классный час
классный час (4 класс) по теме

Баймурзина Минзаля Шагаргазиевна

  

Разработка  классного  часа,<?xml:namespace prefix = o /??>

 посвященного 450-летию добровольного

вхождения Башкирии в состав

Русского государства.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Package icon vsegda_vmeste.zip10.09 КБ

Предварительный просмотр:

Разработка  классного  часа,

 посвященного 450-летию добровольного

вхождения Башкирии в состав

Русского государства.

        «Мәңге бергә!»

                         д. Тимирово-2007г

Тема: Мәңге бергә.

Маҡсат: Халҡыбыҙҙың тарихына байҡау яһау, милләт яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу, тыуған яғыбыҙ, илебеҙ тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, милләт өсөн ғорурлыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу; Башҡортостан картаһы, Дуҫлыҡ монументы һүрәте, ҡурай моңо яҙылған аудио таҫма, милли костюмдар, икмәк-тоҙ, сәк-сәк, сигеүле таҫтамалдар, плакат “Башҡортостан – дуҫлыҡ иле, һәр бер милләт уның гөлө”.

 

  1. Ойоштороу өлөшө.
  1. Әссәләмәғәләйкүм!
  2. Һәр кемгә тыуған ере үҙ әсәһендәй яҡын, ҡәҙерле. Сит ерҙең гөлөнән, үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ, ти халыҡ мәҡәле.

Һәр кемгә бала-сағы үткән өйө, иркәләп – наҙлап үҫтергән ата-әсәһе, үҙ телендә беренсе тапҡыр ишеткән йырҙары, әкиәттәре, йомаҡтары ҡәҙерле, уны ғүмеребуйы күңеле түрендә һаҡлай. Тыуған ил, тыуған ер уға көс, дәрт бирә.

  1. Кисә барышы.

    Ҡурай моңо яңғырай. Ҡурай моңо аҫтында шиғыр уҡыла..

      Картаға ҡарап еремде:

      - Бер япраҡ саҡлы , - тинем.

      Мин хайранмын киңлегенә,

      Башҡортостаным – илем.

      Бер сигең Яйыҡ ярында,

      Ыҡ буйында бер сигең,

      Бөркөт ҡанатын талдырыр

      Сал тауҙарың бар һинең.

     Һин дә тормоштоң көрлөгө,

     Донъялар именлеге,

     Һиндә тауҙар ғорурлығы,

     Далалар иркенлеге.

     Һыуҙарың- көмөш.Тупрағың-

     Торғаны алтын һинең,

     Бар хазинаңдан ҡиммәтле

     Бәхетле халҡың һинең.

Алып барыусы: - Илең?

  1. Башҡорт иле генә бирелгәнме һуң?
  2. Телең?
  3. Башҡорт теле.
  4. Ҡаның?
  5. Башҡорт ҡаны.
  6. Даның?
  7. Халҡым даны.

 Бөтәһе бергә: Башҡортостан!

                           Һин минең ғәзиз илкәйем!

                           Дан, һиңә, дан!

                           Һиңә дан йырын йырлайбыҙ!

Алып барыусы:   Башҡортостан картаһы янында

    Бер япраҡ саҡлы ғына ул картала. Саф һауаһы, өҫкә ауып торған урмандары, икһеҙ-сикһеҙ далалары, таҙа һыулы йылғалары, урман тулы кейеге һәм  унда  йәшәгән халыҡтарының дуҫлығы, татыулығы менән бәхетле тыуған илгенәм.

  1. Ә бәхет анһат ҡына яуландымы?
  2. Сит ил баҫҡынсыларының аяуһыҙ талауынан, башҡорт ауылдарының яндырылыуынан, мал-тыуарҙы ҡыуып алып китеүҙәренән ҡаҡшаған башҡорттар рус дәүләтенә яҡлау эҙләп илселәр ебәрәләр.

1557 йылда тәүге тарихи килешеү төҙөлә. Башҡорт иле Рус дәүләте составына индерелә.

  Башҡорттар үҙ ерҙәрен, традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалаар. Ләкин батша хөкүмәте килешеү төҙөһә лә, илдә тыныслыҡ өсөн, тыныс тормош, бәхет өсөн көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына бара. Батыр башҡорт егеттәре азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн яуға күтәреләләр. Тарихта Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған.

                 Уралҡайым һинең һәр ташыңа

                  Ҡанлы-данлы тарих яҙылған.

                   Илен яҡлап үлгән ирҙәренә

                   Бында күпме ҡәбер ҡаҙылған.

Алып барыусы:   милли геройыбыҙ Салауат тураһында йыр. Башҡорт халыҡ йыры  “Салауат”ты башҡарыу.

                      Салауат барған ғәскәр башында

                      Ат уйнатып, Урал буйлатып  

                     Ҡылысҡайы үткер, уғы мәргән

                     Дошман яуын ҡырған шаулатып.

Алып барыусы: Башҡорттарҙың берҙәмлеген тарҡатыу өсөн, башҡорт ерҙәренә күпләп сит милләт кешеләрен күсереп ултыртып ҡараған аҡ батша.

   Әммә һәр саҡ ҡунаҡсыл, алсаҡ, киң күңелле ата-бабаларыбыҙ башҡа милләттәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер туғандай дошмандарына ташландылар.

