Мои стихи. Автор Зилда Мавлетова
материал по теме

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Стихи собственного сочинения на башкирском языке.  

Скачать:


Предварительный просмотр:

Зәлиә ҡыҙыма

Зилдә Мәүлитова

Сентябрь айына йәм өҫтәп

 Зәлиә ҡыҙым  тыуҙы.

 Бәләкәстән аҡыллы,

 Тыныс  холоҡло булды.

 Көҙгө матурлыҡ, сибәрлек

 Ҡыҙыма  ла  бирелгән.

 Байлыҡ  - муллыҡта йәшәргә

 Уның хәленән килә.

 Көҙөн тыуған балалар

 Шулай булалыр инде.

 Иламаны, мыжыманы

 Үҫкәнен белмәй ҡалдым.

 Тырышып эшләй ул

 Көндөҙөн һәм төндәрен.

 Һайлаған һөнәре уға

 Тынғы бирмәй, күрәһең.

Ҡул эштәренә оҫта ул,

 Өйрәнеп  үҫте минән.

 Теләгәнен бәйләп кейә

 Ваҡытын бүлә белә.

 Тел йоторлоҡ аштар

 Һәр саҡ уның өҫтәлдә.

 Туғандарын һыйлай ул

 Йыйып алып Өфөлә.

 Һау-сәләмәт, тырыш бул

 Балаҡайым, күҙ нурым.

 Ышанысымды аҡлап

 Йәшә кәрәкле булып.

07.10.2015 йыл

Сентябрь айына йәм өҫтәп

 Зәлиә ҡыҙым  тыуҙы.

 Бәләкәстән аҡыллы,

 Тыныс  холоҡло булды.

 Көҙгө матурлыҡ, сибәрлек

 Ҡыҙыма  ла  бирелгән.

 Байлыҡ  - муллыҡта йәшәргә

 Уның хәленән килә.

 Көҙөн тыуған балалар

 Шулай булалыр инде.

 Иламаны, мыжыманы

 Үҫкәнен белмәй ҡалдым.

 Тырышып эшләй ул

 Көндөҙөн һәм төндәрен.

 Һайлаған һөнәре уға

 Тынғы бирмәй, күрәһең.

Ҡул эштәренә оҫта ул,

 Өйрәнеп  үҫте минән.

 Теләгәнен бәйләп кейә

 Ваҡытын бүлә белә.

 Тел йоторлоҡ аштар

 Һәр саҡ уның өҫтәлдә.

 Туғандарын һыйлай ул

 Йыйып алып Өфөлә.

 Һау-сәләмәт, тырыш бул

 Балаҡайым, күҙ нурым.

 Ышанысымды аҡлап

 Йәшә кәрәкле булып.

07.10.2015 йыл



Предварительный просмотр:

Йәшәйем тормоштан йәм табып

 Зилдә Мәүлитова

Минән һорайҙар: «Ниңә һин һимеҙ,

 Була торғайның ҡасандыр ябыҡ?»

 Яуап бирәйем улай булғас мин

 Тыңла мине тик күңелең һалып.

 Ятмайым бит мин ир елкәһендә,

 Эшләп ашайым инде утыҙ  йыл.        

 Тағы әйтәләр дуҫтарым миңә

«Ашама,- тиҙәр,- бәләкәй тыйыл.”

 Ашауҙан ғына ҡаламы икән

 Йомро булыуым, йомшаҡ ҡулдарым.

 Йөрөтәм үҙем һимеҙ кәүҙәмде,

 Кейемде һайлап алам мулдарын.

 Килешә үҙемә һимеҙ булыуым

 Яратҡан эшемә  оялмай барам.

 Нисек бармын шулай яратып

 Белем алырға ынтыла һәр бала.

 Уҡытыусының аҡсаһына

 Һимереп була торғаны бармы?

 Күлдәк, салбар әгәр алһаң

Ашарға етә торғаны бармы?

 Шуны аңламаған кеше генә

 Һөйләп сығаралыр һүҙ тағып.

 Һимереүҙең дә  үҙ  сере бар:

 Йәшәйем тормоштан йәм табып.

Минән һорайҙар: «Ниңә һин һимеҙ,

Була торғайның үтә ныҡ  ябыҡ?»

 Яуап бирҙем мин  һинең һорауға

 Ә һин тыңланың көнләшә яҙып.

11 ғинуар, 2016 йыл



Предварительный просмотр:

Зәлиә Мәүлитова

 Рәхмәт, инәй!

Рәхмәт, инәй, миңә тиелгән

Шиғыр юлдарың өсөн.

Унан да тыш мин рәхмәтлемен

Ғүмер биргәнең өсөн.

Һиндә генә беҙ өс туған

Аяҡ баҫып торабыҙ

Өйҙөң йәмен һиңә бирһәк

Терәк булып – һин тораһың...

Ҡайғылар килтермай генә

Йәшәргә тырышабыҙ.

