Конкурсное задание "Видеоурок": конспект урока, презентации к уроку: часть 1, часть 2
план-конспект урока (1 класс) на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Дәрес төрө

Үтелгәндәрҙе нығытыу дәресе

Дәрес темаһыҮтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты:   өйрәнелгән темаларҙы ҡыҫҡаса  иҫкә  төшөрөү, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу, башлаған ҡорама ҡорау эштәрен дауам итеү; ҡоштар тураһында мәғлүмәт биреү.

Үҫтереүсе: үтелгән темаларҙы ҡабатлағанда  бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;

Тәрбиәүи:  ҡорама ҡорау ижады аша тәбиғәткә, ҡоштарға  ҡарата  мәрхәмәтлек,   ҡайғыртыусанлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Баш7ортостан  Республика3ы Учалы районы муниципаль районыны8  муниципаль бюджет   д0й0м белем  бире1  учреждение3ы  М29к21  ауылы  урта  д0й0м  белем бире1  м2кт2бе

 Башланғыс кластар  уҡытыусыһы Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

 Әлифба дәресе

1 класс

Дәрес төрө

Үтелгәндәрҙе нығытыу дәресе

Дәрес темаһыҮтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты:   өйрәнелгән темаларҙы ҡыҫҡаса  иҫкә  төшөрөү, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу, башлаған ҡорама ҡорау эштәрен дауам итеү; ҡоштар тураһында мәғлүмәт биреү.

Үҫтереүсе: үтелгән темаларҙы ҡабатлағанда  бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;

Тәрбиәүи:  ҡорама ҡорау ижады аша тәбиғәткә, ҡоштарға  ҡарата  мәрхәмәтлек,   ҡайғыртыусанлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса өйрәнелгән  һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатлау, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү:  ҡорама ҡорау өлгөһө  буйынса эш итә белеү, һүҙҙәрҙән дөрөҫ һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү (төркөмләү, файҙалыһын һайлау);

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре:  яҙ миҙгеле тураһында мәғлүмәт биреү, ҡоштарға ҡарата һөйөү  хисе уятыу, уларҙың  файҙаһы тураһында һөйләү, сыйырсыҡ ояһы булдырыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу

Мультимедиа проекторы,  Ф.Ш.Сынбулатова “Әлифба” китабы,   һүрәттәр, слайдтар, ҡорама ҡорау өсөн туҡыма, ҡатырға,  ҡорама эштәре, ҡорама ҡорау биҙәктәре шаблондары

 Дәрес этаптары

 

 №

 Слайд  һаны

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

I.

2

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумы, ҡояш!

Һаумы дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур

Салауат кеүек батыр.

Ҡыңғырау шылтырағас,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер

Тотонабыҙ беҙ эшкә.

Сәп-сәп сәпәкәй

Мин түгел бәләкәй.

Әлифба миңә бүләк

Һаҡлап тоторға кәрәк.

II. 

Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр

Хәрефтәр иленә сәйәхәт

3-4

- Әлифба дәресенә беҙгә көн дә бер  хәреф  ҡунаҡҡа килде.  Беҙ уларҙы өйрәндек, хатта һәр бер хәрефтең шиғырҙарын да беләбеҙ

- Әйәҙәгеҙ, ҡайһы бер хәрефтәрҙең шиғырҙарын иҫкә төшөрөп алайыҡ.

  Бергәләп яуап бирәләр:

Аа хәрефе

Алма беш ауыҙыма төш.

Фф хәрефе

Фил ниңә бер ҙә ятмай,

Фил аяғөҫтө йоҡлай.

Вв хәрефе

Вагондар уҙып бара

Вәли ҡул болғап ҡала.

Һһ хәрефе

Һары сәскә атты көнбағыш,

Һары нурға батты көнбайыш.

Чч хәрефе

Чечнянан беҙгә ҡунаҡҡа

Чечен малайы килгән.

Кк хәрефе

Кәзә көтөүҙән ҡайтышлай

Баҡсаға инеп киткән.

Рр хәрефе

Рәхәтләнеп рәсем яһай

Дәфтәренә Рәшиҙә.

Мм хәрефе

Мыраубикә бик иркә

Мейестән төшмәй һис тә.

5

 -Бик шәп, балалар. Дәрестә  таҙа һөйләшеү өсөн,  телебеҙҙе шымартып алдыҡ.

-Алфавитты иҫкә төшөрәйек әле. Башҡорт алфавитында бөтәһе нисә хәреф бар?

-Кемегеҙ ятҡа һөйләп  ишеттерер?

-Күмәкләп һөйләйек әле.

