Һау бул, башланғыс мәктәп! иртәлеге сценарийы
методическая разработка (4 класс)

Ахтямова Гульфия Файзрахмановна

Сценарий выпускного утренника на башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл vypusknoy_stsenariy.docx341.2 КБ

Предварительный просмотр:

Ташбулат урта мәктәбе

“Һау бул, башланғыс мәктәп!”

 иртәлеге сценарийы

                                                     Әҙерләне: Әхтәмова Г.Ф.

2021 йыл

“Һау бул, башланғыс мәктәп!” иртәлеге сценарийы.

                        Байрам үткәреләсәк зал матур итеп биҙәлгән.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн башланғыс мәктәп менән һаубуллашыу иртәлегенә йыйылдыҡ. Бөгөн беҙгә күңелле лә, бер аҙ яманһыу ҙа.  Күңелле, сөнки башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлауҙы байрам итәбеҙ, яманһыу, сөнки уҡыусыларыбыҙ тәүге уҡытыусыһы менән хушлаша. Шулай ҙа, моңайырға ашыҡмайыҡ, ҙур көс һәм дәрт менән юғарыға, ҙур белемдәргә ынтылайыҡ.

  • Ә хәҙер уҡыусыларҙың үҙҙәрен саҡырайыҡ.

( “Нурлы баласаҡ” йырына балалар инә.)

  • Уҡыусыларҙың үҙҙәренә һүҙ бирәйек. Улар әйтер һүҙҙәрен әйтерҙәр, теләктәрен еткерерҙәр.
  1. Шаулап-гөрләп, бергә-бергә

Мәктәптә дүрт йыл үтте.

Инде бөгөн май ҡояшы

Сағыу нурҙарын һипте.

  1. Бөгөн беҙҙә ҙур байрам,

Йыйылдыҡ шул уңайҙан.

Дүртенсене тамамлайбыҙ,

Барыбыҙ шат был уйҙан.

  1. Бер уйлаһаң күңелле лә,

Бер уйлаһаң һағышлы.

Ни эшләйһең көслө икән

Был донъяның ағышы.

  • Ҡотлау өсөн һүҙҙе 3 класс уҡыусыларына бирәйек. ( Лента тағыу)
  • 3 класс уҡыусыларына беҙҙән теләктәр.
  • Өсөнсөләргә ҙур бүләк-

Беҙҙең иң изге теләк.

Тырышып уҡығыҙ,

Ялҡау булмағыҙ берүк.

Дәрестәрҙән арығас,

Уйнап туймағыҙ берүк.

Әммә өйгә эштәрҙе

Онотоп ҡуймағыҙ берүк.

Кескәйҙәрҙе яҡлағыҙ,

Илатып ҡуймағыҙ берүк.

Уҡытыусы: Бөгөн һеҙ шундай ҙурҙар, үҫкәнһегеҙ. Әйҙәгеҙ мәктәп йылдарын иҫкә алайыҡ.

                                “ Мәктәбем” йырын йырлау.

“Мәктәбем”

  1. Дуҫ-иштәрҙе табырға,

Аҡ таҫмалар тағырға,

Матур итеп яҙырға

Аҡбур менән таҡтаға.

Ҡушымта:

Мәктәбем, мәктәбем,

Өйрәтәһең барһына.

Һуңға ҡалмай барһам,

Һәм тырышһам аҙ ғына.

  1. Хәрефтәрҙе танырға,

Уҡырға һәм яҙырға.

Ҡушып, алып, бүлергә,

Ҡабатларға, һанарға.

3.Белем алырға барам,

Мин бер ҙә һуңға ҡалмам.

Ауыр булһа ла фәндәр

Икеле, берле алмам.

  1. Бөгөнгөләй күҙ алдымда тора

Осар ҡоштай йөрөгән саҡтарым.

Сумка тотоп, белем алырға, тип,

Борма һуҡмаҡ буйлап атлауым.