Әйткән теләктәрең миңә

Хоҙайым, амин булһын!

Рәхмәт, инәй! (үҙгәртеп)

Рәхмәт, инәй, миңә тигән

Шиғыр юлдарың өсөн.

Унан да тыш рәхмәтлемен

Ғүмер биргәнең өсөн.

Һиндә генә беҙ өс туған

Аяҡ баҫып торабыҙ.

Өйҙөң йәмен һиңә бирһәк,

Терәк булып – һин тораһың...

Ҡайғылар килтермай генә

Йәшәргә тырышабыҙ.

Әйткән теләктәреңә беҙ

Амин, тип ҡыуанабыҙ!



Предварительный просмотр:

Үҙем тураһында

Зилдә Мәүлитова,14.01.2016йыл

Ауылым минең урынлашҡан

Йәмле Яйыҡ буйында.

Ташлап китмәй ҡалдым мин

Күрше ятҡан ауылда.

Инде бына нисә йыл

Хеҙмәт итәм  халҡыма.

Белем алған мәктәбемдә

Шәхес булып ҡалырға.

Булған  ғына хыялым

Тормошҡа аша, рәхмәт.

Ғаилә ҡороп,  бәхеттә

Йәшәүҙәре бик рәхәт.

Кәзә йылында тыуһам да

Кәзәләнмәйем бер ҙә.

Тырышып йәшәү маҡсатым

Дәрт бирә күңелдәргә.

Балыҡтар йондоҙлоғон

Маҡтайҙар бөтәһе лә.

Тыуа тиҙәр аҡыллылар,

Сыҙамлылар , көслөләр.

Быны мин дә, маҡтанмай,

Тырышып иҫбат итәм.

Балыҡ һымаҡ көслө тулҡын

Ҡаршыһына мин йөҙәм.

Ағасым да минең әрһеҙ

Ағастарҙың береһе.

Тал ағасы йылға ярын

Һаҡлап тора түгелме.

Шул ағасҡа үҙемде

Оҡшатып ҡуям хатта.

Мин – тормоштоң йәмелер, тип

Уйлайым ҡайһы саҡта.

Мәк сәскәһе – минең сәскәм,

Бар ерҙә лә үҫмәйҙәр.

Миндә лә шул сәскәләй

Иҫерткес көс бар, тиҙәр.

Үҙем турала һөйләнем,

Яҙып ҡалдырам биткә.

Бар ине шундай КЕШЕ, тип

Алырһың  мине иҫкә.



Предварительный просмотр:

 Уҡытыусымын

Зилдә Мәүлитова

Ун туғыҙ ғына йәшемдән

Башланым мин эшемде.

Уҡытыусы һөнәренә

Хәҙер инде мин күндем.

Байрамғолға ебәрҙеләр

Өйрәнергә иң тәүҙә.

Нәйлә, Фәрхинур, Әнүзә,

Фәнидә апайҙар менән

Башлап ебәрҙем бергә.

Яраттылар мине улар

Ебәрмәнеләр ситкә.

Минең рәхмәтем уларҙы

Һәр саҡ һаҡлап йөрөтә.

Һөйәрғол мәктәбендә

Ике йыл белем бирҙем.

Мәктәп өсөн тыуғанымды

Шунда инде мин белдем.

Әле булһа ул балалар

Онота алмай мине.

Яҡшы хәбәрҙәр ишетәм

Яратҡандар бит мине.

Мәҙинә Зөбәйер ҡыҙы

Ныҡлы терәк булды шул саҡ.

Уҡытыуымды оҡшатты –

Дөрләп янды минең усаҡ.

 Ҙур рәхмәтлемен бөгөн уға

 Мине күрә белгәнгә.

 Уның фатихаһы менән

 Ошо көнгә еткәнгә.

 Кейәүгә сығып артабан

 Ташҡыяла эшләнем.

 Ҡатын, әсәй, өләсәй булып

 Һаман шунда йәшәйем.

 Мәҫкәү урта мәктәбендә

 Өс тиҫтә була инде.

 Тәүге уҡыусыларым  хәҙер

 Үҙҙәре әсәй  инде.

 Рәхмәт әйтәм бөгөн мин

 Әсәй  һәм атайыма.

 Тыныс ҡына йоҡлаһындар

 Ғорурланып ҡыҙына.

 Рәхмәт әйтәм балаларға

 Мине хөрмәт иткәнгә.

 Ышанысыбыҙҙы аҡлап

 Кеше булып үҫкәнгә.

 Рәхмәтлемен барыһына

 Тик илдәр тыныс торһон.

 Уҡыусылар тауышы

 Мәктәптә гөрләп торһон!

30.09.2015 йыл



Предварительный просмотр:

«Яйыҡ» тар ҡунаҡҡа килде

 Зилдә Мәүлитова, 14.01.2016 йыл

 Мәҫкәү урта мәктәбенә

«Яйыҡ» тар ҡунаҡҡа килде.

