Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һорау һөйләм.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 14._horau_hoylm.docx15.11 КБ

Предварительный просмотр:

14-се дәрес. Үткәреү ваҡыты: ------------------------------------

Дәрес темаһы. Һорау һөйләм

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: тәбиғәт күренештәрен күрә белеү, ундағы үҙгәрештәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға күнегеү, тәбиғәт серҙәренә төшөнөү теләген тәрбиәләү; телмәр оҫталығын камиллаштырыу.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: хәбәр һәм һорау һөйләмдәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм уларҙың оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында һығымта яһарға өйрәнеү, һығымтаны схема рәүешендә күрһәтә белеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, һорау һөйләмдәргә айырыу. Һорауҙар ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә һәм киреһенсә хәбәр һөйләмдәрҙе һорау һөйләмгә әйләндерергә өйрәнеү.

I. 1-се эш. Эштең шарты менән танышыу, үтәү. Тәүҙә һөйләмдәрҙе уҡытыусы үҙе тейешле интонация менән уҡый, ә балалар тыңлай, күҙәтә баралар һәм уҡытыусының  һорау һөйләмде уҡыу өлгөһөн үҙләштереп ултыралар. Артабан үҙҙәре уҡытыусы өлгөһөнә ярашлы уҡып ҡарайҙар. Ни өсөн был һөйләмдәрҙең һорау интонацияһы менән уҡылыуына асыҡлыҡ индерәләр.

Һығымта: Һорау һөйләмдәр аҙағына һорау тамғаһы ҡуйыла һәм ул һөйләм һорау интонацияһы менән уҡыла.

II. 2-се эш. Һөйләмде тулыландырып күсереп яҙыу эшен ойоштороу. Был эште тәүҙә телдән төркөмдәрҙә ойоштороу отошло буласаҡ, сөнки бөтә бала ла һөйләмдә төшөп ҡалған һүҙҙе таба алмауы мөмкин. Төркөмдәрҙә эште үтәгәндән һуң, уларҙың эшен сағыштырыу, дөрөҫ вариантты һайлап, бер фекергә килеү һәм һөйләмдәрҙе үҙ аллы тулыландырып күсереп яҙыу эше башҡарыла.

Интонацияһы яғынан ниндәй һөйләм яҙғанды иҫбатлау.

III. 3-сө эш. М.Дилмөхәмәтованың “Белгем килә” шығырын тасуири уҡыуҙы, шиғыр эсендәге һорауҙарға яуап биреүҙе түбәндәгесә ойоштороу:

1) уҡытыусының өлгөлө уҡыуын тыңлау һәм үҙләштереү;

2) үҙ аллы тасуири (һорау интонацияһы менән) уҡып өйрәнеү;

3) ике-өс уҡыусының шиғырҙы тейешле интонация менән уҡыуын тыңлау;

4) һорауҙарға яуап биреү;

5)уҡыусыларҙы тәбиғәткә бәйле тағы ниндәй һорауҙар ҡыҙыҡһындырыуын асыҡлау һәм үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы ( һорау һөйләм төҙөп) башҡаларға биреү, яуаптар тыңлау.

4-се эш.

Хәбәр һөйләм менән һорау һөйләм араһындағы айырманы билдәләү. Уларҙы бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ айырырға өйрәнеүҙе практик рәүештә башҡарыу:

  • хәбәр һөйләмде уҡыу;
  • уны һорау һөйләмгә әйләндереп әйтеү,
  • был мәлдә ниндәй хис-тойғо кисереүҙе асыҡлау.

Һығымта: хәбәр һөйләм тыныс тауыш менән нимәлер, кемдер тураһында хәбәр итһә, һорау һөйләм белергә теләү, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо аша һорау интонацияһы менән әйтелә.

V. 5-се эш.

Эш шарты менән танышыу, уны үтәү. Һорау һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, тыныш билдәһенә иғтибар итеү. Һорауға дөрөҫ, тулы яуап биреү һәм яуапты дәфтәргә яҙыу.

Дәфтәрҙә яҙған хәбәр һөйләмдәр менән һорау һөйләмдәрҙе сағыштырыу. Һығымта яһау.

Һығымта: Һорау һөйләм аҙағына һәр ваҡыт һорау тамғаһы ҡуйыла.

VI. 6-сы эш. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләре буйынса “Уралтау” шиғырын кеүсереп яҙыу эшен ойоштороу. Уҡыусыларҙың яҙғанда парта артында дөрөҫ ултырыуҙарына,  дәфтәрҙең ауышлығына, ручканы дөрөҫ тотоуҙарына иғтибарҙарын йүнәлтеү.