"Әлифба байрамы" сценарийы
план-конспект занятия (1 класс)

Ахмедьянова Физалия Ильгизовна

ӘЛИФБА байрамы сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл lifba_bayramy.docx21.59 КБ

Предварительный просмотр:

Әлифба байрамы.

Маҡсат: Класс коллективының эшенә йомғаҡ яһау; балаларҙа уҡыуға, белем алыуға аңлы ынтылыш тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: Сәхнәләштереү өсөн кәрәк - яраҡтар, йомаҡтар, билет, ҡыҙыҡлы һорауҙар, йыр, әкиәт, уйындар.

Байрамдың барышы

  1. Уҡытыусының инеш һүҙе.
  • Ҡәҙерле уҡыусылар, ата-әсәләр, байрамға килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам – беренсе класс уҡыусылыры үҙҙәренең иң яҡын китабы – Әлифба менән хушлашырға йыйындылар. Хәҙер инде улар Әлифбалағы бөтә һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, бәләкәй генә хикәйәләрҙе уҡырға һәм һөйләргә, дәфтәргә матур итеп яҙырға өйрәнделәр.

   Ҡәҙерле балалар. Һеҙҙе Әлифбаны уңышлы тамамлауығыҙ менән ҡотлайым. Киләсәктә лә шулай тырышып уҡығыҙ. Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелегеҙ.

   Ҡәҙерле ата-әсәләр. Бөгөн һеҙҙең өсөн дә ҙур байрам. Балаларығыҙ өлгәшкән уңыштарҙа һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур. Әлифба байрамы менән һеҙҙе, ҡәҙерле ата-әсәләр.

   Ә хәҙер, балалар, әлифбаны уҡыу осоронда нимәгә өйрәнгәнебеҙҙе күрһәтәйек.

  1. Балаларҙың сығышы.

1-се уҡыусы.

Башланып китте уҡыуҙар

“А” тигән хәреф менән

Атайҙарыбыҙҙа беҙҙең

Башлаған ана шунан

2-се уҡыусы.

“Я” тигән һуңғы хәрефкә

Барып еттек беҙ бер саҡ,

Бөтә серҙәрен һөйләргә

Асылды беҙгә китап.

3-сө уҡыусы.

Беренсе сентябрь көнө

Мәктәпкә башлап килдек.

Ярты йыл ваҡыт үтмәне

Уҡып яҙырға белдек.

4-се укыусы.

Әлифба, Әлифбаберенсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә ҙур байрам шикелле.

5-се укыусы.

Хәҙер, әсәй, ҙур үҫтем,

Уҡый-яҙа беләмен

Әлифбаның биттәрен

Ятҡа һөйләп бирәмен.

6-сы уҡыусы.

Ниндәй күңелле хәреф белеүе.

Шул хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөүе.

7-се уҡыусы.

Ҡыҙыҡ әкиәтте уҡыуы рәхәт,

Рәхмәт, Әлифба, (хор менән)

Һиңә ҙур рәхмәт!

8-се уҡыусы.

Беҙҙе уҡырға өйрәтеүҙә куп көс түгеүсе беренсе уҡытыусыбыҙға һәм ата-әсәйҙәребеҙгә (хор менән) ҙур рәхмәт.

   Йыр “Там-там-там, трам-там-там

              Мин үҙемде яратам”

  1. Уҡытыусы:
  • Ә һеҙ нимә беләһегеҙ?
  • Нимә өйрәндегеҙ?
  • Мин, балалар, һеҙҙе автобус менән Әбиәлил районы буйлап сәйәхәткә алып сығам. Автобусҡа ултырыу өсөн билеттар алығыҙ.

(Миҫалдар яҙылған билеттар таратам)

  • Кемдәрҙәең яуабы-биш, һары автобусҡа, кемдәрҙең яуабы- туғыҙ, кук автобусҡа ипле генә ултырышығыҙ.(тәртип, әхлаҡ тураһында әңгәмә. Музыка аҫтында ҡуҙғалып китеү).

Беренсе туҡталыш. Яйҡар ауылы.

   Магафуров Ҡәдир Барый улы – профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрлеге. Өфөлә йәшәй.

   Йомаҡтар ҡойошоп алайыҡ (Е хәрефе)

(Көй аҫтында ҡуҙғалыу)

Икенсе туҡталыш. Күсем ауылы.

  • “Хайуандар” әкиәтен күрһәтегеҙ. (Т хәрефе)

Өсөнсө туҡталыш. Таштимер ауылы.

-“Әртис” йырын йырлау. (Н хәрефе).

Дүртенсе туҡталы. Асҡар ауылы.

Ҡыҙыҡлы һорауҙар (Т хәрефе)

  • Кәзә ете йәше тулғас, нимә эшләй?
  • Һыйыр ниңә ята?
  • Ҡаҙ ниңә йөҙә?
  • Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?
  • Ҡара бесәй ҡасан өйгә инә ала?