Яратып уҡыған гәзиттең

Хужаларын беҙ күрҙек.

Уҡыусыларыбыҙ ижады

Гәзиттә донъя күрҙе.

Буш килмәгән апайҙар

Уларға бүләк бирҙе.

«Класс менән Яйыҡҡа»

Конкурсынан ҡалманыҡ.

Гәзит таратыусы апайҙың

Эшен дә беҙ ҙурланыҡ.

Һәр бер йортҡа уҡыусының

Гәзитебеҙ килеп торһон.

Яңылыҡтан ҡалмай ғына

Инәйҙәр яҙылып торһон.

Аҡса юҡҡа һылтанмайыҡ,

Улай һуҡыр булмайыҡ.

Йылына берҙе яҙылып

Аҙна һайын уҡыйыҡ.



Предварительный просмотр:

Лилиә ҡыҙыма 

Мөхәббәттән тыуған ҡыҙ бала 
Була иң ҡәҙерлеһе. 
Йәш көйөнсә атай, әсәй итте 
Етмәһә иң тәүгеһе. 

Исемде лә оҙаҡ уйламай 
Гөл – сәскәләй матур булғанға. 
Томбойоҡ сәскәһе – Лилиә 
Кеше булып үҫте донъяға. 

Өс йәшенән Әлифба уҡып, 
Биш йәшенән киттем әктәпкә. 
Көмөш миҙалға тамамлап 
Үрнәк булды уналты йәштә. 

Шул тырышлығы менән ҡыҙым 
Юғары уҡыу йортон бөттө. 
Алдына алған маҡсаттар 
Бар тарафта өҙөлөп көттө. 

Бәләкәстән яҙҙы шиғырҙар, 
Мәҡәләләре донъя күрҙе. 
Бар уй – кисерештәрен 
Ижад аша һөйләп еткерҙе. 

Нимәгә генә тотонһа ла 
Хәленән килә ҡыҙымдың. 
Өйрәтеп ултырған саҡтарҙы 
Ҡыуанып иҫкә алдым. 

Энә тоттороп уйынсыҡтар 
Тегеп ултырыр инеек кисен. 
Сигеүҙәр һәм бәйләмдәргә 
Ҡыҙым йәлләмәне үҙ көсөн. 

«Тырышлығың булһа үҙең өсөн, 
Эштәрең биҙәр өй эсен». 
Шулай өйрәттем ҡыҙыма 
Ҡул эштәрен белһен өсөн. 

Ултырғысҡа баҫып бешерҙе 
Буйҙар ыетмәгән саҡта. 
Туғандарын ҡараны 
Атай, әсәй эштә саҡта. 

Бәләкәстән ҡарап тороп 
Һыйыр һауырға өйрәнде. 
Мәктәп эшенән бушамағас, 
Бар эштәргә ул күнде. 

Бөгөн иңбәхетле әсәй, тип, 
Үҙемде әйтә алам. 
Һаулыҡ, бәхет балаҡайға 
Йәлләмә инде, аллам. 

Ҙур рәхмәтлемен ҡыҙыма 
Минең юлды ҡыуғанға. 
Балалар менәнэшләп 
Мине хәҙер аңлағанға. 

Бөгөнгө көндә үҙе әсәй 
Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. 
Кейәүем ҡыуанып йәшәй 
Булыр кәрәк, ти, ҡәйнәләй. 

Мөхәббәттән тыуған ҡыҙ бала 
Була иң ҡәҙерлеһе. 
Яҡшы тәрбиәңә ҡарап 
Үҫә хоҙай биргәне. 

ЗилдәМәүлитова 



Предварительный просмотр:

Инәй, һине һаман көтәбеҙ

Зилдә Мәүлитова, 28.01.2016 йыл

Йүгереп килеп керҙең, инәй,

Хәл белергә  ҡабалан.

Иртәгә һин  китәм, тинең,

Магниттағы ҡыҙыңа.

Февраль айы...Аҡман-тоҡман...

Күҙ асҡыһыҙ буранда

Сығып киттең, тыңламаның,

Бәпәй көтә, тип, унда.

Аймылышып ҡуйҙығыҙ һеҙ

Бер-берегеҙҙе  күрә  алмай.

Ҡыҙың балаһын һуңғы юлға

Оҙатып килде... уйламай.

Бер гонаһһыҙ сабыйҙы

Алды  Ер ҡуйынына.

Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй –

Барып яттың  янына.

Инде бына егерме йыл

Көтәбеҙ, инәй, һине...

Шул сабый өсөн  көйөп

Ҡалдырып киттең беҙҙе...

Ауырының  һин, өндәшмәнең,

Тешләндең, ләкин түҙҙең.

Һигеҙ балаға ғүмер биреп,

Барыһын кеше иттең.

Зәмирә ҡыҙың, етмәһә,

Яңылышып ҡуйҙы шул.

Сәбәбе лә шул булғандыр...