  1. Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

  1. Беҙ, кес кенә балалар,

Башлап килгәс мәктәпкә,

Ҡәләм менән әлифбаны

Тотторҙолар бүләккә.

  1. Беҙ 21 уҡыусы

Килдек 1 класҡа.

Тиктормаҫтар, шуҡтар инек,

Һикерҙек тә, уйнаныҡ та,

Ҡайһы саҡта иланыҡ та,

Яратҡан уҡытыусыбыҙ

Түҙҙе беҙҙе шул саҡта.

  1. Яҙа белмәй аптырашып,

Танауҙы тартып мыш-мыш,

Телде тешләп арҡырыға

Ултырыр инек бик йыш.

  1. Фән үренә яйлап ҡына

Күтәрелә барҙыҡ беҙ.

Рәхмәт һиңә, иң яратҡан

Тылсымлы “Әлифбабыҙ”.

  1. Әлифба, әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә

Ҙур байрам шикелле.

  1. Серҙәр тулы биттәреңде

Уҡып сыҡтыҡ барыбыҙ.

Артабан да күмәкләшеп,

Уҡып белем алырбыҙ.

Шәүрә Аширбаеваның “Мәктәп” йыры башҡарыла.

Мәктәп

1.Хикәйә уҡый берәүҙәр,

Кемдер  китапҡа сумған.

Береһе ихласлап тыңлай,

Ә кемдер куҙен йомған.

Тырышҡа маҡтау эләгә,

Шуҡтарға әсе шелтә.

Кемгәлер иң- иң мөһиме

Көндәлектәге билдә!

Ҡушымта: 2 раза

Бер дәрестән икенсегә

Топ-топ-топ та тәп-тәп-тәп

Ҡырмыҫҡа иләүе кеүек

Гөж килә көн дә мәктәп.

2 Тәнәфестәргә саҡырып.

Ҡынғырау сыңлап китһә,

Маңлай сәстәрен төҙәтеп.

Залдан һылыуҙар үтә.

Тәҙрә төбөндә малайзар.

Ҡыҙыу бәхәстәр башлай.

Үҙҙәре һиҙҙермәй генә

Ҡыҙҙарға ҡараш ташлай.

Уҡытыусы: - Әйе, балалар,  иң яҡын дуҫығыҙ – әлифба. Ул һеҙҙе уҡырға, яҙырға өйрәтте. Ә уҡырға, яҙырға белгәс, һеҙ белем баҫҡысынан еңел генә өҫкә атлай башланығыҙ. Төрлө фәндәр уҡып, күп нәмәгә өйрәндегеҙ. Бөгөн бына ул фәндәр, һеҙҙең белемегеҙҙе иҫбатлар өсөн, һынап ҡарарға тип  килгәндәр.

“ Математика”: Өйрәттем мин иҫәпләргә,

                              Мәсьәләләр сисергә,

                              Төрлө-төрлө һандар менән

                              Күңелде күтәрергә.

  • Әйе, әйе, 4 көҙ, 4 ҡыш, 4 яҙ, 4 йәй үтеп бара.
  • Ошо 4 йыл эсендә 51 китап уҡыныҡ.
  • 36 ай парта артында ултырҙыҡ.
  • 3345 дәрес булған.
  • 70-ләп диктант, 40-ҡа яҡын контроль эш эшләнек.

  • Мин 4 дневник тултырҙым.
  • Ә ул нимә ул, мин 6 дневник тултырҙым.
  • Мин 50 ручканы яҙып бөтөрҙөм.
  • Ә мин 30-ҙы юғалттым, 70-ләп һындырҙым.
  • Минең дневникта 600 бишем бар.
  • Ә минең дневникта 30 штук икем бар.
  • Их, 5 класта дәрес 15 минут, тәнәфес 45 минут булһа ине.