- Башҡорт алфавитында бөтәһе 42 хәреф бар.

(Алфавитты тәүҙә бер уҡыусы һөйләп ишеттерә)

(Күмәкләп ятҡа һөйләйҙәр)

   6

-Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ әле.

-Ниндәй һүҙҙәр икән былар? Һәм ни өсөн?

әсәй

атай

ер

һыу

һауа

ҡояш

икмәк

-Был һүҙҙәр - изге һүҙҙәр.  Сөнки, уларһыҙ йәшәп булмай.

7

-Ә был һүҙҙәр тураһында ни әйтерһегеҙ?

-Бөгөн беҙ  кемгә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ? Ни  өсөн?

Һаумы

Һау бул

Рәхмәт

-Был һүҙҙәр – тылсымлы һүҙҙәр.

-Әлифбаға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ, сөнки уҡырға, яҙырға, хатта  ҡорама  ҡорарға  өйрәтте.

-Әйҙәгеҙ, балалар, Әлифбаға рәхмәт әйтеп, уға йыр йырлап ишеттерәйек.

(«Әлифба» йырын башҡаралар)

Уҡыусыларҙы эшкә  әҙерләү.

 Ыңғай психологик фон (климат, комфорт) тыуҙырыу.

8-9

-Балалар, беҙ әлифба дәресендә лә, математика дәресендә лә боронғо башҡорт халыҡ ижадының бер ҡул эшен өйрәндек.  Ниндәй эш ине әле ул?

-Дөрөҫ, ҡорама ҡорау эше.  Әйтегеҙ әле, был ниндәй ҡорама биҙәге? Ни өсөн улай атала?

-Был биҙәк нимәгә өйрәтә?

- Ҡорама ҡорау эше

 -Бүрәнәле өй.

- Өйҙөң уртаһында мейес, ул ҡыҙыл төҫтә, тирә яғында бүрәнәләр. Уны рәт буйынса һалабыҙ. Әгәр уртаһында күк квадрат булһа, ул – һыу була.

- Был биҙәк, ҙурайғас өй һалып керергә өйрәтә,  өй ошо ҡорама кеүек матур булырға тейеш.

  10

 -Ә был  ҡорама биҙәктәре нисек аталды?

-Был  ҡорама биҙәктәре -  «Шахмат», «Карап», «Йөрәк», «Алмаз» тип аталды.    «Алмаз» -  боронғо урыҫ биҙәге.

III.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

  11

 -Ниндәй ҡорама биҙәгенең схемаһын  күрәһегеҙ?

-Был биҙәкте эшләр өсөн ниндәй геометрик фигуралар ярҙам итә?

-Ниндәй төҫтәр ҡулланырбыҙ икән? Ни өсөн?

-Дөрөҫ, асыҡ, яҡты, йылы төҫтәр, сөнки яҙ етә, көндәр матурая, сыйырсыҡҡа ла матур өй кәрәк.

Хәҙер ике төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ. Беренсе төркөм был эште эшләр өсөн ниндәй геометрик фигуралар кәрәк, шуны эҙләп ала, ә икенсе төркөм ошо ҡорама эшен ҡорар өсөн нисә  квадрат, нисә өсмөйөш, нисә тура дүртмөйөш кәрәклеген әйтә.

-Сыйырсыҡ ояһы

-Квадрат, өсмөйөш, тура дүртмөйөш

-Асыҡ, йылы төҫтәр  ҡулланабыҙ

1 төркөмдөң яуабы: өсмөйөш, дүртмөйөш, тура дүртмөйөш

2  төркөмдөң яуабы:  өс квадрат, өс өсмөйөш, ун бер тура дүртмөйөш

IV

 Уҡыу мәсьәләһен  (проблемаһын) ҡуйыу

  12

-Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ?

-Дөрөҫ, ҡоштар  тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,  бөгөнгө теманы өйрәнеү беҙгә кәрәкме ул?

-Дәрестән бөгөн нимә көтәһегеҙ? Нимәгә өйрәнерһегеҙ?

- Дәрес аҙағында ҡарарбыҙ, был һеҙҙең көткән өмөттәр аҡланырмы, юҡмы

-Сыйырсыҡ  ояһы, ҡоштар тураһында

-Кәрәк, сөнки тиҙҙән яҙ етә.  Ҡоштарға оя  кәрәк.

-Беҙ ҡоштарға сыйырсыҡ ояһы эшләп ҡуйырға тейешбеҙ.

-Тағы бер ҡорама биҙәге эшләргә өйрәнәбеҙ

V .

Уҡыу проблемаһын сисеү.

