Эҙләнеү - тикшеренеү эше. «Кәзә һөтө әсә һөтөн алмаштырамы?»
проект (2 класс) на тему

Юсупова Зульфира Агзамовна

 


 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

    

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл man_2016_gulnaz.docx25.3 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Бөрйән районы Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбе Яңы Усман филиалы

Эҙләнеү – тикшеренеү эше

«Кәзә һөтө -әсә һөтөн алмаштырамы

Башҡарҙы: Әхмәтова Гөлназ Зекрия ҡыҙы.

2-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе : башланғыс кластар уҡытыусыһы

 Йосопова Зөлфирә Ағзам ҡыҙы

Яңы Усман – 2016

1

Йөкмәткеһе:

1. Инеш……………………………………………………………………….3-5

2. Төп өлөш. “ Кәзә һөтө- әсә һөтөн алмаштырамы?” 6-10

2.1. Кәзә- йорт хайуаны.Кәзәнең ниндәй файҙаһы бар?

2.2.Кәзә йөнөнән бәйләнгән әйберҙәр.Кәзә аҫраусылар менән осрашыу.

2.3. Кәзә  тураһында  йомаҡтар ,мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.

2.4.Һығымта яһау.Тест үткәреү.

3.Йомғаҡлау……………………………………………………………………10

4.Ҡулланылған  әҙәбиәт……………………………………………………….11

2

Слайд 1-2

Таныштырыу.

   

 Мин, Әхмәтова Гөлназ Зекрия ҡыҙы булам. Миңә 7 йәш. Яңы Усман мәктәбенең 2-се  класында уҡыйым.Миңә мәктәптә уҡыуы бик оҡшай.Мин башҡорт теле һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя дәресен  һағынып көтөп алам. Сөнки беҙ унда күп нәмәләргә өйрәнәбеҙ. Тирә –яғыбыҙҙағы донъя  дәресендә « Кәзә һөтө –әсә һөтөн алмаштырамы?»  тигән темаға  әңгәмә булды. Ошо әңгәмәнән һуң миндә кәзәгә  ҡарата ҡыҙыҡһыныу хисе уянды.Уҡытыусыбыҙ кәзә тураһында белешмәләр эҙләргә һәм папкаға тупларға ҡушты.Уҡытыусым етәкселегендә мин эҙләнеү- тикшеренеү эшен туплай башланым.

Эшебеҙҙең актуаллеге.

Кәзә тураһында күберәк өйрәнергә һәм отошло булыуын белергә тейешбеҙ.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты.

  1. Кәзә- йорт хайуаны.Уны көтөүҙең отошло булыуын асыҡлау.
  2. Презентация эшләү һәм альбом төҙөү.
  3. Яңы мәғлүмәт үҙләштереү ,үҙ фекеремде әйтә белергә өйрәнеү.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы.

Класташтарымдың  кәзә тураһында ниндәй мәғлүмәттәр белеүен асыҡлау.

Эҙләнеү эшенең методтары.

Кәзә тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү өҫтөндә эҙләнеү.

Кәзә көтөүсе хужалар менән осрашыу.

Тикшеренеү  объекты.

Темаға ярашлы әҙәбиәт , өләсәйем  һәм кәзә көтөүсе хужалар менән осрашыу.

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары.

Хужалар ,өләсәйем һәм класташтарым менән әңгәмә.

Эҙләнеү эшенең практик әһәмиәте.

Алынған һөҙөмтәләр уҡыусыларҙы ла ,уҡытыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырыр ,тип уйлайым.Йыйылған материалды артабан дәрестәрҙә ,төрлө  кисәләрҙә ҡулланырға мөмкин.

Структураһы:тикшеренеү эше –инештән,төп өлөштән,йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән  тора.

                                     Төп өлөш

Кәзә һөтөнөң шифаһы ғәйәт ҙур: ғалимдар уның күкрәк һөтөн алмаштыра алыуын да иҫбатлаған. Ауыл халҡы элек-электән кәзә малына әллә ни иғтибар бирмәне. Күптәре “һаҡалтайҙар”ҙың дебетен тарап, шәл, шарф, ойоҡ- бейәләй бәйләү өсөн генә тотто. Ә бит был малдың һөтө лә, ите лә бик файҙалы.