Уҡытыусы: - Ай, афариндар, шутҡа бигерәк шәп икәнһегеҙ.

“Башҡорт теле”: Дөрөҫ яҙырға өйрәттем

                            “Атай”, “әсәй” һүҙҙәрен.

                            Хәрефтәр сафҡа теҙелһә,

                            Маҡтаным мин үҙҙәрен.

  • Йә, әйтегеҙ әле, ӨФӨ уртаһында нимә тора?

Балалар: -С. Юлаев һәйкәле, 7 ҡыҙ фонтаны.......

  • Юҡ, ӨФӨ уртаһында Ф хәрефе тора.
  • Йә, хәҙер кем әйтә, Ф өнөнә ниндәй һүҙҙәр бар?

Балалар: - флаг, физкультура...... ФИЛ.

  • -  Тағы ла?
  • Тағы бер ФИЛ.
  • Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ниндәй заман була?
  • Әлбиттә тәнәфес ваҡыты.

Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр “ Башҡорт теле”

“Русский язык”: А я русским буду другом.

                               Многому я вас учил.

                 А теперь все грамотеи,

                Спорить с вами нету сил.

Стихотворение “ Веселая грамматика”

Существительное – школа,
Просыпается – глагол.
С прилагательным весёлый
Новый школьный день пришёл.


Мы наречием отлично
На уроках дорожим.
Соблюдаем мы привычно

Дисциплину и режим.

После школы, как известно,
Мы катаемся в санях.
Здесь особенно уместны
Междометья: ох и ах!


  •               А потом у тёплой печи
                  Повторяем части речи!

ТӘНӘФЕС, ТӘНӘФЕС.

Частушки о школе – ҡыҙҙар йырлай.

1.Начался учебный год, 
Часики затикали, 
А меня вопрос гнетет: 
Скоро ли каникулы?

2.В нашем классе все ребята 
Любят отличиться. 
Кто рисует, кто поет, 
Лишь бы не учиться.

3.Разбудите меня ночью, 
В самой серединочке, 
Расскажу я вам  таблицу
Без одной запиночки!

4.На компьютере в игру
Доиграл Денис к утру.
В школе у доски Денис,
Как компьютер, сам «завис».

5.Быстро бегает Фидан
И съезжает с горки,
А за партой он дрожит,
Словно мышка в норке!

6.Наши девки  на уроке
Тараторят, как сороки.
Чтоб заставить их молчать —
Надо вызвать отвечать.

7.Я врачом, наверно, стану

Чтоб рецепты выдавать!

У меня, сказала мама,

Трудно почерк разобрать.

8.Розалька не даёт списать,

Пусть все врединой зовут.

Может, ей потом за вредность

Рано пенсию дадут.

9.В школе прозвенел звонок

Все спешим мы на урок.

А Ислам припелся в класс

С опозданием на час.

10.Наш учитель за порог,
У нас кончился урок,
Мы мобильник открываем,
По сети  все поиграем.

11.Очень дружно мы живём,
Песни весело поём.
Лучше доброй школы нашей
Во всём мире не найдём!

Уҡытыусы: - Беҙҙең уҡыусылар шулай талантлы, берҙәм, татыуҙар. Улар иң-иң шәптәре.  Малайҙар башҡарыуында “Һыбайлылыр” йыры.

Һыбайлылар.
1.Беҙҙең яҡтың малайҙары,
Әйтеү түгел маҡтанып.
Тәпәй йөрөй башлау менән
Саба атҡа атланып.

Ҡушымта:

Аттарҙа саба малайҙар,
Аттары ла, аттары, һай.
Малайҙарҙың әле шулай,
Саба торған саҡтары.


2.Атлана ла саба улар,

Эйәрһеҙ ҙә, йүгәнһеҙ.
Был инде, беҙҙең малайҙар,
Һыбалылар, -тигән һүҙ.