   13

-Балалар, шулай итеп беҙ бөгөн дәрестә үтелгәндәрҙе  ҡабатлап, яңы ҡорама биҙәге ҡорарға  өйрәнәсәкбеҙ.

-Ҡулымдағы был ҡорама биҙәге тегеп эшләнгән, ә беҙ әлегә тегә белмәйбеҙ, шуға күрә ике яҡлы скотч, йәки йәбештергес менән туҡыманы йәбештереп эшләйәсәкбеҙ.

3  класҡа  еткәс, тегеп  эшләрһегеҙ.  Был  ҡораманы тәүҙә ҡайһы  өлөшөнән  башлап тегәбеҙ икән, өйрәнеп ултырығыҙ.

Был  ҡорама биҙәгенә ниндәй исем бирерһегеҙ?

“Сыйырсыҡ ояһы”

VI

 Ғәмәли эштәр

«Сыйырсыҡ ояһы»  исемле  ҡорама биҙәген өйрәнеү

  14

«Сыйырсыҡ ояһы» биҙәген ҡорау өсөн Әлифба дәресендә алған белемдәрҙе күрһәтер  кәрәк.  

Минең һорауҙарға яуап биргән уҡыусылар таҡтаға сығып ҡораманы йәбештерә баралар.

Һорауҙарҙы тыңлайбыҙ, «Кем тиҙерәк?» уйынын башлайбыҙ.(һорауҙар һайлап алына, бөтәһе ун ете һорау бирелә)

- А,о,у,ө,и, ы өндәре  ниндәй өндәр? (һуҙынҡы өндәр)

- Аҡсарлаҡ, ҡарлуғас, ыласын – улар нимәләр?(ҡоштар)

- Е, ё, ю, я өндәре тураһында ни әйтерһегеҙ?(ике өндө белдерә, бер хәреф яҙыла)

- Диктант һүҙендә нисә хәреф? (7)

- Б,в,г,д,р,с,т өндәре ниндәй өндәр? (тартынҡы өндәр)

- таҡта, парта, өҫтәл, шкаф- нимәнең атамалары (предмет атамалары, кластағы йыһаздар)

-ҡул, бармаҡ,  баш, күҙ,  аяҡ, ҡолаҡ – ниндәй атамалар? (кешенең тән ағзалары)

 Таҡтала эленеп торған ҡатырға – панноға “Сыйырсыҡ ояһы”  исемле ҡорама биҙәге һүрәте төшөрөлгән, шуның өҫтөнә туҡыманан эшләнгән биҙәк өлөштәрен йәбештерәләр.

Бына -  танауым, был – минең ҡашым,

Күҙем, ҡолағым, ә бына башым.

Ауыҙҙы асһам, телем күренә.

Теҙелгән етшем өс бөртөк кенә.

Ҡулды күтәрҙем – аяҡ тыпырлай.

Үҙенән үҙе бейергә һорай.

-Тән ағзалары тураһында ял минутын иҫкә төшөрөп алайыҡ

-Икмәк, тоҙ, һөт, ҡаймаҡ, ит, бутҡа, ҡымыҙ – былар нимәләр?(ашамлыҡтар)

- предметтың атамаһын белдергән һүҙ әйтәйек (алма, китап, ручка)

- предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙ әйтәйек (йүгерәм, яҙам, уҡыйым)

- предметтың билдәһен белдергән һүҙ әйтәйек (ҡыҙыл, йәшел, ҙур)

- Китап һүҙенең  өсөнсө өнөн әйтәйек. (т)

- Ярата еләкте, балды,

Ҡырмыҫҡаны туҙҙыра,

Ҡышын йоҡо туйҙырыуҙа

Бар йәнелекте уҙҙыра.

Мин нимә уҡыным?(шиғыр)

-Шиғырҙа нимә тураһында һөйләнелә? (айыу)

- Йәшенләп яуҙы ямғыр,

Йәшендән тыуҙы йәйғор.

Был шиғыр юлдары ҡайһы хәреф-өндөкө?(Йй)

-Мәҡәлде дауам итәйек:

 Кем эшләмәй, ....шул ашамай.

Уҡыған – уңыр, уҡымаған...туңыр.

Матурлыҡтан элек... батырлыҡ кәрәк.

Илле һум аҡсаң булғансы, илле дуҫың булһын.

Ашаған аш табыр,

Эшләгән эш табыр.

Егәрленең ҡулы... ете.

Ҡарама кешенең һүҙенә,..ҡара эшенә.

-Йомаҡтың яуабын табайыҡ:

Ҡат-ҡат ҡатлама,

Аҡылың булһа ташлама(китап).

