмектәрҙе бик киң ҡарай һәм түбәндәге өс төркөмгә бүлә:

1) ябай фразеологик ҡушылмалар (донъя көтөү, сабыр итеү, һөрән һалыу),

2) идиоматик әйтемдәр (кәкре ҡайынға терәтеү, табан ялтыратыу),

3) мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр (егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, Иҙел күрмәй итек сисмә, көйҙөң оҙоно яҡшы - һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы). Бөгөнгө көндә фразеологизмдар һирәк ҡулланыуға ҡарамаҫтан, был проблема өҫтөндә байтаҡ ғалимдар эшләй. Улар араһында С.Н.Мортазин “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр”, Х.Ғ.Йосопов, Ж.К.Кейекбаев, З.Г.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” кеүектәр ҙә бар. Уларҙың эштәрендә бик бай материал тупланған. Китаптарҙа фразеология фәне асыҡлап яҙылған һәм фразеологик берәмектәр бирелгән. Билдәле булыуынса, башҡорт теле фразеологияһы бик үҙенсәлекле категория һанала, улар телмәрҙә мәғәнә көсәйтеү, йәки экспрессив маҡсаттарҙа ҡулланыла.  Фразеологик берәмектәрҙе төрлө күҙлектән сығып классификацияларға мөмкин. Уларҙы төркөмләгәндә, ғәҙәттә, телдең һүҙлек составына берәмек итеп ҡарап һәм аңлатҡан мәғәнәһенән сығып классификациялайҙар, йәғни лексик-семантик принципты нигеҙ итеп алалар, тип яҙҙы Ж.Ғ Кейекбаев. З. Ғ. Ураҡсин һүҙ һәм фразеологик берәмектәр номинатив функция башҡарыу йәһәтенән тап килә, тип иҫәпләй. Шул  уҡ ваҡытта улар араһында шаҡтай айырма барлығын күрһәтә. Һүҙ һәм фразеологик берәмектәрҙең төп айырмаһы уларҙың семантикаһында. Һүҙҙә тура, номинатив мәғәнә доминант, ә фразеологизмда – образлы номинация. Шуға ла фразеологик берәмектәрҙең ҡулланылыу сфераһы бик киң, уларҙы хатта экспромт рәүешендә файҙаланғанда ла  асылда һөйләмдең дөйөм мәғәнәһенә образлы сағыштырыу, эмоциональ төҫмөр, төрлө күренештәргә, кешеләрҙең характерына тапҡыр баһа биреү маҡсаты үтәлә. Һүҙ ни тиклем матафоралы булмаһын, фразеологизмдар эйә булған образлылыҡты һәм эмоционаллекте тыуҙыра алмай. Был тәңгәлдә профессор А.В.Куниндың фекере ҡиммәтле: “Фразеологик берәмектәргә ҡатмарлы номинатив функция хас. Фразеологизмдарҙа экспрессивлыҡ, образлылыҡ,  интенсивлыҡ, эмотивлыҡ, баһалау төрлөсә үрелеп килә.” Ҡайһы бер фразеологизмдар хис-тойғо биҙәктәрен образлы сағылдырыуҙан тыш, кеше эмоциялары менән туранан-тура бәйле психологик хәл-торош мәғәнәләрен дә аңлата. Улар башҡорт телендә киң таралған. Әйтәйек, аҡылды йотоу; асыу йотоу; ауыҙ йәйеү; йөрәк жыу итеү, битенә төкөрөү; битендә ҡаны юҡ һ.б. Телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу һөйләүсенең тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттырыуға, төрлө хис-тойғоларҙы тағын да тәрәнерәк, хислерәк итеп еткерергә ярҙам итә. Бынан тыш  нәфис әҙәбиәтте, айырыуса шиғри телмәрҙе, хис-тойғоһоҙ, хиссәнлекһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Әҙәбиәттең бар булмышы эмоцияларға, кешенең хис-тойғоларына теге йәки был формала тәьҫир итеүҙән ғибәрәт.      