Йәшәнең бары дүрт йыл.

Һигеҙебеҙ һигеҙ яҡтан

Әллә ҡаңғырттыҡ микән.

Рәхмәт, инәй, йәшәйем

Һин биргән аҡыл менән.

Бәлки, шулай кәрәктер, тип

Уйлағандыр  Хоҙай ҙа.

Үҙҙәре йәшәп ҡараһын, тип

Беҙҙе, әллә, һынайҙыр.

Инәй, бер ҙә бирешмәнем

Хоҙайҙың һынауына.

Тыныс ҡына йоҡлайһың

Ышанып һин ҡыҙыңа.

Нисә туй, нисә ҡоҙалыҡ –

Барыһы үтте баштан.

Инәй урынына ҡалған бала

Сыҙамлы була таштай.

Татыу ғына йәшәйек, тип

Туғандарҙы тотамын.

Аңлағандары бергә -

Ярҙам ҡулы һуҙамын.

Әрүахтар рухына тип

Уҡытып торам аят.

Һине йыл да иҫкә алғас,

Донъям да алға бара.

Ҡасандыр, тим, осрашырбыҙ

Һөйләшербеҙ  бик оҙаҡ.

Арҡамдан да һөйөрһөң -

Тик бөгөн түгел – аҙаҡ.

Атай ҙа хәҙер эргәңдә

Беләлер һинең тәмең.

Һинән ҡалып ун йыл буйы

Тапманы донъя йәмен.

Тыныс йоҡла, ҡыҙың үҙе

Инде хәҙер өләсәй.

Тик һин генә килмәйһең,

Эсәр инек бергә  сәй.

Иң яҡшы кешеләрҙе

Алалыр инде Хоҙай.

Риза булып йәшәйбеҙ

Артығын һорап булмай.

Йүгереп килеп керҙең, инәй,

Хәл белергә  ҡабалан.

Һине һаман көтәбеҙ

Магнит тигән ҡаланан.



Предварительный просмотр:

Аят бе6г2 ним2 бир2?

Зилд2 М21литова

Егерме 3иге6 й2шемд2н

Аят у7ыта башланым.

«р1ахтар 0м0т ит2,

Ин2й3е6 7ал4ас а8ланым.

«з2йем2, ту4аныма тип

Ин2й у7ытыр ине аят.

Аш - 3ыу мен2н 09т2л тул4ас

Байрам  3ыма7 ине 7айса7.

Бер 7ай4ы3ы6 19к2нбе6

Ата-2с2 7улында.

«р1ахтар6ы  и9к2 ал4ас

Ал4а кит2 донъям да.

Ту4аным, ин2йем, атайым

А4айым –  726ерлел2рем.

Онота алмайым  3е66е

Ба9ылмай 3ис 7ай4ыларым.

!лг2н кеше ним2 3ора3ын

И9к2 ал3а7, шул да 6ур сауап.

Йорт-к2рт23ен та6а тот3а7

Хо6ай алма9 бе662н яуап.

Аят у7ыт7ан 3айын 7ур7ам

?ай3ы ту4ан4а 2йтерг2.

«Аят бе6г2 ним2 бир2?

Ял7ытып кит28 бигер2к».

Шундай яуапты ишетеп

К18елем тула, хатта р2нйей.

Донъялары ал4а бармай

Зарланалар: б2хет к2мей.

Их, а8ламай6ар ту4андар

Аят у7ыу – 16е 6ур б2хет.

М28гелекк2 килм2г2нбе6

Я7шыны к0т0р алтын т2хет.                                21.02.2015йыл



Предварительный просмотр:

Б0й0к «с2 3ин

Зилд2 М21литова

Тап7ан 2с2й т1гел - ба77ан 2с2й

Тиг2н м272л бар баш7орт хал7ында.

Ошо м272л изге 32м  й0р2кле

«с2й бул4ан  апай  ха7ында.

Я6мыш уны 3ынай т0рл0 я7тан

Бир2 б2хетен, бир2 7ай4ы3ын.

Уйлама4ан ер62н бурыс т0ш2

Т2рби2л2рг2 улын 32м 7ы6ын.

!6 бала3ындай к1реп 19тер2

Тормош ауырлы4ына 7арамай.

?асандыр 7усты3ы бала бул3а

Уны8 балалары татлы балдай.

Р2хм2т яуа бе66е8 апай4а

Шул балалар 7ыуан4ан са7тар6а.

Р2хм2т яуа б2хет тел2п,

«с2й тип 2йтк2н 7олонса7тар4а.

Бер гона33ы6 тере й2нд2р 0с0н

Й2нен бирер 41мерен й2лл2м2й.

«с2й булыу -– 16е 6ур б2хет ул

Хо6ай к1р2, тик кеше белм2й.

№ин2н д2 б2хетле Кеше ю7, апай,

Й2ш2 м28ге б2хетк2 т0р0н0п.