Берҙәмлектә- бәрәкәт, тарҡаулыҡта -һәләкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ мәҡәле.

                     Башҡортостан- изге Ватан

                    Бәхет, шатлыҡ еркәйе.

                    Рәсәй менән күпме быуат

                    Татыу йәшәй илкәйем.

                    Саф һыуҙарың, зәңгәр күгең

                    Йән бирә күп халыҡҡа.

                     Халыҡтарҙың берҙәмлеген

                    Алыштырмаҫ байлыҡтар.

                   Йөҙләп милләт ғүмер итә

                   Башҡортостан илендә.

                    Һәр ҡайһыһы һөйләшә бит

                    Үҙҙәренең телендә.

                     Әгәр аңлашайыҡ тиһә,

                     Ике милләт вәкиле,

                     Уларға ярҙамға килә

                     Шул саҡ бөйөк рус теле.

                     Яуҙар, йылдар, һынылыштар

                     Нығытҡан татыулыҡты.

                     Мәрмәр һәйкәл Өфөбөҙҙә

                     Йәмләй ҙур ҡалҡыулыҡты.

Алып барыусы: Башҡортостаныбыҙҙың башҡалаһы Өфөгә көньяҡтан ингәндә беҙҙе мөһабәт Дуҫлыҡ монументы ҡаршы ала. Һәйкәл Өфөгә нигеҙ һалған урында, Башҡортостандың ирекле рәүештә Рус дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу көнөн байрам итеү ваҡиғаһына арнап асылған. 2007 йылда ошо датаға 450 йыл тула. Алһыу граниттан эшләнгән 40 метрлыҡ обелискының нигеҙендә ултырған ике ҡатындың: рус һәм башҡорт ҡатындарының бронза һыны төшөрөлгән. Улар дуҫлыҡ һәм татыулыҡ символы.

Йыр “Дуҫлыҡ”

Ике милләт татыу булһын

Гел дуҫлыҡ ҡулын һуҙһын.

Яҡты йөҙөң, дәртле йырың менән

Ҡунағыңды ҡаршы алаһың.

Мин ғашиҡмын һиңә, күркәм Өфө,

Ҡарт Уралдың дуҫлыҡ ҡалаһы.

 Бер яҡтан сәк-сәк тотҡан, икенсе яҡтан икмәк- тоҙ тотҡан рус халыҡ кейемендә делегация сыға.

  1. Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Хәйерле көн! Байрамыбыҙ ҡотло булһын! Төклө аяҡтарығыҙ менән рәхим итегеҙ!

              Башҡортостан- дуҫлыҡ иле,

               Һәр милләте уның гөлө.

  1. Здравствуйте, наши друзья! Мы пришли сегодня на наш общий праздник- праздник дружбы народов. Нас объединяет наша любовь к родной республике- нашей Башкортостан!

               Башкирия- мой край родной!

               Трудолюбивая земля!

               Сияя щедрой красотой,

               Цветут сады, шумят поля.

               В твоих подземных кладовых

               И нефть, и уголь, и руда.

               А дружба жителей твоих

               Крепка всегда и на века!

3. Концерт номерҙары.

  1. Башҡорт халыҡ бейеүе “Байыҡ”
  2. Йыр “А я по лугу”
  3. Рус халыҡ бейеүе “Березка”
  4. Йыр “Беҙҙең ил”
  5. Күмәк бейеү “Хоровод”

 (Бөтәһе лә ҡулға-ҡул тотоношоп бейей)

Илем гүзәл сәскә кеүек

Байлыҡ менән тулышҡан.

Мәңге йәшә нурҙар сәсеп

Эй, ғорур Башҡортостан!

Тылсымлы һүҙ – “дуҫлыҡ”  һүҙе

Телдән төшмәһен.

Ул урғылтһын күңелдәрҙә

Илһам шишмәһен.

Иң юйылмаҫ хис ул –

Бойоҡ дуҫлыҡ хисе.

Дуҫлыҡ үҫкән һайын

Арта илдең көсө!

Ауыр мәлдә ул, үҙ  күреп,

Алды ҡанат аҫтына,

Саҡырҙы изге көрәшкә

Яҡты тормош хаҡына

Рәхмәт рус халҡына!

Бөтәһе: Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!  

 

4. Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

   Аманат, Аҡбуҙат, Башҡортостан уҡытыусыһы журналдары.

                           


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конкурс "Самый классный классный руководитель"

В феврале 2011года в нашем городе проходил районный конкурс учителей "Самый классный классный руководитель". Интересно, местами сложно, но нужно. От СОШ №1 принимали участие два педагога начальной шко...

Сценарий классного часа "Семья без детей, как день без солнца " + анализ. На конкурс "Самый классный классный"

Классный час на конкурс "Самый классный классный".Тема "Семья без детей, как день без солнца"Э п и г р а ф: Семья без детей, как день без солнца (античный афоризм)  (на правой половине доски)Ход ...

Портфолио классного руководителя. Конкурсные материалы на районный конкурс "Самый классный классный"

Результаты педагогической деятельности, формы работы классного руководителя, достижения класса и учащихся....

Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации

Выступление на заседаниигородского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта»п...

Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации де

Если учесть, что в настоящее время, по данным статистики, дети мигрантов, недавно прибывших из стран СНГ и российских регионов, составляют 20–30 процентов общего числа учеников, т...