Фразеологизмдар, ғалимдар раҫлауынса, ҡатып ҡалған тел күренештәре булып иҫәпләнә. Был, ысынлап та шулай. Әйтәйек, тишек кәмәгә ултыртыу, йөҙ һыуын түгеү, күңелгә тейеү, йөрәкте яралау, күңелде томалау кеүек фразеологизмдар сал тарихтан бирле килә. Уларҙы үҙгәртеп булмай, әлбиттә. Шулай ҙа  «ҡатып ҡалған», нығынған тигән термин менән тулыһынса килешергә лә ярамайҙыр. Сөнки донъяла, ғаләмдә бер нәмә лә ҡатып ҡалмай бит, үҙгәрә, яңы сифатҡа инә, икенсе төрлө төҫ ала. Фразеологизмдар ҙа шулай. Һүҙ сәнғәте оҫталары уларҙы үҙгәртә лә ала. Улар быуаттарҙан быуаттарға һөйләнеп килгән фразеологик берәмектәрҙең компонентын башҡа һүҙҙәр менән алмаштыра, йә булмаһа урындарын алмаштыра. Халыҡ телендәге фразеологик берәмекте Зәйнәп Биишева күркәм әҫәрҙәрендә яңыртып, үҙгәртеп бер идея һәм эстетик маҡсат менән эшкәртеп ҡуллана. Мәҫәлән, әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана.  Әйтәйек, фразеологик берәмектең ниндәй ҙә булһа берәй киҫәген синоним һүҙ менән алмаштырыу юлын файҙаланыу: ул халыҡ телендәге тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигән мәҡәлде эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан, тип үҙгәрткән. Мостай Кәрим әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана: фразеологик берәмектәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һүҙҙәр араһына берәр һүҙ өҫтәп, уны көсәйтеү алымын киң ҡуллана: “Муйынға ҡыҙыл галстук тағып, беҙ - малайҙарҙың әлеге баярҙарға асыуы оторо ҡабара төштө”. («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ») әҙәби телдә асыу ҡабарыу рәүешендә генә йөрөй.     Фразеологизмдар, ғалимдар раҫлауынса, ҡатып ҡалған тел күренештәре булып иҫәпләнә. Был, ысынлап та шулай. Әйтәйек, тишек кәмәгә ултыртыу, йөҙ һыуын түгеү, күңелгә тейеү, йөрәкте яралау, күңелде томалау кеүек фразеологизмдар сал тарихтан бирле килә. Уларҙы үҙгәртеп булмай, әлбиттә. Шулай ҙа әлеге «ҡатып ҡалған», нығынған тигән термин менән тулыһынса килешергә лә ярамайҙыр. Сөнки донъяла, ғаләмдә бер нәмә лә ҡатып ҡалмай бит, үҙгәрә, яңы сифатҡа инә, икенсе төрлө төҫ ала. Фразеологизмдар ҙа шулай. Һүҙ сәнғәте оҫталары уларҙы үҙгәртә лә ала. Улар быуаттарҙан-быуаттарға һөйләнеп килгән фразеологик берәмектәрҙең компонентын башҡа һүҙҙәр менән алмаштыра, йә булмаһа урындарын алмаштыра. Халыҡ телендәге фразеологик берәмекте Зәйнәп Биишева күркәм әҫәрҙәрендә яңыртып, үҙгәртеп бер идея һәм эстетик маҡсат менән эшкәртеп ҡуллана. Мәҫәлән, әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана.  Әйтәйек, фразеологик берәмектең ниндәй ҙә булһа берәй киҫәген синоним һүҙ менән алмаштырыу юлын файҙаланыу: ул халыҡ телендәге тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигән мәҡәлде эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан, тип үҙгәрткән. З. Биишева фразеологик берәмектәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һүҙҙәр араһына берәр һүҙ өҫтәп, уны көсәйтеү алымын да киң файҙалана: «Ахыры, аҡылымдан да мин яҙам.» («Тылсымлы ҡурай», 204-се бит).