-Светофорҙың төҫтәрен әйтәйек: ҡыҙыл, һары, йәшел

- Жж хәреф-өнөнөң шиғырын һөйләп ишеттерәйек:

 (Жираф өйҙән дә бейек,

Жираф бик сәйер кейек.)

-да,-дә,-ҙа,-ҙә,-ла,-лә,-та,-тә, һәм, менән -  ниндәй һүҙҙәр? (ярҙамсы һүҙҙәр)

-Аҡтырнаҡ, Муйнаҡ нимә ҡушаматтары, нисек яҙыла? (Эт ҡушаматтары, ҙур хәреф менән яҙыла)

-Линейка һүҙендә нисә ижек?(3)

-Донъяла иң матур ил – ул...Тыуған ил

- Донъяла иң матур тел – ул...туған тел.

Был эш беҙҙе нимәгә өйрәтә?

  15

-Афарин, балалар! Ҡайһы төркөм тиҙерәк эшләне? Күмәкләгән- яу ҡайтарған, тиҙәр. Бергәләп яңы ҡорама биҙәген йәбештереп ҡуйҙыҡ, энә тоторға өйрәнһәк, ҡорама ҡорауҙы тегеп башҡарырбыҙ.

Был ҡорама биҙәген класҡа элеп ҡуйырбыҙ.  Ул беҙгә көн дә: “Һин сыйырсыҡ ояһы эшләнеңме?”, тип  хәтерләтеп торһон.

-Сыйырсыҡ ояһын нимәнән эшләйҙәр?

-Дөрөҫ, атайҙар менән бергә оя эшләп элеп ҡуйығыҙ.  Тиҙҙән улар Тыуған яҡтарына ҡайталар, оя һайлайҙар.

- Сыйырсыҡ ояһын таҡтанан эшләйҙәр.

16-17

-Балалар, сыйырсыҡтарҙың  йылы яҡтан Тыуған яҡтарына   ҡайтыуҙарына ҡораманан ҡорап эшләнгән  оя әҙер.  Сыйырсыҡтар ишетеп йәһәтерәк килһендәр өсөн, өйрәнгән шиғырыбыҙҙы ятлап ишеттерәйек.

  Кәтибә Кинйәбулатованың «Сыйырсыҡ менән бала» шиғырын һөйләйҙәр

 Дәрескә һығымта, йомғаҡ яһау

 18

-Киләһе дәрестә беҙ ошо ҡорама биҙәген өйрәнәсәкбеҙ. Был биҙәккә нимә төшөрөлгән? (ҡош)

-Ни өсөн был биҙәкте өйрәнәбеҙ, тип уйлайһығыҙ?

(Тиҙҙән ҡоштар килә)

-  Тимәк, ниндәй ҡоштарға оя кәрәк? Кемдәрегеҙ сыйырсыҡтарға оя яһап йәки иҫке ояларын таҙартып әҙерләп ҡуйҙы?

Ә сыйырсыҡтар ниндәй айҙа, ҡасан осоп ҡайталар? Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ? 

Ҡош һүрәте, сыйырсыҡ, һабантурғай

-Сыйырсыҡтар - файҙалы ҡоштар. Улар күпләп зарарлы бөжәктәрҙе ҡыралар.

 Апрель һүҙе латинсанан тәржемәһе – асылыу, сәскә атыу тигәнде аңлата. Был айҙа тәүге яҙ ямғыры – ләйсән яуып үтә. Ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыуы ай буйына дауам итә. Тәүге көндәрҙә сыйырсыҡтар менән һабантурғайҙар килә.

Дәфтәрҙә эш.

  19

- Дәфтәргә сыйырсыҡ тураһында һынамыш  яҙып ҡуяйыҡ: Сыбар сыйырсыҡтар алда килһә, иген уңыр.

(Ҡара сыйырсыҡ, сыбар сыйырсыҡ)

Дәфтәрҙә эш.

Рефлексив анализ.  Баһалау.

20

-Шулай итеп, балалар, бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?  Ни өсөн? Дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ?  Дәрестә нисек эшләнегеҙ?  Эшең үҙеңә оҡшанымы?

 Һәр эшләгән эштәрен иҫкә төшөрәләр, һығымта яһайҙар.

