Башҡорт халыҡ йырҙары
план-конспект урока по музыке

Исламова Зульфия Файзулловна

Халыҡ йырҙарының төрҙәре: Оҙон көй,һалмаҡ көй,ҡыҫҡа ҡөй менән таныштырыу

Уҡыусыларҙың музыкаль әҫәрҙе тыңлау, йырлау һәләттәрен үҫтереү

Башҡорт халыҡ йырҙарына,халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу,халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү.

Скачать:

Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Тема: Башҡорт халыҡ йырҙары

Маҡсат:  Халыҡ йырҙарының төрҙәре: Оҙон көй,һалмаҡ көй,ҡыҫҡа ҡөй менән таныштырыу

Уҡыусыларҙың музыкаль әҫәрҙе тыңлау, йырлау һәләттәрен үҫтереү

Башҡорт халыҡ йырҙарына,халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу,халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: презентация, эпиграф, компьютер, йырҙар

Уҡыусылар  «Башҡортостан-илгенәм”  йыры  аҫтында класҡа инәләр

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле

Уҡыусыларҙы сәләмләү. Хәйерле көн уҡыусылар,таныш булайыҡ, мин Исламова Зөлфиә Фәйзулла ҡыҙы  һеҙҙең мәктәбегеҙҙә,ошо класта һеҙҙе күреүемә шатмын .Бөгөнгө көндә беҙ бергә музыка доньяһына сәйәхәт итәсәкбеҙ.

Әйҙәгеҙ хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып яҡшы кәйеф теләп,дәресте башлайыҡ.

II. - Уҡыусылар һеҙ класҡа ингән саҡта ,ниндәй йыр яңғыраны,һеҙ ниндәй музыка аҫтында класка индегеҙ.

-Эйе беҙҙең гүзәл республикабыҙ-Башҡортостаныбыҙ тураһында.

Башҡортостаныбыҙ тураһында ҡыҫҡаса ғына әйтеп китегеҙ әле,нимәләр беләһегеҙ.(уҡыусыларҙың яуаптары)

Афариндар! Эйе Беҙҙең республикабыҙ үҙенең тауҙары,урмандары,тәбиғәт байлыҡтары менән генә бай түгел,ул үҙенең халҡы,мәҙәниәте,күренекле шәхестәре,оҫта башҡарыусы йырсылары менән дә бай.

- Уҡыусылар хәҙер башҡорт халыҡ йырын тыңларға саҡырам(йыр тыңланыла). (Райман Ишбаев”Урал” йыры)

Шиғыр уҡыла. Ниндәй гүзәл  халыҡ йыры

Күпме көс тәрәнлек бар!

Беҙҙе бөтә ғүмере буйы

Оҙатып килә улар.

Йырсы тураһында әйтеп үтеү. Йырсыны таныйһығыҙмы?Был йырсы беҙҙең яҡташыбыҙ.Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы көслө,моңло тауышлы йырсыбыҙ Райман Ишбаев.(Райман Ишбаев бынан бер нисә йылдар элек фажиғәле үлеп ҡалды.(Райман Ишбаев”Урал” йыры)

Дәрестен темаһын асыҡлау.Уҡыусылар һеҙ нисек уйлайһығыҙ ,бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһындә һөйләшәсәкбеҙ,дәрестең темаһы ниндәй буласаҡ?

- Эйе йырҙар,ғөмүмән башҡорт халыҡ йырҙары,уларҙың төрҙәре тураһында һөйләшәсәкбеҙ,йырҙар йырлаясаҡбыҙ.