Б0й0к «с2 исемен  бир2бе6

Ысын к18елд2н б0г0н - баш эйеп.

19.02.2015йыл



Предварительный просмотр:

Ауылда йәшәйем тиһәң...

Зилдә Мәүлитова, 2015 июнь

Ауылда йәшәйем тиһәң

Донъя ҡороп  ныҡ  ҡына.

Минең биргән кәңәштәрҙе

Тыңлап ултыр саҡ ҡына.

Тәүҙә өй бурап кер

Таштан түгел, ағастан.

Аҡсалы эшең булһын

Йыраҡ түгел, ауылда.

Кәләшең уңған булһын

Иртә менән торорға.

Һыйыр һауып һөттән генә

Ризыҡ менән һыйларға.

Тәҙрә төбөн тултырып

Сәскәле гөлдәр үҫһен.

Баҡсаңды ла үлән түгел,

Сәскәләр генә күмһен.

Иҫәпһеҙ-һанһыҙ тауыҡтар,

Ҡаҙҙарың үрсеп торһон.

Иген,  арпалар менән

Келәт, аҙбарың тулһын.

Кәләшең дә эшләһен

Ултырмаһын тик өйҙә.

Һарыҡ йөнөнән генә

Бәйләһен ул нәски ҙә.

Биш баланы үҫтереп,

Миҙал алығыҙ ҡулға.

Ҡыҙҙар, малайҙарығыҙ

Тырыш булһын уҡыуҙа.

Һарай тулы мал булһын

Һыйыр, һарыҡ, кәзәләр.

Тиҙәктәрен түгергә

Атын тотоп егерҙәр.

Ир кешегә ауылда

Йәшәүе рәхәт, тиҙәр.

Эшкә сығып киткән булып,

Саҡ ҡына “һуғып” киләр.

Аҡсаһыҙ ҙа ауылда

Йәшәүе рәхәт, тиҙәр.

Магазиндан «буш» ҡына

Ашарға алаң, тиҙәр.

Балалар ҙа ауылда

Яланаяҡ үҫәләр.

Мәктәпкә лә хатта улар

Йәйәү генә йөрөйҙәр.

Көн дә аҡса һорап балаң

Теңкәгеҙгә теймәйҙәр.

Һыу буйында рәхәтләнеп

Ҡайтырын да белмәйҙәр.

Ҡатыны ла сығып китһә

Күршегә сәй эсергә.

Көнө буйы ултыра

Ҡайтып керә кис кенә.

Ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡарап,

Балыҡҡа йөрөп кенә.

Йәшәр кәрәк ауылда

Тырышып эшләп кенә.

Өйөңдөң эргәһенән генә

Емеш-еләк башлана.

Ҡыяр, помидор үҫтерә

Зирәк, тырыштар ғына.

Ауылда йәшәйем тиһәң,

Тура килер эшләргә.

Үҙеңдеке булыр бөтә

Рәхәтләнеп йәшәргә.

Минең биргән кәңәштәрҙе

Ихлас ҡына тыңланың.

Шулай йәшәй ауылда

Зилдә тигән апайың.



Предварительный просмотр:

 Башҡорт туйында булдым

Зилдә Мәүлитова, 22.08.2015 йыл

Баттал тигән ауылға

Туй мәжлесенә килгәнбеҙ.

Башҡорт туйында булыу

Күптәнге теләгебеҙ.

Ағайым менән еңгәм

Үҫтерҙеләр биш бала.

Береһенән – береһе матур

Эшкә шәп, уңған, таҙа.

Ағайым йәшәне еңгәм менән

Бәхетле көндәр күреп.

Иртә китте аранан

Тупрағы  булһын  еңел.

Тәрбиә  күргән  балалары

Ауырлыҡҡа бирешмәҫ.

Еңгәм ғорурланып йәшәр

Йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килмәҫ.

Динар менән киленде

Күреүебеҙгә бик шат.

Ҡыуанышып ултырабыҙ

Ысын күңелдән ҡотлап.

Ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр,

Уңыштар юлдаш булһын.

Мөхәббәтегеҙ ныҡ булып

Туйығыҙ ҡотло булһын!

Баттал тигән ауылда

Башҡорт туйында булдым.

Күптәнге теләгем минең

Ҙур рәхмәт, ҡабул булды.



Предварительный просмотр:

                 

Ике Е8е1 бер юлы

   Зилд2 М21литова

Апрель айын тамамлап

А4ай  донъя4а килг2н.

Май  байрамдары  етерен

«лл2  инде  ул белг2н.

Б0г0н д2 ул байрам4а

Ту4андарын са7ыр4ан.

Илле й2шлек юбилейын

!тк2рерг2 йыйын4ан.

Е8е1 я6ын 7аршылап

!тк2р2бе6 бер юлы.

Илд2ребе6  тыныс тор3а

Й2ш2рбе6  бер62м  булып.

Б2хетле баласа7та

Й2ш2не а4айыбы6.

