Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Өндәү һөйләм.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 15._ondu_hoylm.docx16.01 КБ

Предварительный просмотр:

15-се дәрес.  Үткәреү ваҡыты:

Дәрес темаһы. Өндәү һөйләм.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү: йышыраҡ тылсымлы һүҙҙәр ҡулланыу, дуҫ-иптәшеңә, тирә-йүндәгеләргә итәғәтле өндәшеү, әңгәмәсене тыңлай, хуплай белеү, килешмәгән осраҡта әҙәпле бәхәскә инеү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: халыҡ ижады ынйыларын (йомаҡтартарҙы) үҙләштереүҙе дауам итеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм уларҙың оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында һығымта яһарға өйрәнеү, һығымтаны схема рәүешендә күрһәтә белеү. Диалог ҡороу оҫталығын камиллаштырыу.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу. Уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, дөрөҫ яҙыу. Хис-тойғоно белдергән һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыу оҫталығын үҙләштереү, улар менән һөйләмдәр төҙөү..

1-се эш. Эш шартын уҡыу, мәғәнәһенә төшөнөү. Һүрәттәрҙе иғтибар менән ҡарап сығыу, геройҙарҙы атау һәм һәр герой ниндәй хис-тойғо кисереүен асыҡлау. Һүрәттәргә тап килгән һөйләмдәрҙе тәүҙә уҡытыусы тейешле  интонация менән уҡый, уҡыусылар уҡытыусы уҡыуын тыңлап һәм үҙләштереп ултыралар, һуңынан өлгөгә ярашлы  тауышты көйләп үҙҙәре уҡыйҙар. Ни өсөн ошондай хис-тойғо менән уҡыуҙы асыҡлау. (Сөнки был һөйләмдәр шатланыу, һоҡланыу тойғоһон белдерә һәм һөйләм аҙағында өндәү билдәһе ҡуйылған.)

Һығымта. Өндәү һөйләмдәр шатланыу, һоҡланыу, ғәжәпләнеү, ҡурҡыу кеүек хис-тойғоно белдерәләр. Һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуйыла.

Шул уҡ һүрәттәр буйынса һорауҙар төҙөү, төҙөлгән һорауҙарҙы бер-береңә биреү,  диалог ҡороу. Өндәү һөйләмгә миҫал итеп тағы бер-нисә һөйләм уйлау һәм оҡшаған һөйләмде үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу.

2-се эш. Башҡарылырға тейеш эштең шартына төшөнөү. Һүҙҙәр менән өндәү һөйләм төҙөп яҙыу. Был эште төркөмдәрҙә ойоштороу отошло буласаҡ. Эш тамамланғас һәр төркөмдөң һөйләмдәрен сағыштырыу, иң уңышлы һөйләмдәрҙе таҡтаға яҙыу. Эш процесында уҡыусыларҙың өндәү һөйләм структураһын үҙләштереү кимәлдәрен күҙәтеүҙе дауам итеү. Ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанда уҡыусыларға ярҙам итеү.

3-сө эш.

Хис-тойғоно белдергән һүҙҙәрҙе уҡыу, тыңлау (уларҙы ҡулланыу осраҡтарын асыҡлау һәм телдән һөйләм төҙөү). Был һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән әйтеп өйрәнеү һәм дәфтәр поляһында эште башҡарыу кимәлен “Цукерман” контроль бағанаһында баһалауҙы ойоштороу.

4-се эш. Төркөмдәрҙә башҡарыла:

1)йомаҡтарҙы уҡыу, тыңлау;

2)бер- береңә йомаҡ буйынса һорауҙар төҙөп биреү;

3)асҡыс һүҙҙәрҙе табыу (мәҫәлән, беренсе йомаҡта  аҡ, шыйыҡ);

4)йомаҡты сисеү һәм һүҙҙе тейешле шаҡмаҡтарға яҙыу;

5)кроссвордта килеп сыҡҡан асҡыс һүҙҙе уҡыу

Төркөмдәрҙең эшен баһалау һәм һығымта яһау:

-Ни өсөн кроссвордта өндәү  һөйләм һүҙе асҡыс һүҙ итеп алынған?

-Сөнки беҙ бөгөн өндәү һөйләмдәр төҙөнөк, уларҙы дәфтәргә яҙҙыҡ.

6)Өндәү һөйләм башҡа һөйләмдәрҙән нимәһе менән айырылыуын, уның дөрөҫ яҙылышын билдәләү.

5-се эш.

Д.Талхинаның “Сәләм” шиғырын уҡыу. Эштең шартына төшөнөү, үтәү: өндәү һөйләмде табып ҡәләм менән аҫтына һыҙыу; төшөп ҡалған тыныш билдәһен ҡуйып шиғырҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу;  шиғри тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәһен иҫкә төшөрөү һәм күсереп яҙыуҙы ойоштороу. Парталашың менән дәфтәрҙәрҙе алышып бер-береңдең эшен тикшереү һәм баһалау.

6-сы эш.

1) “Кәзә нисек итеп үҙенә өй һалды?”  исемле рус халыҡ әкиәтен уҡыу, тыңлау, йөкмәткеһен үҙләштереү.

2)Текстан берәр һорау, өндәү, хәбәр һөйләм табып уҡыу эшен төркөмдәрҙә ойошторорға мөмкин:

I-се төркөм–өндәү һөйләмдәрҙе,

II-се төркөм –һорау һөйләмдәрҙе,

III-сө төркөм –хәбәр һөйләмдәрҙе  табып уҡый.

Төркөмдәрҙең эшен тикшереү һәм баһалау: ҡайһы төркөм һөйләмде дөрөҫ интонация менән уҡыр. Артабан был һөйләмдәрҙең бер-береһенән нимәһе менән  айырылыуын асыҡлау (яҙған саҡта һөйләм аҙағында килгән тыныш билдәләре, ә уҡығанда интонация менән айырыла).

Һығымта: 

а) Хәбәр һөйләм кемдер, нимәлер  тураһында хәбәр итә һәм тыныс тауыш менән уҡыла. Хәбәр һөйләм аҙағына нөктә ҡуйыла.

б) Өндәү һөйләм ҡурҡыуҙы, шатлыҡты, һоҡланыуҙы, өндәшеүҙе белдерә һәм ул һөйләм артына һәр ваҡыт “!” билдәһе ҡуйыла, хис-тойғоло тауыш менән уҡыла.

в) Һорау һөйләм кем, нимә йәки тирә-яҡтағы күренеш,  хәл-ваҡиға тураһында белешмә, мәғлүмәт алыу маҡсатында һораулы тауыш менән әйтелә һәм яҙғанда уның аҙағына һәр ваҡыт “?” тамғаһы ҡуйыла.

3) уҫаҡ, уңайлы, эҫенән, ирекле, ярамай һүҙҙәрен юлдан-юлға күсерер өсөн ижектәргә бүлеү. Был эште үтәү процесында уҡыусының һүҙҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләрен ғәмәли үҙләштереү кимәлен күҙәтеүҙе дауам итеү. Ҡағиҙәне ауыр үҙләштергән балаға ярҙам итеү. Булған хаталарҙы иҫкәртеү.

Һығымта: Һүҙҙе юлдан-юлға ижеккә бүлеп күсерәбеҙ. Һүҙҙең бер генә хәрефе юлда ҡалдырылмай һәм икенсе юлға бер генә хәреф күсерелмәй.

  1. япраҡ, тубырсыҡ һүҙҙәрен уҡыу, уларҙың һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен табыу, дөрөҫ әйтеү.