Кәзә- ябай йорт хайуаны .Йәйен иректә йөрөй, ҡышҡылыҡҡа ла күп аҙыҡ талап ителмәй. Бесән, көрпә, йәшелсә ашай. Ағастарҙың нәҙек ботаҡтарын да, ҡайырын да ярата.Һәр кем кәзәне төрлө ниәттә үрсетә. Дебетенән шәл бәйләргә, итен  ашарға, һөтөнән ҡымыҙ бешеп тә, былай ҙа эсергә мөмкин.  Ҡыш көнөндә бер кәзәнән литрлап һөт һауыла, ә йәйен һауым 3 литрға тиклем барып етә. Ғалимдар кәзә һөтөнөң файҙаһын күптәнән иҫбатлаған. Уның тәме лә тәмле, әсә һөтө менән тиңләйҙәр. Ысынлап та, һыйырҙыҡынан айырмалы, кәзә һөтө айырыуса, балалар организмы өсөн кәрәкле , еңел үҙләштерелеүсе продукт. Продукттың тағы бер өҫтөнлөгө бар: табиптар аллергия һәм быума менән яфаланыусылар өсөн дә кәзә һөтөн  эсергә кәңәш итә. Кәзәләр тик файҙалы матдәләргә бай үләнде генә ашайҙар, шуға уларҙың һөтө тәмле, хуш еҫле була ти, хужа.  Ишек алдында әле ике баш кәзә малы йөрөй. Һыйыр, таналары ла бар. Әммә тап кәзә үрсетеүҙең мәшәҡәте эре малдыҡына ҡарағанда аҙыраҡ, ти хужа. Килем өсөн, йәки күңел өсөн -һәр кем үҙе һайлай.

Башта уны ҡарау ысулдары тураһында әйтеп үтәйек. Ул йорт янында йәшәүгә ҡулайлы, көтөүсе лә кәрәкмәй. Кәзә күп ашамай, өҫтәүенә бик сыҙамлы йән эйәһе. Мал аҙығы әҙерләгәндә бесәндән башҡа һыу буйында үҫкән тал ағасынан, әрем, кесерткән һәм башҡа эре үләндәрҙән миндек яһап киптереп, ҡыйыҡ аҫтында һаҡларға мөмкин.
Ҡыш кәзәгә ҡалыныраҡ ҡоро түшәм йылы була, елен ауырыуы ла борсомаҫ. Уларға йәй әҙерләгән кипкән үләнде шулай уҡ һоло, иген, кәбеҫтә, картуф ҡабығы, аш-һыу ҡалдыҡтарын бирергә мөмкин. Таҙа, бүлмә йылылығындағы һыу эсереү фарыз. Алдына эре тоҙ ҙа ҡуялар.
Хәҙер шәхси хужалыҡта аҫралған кәзәләрҙе һаумай, үрсем алыу өсөн файҙаланалар. Был яуаплы осорҙа уларҙы айырым тотоу мөһим. Тағы ла бәрәсләй торғандарын көн һайын саф һауала, ихатала йөрөтөп алырға кәрәк.
Әйтеп үтеүемсә, кәзә һөтө бик файҙалы. Хайуан көнөнә 4-5 литрға тиклем һөт бирә, ҡуйылығы 3,5-4 процент тәшкил итә. Составында кальций, фосфор кеүек минераль матдәләр витаминдар күп. Бындай һөт кешенең ҡанын таҙарта, иммунитетын нығыта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй. Гастрит менән ауырыған кешеләргә лә файҙалы. Дауалау маҡсатында кәзә һөтөн өс йәшкә тиклемге сабыйға көнөнә ике тапҡыр 100-150 миллилитр эсерергә рөхсәт ителә. Унан өлкәнерәк балаларға 150-200 миллилитр бирергә була. Ололар иртәнсәк бер стакан кәзә һөтө эсһә, ашҡаҙандары таҙара.
Кәзәнең ите тураһында ла бер нисә һүҙ әйтергә кәрәк. Һимертелгән малды һалҡын көҙҙөң һуңғы айында йәки ҡыш башланғас һуйыу яҡшы. Итте туң килеш яҙға тиклем һаҡларға мөмкин. Кәзә ите тәмле, йомшаҡ, уны организм еңел эшкәртә. Майы ла файҙалы – иретеп, һалҡын тейеүҙән дауаланғанда ҡулланалар.
Кәзә һөтөнән яһалған ҡымыҙ бейәнекенән ҡуйыраҡ була. Малҡайҙың һөтлө булыуы дөрөҫ һауыуға һәм еленде белеп ҡарауға бәйләнгән. Тыныс торһон өсөн кәзәне махсус станокка ҡуйып һауыу отошлораҡ, унан алда еленен йылы һыу менән йыуып, таҙа сепрәк менән ҡороторға кәрәк. Уға массаж яһау һөттө тағы ла арттыра төшә. Услап һауыу – иң яҡшы ысулдың береһе, һөттөң беренсе тамсыларын алырға кәрәкмәй, ғәҙәттә, ул бысраҡ була. Ә бына һуңғы һөт ҡуйылығы менән айырыла. Аҙаҡтан еленен һөртөп, имсәктәрен вазелин менән майларға кәрәк.
– Кәзә – бик аҡыллы, һиҙгер мал. Ул иркәләүҙе ярата. Хатта кәйефеңде лә шунда уҡ һиҙеп тора. Аҙыраҡ ҡына асыуланһаң, һөтөн йәшерә, – тип һөйләй йорт хужабикәһе. – Кәзә аҫрау үҙен тулыһынса аҡлай. Йыл һайын икешәр бәрәс килтерә. Тәкә бәрәстәрен иткә тотһаҡ, орғасыларын көтөргә алып ҡалабыҙ. Ауылда ла кәзә малына иғтибар арта. Уҙған йыл беҙҙән ике кәзә һатып алдылар. Бөгөн үҙебеҙҙә аҫралған өс кәзәнең береһе ике бәрәс килтерҙе лә инде. Уларҙы үҫтереп алғансы инәләрен һаумайым.
Бына шулай Йосоповтар ғаиләһе тырышып донъя көтә һәм башҡаларға ла ошо шөғөлгә тотонорға кәңәш итә.