 


 


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

ӘЛИФБА ДӘРЕСЕ ДӘРЕС ТӨРӨ: ҮТЕЛГӘНДӘРҘЕ НЫҒЫТЫУ ДӘРЕСЕ ДӘРЕС ТЕМАҺЫ : ҮТЕЛГӘНДӘРҘЕ НЫҒЫТЫУ МЕНӘН БЕРГӘ ЯҢЫ ҠОРАМА ҠОРАУ БИҘӘГЕ ӨЙРӘНЕҮ ДӘРЕС МАҠСАТЫ: БЕЛЕМ БИРЕҮ МАҠСАТЫ: ӨЙРӘНЕЛГӘН ТЕМАЛАРҘЫ ҠЫҪҠАСА ИҪКӘ ТӨШӨРӨҮ, УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БЕЛЕМДӘРЕН НЫҒЫТЫУ, БАШЛАҒАН ҠОРАМА ҠОРАУ ЭШТӘРЕН ДАУАМ ИТЕҮ ; ҠОШТАР ТУРАҺЫНДА МӘҒЛҮМӘТ БИРЕҮ. ҮҪТЕРЕҮСЕ: ҮТЕЛГӘН ТЕМАЛАРҘЫ ҠАБАТЛАҒАНДА БӘЙЛӘНЕШЛЕ ТЕЛМӘР КҮНЕКМӘЛӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ, ӨЙРӘНГӘН ҺҮҘҘӘРҘЕ ТЕЛМӘРҘӘ ҠУЛЛАНЫУ. ТӘРБИӘҮИ: ҠОРАМА ҠОРАУ ИЖАДЫ АША ТӘБИҒӘТКӘ, ҠОШТАРҒА ҠАРАТА МӘРХӘМӘТЛЕК, ҠАЙҒЫРТАУСЫНЛЫҠ ТОЙҒОҺО ТӘРБИӘЛӘҮ. ЙЫҺАЗЛАНДЫРЫУ: МУЛЬТИМЕДИА ПРОЕКТОРЫ, Ф.Ш.СЫНБУЛАТОВА « ӘЛИФБА » КИТАБЫ, СЛАЙДТАР, ҺҮРӘТТӘР, ҠОРАМА ҠОРАУ ӨСӨН ТУҠЫМА, ҠАТЫРҒА, ҠОРАМА ЭШТӘРЕ, ҠОРАМА ҠОРАУ БИҘӘКТӘРЕ ШАБЛОНДАРЫ

Слайд 2

ОЙОШТОРОУ МОМЕНТЫ Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Мин сәләмәт, мин матур Салауат кеүек батыр.

Слайд 3

ИҪКӘ ТӨШӨРӘЙЕК! ХӘРЕФТӘР ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ Аа Фф Вв Һһ

Слайд 4

УҠЫЙЫҠ! ӘСӘЙ АТАЙ ЕР ҺЫУ ҺАУА ҠОЯШ ИКМӘК

Слайд 5

РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ӘЛИФБА! Әй, Әлифбам, Һин тәүге фәндәрҙең тәүге баҫҡысы Һин ҡәҙерле, Һин туған телемдең алтын асҡысы Уҡырға ла өйрәттең, яҙырға ла өйрәттең Һин ҡәҙерле, Һин туған телемдең алтын асҡысы

Слайд 6

УҠЫУСЫЛАРҘЫ ЭШКӘ ӘҘЕРЛӘҮ ҠОРАМА ҠОРАУ ЭШЕ

Слайд 7

«БҮРӘНӘЛЕ ӨЙ» ИСЕМЛЕ ҠОРАМА БИҘӘГЕ

Слайд 8

« ШАХМАТ », «КАРАП», « ЙӨРӘК », «АЛМАЗ» БИҘӘКЛЕ ҠОРАМАЛАР


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект урока и презентация "Служебные части речи" 4 класс

Данный материал состоит из конспекта урока с презентацией и приложением....

конспект урока,презентация к уроку окружающего мира 1 класс когда изобрели велосипед

технологическая карта урока по теме " Когда изобрели велосипед" 1 класс...

конспект урока,презентация к уроку окружающего мира 1 класс когда изобрели велосипед

технологическая карта урока по теме " Когда изобрели велосипед" 1 класс...

Учебные материалы (конспект урока, презентация к уроку, приложение) к открытому уроку по литературному чтению в 4 классе на тему: "Сергей Есенин "Лебёдушка"".

В предоставленном материале содержатся: конспект урока, презентация, приложение к открытому уроку по литературному чтению в 4 классе на тему: "Сергей Есенин. Лебёдушка"....

Конспект урока + презентация к уроку технологии 3 класс тема - «Конструирование из бумаги». Изделие: Новогодняя овечка.

КОНСПЕКТ УРОКА ПО ТЕХНОЛОГИИТема: «Конструирование из бумаги».Изделие: Новогодняя овечка. Цели деятельности учителя: усвоение технологии конструирования из бумаги;развитие навыка точн...