Дәрескә анализ өлгөһө
материал

Дәрескә анализ өлгөһө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл uz_dresen_analiz_yahau_tozolosho.docx12.67 КБ

Предварительный просмотр:

Үҙ дәресеңә анализ яһау төҙөлөшө

1. Дәрестең планы, ниәте нимәлә ине? Дәресте тап ошо ниәттә алыуҙың төп нигеҙҙәре ниндәй? Дәрес барышында ниндәй төп мәсьәләләр хәл ителде? Ни өсөн?

2. Бирелгән дәрестең темалағы, бүлектәге, курстағы, йәғни дәрестәр системаһындағы урыны ниндәй? Алдағы дәрестәр менән бәйләнеше нимәлә, уларҙа нимәгә таяна? Киләһе дәрестәргә, темаларға дәрес нисек эшләй (шул иҫәптән башҡа предметтарға)?

3. Балалар тарафынан дәрестең маҡсаты аңлы ҡабул ителдеме, уға төшөндөләрме һәм уҡыу эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу булдымы?

4. Дәрескә әҙерлек барышында программа талаптары, мотлаҡ минимумдар (белем стандарттары) иҫәпкә алындымы һәм улар ни кимәлдә тормошҡа ашырылды?

5. Ни өсөн һәм нисек дәрестең был формаһы һәм төрө һайланды? Һайланған структура һәм дәрес барышының темпы нисек нигеҙләнә?

6. Дәрестең барышы нимәгә нигеҙләнгән, уҡыусы һәм уҡытыусының аралашыу, бер-береһенә тәьҫир итеү характеры? Ни өсөн тап ошо уҡыу эстәлеге, алымы, сараһы, формаһы һайланды?

7. Дәрескә әҙерлек барышында уҡыусыларҙың, синыфтың ниндәй үҙенсәлектәре иҫәпкә алынды һәм ни өсөн?

8. Дәресте үткәреүҙә ниндәй (ижтимағи-психологик, уҡыу-материаль, эстетик, темп-ритмик) шарттар булдырылды һәм ни өсөн?

9. План менән сағыштырмаса дәрес барышында үҙгәрештәр (ситкә тайпылыу, камиллаштырыу) булдымы, булһа, ни өсөн һәм был үҙгәрештәр нимәгә килтерҙеләр?

10. Дәрескә ҡуйылған маҡсаттарҙы (бурыстарҙы) атҡарып һәм ярашлы белем һөҙөмтәһен тейешле (йәки хатта оптималь) кимәлдә алып, шул уҡ ваҡытта уҡыусыны артыҡ арыуҙан ҡурсалап, уҡыуға продуктив ҡыҙыҡһыныу, кәйеф һаҡлап һәм үҫтереп булдымы? Үҙ дәресеңә дөйөм баһа ниндәй?

11. Дәрестең үҙенә күрә үҙенсәлеге, айырмалығы, ҡабатланмаҫлығы, тәғәйенләнеше нимәлә?

Үткән дәрестең ҡаҙаныш һәм етешһеҙлектәренең сәбәптәре ниндәй? Дәрестең ҡулланылмаған мөмкинселектәре ниндәй? Был дәрестә нимәне

икенсерәк, башҡасараҡ үтергә мөмкин ине?

Киләсәккә дәрестән сығып ниндәй һығымталар эшләрһегеҙ?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

1нче сыйныфта "1санын алу" темасына дәрескә презентация

“Математика” дәреслеге, 1класс, А. Л. Чекин...

1,4 классларда әйләнә-тирәдән дәрескә эшкәртмә

1,4 классларда әйләнә-тирәдән ачык дәрес үткәрелде.4 класста "Туган ягым" темасы булса, 1 классларда "Минем кече туган ягым" темасына проект эше иде....

Тыңланган дәрескә анализ

Үзара дәрес тыңлауны исәпкә алып баруны уңайлы итү өчен "Карта наблюдения урока"...

Дәрескә анализ

Дәрескә анализ...

Дәрескә анализ картаһы

Дәрескә анализ...

Ағиш Ғирфановтың "Ҡайын" әҫәренә үткәрелгән дәрескә үҙанализ

Ағиш Ғирфановтың "Ҡайын" хикәйәһенә үткәрелгән дәрескә үҙанализ (өлгө)...