Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Ер-һыу атамалары
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 11._er-hyu_atamalary.docx15.55 КБ

Предварительный просмотр:

11-се дәрес. Дәресте үткәреү ваҡыты: ------------------------------

Дәрес темаһы. Ер-һыу атамалары.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙың һәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: картаның тәғәйенләнешен аңлау, уның шартлы билдәләре менән танышыу; картанан Башҡотостанды, уға сиктәш республика, өлкәләрҙе табып иҫтә ҡалдырыу.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: ер-һыу атамаларының яҙылыу ҡағиҙәһен үҙләштереү, һығымта  яһарға өйрәнеү.

I.1-се эш. 1) Тексҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында тыуған ер тураһында һөйләшеү ойоштороу:

-Текст нисек атала? (“Тыуған төйәк” тип атала).

-Нимә ул “төйәк”? (Тыуған ил, тыуған ер).

-Текстың исеменә ҡарап , унда нимә тураһында һүҙ барыуын фаразлап ҡара.

(Бер-нисә уҡыусының фаразын тыңлау).

-Ә һинең тыуған төйәгең нисек атала? (Башҡортостан).

-Беҙҙең республикабыҙҙың баш ҡалаһын әйт. (Өфө).

-Һин ниндәй ауылда (ҡалала) тыуғанһың һәм йәшәйһең?

-Ауылыңдың (ҡалаңдың) билдәле кешеләрен беләһеңме?

-Һин йәшәгән ауыл (ҡала)  эргәһендә ниндәй йылға, күл, тау бар? Исемдәрен әйт.

2)Тексты тасуири уҡыу.

3)Тексҡа ҡарата эш шарттары менән танышыу һәм үтәү:

-баш хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе табыу, уҡыу;

-текста бирелгән яңғыҙлыҡ исемдәрҙе  үҙең йәшәгән ер-һыу атамалары менән алмаштырып уҡыу.

        II. 2-се эш. Һорауҙар һәм карта буйынса эш.

Дәреслектә бирелгән һорауҙарға яуап биреп һәм уҡытыусының өҫтәлмә һорауҙары аша киләһе эш төрҙәрен башҡарыу: “карта”  төшөнсәһен аңлау, уның ни өсөн кәрәклеген асыҡлау, картала офоҡ яҡтарын дөрөҫ билдәләү, унда Башҡортостандың ҡалаларын табыу, уларҙы иҫтә ҡалдырыу маҡсатында дәфтәргә яҙып ҡуйыу. Артабан картанан Башҡортостанға сиктәш өлкәләрҙе һәм республикаларҙы табыу.

        III. 3-сө эш. Күнегеүҙең шарты телмәр үҫтереүгә бәйле булыуын иҫәпкә алып һәм һәр баланы диалогта ҡатнаштырыу мөмкинселегенән сығып, эште парҙарҙа ойошторорға. Бала һорауҙы уҡый, ә парталаш дуҫы уға яуап бирә. Яуап ҡайтара алмаған осраҡта, һорауға яуапты икәүләп эҙләйҙәр.

Артабан эште төркөмдәрҙә дауам итергә мөмкин. Төркөмдәрҙә районың тураһында һөйләшеү ҡороу. Төркөмдәрҙең эшен тикшереү.

        IV. 4-се эш. Күнегеүҙең шартын уҡыу, үтәү: нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр табып, һөйләмде тулыһынса уҡыу. Күсереп яҙыу ҡағиҙәһен иҫкә төшөрөү һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу. Республика, район, ауыл, тау, йылға исемдәрен табып, аҫтарына һыҙыу.

Һығымта яһау. Ер-һыу атамалары баш хәрефтән яҙыла.

        V.5-се эш. Ҡала исемдәрен ике төркөмгә бүлеп яҙыу. Ике-өс уҡыусы таҡтала, ҡалғандар урында эшләй. Эштәрҙе сағыштырыу, ҡала исемдәрен ниндәй үҙенсәлектәре буйынса төркөмләүҙәрен асыҡлау. Яҙған  барлыҡ исемдәрҙең уртаҡ яҡтарын табыу.

Һығымта яһау. Ҡала исемдәре һәр ваҡыт баш хәрефтән яҙыла.

VI. 6-сы эш. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәрҙе ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу эшен ойоштороу. Эш шартын уҡыу; нөктәләр урынына тейешле хәреф табыу, ул һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөү, яҙылышына иғтибар итеү; күсереп яҙыу ҡағиҙәһе нигеҙендә һөйләмдәрҙе яҙыу. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү,”Цукерман” контроль бағанаһында эшләгән эште баһалау.

VII. Дәрескә рефлексив анализ.

  • Дәрестә башҡарылған эштәрҙе иҫкә төшөрөү.
  • Был эштәрҙе үтәгәндә осраған ауырлыҡтарҙы асыҡлау.
  • Еңел башҡарылған эштәрҙе билдәләү.
  • Нимәгә өйрәндем тигән һорауға яуап биреү:

-Тыуған төйәгем тураһында белемем артты.

-Карта төшөнсәһен аңланым.

-Картала офоҡ яҡтарын билдәләргә өйрәндем.

-Ер-һыу атамаларының баш хәрефтән яҙылыуына төшөндөм. Һ.б.