Балаларын кеше итте

Ин2й 32м атайыбы6.

Тик я6мышты8 2се еле

?а4ылмайса 7алманы.

А4айыбы66ы й2лл2м2й

Т0рл0  я7тан  3ынаны.

Бере3ен2н - бере3е матур

Ике ул б1л2к ит32.

«с2 на6ынан айырып,

Балалар етем 192.

Бирешм2не бе66е8 а4ай

Малай6арын 7араны.

Белем бир6е, т2рби2 –

Бары3ын да барланы.

Ир кешег2 а83ат т1гел

Я84ы6 бала 7арауы.

Тол 7атындар я6мышын

Бе66е8 а4ай татыны.

Хал7ым б0г0н Е8е1 к0н0н

Шатланып 7аршыла3а.

«се я6мышты е8еп

А4айыбы6 7ыуана.

Ике е8е1 бер юлы

А4ай4а б1л2к булыр.

Улдарыны8 тормошо

;1мерен би62п торор.

Малай6ары  яр6ам  ит2

Ташламай6ар ата3ын.

«с2л2ре 7ыуанып

Тыныс 7ына йо7ла3ын.

Юбилейы8 мен2н, а4ай

?отлайбы6 б0г0н 3ине.

Е8е1 я6ы б0тм29 шатлы7,

Б2хетк2 к1м3ен 3ине.



Предварительный просмотр:

Илшат 7устыма

Зилд2 М21литова

Тыу4ан к0н0н мен2н, 7устым

Ысын к18елд2н мин 7отлайым.

Б0тм29  шатлы7, 7ыуаныста

С2ск2 ат3ын  41мер юл7айы8.

Изге тел2кт2рем 3и82

Юлдаш бул3ын ауыр са7тар6а.

Бер 7ай4ы3ы6 19к2н х2тир2л2р

Алып 7айта бала са7тар4а.

?уна7бай ауылында 1тте

Мине8  б2хетле бала са4ым.

Берг2 уйнап 19тек айма7та

Ринат, Г0лген2не 7араным.

Й2й6е8 матур ай6арында

Апай, е6н2 бес2н эшл2не.

Ту4андарым мен2н уйнап,

Каникулды  матур  1тк2р6ем.

Бере3ен ба7са4а  й0р0тт0м,

Икенсе3ен 0й62 7араным.

» Илшат 7устымды 7алдырмай

К0н д2 кино4а алып бар6ым.

Тыныс малай булды Илшат

Илап мине ул 7а84ыртманы.

!6ене8 а7ыллы булыуы мен2н

Ихтирам 32м 30й01 яуланы.

Белм2г2н н2м23е булманы

Ши4ыр, 2ки2тт2р  30йл2не.

И62н, 3ауыт-3абалар6ы

Тап-та6а итеп йыуыр ине.

Эш 30й0п ата-ин23ен

!9еп китте  ул 7ыуандырып.

Шул тырышлы4ы мен2н

Й2ш2й 16ен2 ниге6 7ороп.

Бынамын тиг2н 4аил23е бар

Эшенд2 л2, 7устым, 3ынатмай.

?ы66ары8,  килен мен2н й2ш2,

Йортто8 7ото  булып, ауырымай.



Предварительный просмотр:

Инәйемдең ҡул эштәре

Зилдә Мәүлитова, 28.01.2016 йыл

Инәйем булыр ине

Бик оҫта ҡул эшенә.

Ҡайҙан ваҡыт тапҡандыр

Күп балалы, етмәһә.

Төнөн уянып китһәм

Моңло көй тауышына.

Теген машинаһы менән бергә

Көй сығарып маташа.

Ул көй булыр ине

Бер көн моңло, йә дәртле.

Тегер ине балаларға

Уҡыуға кейемдәрҙе.

Аҡ алъяпҡыс, формалар,

Малайҙарға салбарҙар.

Таң атҡансы әҙер була

Пионерға галстуктар.

Шул арала сигер ине

Мендәрҙәргә  тышлыҡтар.

Селтәрҙәрен бәйләне,

Һылтанманы юҡлыҡҡа.

Һандыҡ төбөндә яталар

Хәҙер  сигеү, селтәрҙәр.

Һарғайышып бөтһә лә

Ташламайым ниңәлер.

Үҙем сигә белмәһәм дә

Ейәнсәрҙәре бар бит.

Улар өләсәһенә оҡшап

Ҡул эштәренә шәп бит.

Һаман онота алмай

Йөрөтәмен  күңелдә.

Инәйемдең йырлап ҡына

Өйрәткәнен  мин  көн дә.

Булһын, тине, ҡулығыҙҙа

Энә, еп,  ҡайсы, тауар.

Ҡул эштәре биҙәп торор,

Башҡаның эсе ҡыҙар.  

Шул аманаты тынғы бирмәй

Йәшәтә әле беҙҙе.

Ҡорама түшәктәр биҙәй

Минең өйөмдө хәҙер.

