Туған телде һаҡлайыҡ
статья на тему

Гарипова Гульназ Рузиловна

статья

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tugan_telde_haklayyk.doc25.5 КБ

Предварительный просмотр:

Туған телде һаҡлайыҡ.

Бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,  “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда,шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Билдәле рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың ошондай һүҙҙәре бар: “Кешелә бөтә нимә лә - йөҙө лә, кейеме лә, тәне лә, күңеле лә матур булырға тейеш”. Матур, яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы телде кем генә яратмай. Әммә шуныһы бар: кешегә үҙ туған телен һайлау мөмкинселеге бирелмәгән. Ул беҙгә ата – бабаларҙан ҡалған хазина.

Гимназияла уҡыған бик күп уҡыусынан: “Ниңә кәрәк ул башҡорт теле? Мин бит унан ЕГЭ бирмәйем!” – тигән һүҙҙәр ишетергә мөмкин. Уҡыусыларға уҡыу ЕГЭ бирер өсөн генә кәрәк микән ни? Аңлатмалы һүҙлектә уҡыу һүҙенең мәғәнәһе түбәндәгесә бирелә: “Уҡыу – 1.Яҙылғанды ҡысҡырып йәки үҙ алдыңа үҙләштереү, танышыу.2. Ниндәйҙер уҡыу йортонда уҡыусы булып, белем алыу, берәй һөнәргә эйә булыу. Һәр кеше белем алғанда төрлө яҡтан үҫешә, камиллаша. Иғтибарҙы бер генә йүнәлешкә биргән осраҡта ниндәй үҫеш булыр микән? Көндән көн үҙ ваҡытын, иғтибарын йәлләмәйсә компьютер уйындарына биргән уҡысылар һаны арта бара, улар бер береһе менән аралашыуҙы онота баралар. Матур итеп һөйләшә, аралаша ла белмәйҙәр.  Рус теле, әҙәбиәте, башҡорт теле, әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрендә беҙ үҙ фекеребеҙҙе матур, аңлайышлы итеп еткереүгә өйрәнәбеҙ. Кеше бер береһе менән аралашмаһа, тел юғала, милләт юғала! Билдәле булыуынса тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан, уртаҡ тел таптырған, аҡылын байытҡан, данын арттырған, кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған. Әлеге ваҡытта донъяла 194 илдә 7 меңдән ашыу телле халыҡ йәшәп ята. Улар 160 оло милләткә берләшкән. Рәсәйҙә 180 ашыу милләт теркәлгән. Шул иҫәптән 70 милләт халҡының һаны 15 меңдән ашыу. Башҡорттар был теҙмәлә рустар, татарҙар, украиндарҙан һуң дүртенсе урында тора. Дөйөм алғанда ер шарында төрлө халыҡтарҙың һаны кәмеүгә бара. Милләттәр йә икенсе һан яғынан күберәк һәм иҡтисади йәһәттән көслөрәк халыҡ тарафынан ассимиляцияланыуға дусар була, йә туранан – тура юҡҡа сыға.Халыҡтың милләт булараҡ юҡҡа сығыуын иң беренсе уның теле юғалыуы сәбәпсе. Мәҫәлән, Чукотка ярымутрауында йәшәгән керек халҡы 2002 йылда ни бары һигеҙ кешенән торған. Ә 1959 йылда улар йөҙҙән ашыу булған. 2000 йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән “Аҙ һанлы халыҡтарҙың берҙәм исемлеге”ндә 45 халыҡ булған, 2008 йылда уларға Ленинград өлкәһендә йәшәүсе водь тигән халыҡты ла ҡушҡандар. Был факттар бик ҡурҡыныс. Үҙ телеңде юғалды – нисектер бушлыҡҡа, йыһан туҙанына әйләнеү менән сағыштыра алам.

Төрлө ғалимдар үҙҙәренең эштәрендә “кеше ни тиклем күберәк телде өйрәнә, ул шул тиклем күп белә” тип яҙалар. Был минеңсә бик дөрөҫ. Халыҡ мәҡәле бар: “Ашаған малда өмөт бар”, ә мин уны үҙгәртеп: “Уҡыған кешелә ышаныс бар” тип әйтер инем. Уҡыған кеше генә беҙҙең яҡты киләсәкте төҙөүселәре рәтендә торорға мөмкин. Үҙ туған телен белгән, башҡа милләт телдәрен өйрәнгән кеше генә донъяла тыныслыҡ  кәрәклеген аңлаясаҡ тип уйлайым. Туған телебеҙҙе өйрәнәйек, һаҡлайыҡ. Юғалған әйберҙе тергеҙеүе бик ауыр, булған әйберҙеү ҡәҙерен беләйек.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок по литературному чтению на тему: В. Осеева «Собака яростно лаяла»

К учебнику "Родная речь" 1кл Л. В. Климанова, М. В. Голованова, В. Г. Горецкий издаваемого издательством "Просвещение"...

ПРЕЗЕНТАЦИЯ К УРОКУ ПО ЛИТЕРАТУРНОМУ ЧТЕНИЮ ПО РАССКАЗУ В.ОСЕЕВОЙ «СОБАКА ЯРОСТНО ЛАЯЛА».

.Творчество советской писательницы Валентины Александровны Осеевой (1902-1969) проникнуто огромным желанием научить детей различать добро и зло в своем сердце, давать верную оценку своим поступкам. Ка...

В. Осеева "Собака яростно лаяла"

Методическая разработка урока с элементами прогнозирования....