Кәзәнең ниндәй файҙаһы бар?

  • Ҡайһы бер кәзәләр һөтлө тоҡомло һыйырҙарҙан берҙә ҡалышмайҙар,тәүлегенә 8 литрға тиклем һөт бирәләр.
  • Һөттән тыш кәзәнең мамығын  һәм итендә файҙаланалар.

 

  • Кәзә ашауға талымһыҙ,уға бесән,миндек,көрпә булһа шулда  етә.
  • Кәзә кешеләр тарафынан иң беренсе ҡулға эйәләштерелгән мал.Сөнки кәзә аҙыҡҡа талапсан түгел һәм йәшәү шарттары менән дә ҡәнәғәт

Өләсәйем Әхмәтова Сәмиға һәм уҡытыусыбыҙ Зөлфирә Ағзам ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.Төрлө йомаҡтар һәм мәҡәлдәр,әйтемдәр кәзә тураһында яҙып алдым.Кәзә тураһында уҡытыусым менән берлектә интернет һәм газеталарҙан мәғлүмәт йыйҙыҡ.Класс менән тәмле кәзә һөтөменән ҡымыҙынан ауыҙ иттек.Шулай уҡ кәзә йөнөнән бәйләнгән әйберҙәр менән таныштыҡ.Класта анкета һорауҙарына яуап бирҙек.Класташтарымдың кәзә тураһында ниндәй мәғлүмәт белеүен асыҡланым.

Тест һөҙөмтәһе ошондай булды.

Һорауҙар

Уҡыусыларҙың яуаптары

1.

Кәзә һөтө һәм ҡымыҙы эскәнегеҙ бармы?

Эйе

юҡ

10

-

100

-

2.

Кәзә йөнөнән бәйләнгән әйберҙәр һеҙгә оҡшаймы?

Эйе

юҡ

8

2

80

20

3.

Киләсәктә һеҙ кәзә үрсетер инегеҙме?

