Дәрес алды шиғырҙары.
учебно-методический материал

Галия Галимовна Амерханова

Стихотворения для организационного начала урока.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Дәрес алды шиғырҙары331.51 КБ

Предварительный просмотр:

Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Мин сәләмәт, мин матур!
Салауат кеүек батыр!

Сәләмләйем һауаны,
Именлек булһын өсөн!
Сәләмләйем Ер-әсәне,
Беҙҙе туйҙырған өсөн!
Сәләмләйем дуҫымды,
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

“Хәйерле көн!” - тип әйттеләр,
Яуап бирҙем: “Хәйерле көн!”
Күңелгә йылылыҡ керҙе –
Мотлаҡ эштәр уңыр бөгөн.

Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Кескәй имән, һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә –
Сәләмләйем һеҙҙе лә.

Ҡыңғырау шылтыраны,
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.
Китап, дәфтәрҙәр әҙер,
Тотонайыҡ беҙ эшкә.

Башланып китте дәрес,
Беҙ матур ултырабыҙ.
“Дүртле”, “бишле” билдәләрен
Көн һайын арттырабыҙ.

Бик күңелле ял иттек,
Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп
Яуап бирергә әҙер.

Бишле билдә, бишле билдә,
Бишле билдә бик шәп ул.
Бишкә уҡып, тырышып
Бишле генә алам шул.

Бөгөн беҙҙә «Туған тел»,
Яратам һине телем.
Рәхмәт һиңә, һинең аша
Алам мин яҡшы белем.

Башҡорт теле – минең телем,
Хөрмәтләйем мин һине.
Матурлығың, нескәлегең
Таң ҡалдыра бит мине.

Туған телем – башҡорт теле,
Башҡа телде лә беләм.
Тик яҡыны әсәм теле,
Бирә ул миңә белем.

Уйнарға ла, йырларға ла
Ашҡынып тора йөрәк.
Башҡорт телен өйрәнергә
Булырға кәрәк зирәк.

Мин дәфтәремде асам,
Һәм ауыш итеп һалам.
Дуҫтар, һеҙгә сер әйтәм –
Ручканы мин дөрөҫ тотам,
Тура ултырам, ҡыйшаймайым
Һәм эшемде башлайым.

Инде уйнап ял иткәс,
Асайыҡ «Әлифба»ны.
Матур итеп дәфтәргә
Яҙайыҡ хәреф «а»ны.
Мәсьәләләр сисәйек,
Ҡушайыҡ башты эшкә.
Шиғырҙарҙы ятлайыҡ,
Уҡыйыҡ «дүрт»кә, «биш»кә.

«Бишле» билдә, «бишле» билдә,
«Бишле» билдә бик шәп шул.
Ҡул күтәреп, яуап биреп,
«Бишле» генә алам шул.

https://sun9-55.userapi.com/impg/cdgWkOeho1971pPS3c7nHpCiBDb8N14XFjCpmQ/sQK7TpBUKVI.jpg?size=1024x783&quality=96&proxy=1&sign=bf03ecbfffea5fd45a2357010eab1979&type=albumhttps://sun9-25.userapi.com/impg/ScU158sEF1BkvzODxHgsaN3qWBqsR0XmsLMxfA/fOgUYrKcnWI.jpg?size=1280x908&quality=96&proxy=1&sign=cd5eb589b51921819bb6af430a67748d&type=albumhttps://sun9-29.userapi.com/impg/j15_0hUYfj1JXBa8iRdMgPP3F3JlFFfnZOl8QQ/HRS74WfWsPE.jpg?size=1280x908&quality=96&proxy=1&sign=4e8444a1aa64e355ae1291e93ea0d457&type=album


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Внеклассное чтение "Алдай улустун тоолу «Часкы»"

Темазы: Алдай улустун тоолу «Часкы».Кичээлдин  хевири: Тоолче аян-чорук кичээли.Сорулгазы болгаш чедип аар туннелдери:1.     Кожаларывыс алтайлар болгаш оларнын аас-чогаалы-би...

Интерактивный плакат "Улицы Алдана"

https://nsportal.ru/shkola/kraevedenie/library/2019/01/25/interaktivnyy-plakat-ulitsy-aldana...

Сценарий мероприятия, посвященного 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии к 75-летию Великой Победы. “Оҙатып ҡалды күк Урал”

Цели и задачи:- пополнить знание об истории нашей Родины;- расширять представления учащихся о боевом пути Башкирской кавалерийской дивизии;- формировать чувство патриотизма, любви к Родине,- воспитыва...

“Мин “5” билгесе алдым,чөнки...” конструкциясе / Конструкция “ Я получил оценку “5”, потому что...”

Максат:1. Танып- белү максаты (предмет) : Дәрескә кирәк булган яңа сүзләрне өйрәнү, чөнки теркәгечен сөйләмгә кертү, сөйләмдә дөрес кулланырга өйрәнү./ Научить составлять предложения с союзом потому ч...

“Мин “5” билгесе алдым,чөнки...” конструкциясе / Конструкция “ Я получил оценку “5”, потому что...”

Максат:1. Танып- белү максаты (предмет) : Дәрескә кирәк булган яңа сүзләрне өйрәнү, чөнки теркәгечен сөйләмгә кертү, сөйләмдә дөрес кулланырга өйрәнү./ Научить составлять предложения с союзом потому ч...