Разработка урока и презентация к уроку и презентация к уроку
презентация для интерактивной доски по теме

Разработка урока по родной (башкирской) литературе в 5 классе "Әсикмәк" и презентация к уроку

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sikmk.docx18.04 КБ
Файл prezentaciya_sikmk_2.pptx2.76 МБ

Предварительный просмотр:

Дәрес темаһы: Ә.Әминевтың “Әсикмәк” хикәйәһен өйрәнеү.

Маҡсат: Уҡыусыларҙың Яҙыу Һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, әҫәргә ҡарата фекеркңде әйтергә өйрәтеү. Ветерандарға, Ватанды Һаҡлаусыларға, әсәйҙәргә һөйөү, хөрмәт, ихтирам, ғорурланыу хистәре тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Мультимедиа проекторы, Ә.Әминевтың фоторәсеме, китаптары, “Ағиҙел” журналы.

                                   Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле. Тиҙәйткестәр ярҙамында тел шымартыу.

-ҫа-ҫа-ҫа-һалдаттар сафҡа баҫа

-һа-һа-һа-һалдаттар илде һаҡлай

-беҙ-беҙ-беҙ-тыныс беҙҙең көнөбөҙ

-бөҙ-бөҙ-бөҙ-яҡты беҙҙең йөҙөбөҙ1-се слайд

  1. Өй эшен тикшереү. Эштәр дәрес аҙағында йыйып алына.

-Уҡыусылар, үткән дәрестә һеҙ ниндәй әҫәр менән таныштығыҙ? Авторы кем?(Динис Бүләковтың “Яралы китап” әҫәре) –Был әҫәр нимә тураһында? Кемдәрҙең олатай-өләсәйҙәре, туғандары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан?

     3. Инеш әңгәмә. (Һуғыш йылдарындағы, тыныс тормоштағы һалдат фотолары) 2-се,3-сө,4-се слайдтар

- Таңдарыбыҙ тыныс атһын, көндәребеҙ бәрәкәтле үтһен, татлы йоҡоларыбыҙ бүленмәһен өсөн һалдаттар көн-төн ил сигендә һаҡта тора. Февраль айында барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерлә байрам-Ватан һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Кемдәрҙең атайҙары армия сафтарында хеҙмәт иткән, йә ағайҙары, туғандары әле Ватанды һаҡлай? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

     4. Дәрестең темаһы менән таныштырыу.

  -Бөгөн һуғыш темаһына арналған тағы бер әҫәр менән танышасаҡбыҙ. Ул “Әсикмәк” тип атала.5-се слайд-тема.

- Нимә ул “әсикмәк”?(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

  - Был әҫәрҙе яҙыусы Әмир Әминев ижад иткән. Ул әле “Ағиҙел” әҙәби журналының баш мөхәррире. Яҙыусының бик күп китаптары донъя күргән(Уның китаптары, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре бергә төшкән фотоһы.) 6-сы слайд. Әмир Әминев та, атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ кеүек , Ватаныбыҙҙы һаҡлап армия сафында хеҙмәт иткән.

    5.Һүҙлек эше.

 -Текст менән танышҡанға тиклем, унда осраясаҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайыҡ. 7-се слайд

Хәбәрһеҙ юғалған-пропал без вести; төш юрау-толковать сон; бөтә ғүмере-всю жизнь; йыуатыу-утешать; шыбырлап-шепотом.

   6. Ә.Әминевтың “Әсикмәк” хикәйәһен уҡытыусы ҡысҡырып уҡый.

       -эстән уҡыу; -сылбырлы уҡыу

   7. Текст йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

   -Әҫәрҙең төп геройы кем?

   -Ни өсөн Сәрби әбей яңғыҙ йәшәй?

    -Улы Тимерйәндең һуғыштан  ҡайтмауына нисә йыл үткән?

   - Сәрби әбей ниндәй төш күрә, уны нимәгә юрай? (Текстан табып, уҡып күрһәтеү)

    - Әбей нимәгә өмөтләнеп йәшәй? Уның йыуанысы нимәлә?

    - Тимерйәндең хаты тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

   - Тимерйәндең хатында әсәһенә яҙған һүҙҙәрен текстан табығыҙ. “Тимергә ни булыр?” тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Тимерйән тигән исемгә ниндәй мәғәнә һалынған?

   - Сәрби әбейҙе тағы ла нимә борсой? Ни өсө ул икмәкте бешерегә була? – Тимерйән хатында икмәк тураһында нимә тип яҙа?