- Әйтегеҙ әле һеҙ ниндәй башҡорт халыҡ йырҙарын беләһегеҙ?(яуаптар)

III. Яңы тема өҫтөндә эш

 

Йыр — башҡорт музыка сәнғәтенең киң таралған жанрҙарының береһе, халыҡтың борон- борондан килгән тормош юлдашы.Доньяла кеше йыр-моңһоҙ йәшәй алмай.Йыр элек-электән кешенең тоғро юлдашы булған.Кеше үҙенең шатлығын да,һағышын да йырға һалған.Йыр менән күңелендәге хис –тойғоһон әйтеп биргән.Башҡорт халыҡ йырҙары халыҡ тарафынан ижад ителгән.Башҡорт халыҡ йырҙарында беҙ халыҡ тарихында булып үткән мөһим ваҡиғаларҙың поэтик йыльяҙмаһын,уның тормош-көнкүрешен,йолаларының сағылышын күрәбеҙ.Халыҡ үҙенең батырҙарына,тыуған еренә арнап йырҙар сығарғандар.Халыҡ йөрәге тыуҙырған йыр халыҡ йөрәгендә мәңге һаҡланып ҡала килә.Улар телдән-телгә күсеп беҙҙең заманға тиклем килеп еткән.Һәм башҡорт халыҡ йырҙары бер нисә төргә бүленә.

  1. - һеҙҙең иғтибарығыҙға йыр ҡуям.Һәм беҙ һеҙҙең менән бергәләп ниндәй төрҙәргә бүленеүен асыҡларбыҙ.Һеҙ иғтибар менән генә тыңлағыҙ.

Башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү” Абдулла Солтанов.

Әле һеҙ Абдулла Солтанов башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү” йырын тыңланыгыҙ.

Был йырҙы йырсы нисек башҡарҙы? (Яй,һуҙып)

Был йыр “Оҙон көй” төрөнә ҡарай..Яй,һуҙып йырланыла.Оҙон көйҙәр башлыса киң диапазонлы.Оҙон көйҙө башҡарыу ифрат ҙур оҫталыҡ талап итә.Оҙон көйҙәрҙе һуҙып йырлау ғына етмәй.Уның тәрән моң- мәғәнәһен еткереү өсөн музыкаль биҙәктәрҙе урынлы ҡулланыу кәрәк.

2) Артабанғы йырҙы тыңлайыҡ. (“Ҡара юрға” йырынан өҙөк тыңланыла.).Беренсе йыр менән сағыштырыу.Был йырҙың темпы ниндәй.(тиҙ,шәп). Характеры-күңелле,шат.Бындай йырҙар “Ҡыҫҡа көй” төрөнә ҡарай.Ҡыҫҡа көйҙәргә –таҡмаҡ,марш,бейеү көйҙәре,бәйеттәр, мөнәжәттәр инә.

3) ”Түңәрәк күл” йыры .Һорауҙар,башҡа көйҙәр менән сағыштырыу.Был көйҙөң темпы нисек.?(Һалмаҡ,тыныс).Мәҫәлән-“Киленсәк” йырын йырлап күрһәтеү.Был “Һалмаҡ көй” төрөнә ҡарай.

Ә хәҙер мин башҡорт халҡының бай тарихын,рухын сағылдырған оҙон көй төрөнә ҡараған башҡорт халыҡ йыры” Сәлимәкәй” йырының тарихы менән таныштырып китәм.(Һөйләйем).Презентацияла йырҙан өҙөк тыңланыла)

  • Ошо боронғо йырҙарҙы беҙҙең замандарға еткереүсе,халыҡҡа таратыусы йырсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?(йырсылар тураһында күрһәтеп,әйтеп китеү)

Солтанов Абдулла Афзал улы  (25 сентябрь 1928 йыл) — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһыҡурайсыБашҡорт АССР-ыныңатҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Ғәжәйеп матур тауышлы, моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Абдулла Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә,сит илдәрҙә сығыш яһаған.

Уның исеме барыһына ла яҡшы таныш. Флүрә Килдейәрова-башҡорт халыҡ йырҙарын юғары кимәлдә башҡарыусы, бер үк ваҡытта опера, эстрада һәм филармония йырсыһы ғына түгел, һоҡландырғыс шәхес тә. Уның таланты, матурлығы һәм сикһеҙ энергияһы күптәрҙе таң ҡалдыра.

Венера Рәхмәтуллина Бөрйән районы ҡыҙы.Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкән.Бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты.

