Эссе
материал по теме

Хәйруллина Тәнзилә Ғәли ҡыҙы

Эссе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse.docx19.05 КБ

Предварительный просмотр:

Мин – Уҡытыусы.

 

            Мин – Уҡытыусы! Яҡтылыҡҡа, белемгә, әҙәп-әхлаҡҡа әйҙәүсе мөғәллимә! Минең уң яҡ ҡанатым  ғаиләм, туғандарым булһа, ә һул яҡ ҡанатым – уҡытыусыларым, уҡыусыларым.

Ә уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Сөнки мине уратып алған мөхиттең, туғандарымдың, уҡытыусыларымдың һәм, әлбиттә, әҙәбиәттең роле һанап бөткөһөҙ. Бер яҡтан улар миңә өлгө булһа, ә икенсе яҡтан тормошто яратырға, ҡәҙерләргә, матурлыҡты һөйөргә һәм уға ынтылырға, донъя серҙәрен асырға ярҙам итте, һәм педагог, уҡытыусы, тәрбиәсе булырға юл күрһәтте.

         Уҡытыусы булыу бик изге һәм яуаплы һөнәр, сөнки ул кешелек алдында баланың, уҡыусының киләсәге өсөн яуап бирә, уның шәхес булып формалашыуында ҙур роль башҡара.

         Кем баланы тәү тапҡыр әҙәбиәт, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт менән таныштыра? Кем баланы беренсе тапҡыр ауыр һәм ҡыҙыҡлы белем юлына баҫтыра? Кем уны ысын кеше, ысын шәхес итеп тәрбиәләй? Был, әлбиттә, уҡытыусы: уҡыусы тормошоноң юлбашсыһы, ярҙамсыһы  һәм  иптәше.

       Шуға күрә беҙҙең уҡыусыларға, йәмғиәт, кешелек алдында яуаплылыҡ бик ҙур. Ә педагогик эшебеҙҙе атҡарғанда беҙ нимәгә таянабыҙ? Бәләкәй кешене тәрбиәләүҙә  беҙгә нимә ярҙам итә? Әлбиттә, туған телебеҙ, сөнки кеше үҙ туған мөхитендә генә милли рухлы, аңлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, ҡотло итеп тәрбиәләнә. Ағас тамырһыҙ йәшәй алмаған кеүек, кеше лә үҙ тамырҙарынан айырылып йәшәй алмай.

      Донъя күләмендә глобализация барғанда, заман талаптарына яраҡлашыу мәлендә, интернет селтәренең үҫешкән дәүерендә балаларҙа милли рух тәрбиәләүҙә, үҙ теленә ҡарата ихтирам, хөрмәт, һөйөү булдырыуҙа, уның бар нескәлектәрен аңлатыу, байлыҡтары менән таныштырыуҙа  башҡорт теле уҡытыусыларының роле ифрат ҙур.

         Ә быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыуҙа миңә әҙәбиәт, сәнғәт һәм тарих сығанаҡтары, халҡым ҡомартҡылары ярҙам итә. Сөнки улар элек-электән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булған. Шуға ла телде әҙәбиәтһеҙ, әҙәбиәтте тарихһыҙ, сәнғәтте әҙәбиәтһеҙ, мәҙәниәтте сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Уҡытыусы үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә шуларҙың  барыһын да үрелдереп, милли традицияларға таянып, тығыҙ бәйләнештә ҡулланғанда ғына таҙа рухлы, аңлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, киң ҡарашлы, әхлаҡлы, белемле шәхес тәрбиәләй ала. Шуның өсөн уҡытыусы яңы технологияларҙы үҙләштереп, алдынғы педагогик тәжрибәләрҙе туплап, системалы рәүештә камиллашыу өҫтөндә эшләргә тейеш. 

        Мин уҡытыусы булыуым менән ғорурланам! Әҙәп-әхлаҡҡа, белемгә, яҡтыға, яңы үрҙәргә әйҙәүсе, заман менән бергә атлаусы, уны һәм йәмғиәтте төҙөүсе, ысын кешене, шәхесте тыуҙырыусы уҡытыусы мин!

       Минең киләсәктә - үтелмәгән юлдар, таныш булмаған офоҡтар, ә ҡулымда - аҡбур менән китап, йөрәгемдә - уҡыусыларым. Башҡортостанымдың һәм халҡымдың киләсәге өсөн хеҙмәт итеү минең изге бурысым.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Эссе

Рассвет. Здравствуй новый день! Спешу в Родную МОУ "первомайская СОШ" к своим незнайкам и почемучкам. Ждут меня там двадцать пять упрямых пытливых ребят. Они непокорны, как горные реки, капризны, бесс...

Мое педагогическое эссе.

Размышление о том, почему я много лет работаю учителем самых маленьких жителей "школьной страны"....

Эссе

Моё педагогическое кредо...

Эссе «Новые информационные технологии в обучении»

 Эссе «Новые информационные технологии в обучении». В работе отражается взгляд педагога на данную проблему....

Эссе "Счастливый дар-учить детей"

Эссе "Счастливый дар-учить детей". ...Есть на земле немало достойных профессий, но педагогами становятся по особому призванию и велению сердца те, кто изо дня в день дарит тепло своей души и отдает се...