Ялҡауың  ғына килмәһен

Ҡул эштәренә, ҡыҙым.

Өйрәтәмен хәҙер мин дә

Инәйемдең  шөғөлөн.

Рухи байлыҡ күсә килә

Инәйҙән ҡыҙ балаға.

Инәйемдең  ҡул эштәре

Һаҡланалыр файҙаға.



Предварительный просмотр:

Ҡәйнәмдең яҡты иҫтәлегенә

 Зилдә Мәүлитова, 29.01.2016 йыл

Ҡәйнәмдең яҡты донъянан

Киткәненә күп түгел.

Һикһән ете йыл йәшәне

Донъяның тәмен белеп.

Ташҡыя тигән ауылға

Салауаттан килгән ул.

Мәсетле тигән ауылда

Тыуып үҫкән булған ул.

Килен булып төшкәндән

Бер ҙә ҡайтып килмәгән.

Ауылҡайын күрмәгәс

Бик һағынып йәшәгән:

“ФЗО-ға ебәрҙеләр

Магнит тигән ҡалаға.

Атай, әсәй булмағас

Һис кем алып ҡалмаған.

Ағайым, туғаным менән

Килдек белем алырға.

Үҙ  ишебеҙҙе таптыҡ

Донъя ҡороп ҡалырға.

Шунан бирле йәшәнем

Ошо бәләкәй ауылда.

Бала-саға булып киткәс,

Инде ҡайҙа барырға.

Ауырлыҡтарын күрҙек

Барыһына беҙ түҙҙек.

Ун алты йәштән генә

Һуғыш өсөн эшләнек”.

Шулай һөйләр ине бит

Минең ҡәйнәм бирелеп.

Ҡайным менән дүрт балаға

Бергәләп  ғүмер биреп.

Ҡәйнә ҡәйнәлеген итә

Уны һәр кем беләлер.

Өйҙә ултыртып ҡуйманы,

Эшкә лә егә белде.

“Улымды яратҡасһың

Мине лә ярат “,- тине.

Балаларҙы ҡараны

Уларға иптәш ине.

Әтһә әйтте – йәлләмәне,

Тормошҡа ла өйрәтте.

Улына ла түҙергә

Кәңәшен биреп китте:

“Бергә булығыҙ һәр саҡ

Икенсеһен эҙләмә.

Атаһы шулай булғас -

Улыма үпкәләмә.

Тәүгеһенә етмәй ул

Тура  килер түҙергә.

Һинең дә  бит  улың бар

Килен менән йәшәргә.

Балама ни күрһәтһәң -

Улыңа ла шул килер,

Саҡ ҡына түҙ инде

Улыма аҡыл килер”.

Шулай тип әйтер ине

Ҡәйнәм иҫән  сағында.

Уның биргән  кәңәше

Сыҡмай әле башымдан.

Ҡәйнәмдең яҡты иҫтәлегенә

Шиғыр яҙҙым күңелдән.

Тере  булһа әйтер ине

“Булыр минең килендән”.



Предварительный просмотр:

 Мәсетебеҙ гөрләп тора

Зилдә Мәүлитова

Тыуған ауылым Мәҫкәүҙә

Мәсет  төҙөлдө  тағы.

Элекке мәсет  эргәһенән

Алды ул яҡты урын.

Борон  Мәмбәтҡолов ейәндәре

Ҡыуандырһа  халыҡты.

Үҙ мәсете артында

Ғәбдрәшиттең  зыяраты.

Бер быуатҡа  бит  яҡын

Халыҡ  булды  мәсетһеҙ.

Иман юлына баҫырға

Теләйҙер һәр кемебеҙ.

Ошо изге ниәт менән

Йәшәне бер ауылдаш.

Ауылды мәсетле итергә

Бик оҙаҡ ватты ул баш.

Ғүмер буйы көс түгеп

Тыуған илгә эшләне.  

Атаһы яулаған тыныс илдә

Рәхәтләнеп йәшәне.

Атаһын иҫкә төшөрһә

Йөрәк  типте  тынғыһыҙ:

Утыҙ ете  генә  йыл...

Йәшәгән  бер  аяҡһыҙ.

Өс баланы ҡарауы

Ауыр булған әсәйгә.

Балаларын  кеше иткәс,

Оҙон ғүмер кисерә.

Һәр ваҡыт ул ышана

Эшсән, зирәк  улына.

Тик мәсетте күрмәй үҙе

Китте ожмах юлына.

Улы менән ейәне

Эшләп ҡуйҙы изге йорт.

«Мөслимә» исемле мәсет

Өҫтәне  ауылға  ҡот.

Әсәһенең исеме

Мәңгеләшһен мәсеткә.

Нәзир ағай һау булһын

Төрөнөп ҙур хөрмәткә.

Әхмәтйән менән Мөслимәнең

Нәҫелдәре  бик көслө.

Хәйретдиновтарға ҙур рәхмәт

Мәсетле иткән өсөн.