Бөгөн Флүрә Килдейәрова – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты. Оҙаҡ йылдар инде йәш быуынға вокал серҙәрен өйрәтә. Флүрә Әхмәтша ҡыҙы – З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты профессоры.

Һәм башҡа бик күп йырсылар.

IV. Группа менән эш. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙҙар таратылып бирелгән.Унда халыҡ йырҙары яҙылған, һүҙҙәре ҡайһы бер урында төшөрөлөп ҡалдырылған.Һеҙ аҫта яҙылған ярҙамсы һүҙҙәрҙе ҡулланып,йырҙы тулыландыраһығыҙ.Белгән булһағыҙ йырлап күрһәтәһегеҙ.

“Ҡарабай” йыры таратып бирелә.Йырҙың һүҙҙәрен ҡуйып бөткәс,уҡып ишеттерәбеҙ ҙә.Һеҙҙең өсөн ял минуты,йәғни физкульт минутка ла булыр бейеү хәрәкәттәре эшләп йырлап күрһәтәбеҙ(Көй  ҡуйыла”Ҡарабай”)

V.Йыр өйрәнеү.Башҡорт халыҡ йыры “Шәл бәйләнем”йыр

Бына хәҙер өйрәнәсәк халыҡ йырының да тарихы бар.Элек-электән беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ аҡ,ҡара кәзәнең мамығына ебәк еп ҡушып шәл бәйләгәндәр.Уны һатып үҙҙәренә табыш алғандар,йәғни аҡса эшләгәндәр.Бигерәк тә Ейәнсура,йәғни Зианчура шәлдәре матур бәйләнгән һәм әле лә ул кәсеп уларҙа алға киткән.Мин һеҙгә йырлап ишеттерәм,һеҙ уның ниндәй төргә ҡарағанын билдәләгеҙ.

-Уҡытыусы йырҙы йырлап ишеттерә.

-Тауышты көйләү(Распевка)

Йырҙың тексын өйрәнеү(таратып биреү)

Йырлап ҡарау

VI.Рефлексия.Бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләштек?ниндәй йырҙарҙы халыҡ йыры тип йөрөтәбеҙ?Ниндәй төрҙәре менән таныштыҡ?Оҡшанымы дәрес?Әгәр ҙә дәрес оҡшаған икән

Уҡыусыларҙы баһалау.(үҙҙәрен үҙҙәре баһалайҙар)

Өйгә эш.Халыҡ йырҙары тыңларға,өйрәнелгән йырҙың һүҙҙәрен ятларға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт халыҡ әкиәте "Бойҙай бөртөгө". Уҡыу дәресе

Башҡорт халыҡ әкәите "Бойҙай бөртөгө". Әҙәби уҡыу дәресенә яҡынса план-конспект...

Башҡорт халыҡ әкиәте Ҡарсыҡ менән айыу

Башҡорт халыҡ әкиәтен үҙгәртеп, шиғыр өҫтәп яҙҙым. "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсында йырлап, бейеп  һөйләп ишеттерҙек....

Һаран менән еңмеш, корея халыҡ әкиәте

Әкиәткә шиғыр өҫтәп яҙҙым, әкиәт конкурстарына ярҙамға!...

Внеклассное мероприятие " Чаваш халах самахлахен тенчинче"

Воспитывть любовь к Родине и чувашскому народу...

Презентация к внеклассному мероприятию " Чаваш халах самахлахан тенчинче"

Воспитывать любовь к родине и чувашскому народу...

Мои стихи.“Бер һүҙ менән әйтһәң - йәшәргә” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың 85 йәшенә

Һаумы, Рәми ағай, эйе,  беләм,Ана, өҫтән ҡарап тораһың.Миңә, ҡыҙым  шиғыр яҙған, тиепАрҡамдан да һөйөп алаһың....

Башҡорт халыҡ әкиәте "Алдар батыр менән генерал"

Алдар батыр менән генерал - башҡорт халыҡ әкиәте...