Бишенсе туҡталыш. Ишҡол ауылы. (У хәрефе)

“Шалҡан” әкиәтен сәхләнәштереү.

Алтынсы туҡталыш. Хәлил ауылы. (Ғ хәрефе)

“Кире-мире” уйыны.

Аҡ-..., бейек-..., бөгөн-..., ҙур-..., йыуан-..., матур-...,  шыма-...

Етенсе туҡталыш. Аһылай ауылы. (Л,А хәрефе)

Һүҙбәйләнештәр уҡыу.

Хәрефтәрҙән һүҙ төҙөгөҙ.

IV.Әлифба, Туған тел, уҡыусылар.

Беренсе уҡыусы.

Әлифбаның биттәрен

Уҡығы килеп тора.

Матур-матур хәрефтәрен

Яҙаһы килеп тора.

Икенсе уҡыусы.

Әлифбабыҙ тамам булды,

Беҙ йыйылдыҡ байрамға

Шатлығыбыҙ эскә һыймай,

Нисек һеҙгә һөйләргә.

Өсөнсө уҡыусы.

Ниңә бөгөн ҡыуанмаҫҡа,

Беҙ бит инде ҙур үҫтек.

Әлифбаны тамамлап

Туған телгә лә күстек.

(Әлифба инә)

Һаумыһығыҙ дуҫтарым,

Ҡәҙерле ҡунаҡтарым.

Кем ҡайһы хәрефте

Бигерәк тә оҡшатты?

Йә, әйтеп бирегеҙ,

Асмайса китапты.

Дүртенсе уҡыусы.

“А” тора иң элек

Алфавит башында

А тигәс, күңелем

Гел алға ашҡына.

Бишенсе уҡыусы.

А-ны бик маҡтайһың,

Әллә У йәмһеҙме?

“Уҡы”-ти ул беҙгә,

“Уйла”-ти һәр һүҙҙе.

Әлифба.

Инде һеҙ беләһегеҙ,

Һәр хәреф кәрәкле.

Уҡыусылар хор менән

Әлифба уларҙы беҙгә һин өйрәттең,

Әлифба китәһең. Килмәҫһең бынан һуң.

Әммә һин ғүмергә күңелдә ҡалаһың.

Әлифба.

Мин киткәс, алмашҡа

Туған тел киләсәк

Ул һеҙгә бигерәк күп

Бүләктәр бирәсәк.

Әйҙәгеҙ, балалар. Туған телде саҡырайыҡ.

Уҡыусылар хор менән

Туған тел, бик һағындыҡ тиҙерәк кил!

Туған тел инә

Һаумыһығыҙ, шат балалар.

Уйнап туймай торғандар

Эштә етеҙ, ә уҡыуҙа

Берҙәм план ҡорғандар.

Һеҙ көткәнде белдем мин,

Шуға ашҡынып килдем мин

Алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән.

Алып килдем һеҙгә мин-

Ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ әкиәттәр,

Төрлө-төрлө хикәйәләр,

Матур-матур шиғырҙар

Дәртле күңелле йырҙар.

Уҡытыусы.

  • Әйҙйгеҙ, күмәкләп йырлап алайыҡ.
  1. “Аҡ бәрәс” шиғыры.
  2. “Любизар”
  3. “Таня” шиғыры
  4. “Ҡара бесәй балаһы”
  5. “Аҡ ҡуян”
  6. “Икмәк”

Уҡыусылар хор менән.

Һеҙҙең алда вәғәҙә бирәбеҙ

Ялҡауланмаҫҡа “икеле” алмаҫҡа,

Тырыш булырға “бишле” алырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әлифбаны озату кичәсе

Әлифба китабын укып бетергәч үткәрелә торган кичә...

Рәхмәт сиңа, Әлифба.

“Рәхмәт сиңа, Әлифба”   Зал бәйрәмчә бизәлә. Күңелле көй “Бәйрәм бүген”  җыры ишетелә. Залга 3 укучы чыга. 1 нче укучы.   Күтәренке күңелле...

Әлифба бәйрәме

Әлифба бәйрәме 1класс...

сценария праздника "Әлифба бәйрәме" 1класс

сценария праздника  "Әлифба бәйрәме"...

Әлифба бәйрәме

Это сценария праздника Букваря для начальных классов обучением татарского языка...

Презентация "Әлифба бәйрәме"

Әлифба бәйрәмеМаксат:Тырышып укуның кирәклеген исбатлау; күп белергә омтылучанлык, китапка мәхәббәт тәрбияләү, сәнгатьле сөйләм күнекмәләрен, укучыларның сәләтләрен үстерү.Җиһалау: интерактив такта, п...

Рәхмәт сиңа,Әлифба!

Разработка внеклассного мероприятия. 1 класс. Прощание с Азбукой на татарском языке....