Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Э хәрефе һүҙ башында
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 19._e_hrefe_huz_bashynda.docx15.72 КБ

Предварительный просмотр:

19-сы дәрес. Үткәреү ваҡыты: --------------------------

Дәрес темаһы. Э хәрефе һүҙ башында

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: парлашып эшләү процессында парталашыңа ярҙам итеү, уның уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, эш һөҙөмтәһен ғәҙел баһалауға күнегеү.

Үҙеңдең яҡшы һәм кире сифаттарыңды таный белеү, кире сифаттарыңды булдырмау юлын эҙләү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: башҡорт телендә һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен һәм яҙылышын күҙәтергә, сағыштырырға һәм уларҙың оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында һығымта яһарға күнегеү; һығымтаны схема ярҙамында сағыштырыу; һүҙ байлығын арттырыу.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: [ә] өнөнөң һүҙ башында, уртаһында, аҙағында э, е хәрефтәре менән тамғаланыуын күҙәтеү, ҡағиҙәне практик эштәр һөҙөмтәһендә нығытыу.

I. 1-се эш. Башҡарылырға тейеш эштең шартын уҡыу, үтәү.

Һүрәттәге предметтарға һорау ҡуйыу һәм яуап биреү. Был нимә? Энә. Был кем? Эшсе...

Һығымта: йәнле предметтарға кем? ә йәнһеҙ предметтарға нимә? һорауы ҡуйыла.

Һәр һүҙҙең транскрипцияһын төҙөү һәм һүҙҙе дөрөҫ яҙыу

[энә]                 [эшсэ]                  [эйәр]                [эт]                [эрэмсэк]

энә                эшсе                эйәр                        эт                эремсек

Һүҙҙәрҙең уртаҡ яҡтарын табыу һәм һығымта яһау.

Һығымта: Һүҙ башында [э] өнө урынына э хәрефе яҙыла, ә һүҙ уртаһында һәм аҙағында е хәрефе яҙыла.

II. 2-се эш. Парҙарҙа эшләү. Күнегеүҙең шартын уҡыу. Башҡарыу тәртибен күҙаллау:

  1. һүҙҙәр теҙмәһен уҡыу;
  2. һүҙҙәрҙә [э] өнөнөң аҫтына һыҙыу (дәреслектә ябай ҡәләм менән һыҙыу);
  3. һүҙҙәрҙе төркөмдәргә бүлеп яҙыу;
  4. ниндәй үҙенсәлектәренә ҡарап, һүҙҙәрҙе ике төркөмгә бүлеүҙе асыҡлау.

Һығымта: э хәрефе һүҙ башында яҙыла, ә һүҙ уртаһында (аҙағында) [э] өнө урынына е хәрефе яҙыла.

III. 3-сө эш. Төшөп ҡалған хәрефте ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу эшен ойоштороу:

  1. һөйләмдәрҙе уҡыу;
  2. нөктәләр урынына төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйыу;
  3. һөйләмдәр буйынса һорауҙар төҙөү. Был эш һөйләмдең мәғәнәһенә тәрәнерәк төшөнөү маҡсатында үтәлә. Эш төркөмдәрҙә ойошторола.

1-се төркөм — беренсе һөйләм буйынса һорау төҙөй.

Мәҫәлән: Эйек йылғаһы ниндәй райондар аша аға?..

2-се төркөм икенсе һөйләм буйынса:

Мәҫәлән: Муйыл сәскәһе ниндәй?..

3-сө төркөм өсөнсө һөйләмгә һорау төҙөй:

Мәҫәлән: Эремсекте нимәнән эшләйҙәр?

4-се төркөм — дүртенсе һөйләмгә:

Ни өсөн бесәй мейес башында ятырға ярата?

  1. Күсереп яҙыу ҡағиҙәһен иҫкә төшөрөү.
  2. Һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
  3. Парталаш дуҫың менән бер-береңдең эшен тикшереү. Дәфтәр поляһында “Цукерман” контроль бағанаһы буйынса дуҫыңдың эшен баһалау.

IV. 4-се эш. “Хаҡмы икән был һүҙҙәр?” шиғырын уҡытыусының өлгөлө уҡыуы. Уҡыу барышында аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аҫтына ҡәләм менән һыҙа барыу. Был  һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү (ерән ҡашҡа, таң ҡалып, мәргән, сәкән, сәсән, тиҫтер). Шиғырҙы тасуири уҡыу. Һорау һөйләмде табыу, уға бергәләшеп яуап эҙләүҙе төркөмдәрҙә ойошторорға мөмкин. Төркөмдәрҙең яуабын тыңлау, сағыштырыу.

Е һүҙ башында, уртаһында һәм аҙағында яҙылған осраҡтарын табыу эшен төркөмдәрҙә дауам итеү. Ул һүҙҙәрҙе төрөкөмләп яҙыу. Һығымта яһау: 1) Һүҙ башында [э] өнө э хәрефе, һүҙ уртаһында, аҙағында е хәрефе менән тамғалана.

2) Һүҙ башында [йэ] өнө һәр ваҡыт е хәрефе менән тамғалана.

Уҡыусыларҙың фекерен дәреслектә бирелгән ҡағиҙә менән сағыштырыу.

Һығымтаны һыҙма рәүешендә күрһәтеүҙе тәҡдим итеү. Иң уңышлы тип табылған һыҙмаларҙы таҡтала һыҙыу:

[э]…                        ...[э]…                        …[э]

э…                        …е…                                   …е

5. А.Игебаевтың “Хәйлә” шиғырын тасуири уҡыуҙы ойоштороу.