                      «Ҡайтыр булма, тип яҙғанға миңә

                        Хәтеркәйе, бәлки, ҡалғандыр.» («Гөльямал», 131-се бит).

Был миҫалда Зәйнәп Биишева хәтер ҡалыу фразеологизмын уҡыусыға тәьҫир итеү көсөн тағы ла көсәйтер өсөн дә, геройҙың эске кисерештәрен тулыраҡ аңлатып биреү өсөн дә бер аҙ үҙгәртеп ҡулланған. Халыҡ телендәге фразеологик берәмекте яҙыусылар күркәм әҫәрҙәрҙә яңыртып, үҙгәртеп бер идея һәм эстетик маҡсат менән эшкәртеп ҡулланалар. Мостай Кәрим әҙер берәмектәрҙе үҙгәртеүҙә төрлө юлдарҙы файҙалана: фразеологик берәмектәрҙе барлыҡҡа килтереүсе һүҙҙәр араһына берәр һүҙ өҫтәп, уны көсәйтеү алымын киң ҡуллана: “Муйынға ҡыҙыл галстук тағып, беҙ - малайҙарҙың әлеге баярҙарға асыуы оторо ҡабара төштө”. («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ») әҙәби телдә асыу ҡабарыу рәүешендә генә йөрөй.

Мостай Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында түбәндәге фразеологизмдар ҡуллана:

“Көнбикәнең эсендә ҡыуанысы булһа, ул үтәнән-үтә күренеп тора...”

“Дошмандар ҡурҡалар. Уларҙың ҡоттары оса, белдеңме инде..”

“Ә һуң ошо бөтә халыҡ осоп ҡына дошман алдына барып төшһә, ҡурҡыуҙан йөрәге ярылыр ине тегенең...”

“Оксана менән мине тапҡас, уның йөҙө тағы ла асылып китте...”

“Тиҙ генә һеңлемә күҙ һалып алам...”

“Тик һүҙемә ҡолаҡ һалыусы ғына булһын...”

“Заман минең ише генәме һуң, бәп-бәләкәс көйөнә ауыҙы һүҙҙән бушамай...”

“Ә һеҙгә, балалар, һүнәй баҙарына китергә ваҡыт...”

“Беҙҙе күргәс, теге һалдат аяҡ үрә баҫты ла ҡысҡырып уҡ ебәрҙе...”  

Фразеологизмдарҙы ғалимдарҙың китаптарын да ғына түгел, дәреслектәрҙә, художество китаптарында йыш осрарға мөмкин. Мәҫәлән, “Туған тел” дәреслегендә Фәрит Иҫәнғоловтоң “Ҡәләм кемгә булырға тейеш?” хикәйәһендә “күҙе дүрт булды”, Гөлнур Яҡупованың “Рәхмәт яуғанда” тигән хикәйәһендә “күҙ ташланы”, башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән Айыу”ҙа  “ауыҙына һыу ҡапҡан”. Балалар әҙәбиәтен байҡап сыҡҡас (М. Кәрим, З. Биишева, Ф. Туғыҙбаева, А. Йәғәфәрова, Д. Бүлә        ков, Н. Мусин, Ф. Иҫәнғолов, Я. Хамматов, Р. Солтангәрәев, Р. Хәйри, К. Кинйәбулатова, Р. Байбулатов, Р. Ғабдрахманов әҫәрҙәрен һ. б.), мин ошондай һығымтаға килдем:

-һәр яҙыусы әҫәренең телмәрен байытыу маҡсаты менән фразеологизмдар ҡуллана; -фразеологизмдар төҙөлөшө яғынан ҡыҫҡа (ике-өс һүҙҙән тора);

-ябай телмәрҙә йыш ҡулланыла торған фразеологизмдар ифрат күп;

Ошо фразеологизмдар араһында түбәндәгеләрҙе осратырға мөмкин:

йән-фарман килтерҙе – ныҡ асыуланды (К. Кинйәбулатова, “Иш янына ҡуш”)

баш бирмәҫ – кеше ихтыярына бирелмәү, буйһонмау (Ф. Рәхимғолова, “Ҡолонсаҡ”)

рәхмәт яуғыры – яҡшы теләк һүҙе (Ф. Рәхимғолова, “Ҡолонсаҡ”)

танһыҡ  ҡаныу – ниҙәндер тулыһынса ҡәнәғәт булыу (Д. Бүләков, “Әлфиәнең күҙ йәштәре”)

сер бирмәү – хәл ауыр булһа ла бирешеп бармау, яҙмышҡа зарланмау (Д. Бүләков, “Йәшел гармун”)

йөҙ томрайыу – кәйеф төшөү (Я. Хамматов, “Ҡотҡарыу”)

шаҡ ҡатыу -  ныҡ аптырау, ғәжәпкә ҡалыу (Н. Мусин, “Етемәк болан балаһы”)

өнһөҙ ҡалыу – һүҙ әйтә алмау (Н. Мусин, “Етемәк болан балаһы”)

таң һарыһы менән – иртән-иртүк (Н. Мусин, “Татлы тамаҡ һуҫар”)

ҡара эсле – күңелендә мәкер тотҡан, яуыз уйлы (Ф. Иҫәнғолов, “Баҫыу уртаһындағы күл”)

күҙ асып йомғансы – бик тиҙ, минут эсендә (Ф. Рәхимғолова, “Шифалы һөт”)

уҡ кеүек атылыу – бик тиҙ, ҡапыл (хәрәкәт итеү) (Ф. Рәхимғолова, “Салауат күпере”)

күҙ яуын алырлыҡ – бик матур (Ф. Рәхимғолова, “Салауат күпере”)