   - Сәрби әбей икмәкте ни өсөн һалдатҡа биреп ебәрә? – Әҫәр ни өсөн “Әсикмәк” тип атала?  - Был әҫәре менән яҙыусы нимә әйтергә теләгән?

   8. Уҡыусыларҙың фекерен, дөйөмләштереп, йомғаҡлау.

    8-се слайд

  Дуҫтар, дуҫтар һиҙгер булайыҡсы,

Сыланмаһын әсә керпеге.

Яуҙан улын көтөп ағармаһын

Әсә сәстәренең бөртөгө.       Физтәнәфес- “Олатайҙың миҙалдары” йырының өҙөгөн хәрәкәттәр менән йырлау.  9-сы слайд

10-сы слайд

   Донъялар булһын тыныс,

  Кәрәкмәй беҙгә һуғыш!

     9. Тексты өлөштәргә бүлеү һәм план төҙөү. (Төрлө варианттарҙы тыңлау һәм дәфтәргә яҙыу.)

1. Сәрби әбейҙең төшө.

2. Тимерйәндең хаты.

3. Бурысты тапшырыу.    10-сы слайд-по щелчку

     10. Ижади эш. Өсмөйөшлө хаттар яҙыу.

     - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ниндәй башҡорт  батырҙарын беләһегеҙ? (Миңлеғәли Шайморатов, Таһир Күсимов, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Муса Гәрәев һ.б.) Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл кәмей бара, беҙ уларҙы хөрмәт һәм ихтирам итергә тейешбеҙ.

Һуғыш ваҡытында һалдаттар ошондай өскөл һалдат хаттары яҙғандар. 11-се слайд. Хәҙер һеҙгә шундай ижади эш тәҡдим ителә; 1-се төркөм-һуғыш ветерандарына, 2-се төркөм бөгөнгө һалдаттарға хат яҙа.(Хаттарҙы уҡыу)12-се слайд

     11. Дәресте йомғаҡлау һәм өйгә эш биреү. Төҙөгән план буйынса әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

-ҫа-ҫа-ҫа-һалдаттар сафҡа баҫа, -һа-һа-һа-һалдаттар илде һаҡлай, -беҙ-беҙ-беҙ-тыныс беҙҙең көнөбөҙ, -бөҙ-бөҙ-бөҙ-яҡты беҙҙең йөҙөбөҙ.

Слайд 2

Еңеүсе һалдаттары

Слайд 4

Әмир Әминев-яҙыусы, әле «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире.

Слайд 5

Журналист, тәржемәсе , яҙыусылар союзының проза секцияһы етәксеһе , Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзаһы , Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре , йәмәғәт эшмәкәре .

Слайд 6

Һүҙлек эше Хәбәрһеҙ юғалған-пропал без вести Төш юрау-толковать сон Бөтә ғүмере-всю жизнь Йыуатыу-утешать Шыбырлап-шепотом

Слайд 7

Олатайым миҙалдары Олатайым миҙалдары Сыңғылдап сың-сың сыңлай Мин тыңлайым шул сыңларҙы Кемдәрҙе сыңды тыңлай Сың-сың сыңлайҙар Беҙ еңдек тип йырлайҙар


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Интегрированный урок. Главные члены предложения. Словосочетание. (Разработка урока с презентацией). Русский язык , 2 класс

       Ибрагимова Эльвира Абдрешитовна                  учитель начальных классов         МБ...

Разработка урока музыки+презентация к уроку по теме «Не смолкнет сердце чуткое Шопена…»

На уроке дети познакомятся с биографией Фредерика Шопена и его необыкновенной музыкой....

методическая разработка урока (с презентацией) Урок мудрости

Тема урока: Обобщение знаний об имени существительном.4 класс...

Разработка урока и презентация к уроку математики 2 класс по теме "Периметр" УМК Школа России

Разработка урока и презентация к уроку математики 2 класс  по теме "Периметр" УМК Школа России...

Разработка урока и презентация урока по математике

4нче сыйныфта үткәрелгән математика дәресе."Почмакларның төрләре" темасы буенча.Максат: Почмакларның төрләре белән таныштыру; күбурынлы саннарны дөрес уку һәм язу, разряд  кушылучылары  сумм...

Разработка урока и презентация урока по математике

4нче сыйныфта үткәрелгән математика дәресе."Почмакларның төрләре" темасы буенча.Максат: Почмакларның төрләре белән таныштыру; күбурынлы саннарны дөрес уку һәм язу, разряд  кушылучылары  сумм...