3.Кәрәк саҡта осор улар,
Йондоҙҙарға, айҙарға.
Кемдер аттарға һоҡлана,
Ә кемдер - малайҙарға.

Уҡытыусы: - Алҡыш менән ҡаршыларға

                    Дуҫтар булығыҙ әҙер.

                    Сәскә кеүек матур ҡыҙ

                     Бейергә  сыға хәҙер.

Ҡыҙҙар  башҡарыуында “Шаян ҡыҙҙар” бейеүе.

Уҡытыусы: - Ҡыҙҙарҙың да иң һылыуҙары беҙҙә. Класта оҫта йырсыбыҙ ҙа бар. Һеҙҙең иғтибарға Эльвина башҡарыуында йыр.

Уҡытыусы: - Бына шулай, беҙҙең класс уҡыусылары төрлө яҡлап та шәп балалар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар алдыҡ.

 Йыр-бейеүгә генә түгел, уҡыу буйынса ла ҡаҙаныштарыбыҙ  күп. Белем һәр саҡ юғары баһаланған. Олимпиадала урын алған уҡыусыларға бөгөн  грамота тапшырып китергә рөхсәт итегеҙ.

  1. 4 класс уҡыусылары араһында тирә-яғыбыҙҙы өйрәнеү фәненән район олимпиадаһында  призер  булыусы Хибатуллина Эльвина бүләкләнә.
  2. Шундай уҡ олимпиадала башҡорт теленән призер булыусы Билалова Рания бүләкләнә.
  3. “Гагарин кубогына” үткән олимпиадала муниципаль кимәлдә физкультура фәненән призер булыусы Шәғәлин Артем бүләкләнә.
  4. Шундай уҡ олимпиадала  физкультуранан призер булыусы Мирзоева Лиана бүләкләнә.
  5. Мәктәп директоры Зәйтүнов Басир Шаһиморат улы ла бүләкләүгә ҡушыла.

Ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәре.

  • Барлыҡ уңыштарыбыҙҙа ла ата-әсәләр һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур. Барлыҡ тырышлығығыҙ, ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
  • Ер йөҙөнөң бөтә матурлығың

Килә һеҙгә бүләк итәһе.

Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә

Иң йылыһын килә әйтәһе, тийеүсе

                          Әлсинәгә һүҙ бирәйек.

Атай, әсәйгә мәңге бала булып

Ҡалабыҙ беҙ буйға етһәк тә.

Еткән ҡыҙҙар һәм егеттәр булып,

Йыраҡ-йыраҡтарға китһәк тә.

“Балам”,- тиеп , әсәй баштан һыйпай,

Шундай йомшаҡ әсәй ҡулдары.

“Аҡыллы бул, дөрөҫ юлдан йөрө”-

Бер аҙ ҡырыҫ атай һүҙҙәре.

Атай-әсәй, ғәзиздәрем,

Рәхмәт ғүмер биргәнгә.

Бәхетле бала-сағым өсөн,

Бөтә яҡшылыҡтар өсөн,

Бурыслыбыҙ һеҙгә мәңгегә.

Атай-әсәйле булыуҙар

Иң бәхетле мәлдәр бит.

Иҫән-һау, бергә булығыҙ,

Минең ҡәҙерлеләрем!

Уҡытыусы: Атай-әсәй ғәзиздәрем

                     Ғүмер бирҙегеҙ беҙгә.

                      Изге итеп үҫтерҙегеҙ

                    Мең рәхмәтлебеҙ һеҙгә, тип

Малайҙар бейеү бүләк итә.

Ата-әсәләргә диплом тапшырыу.

Уҡытыусы: - Уҡыусыларым! Башланғыс кластарҙа бурыстарығыҙҙы теүәл үтәнегеҙ.  Бөтә фәндәрҙе лә бик яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. Тимәк, 4 йыл ваҡытығыҙ  заяға уҙмаған. Ҡәҙерле уҡыусыларым! Башланғыс кластарҙа алған белемдәрегеҙ алдағы йылдарҙа һеҙгә ныҡлы нигеҙ, гүзәл башланғыстар булып ҡалһын! Һәр берегеҙгә башланғыс класты уңышлы тамамлауығыҙ, 5 класҡа күсеүегеҙ тураһында грамоталар таратырға рөхсәт итегеҙ.

