сценарий "Урал батыр"
материал

Габдуллина Зиля Галимяновна

“Урал батыр” эпосы                                                 конкурсына сценарий  

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл сценарий "Урал батыр" 201820.44 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение                                                            средняя общеобразовательная школа с.Урманаево

муниципального района Бакалинский район Республики Башкортостан

“Урал батыр” эпосы                                                 конкурсына сценарий  

«Урал менән Шүлгәндең Йәншишмәгә юлланыуы» 

Уҡытыусы Ғабдуллина Зилә Ғәлимйән ҡыҙы

                 2018 йыл.

Ҡатнашалар:

Йәнбирҙе ҡарт – Газизов Димеш 6 класс

Йәнбикә ҡарсыҡ – Галиева Аделя 6 класс

Урал – Калимуллин Ильяс 6 класс

Шүлгән – Гадельшин Алмаз 6 класс

Һомай – Ахунова Гульназ 6 класс

Аҡҡоштар - Галиева Аделя 6 класс

Урал менән Шүлгәндең Йәншишмәгә юлланыуы 

(«Урал батыр» эпосы буйынса )

           1-се күренеш

 (Матур аҡланда түңәрәк күл. Унда бик матур бер аҡҡош һыуҙа ҡойона. Шүлгән менән Урал уны тотоп алалар. Шунан улар дүртәүләшеп (атаһы, әсәһе) һунарҙан ҡайталар, йөҙҙәре бик ҡыуаныслы күренә.)

Йәнбирҙе:

Ай-һай… (ҡыуанып) бөгөн һунар бик уңышлы булды. Йөрөмәгән ер, ауламаған йәнлек ҡалманы. (Тотҡан йәнлек-ҡоштарын тотоп ҡарай -ҡарай һөйләнә.) 

Урал, Шүлгән: (тотолған йәнлектәргә ҡулдары менән күрһәтеп)

Эйе, эйе, бына күпме табыш алып ҡайттыҡ! 

Йәнбикә:

Күмәкләгән – яу ҡайтарған.

Йәнбирҙе:

Бергәләп йөрөгәс, үлем ҡурҡынысы ла янаманы.

Урал:

Үлем үҙе беҙҙән ҡурҡҡандыр әле.

Йәнбирҙе:(ситтә талпынып ятҡан аҡҡошҡа күрһәтеп)

Ә был ҡоштоң тиҙ генә   аяҡтарын бәйләгеҙ! Осоп китә күрмәһен! Төшкө ашҡа тәмле ризыҡ   булыр. (Үҙе бысаҡ ҡайрай.)

Шүлгән:

Хәҙер, атай, ҡушҡаның эшләнер.( Үҙе ҡош янына килә, ауыҙҙарын ялай һәм ҡошҡа ҡарап ) Ай-һай…! Тәмле генә ризыҡҡа оҡшап тораһың! (Ҡоштоң һынған ҡанатын ҡарап) Ҡанаттарың һынғанмы? Шәп…шәп..!             Осоп китмәҫкә һәйбәт булған.( Ҡоштоң аяҡтарын бәйләп ташлай һәм атаһының бысаҡ ҡайрағанын күреп) Атай, атай, был ҡошто һуйырға йыйынаһыңмы? Башы – миңә! Их, бигерәк тәмле булыр инде!

Урал:

(Уларҙың һөйләшкәнен ишетә лә ҡош янына килә һәм уныңҡанаттарын     һыйпай.) Ҡуйығыҙсы, нимә шул меҫкен ҡошҡаҡаныҡтығыҙ. Атай,            ҡабаланып эште боҙоп ҡуйма! Күрмәйһегеҙме, бик изге ҡошҡа оҡшаған,        күҙҙәренә генә ҡарағыҙ: күпме зар, моң, нуртүгелә…Интектермәйек, ыҙалатмайыҡ, әйҙәгеҙ, был ҡошто иреккә е бәрәйек, рәхәтләнеп осһон! Уның донъяла йәшәүенә ҡыуанайыҡ!

Шүлгән:

Атай, ҡуй шуны тыңлап торма. Йәһәтерәк һуя һал!  

Һомай:(ҡанлы йәшен түгеп)

Мине бүлеп ашап та,

Сәйнәп-сәйнәп йотоп та,

Барыбер аш булмамын,

Һис аш булып һеңмәмен.

Шүлгән: (ауыҙҙарын ялап) Ә ниңә? Бик тәмле генә күренәһең!

Йәншишмәнән һыу алып ,

Әсәм тәнен йыуҙырған.

(Үҙ нурына һуғарған

Барығыҙға билдәле

Ҡояш тигән әсәм бар)

Ебәрегеҙ һеҙ мине,

Атам барыбер табыр ул,

Килеп яулап алыр.

Шүлгән: (көлөп) Ҡуҡыттың, ҡурҡыттың.

Һомай:                                   

Самрау тигән батшаның

Һомай тигән ҡыҙымын;

Алтын сәсем тараһам,

Нурға илде күмәмен:

Көндөҙ ергә нур һибәм,

Кисен айға нур бирәм.