сарыф итеү – йәлләмәй тотоноп бөтөү, тәләфләү (Ф. Туғыҙбаева, “Бисмилла”)

ҡыл өҫтөндә – һәләк булыуҙан саҡ-саҡ ҡына ҡалып, бик ҡурҡыныс хәлдә булыу (Р. Байбулатов, “Күгәрсендәр төйәге”)

танауға сиртеү – берәй көтөлмәгән эш, ҡылыҡ менән икенсе берәүҙе аптырашта, уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыу (Р. Байбулатов, “Батырлыҡ еле”)

   үрмәксенән күрмәксе – кемгәлер һуҡыр рәүештә эйәргән кешегә ҡарата әйтелә (Р. Байбулатов, “Сәскәләр мажараһы”)

һанға һуғыу – үҙеңә тиң һанау, яҡшы баһалау, иҫәпкә алыу (Р. Ғабдрахманов, “Имән төбөнән сыҡҡан шар”)

 арҡырыны буйға һалмау - бер ниҙә эшләмәү, тик ятыу (Р. Байбулатов, “Ултырма ҡыҙ”)

ҡобара осоу – тулҡынланыуҙан, ҡурҡыуҙан ағарып китеү, төҫ үҙгәреү  (М. Әхмәтшин, “Гөлйемеш”)

харап итеү – һәләк итеү, юҡҡа сығарыу (Ғ. Туҡай, “Шүрәле”)

Фразеологизмдарҙың аңлатмаһына таянып, уларҙы бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин: исем, сифат, ҡылым, рәүеш. Мәҫәлән, исем: рәхмәт яуғыры, сифат:үрмәксенән күрмәксе, күҙ яуын алырлыҡ, ҡара эсле, ҡылым: харап итеү, шаҡ ҡатыу, рәүеш:  ҡыл өҫтөндә,  уҡ кеүек атылыу,  күҙ асып йомғансы һ.б. Был эш төрөн һәләтле балалар менән башҡарырға мөмкин. Шулай итеп, фразеологизмдарҙы бик боронғо ата – бабаларыбыҙ үҙҙәре ижад иткән. Улар боронғо яҙмаларҙа ла, яҙыусыларыбыҙ ижадында ла бик мул ҡулланыла. Һәр һүҙ сәнғәте әҫәрендә фразеологизмдар төрлө - төрлө стилистик вазифа үтәй. Оҫта яҙыусылар уларҙы яңы шарттарҙа яңы мәғәнәгә яраҡлаштыра. Халыҡ, яҙыусы ижад иткән фразеологик берәмек әле лә  барлыҡҡа килеп тора. Телебеҙ яңынан – яңы тел гәүһәрҙәре менән байый. Фразеологик берәмектәр балалар әҙәбиәтендә лә  йыш осрай. Нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһы дәрәжәһенә күтәрелгән, телдең сихри көсөн, эмоциялылыҡ серен, эстетик функцияһын, стилистик ҡеүәтен аңлаған яҙыусы фразеологизмдар менән оҫта эш итә һәм,  һис шикһеҙ, һүҙ сәнғәте оҫталарының  милли әҙәби телде үҫтереүҙә роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.           Талантлы әҙиптәребеҙ әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының милли һыҙаттары  бөтә нескәлеге менән сағылған. Милли әҙәбиәт хаҡында К.С. Станиславский түбәндәгесә бик хаҡ фекер әйтеп ҡалдырған. Ул: «һәр милләт, һәр халыҡ сәнғәттә үҙ милләтенең, иң нескә кешелек һыҙаттарын сағылдырһын, һәр сәнғәт үҙенең милли буяуҙарын, төҫтәрен һәм үҙенсәлектәрен һаҡлаһын. Бына шунда ла инде һәр халыҡтың эске күрке, эске  рухи донъяһы асыла». Был тәңгәлдә башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары ҙур оҫталыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм талапсанлыҡ менән милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә. Ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған тел  гәүһәрҙәребеҙ-нығынған һүҙбәйләнештәр халҡыбыҙҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләй; боронғо һүҙгә ҡолаҡ һалырға этәрә һәм өндәй. Фразеологик берәмектәр, беренсенән, мәғәнәне тулы, дөрөҫ сағылдырыуҙы, икенсенән, стилистик маҡсатты күҙ уңында тота. Фразеологизмдар текстың дөйөм ерлегенә тап килгән өҫтәмә буяуҙарға, биҙәктәргә, мәғәнәләргә эйә була. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе берләштергән тел күренеше булған фразеологизмдар, бай һүрәтләү сараһы булараҡ, төрлө стилдәрҙә йыш ҡулланыла. Улар башҡа телдәргә тәржемә ителмәй һәм кинәйәле мәғәнә йөрөтөүе менән айырылып тора. Уларҙың сығанағы – фольклор. Фразеологизмдарға мәҡәлдәр, әйтемдәр яҡын тора (һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ете үлсәп, бер киҫ, алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп, ашаған белмәй, тураған белә һ.б.). Фразеологик берәмектәр һүҙҙәргә синоним булып та сығыш яһайҙар: оятһыҙ – эт тиреһен битенә ҡаплаған, өндәшеү – һүҙ ҡушыу, һүҙ ҡатыу, өндәшмәү – телде йотоу, телде тыйыу. Фразеологик берәмектәр күбеһенсә күсмә мәғәнәлә ҡулланылғанға, улар һынлы телмәр сараларын тәшкил итә. Художестволы әҫәрҙә образ тыуҙырыуҙа фразеологик берәмек йыш ҡулланыла: шул арҡала әҫәрҙең теле һығылмалы, баҙыҡ, халыҡсан, төрлө стилистик биҙәкле була. Шуға күрә ҙур талант  эйәһе булған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә фразеологик әйтемдәр киң урын ала. Күпселек фразеологизмдар китап, гәзит телмәрен генә түгел, шулай уҡ беҙҙең телмәрҙе лә байыта. Шуға күрә фразеологизмдарҙы өйрәнеү, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланыу  уҡыусыларҙың алдынғы маҡсаты булып торорға тейеш тип уйлай.