Мәсетебеҙ гөрләп тора

Йома намаҙы үтә.

Төрлө сара үткәрә

Ағинәйҙәр  мәсеттә.

Ижәп туйы, аяттар

Үтәләр изге йортта.

Хәйер бирер урын булғас,

Ҡыуана әруахтар.

Ауылдаштар йәшәрҙәр

Иманлыҡта бергәләп.

Гонаһтарҙан аралар

Беҙҙе Аллаһы Тәғәлә.

                                           05.02.2016 йыл

 



Предварительный просмотр:

Сәлиә еңгәмә

 Зилдә Мәүлитова, 01.06.2015 йыл

Бынан 60 йыл элек

Тыуған  беҙҙең еңгәбеҙ.

Кем бәхетенә тыуғанын

Хәҙер инде беләбеҙ.

Ағайымды оҡшатып

Бергә нигеҙ ҡорған ул.

Өс ҡыҙ, бер ул үҫтереп

Бөйөк Әсә булған ул.

Инәй, атай булған саҡты

Иҫкә төшөрөп алам.

Уңған килен булып еңгәм

Ихтирам яулап ҡала.

Күңел биреп йәшәне

Байрамғәлиндар менән.

Әтһә әйтте туп-тура

Бер ҙә үпкәләмәне.

Һәр кемгә ярҙам итте

Йә аҡса, йә эш менән.

Аят, ижәп һәм туйҙар

Сәлиәһеҙ үтмәне.

Күңелдәре һәр саҡ саф,

Кешегә изгелекле.

Шундай еңгәбеҙ булғанда

Йәшәүҙәре күңелле.

Уңған ҡуллы, телгә шәп

Үҙе һылыу һәм сибәр.

Степной тигән ҡасабала

Абруйлы йәшәй тиҙәр.

Һаулыҡ, бәхет һәм шатлыҡ

Теләйбеҙ еңгә һиңә.

Ауырымай, һис бошонмай

Йәшә мәңге  был ерҙә.

Әле беҙгә кәрәкһең

Атай-инәй урынына.

Һис ҡасан да ташламабыҙ

Барып торорбоҙ яныңа.

Хөрмәт йөҙөнән бөгөн

Рәхмәт әйтәбеҙ еңгә.

Һин дә беҙҙе ташлама

Йәшәйек әле бергә.

60  йәшең ҡотло булһын

Ҡәҙерле һин, еңгәбеҙ.

Байрамғәлиндар бәхетенә

Тыуғаныңды беләбеҙ.    

                                                                 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочие программы по математике автор М.А. Моро и русскому языку автор М.Л.Зеленина, Т.Е Хохлова 2 класс

Рабочая программа по предмету   математика 2 класс, автор М.А. Моро и рабочая прграмма по русскому языку автор М.Л. Зеленина и Т.Е. Хохлова   " Школа России"...

Рабочая программа по русскому языку по теме: Пояснительная записка к календарно - тематическому планированию по русскому языку(автор Канакина В.П.) и обучение грамоте ( автор Бунеев Р.Н., Бунеева Е.В.) по ФГОС в 1 классе

Материал содержит пояснительную записку по русскому языку УМК " Школа России" по ФГОС в 1 класс, автор КанакинаВ.П.  И обучение грамоте УМК "Школа 2100", авторы Бунеев Р.Н., Бунеева Е.В.по ФГОС...

Презентация к уроку литературного чтения в 4-ом классе Тема: Стихи о Родине, о природе. К.Д. Бальмонт «Россия». Оценка эмоционального состояния автора.

Презентация к уроку  литературного чтения в 4-ом классе Тема: Стихи о Родине, о природе. К.Д. Бальмонт «Россия». Оценка  эмоционального состояния автора. УМК "Начальная школа 21 века"...

«Природные стихии в народном творчестве» Предметная программа и ее автор: «Окружающий мир.3 класс» автор А.А. Плешаков, М.Ю.Новицкая учебно-методического комплекса «Перспектива».

1.     Цель урока: 1)  познакомить со значением стихий в жизни человека, 2) рассмотреть изображение стихий в прикладном искусстве и народном творчестве.2....

Исследовательская работа об учителе начальных классов: Мавлетова З.А.

Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә яратҡан уҡытыусым – Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, уның  бала – сағы,  мәктәптә, училищела уҡыған йылдары, педагогик хеҙмәте, ҡаҙаныштары  менән таныштыры...

Встреча с авторами детских стихов В.И. Кликуновым и Т.Н. Смолиной.

Познакомить детей с биографиями и творчеством чукотских поэтов. ...

Стихи о народных промыслах России: Филимоновская, Богородская, Каргопольская игрушка, Жостово, Хохлома, Гжель. Автор Ольга Шарко

Подборка авторских стихотворений для дошкольников и младших школьников по темам "Хохлома", "Гжель", "Жостово", "Филимоновская игрушка", "Богородская игрушк...