 Уҡыусыларға грамота, фотоларын биреү.

Уҡыусылар бөтәһе бергә:

Рәхмәт һеҙгә, тәүге уҡытыусым!

  1. Рәхмәт, һеҙгә, рәхмәт ысын күңелдән,

Беҙҙе балағыҙҙай күргән өсөн!

Беҙҙең хистәр менән янып йәшәп,

Күңелдәргә шатлыҡ биргән өсөн!

  1. Һеҙһеҙ беҙгә бигерәк

Күңелһеҙ булыр инде.

Төрлө-төрлө апайға,

Төрлө-төрлө ағайға

Нисек күнербеҙ инде?

  1. Ышанығыҙ, һеҙҙең исемегеҙгә

Бер тап төшмәҫ, бына күрерһегеҙ!

Яңылыш аҙым, әгәр яһай ҡалһаҡ,

Кәңәш һорап һеҙгә килербеҙ!

  1. Айырылышыр ваҡыт етте,

Һиҙелмәне дүрт йыл үткәне.

Хуш, уҡытыусым, үҙ күрҙең,

Йәшәргә көс бирҙең,

Ҡанат куйып беҙҙе үҫтерҙең.

  1. Тырыш булырбыҙ уҡыуҙа,

Тырышты һөйә белем.

Халҡыбыҙ шатланыр беҙгә,

Ҡыуаныр тыуған илем.

  1. Һүҙ бирәбеҙ, уҡытыусым,

Уҡырбыҙ дүрткә, бишкә.

Ең һыҙғанып өйрәнербеҙ

Өйрәткән һәр бер эшкә.

Бергә: Тәүге хәреф танытыусым,

           Рәхмәт һиңә уҡытыусым!

Уҡытыусы: Хушлашыуҙар мәле етте бына,

Айырылырға ә беҙ әҙерме?

Һәр берегеҙ йәнем кеүекһегеҙ,

Шундай яҡын, шундай ҡәҙерле.

Йөрәгемде ярып сыҡҡан кеүек,

Һәр берегеҙ күңел түрендә.

Бирешмәгеҙ ауырлыҡтар булһа,

Үрләгеҙ гел тормош үренә.

Тормош һәр саҡ тормай гел шатлыҡтан,

Ҡайғылар ҙа булыр, ҡурҡмағыҙ,

Бәлә килһә, бөгөлөп төшмәгеҙ ҙә

Беҙҙең өмөттәрҙе аҡлағыҙ!

5 класта тырышып уҡығыҙ, тик 5 һәм 4-леләр менән генә тулһын тип һеҙгә ДНЕВНИК  бүләк итәм.

Ата-әсәләргә балаларҙы ҡотлау өсөн һүҙ бирелә.

-Һаубуллашыу вальсына ваҡыт етте. Рәхим итегеҙ!

“ Школа, школа” йырын башҡарыу.

  • Килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ололар көнөнә байрам сценарийы.

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы....

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү ...

"Һау бул башланғыс класс!" Байрам өсөн сценарий.

Сценарий выпускноговечера на башкирском языке...

Белем иленә рәхим итегеҙ! 1-се кластар өсөн асыҡ ишектәр көнөнө байрам сценарийы.

Буласаҡ беренсе кластар һәм уларҙың ата- әсәләре өсөн асыҡ ишектәр көнөнә әҙерләнгән байрам...

Презентация проекта " Строим из Лего " кружка лего -конструирования 1 классов

В этой презентации отражены все этапы работы над этим проектом и представлены некоторые работы учащихся....