Библиография

Монографиялар:Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта, - Өфө, “Китап”, 1993;Ғафаров Б.Б. Әҙәби тел күрке. (Туған әҙәбиәт дәрестәрендә лексик-стилистик күнегеүҙәр). Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994-104 бит;Кәрим М.С. Беҙҙең өйҙөң йәме, повестар, хикәйәләр, Өфө, Китап, 2003-240 бит; Псәнчин В.Ә.   Һүҙ тылсымы- Өфө , “Китап”, 1996;Псәнчин В.Ә. Телмәр мәҙәниәте нигеҙҙәре - Өфө, “Китап”,  2004- 184 бит;                                                                                                                                                       Әхмәтйeнов К.К. Әҙәбиәт теорияһы- Өфө, 2004

Һүҙлектәр:Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. 3100 фразеологик берәмек.- Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996- 288 бит; Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Яңыртылған, 2-се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.- 344 бит; Ғ. Б. Хөсәйенов. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге, - Өфө,2006

Фәнни мәҡәләләр: Татар әҙәбиәтендә фразеологик ҡушылмалар. Валеев И.Р. Башҡортостан уҡытыусыһы 2003, №3,76-78 бит; Башҡорт теле дәрестәрендә фразеологизмдарҙы өйрәнеү. Шәрипов Ә.В. Башҡортостан уҡытыусыһы 2003,№5, 56- 58 бит; Башҡорт әҙәбиәтендә новаторлыҡ. Валеев И.Р. Башҡортостан уҡытыусыһы 2004, №2, 62-63 бит; “Урал- Алтай тел ғилеме: бөгөнгө торошо, проблемалары, перспективалары” республика ғилми конференцияһы// Конференция материалдары. Өфө, БДУ, 2001- 203 бит ; Проблема изучения и преподавания филологических наук (Сборник в 4- х частях),-Стәрлетамаҡ 11-13 мая 1999.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация " Бөтендөнья тарихы сәхифәләре"

Презентация к уроку Окружающий мир, 4 класс по программе "Школа России" по учебнику Плешакова...

эзләнү-тикшеренү эше"Сугыш чоры балалары"

Башлангыч гомуми белем бирүнең Федераль дәүләт мәгариф стандартына күчү һәм дәрестән тыш эшчәнлек башлану башлангыч класс укытучыларына эшләрен үзгәртеп,яңа форма һәм методлар куллануга этәргеч булып ...

Сәләтле балалар һәм авыр үзләштерүче балалар белән эшләү план- прграммасы

Сәләтле балалар һәм авыр үзләштерүче балалар белән эшләү план- программасы 4 класс укучыларын белән эшләү өчен төзелгән. Класста 6 укучы.Башка милләт балалары булганлыктан, татар теле һәм әдәбия...

Фразеологизмдар

Фразеологизмдар...

Ҡуш тартынҡыларҙын дөрөҫ яҙылышы.

Ҡуш тартынҡыларҙын дөрөҫ яҙылышы....