Эйе

юҡ

7

3

70

30

4.

Һеҙ кәзә тураһындағы әкиәттәрҙе яратаһығыҙмы?

Эйе

юҡ

10

-

100

-

5.

Кәзә көтөү отошломо?

Эйе

юҡ

10

-

100

-

6.

Кәзә тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙме?

Эйе

юҡ

9

1

90

10

.Йомғаҡлау. 

Мин тикшеренеү эшемдең маҡсатына ирештем.Кәзә һөтөнөң  файҙалы  булыуын асыҡланым.

Мин үҙемдең эҙләнеү эшенә ошондай һығымта яһаным:

1.Кәзә көтөү бик отошло һәм файҙалы тармаҡ.

2.Уның  һөтө лә,ҡымыҙы ла, ите лә һәм дебетенән эшләнгән әйберҙәре лә бик үтемле.Халыҡ уларҙы күпләп ҡуллана.

3.Ғалимдар кәзә һөтөнөң шифаһы ғәйәт ҙур  булыуын һәм уның күкрәк һөтөн алмаштыра алыуын  да иҫбатлағандар.Миңә лә 3 айлыҡ сағымдан алып кәзә һөтө һәм смесь эсереп үҫтергәндәр атайым менән өләсәйем.

4.Шулай уҡ кәзә һөтө бик күп ауырыуҙарҙан да дауа. Әйтеп үтеүемсә, кәзә һөтө бик файҙалы. Хайуан көнөнә 4-5 литрға тиклем һөт бирә, ҡуйылығы 3,5-4 процент тәшкил итә. Составында кальций, фосфор кеүек минераль матдәләр витаминдар күп. Бындай һөт кешенең ҡанын таҙарта, иммунитетын нығыта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй. Гастрит менән ауырыған кешеләргә лә файҙалы. Дауалау маҡсатында кәзә һөтөн өс йәшкә тиклемге сабыйға көнөнә ике тапҡыр 100-150 миллилитр эсерергә рөхсәт ителә. Унан өлкәнерәк балаларға 150-200 миллилитр бирергә була. Ололар иртәнсәк бер стакан кәзә һөтө эсһә, ашҡаҙандары таҙара.

Шулай итеп,кәзә көтөү файҙалы тармаҡ һәм уның һөтө әсә һөтөн дә алмаштыра ала.

 Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.Балалар фольклоры.

2.Башҡортостан һәм Йәшлек газеталары.

3.Интернет селтәрҙәре.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

эзләнү-тикшеренү эше"Сугыш чоры балалары"

Башлангыч гомуми белем бирүнең Федераль дәүләт мәгариф стандартына күчү һәм дәрестән тыш эшчәнлек башлану башлангыч класс укытучыларына эшләрен үзгәртеп,яңа форма һәм методлар куллануга этәргеч булып ...

Башлангыч сыйныф укучылары белән фәнни тикшеренү һәм проект эшчәнлеге.

       Табигый байлыкларның кимүе,әйләнә - тирәнең пычрануы, кешелек җәмгыяте алдында зур бурычлр куя.  Планетабызның киләчәк язмышы, кешелекнең  яшәеше иң беренче...

Мысыр тауығы. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа. Цесарка)

3 класс уҡыусыһы Ситдиҡов Денис үҙе йәй буйы ҡарап үҫтергән мысыр тауыҡтары тураһында тикшеренеү эше яҙҙы...

Мысыр тауығы. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа. Цесарка)

Мәҫкәү урта мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Ситдиҡов Денистың Мысыр тауығы тураһында тикшеренеү эшенә фотолар...

Ер еләге. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа о землянике.)

3 класс уҡыусыһы Әбйәлилова Аринаның Ер еләге тураһында тикшеренеү эше...

Укучының эзләнү-тикшеренү эше "Бүлмә гөлләре-тормыш бизәге"

Бу проект эзләнү-тикшеренү эше. Иҗади биремнәрне үтәү иҗади башкарыла һәм бүлмә гөлләре турындагы белемнәрне тирәнәйтүне күздә тота. Проект өстендә эш барышында укучыларда бүлмә гөлләренең күптөрлелег...