Ебәрегеҙ һеҙ мине,

Илемә мин ҡайтайым;

Йәншишмәнең һыу юлын

Һеҙгә әйтеп китәйем.

(Ҡоштоң һөйләшә башлауына бөтәһенең дә иҫе китә, улар бер-береһенә аптырап ҡарайҙар)

Йәнбирҙе:

Әсәһе, уландар, ни эшләйбеҙ? Ҡошто ебәрәбеҙме? Уйлашайыҡ, кәңәшләшәйек!

Йәнбикә:

Йәншишмәнең һыу юлын белеүе дөрөҫ булһа, ебәрергә кәрәктер.

Йәнбирҙе:

Әйҙәгеҙ, әсәһе, уландар, тамаҡ ялғап алайыҡ, шунан ни эшләргә икәнлеген уйларбыҙ. (Ашарға инәләр, Шүлгән инмәй ҡала, ҡош эргәһендә урала.)  Һиңә барыбер ирек тәтемәйәсәк. Беҙ һине тәмләп кенә ашап ҡуясаҡбыҙ.

Урал:

Бар кит бынан! Шул меҫкенде ашап тамағың туямы? (Ҡош янынан ағаһынҡыуа, уны ситкә илтеп ҡуя.) Ҡайғырма, хәҙер тамаҡланам да үҙеңде атай-әсәйеңә илтеп ҡуям. (Урал да, Шүлгән дә ашарға инеп китәләр.) 

 

 2-се күренеш

(Ҡош талпына, осорға тырыша, ләкин урынынан ҡуҙғала алмай. Шунан һуң ул зарығып йырлай башлай.)

Һомай:

Ҡош ҡанаттарын һайларға,

Төштөм күл буйҙарына,

Күл буйҙарында йөрөгәндә

Ҡалдым бәлә-ҡазаға.

(Бер ҡауырһынын ташлай.)

Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,

Килегеҙ һеҙ ярҙамға,

Алып китегеҙ мине,

Атам-әсәм янына.

Хәсрәт кенә төштө башыма,

Тыуған илем буйлап осҡанда.

Тирә-яҡ саҡыра, мин илайым,

Ғүмер һорап ғәзиз башыма.    

(Икенсе ҡауырһынын ташлай.)

Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,

Килегеҙ һеҙ ярҙамға,

Алып китегеҙ мине,

Киң урмандар, ҡырҙарға.

Ҡанаттарым һынған, ҡанға батып,

Кем белер инде хәлемде.

Мең ҡайғым юҡ, бер ҡайғым бар-

Ул да булһа ирек юҡ.

(Өсөнсө ҡауырһынын ташлай.)

Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,

Килегеҙ һеҙ ярҙамға,

Алып китегеҙ мине,

Тыуған илем янына.

             (Шул ваҡыт һауала ҡош тауыштары ишетелә. Улар әйләнәләр-әйләнәләр ҙә Һомай янына осоп төшәләр, уны дауалайҙар һәм осороп алып китәләр.)   

Аҡҡоштар:(һауаға күтәрелгәндә бергәләп йырлайҙар.)

Әйҙәп торған урман-ҡырҙарға

Осабыҙ бергә-бергә.

Һәр көнөбөҙ шатлыҡ ҡына

Ирек-азатлыҡ һөйгәнгә!

Шүлгән:(ҡоштарҙың осоп китеүен иң беренсе күреп ҡала.)

Эх… (Ни эшләргә белмәй.) Атай, атай, беҙҙең тәмлекәсебеҙ осоп китте түгелме? Күпме инәлдем, шуны һуй тип, Уралды тыңлап, тәмле ризыҡтан яҙҙыҡ!

Урал:(ҡоштар осоп киткән яҡҡа ҡарап)

Һау бул, Һомай!

Йәнбирҙе:(уйланып торғандан һуң.)

Уландарым, һеҙгә юлға сығырға кәрәк. Ана, Һомай ҡоштоң юлын күрәһегеҙме, нисек ярылып ята, шул яҡҡа китегеҙ. Йәншишмәнең һыу юлы ла шундалыр. Юлда барғанда үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтығыҙ.

Урал, Шүлгән:

Ярай, атай, һин ҡушҡанса эшләрбеҙ! (Урал менән Шүлгән юлға сығалар)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Куркак батыр " әсәренә анализ

әсәргә А.Яхин методы буенча анализ...

Сценарйи сказки "Батыр әтәч"

  Сценарий татарской народной сказки "Батыр әтәч"...

Алиш - язучы да, батыр да.

А. Алишнын туган коненә багышланган зурлар тәркемендә бәйрәм сценариесе....

Башҡорт халыҡ әкиәте "Алдар батыр менән генерал"

Алдар батыр менән генерал - башҡорт халыҡ әкиәте...

Исследовательская работа. "Ялан батыры Наил Ғатауллин", Гатауллина Венера Наиловна, 8 класс

Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе....

сценарий "Урал батыр"

laquo;Урал батыр»      эпосы  конкурсынасценарий...

Мардан атай но Тутой батыр. (Предание.)

Урокмес тани кутским,Ог-огмылы пальыштӥм.Дэмен, ойдо, ужалом,Трос визьнод ми люкалом...