Башҡорт теле
учебно-методический материал (2 класс)

Юламанова Алсу Киньябаевна

Башҡорт теленән конспекттар, презентациялар.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Йыл уҡытыусыһы. Әҙәби уҡыу.  2класс.        

Тема:  Фәрит Иҫәнғолов.Ҡыҙҙар менән уйнарға   яраймы ?

Дәрес төрө :Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу дәресе.

Уҡыу методик комплект:УМК   «Әҙәби уҡыу», (авт. Сынбулатова  Ф. Ш., Дәңләтшина М.С. һ. б.)

Маҡсат: --кешенән көлөү, уға ҡушамат тағыу  насар ғәҙәт икәнен аңларға, кәмһетергә ярамағанын төшөндөрөү,

---үҙеңә ҡарата кире ҡараш тыуҙырыуына төшөнөргә, кешеләр менән  гармонияла  йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын   үҙләштерергә,

    Б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:

---әҫәрҙең   исеме  буйынса текстың йөкмәткеһен фаразларға, бер-берең менән диалог ҡорорға,

Үҙеңдең фекереңде әңгәмәсегә еткерергә, әҫәрҙең төп фекерен асыҡларға, бөтә төркөм исеменән сығыш яһарға өйрәнергә, яуаплылылыҡ тойғоһо,

 В)предмет өлкәһендәге үҫеш:

--тасуири уҡыу техникаһын камиллаштырырға, кире геройҙарҙың хаталарын асыҡларға, ҡылған эштәре нигеҙендә уға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнергә.

                                          Дәрес барышы.

  1. Психологик комфорт булдырыу.

--Алтын ҡояш , һаумы,

Зәңгәр һауа, һаумы,

Шаян елкәй, һаумы

 Беҙ йәшәйбеҙ бер  ерҙә

Сәләмләйем һеҙҙе лә.

       ----Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, бер-беребеҙгә йылмайып ҡарайыҡ  һәм ҙур теләк менән дәресте башлайыҡ.

2.Ә. хәҙер уҡыусылар ошо йырҙы иғтибар менән тыңлайыҡ  әле (йырҙы тыңлау)

--Нимә тураһында йыр?  Малай нимә эшләгән?  

-Ҡыҙҙарҙы йәберләргә яраймы? Малай дөрөҫ эшләгәнме ?

3.   Уҡыусылар, бөгөн әҙәби уҡыу дәреседә ошо хаҡта һөйләшәсәкбеҙ. Бик матур хикәйә менән танышасаҡбыҙ, һеҙгә лә оҡшар тип ышанам.

---Был хикәйәне балалар яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғолов яҙған. Уның китаптары бик күп. Ниндәй матур китап тары бар икән .

( Презентация ҡарау)

-Уның хикәйәһе  нисек атала? Бергәләп уҡыу.»Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы?»

- Был текста ауыр һүҙҙәр  бар, һүҙлек эше: әтәсләнешкәс,

         Ғәрлек, хурланған- оятҡа ҡалған. (карточка)

  1. Тексты уҡыйым,ҡарап барығыҙ. Китаптың 30-сы бите.

--Текста кемдәр  тураһында  һүҙ бара?  ( Хәлим, Хәлимә, Тимеркәй)

--Улар өсәүләшеп урамда нимәләр эшләнеләр?  ( һайлап табып уҡыйыҡ әле)

-Хәлимә ҡайтып киткәс, малайҙар араһында ниндәй хәл тыуа ?  (малайҙар асыуланышып китәләр)

--Ниндәй малай  ул  Тимеркәй?  (текстан табып   уҡыу)

3. Үсекләшә, әйҙәгеҙ  ошо урынды   ролләп уҡыйыҡ. (автор, Хәлим,Тимеркәй)

--Уҡыусылар, Тимеркәй үсекләшкәс , Хәлим ниндәй тойғолар кисерҙе икән? Уға бик ҡыйын булдымы ?

                       Ял минуты.

Бейектә, бейектә ,

Йөҙәһен һин ҡояш.

Бар кеше йылмая

Һин яҡты нур ҡойғас.

  • Хәлим өйөнә  ҡайтҡас, нимә хаҡында уйлай?  

Төркөмдәрҙә эшләү. Өс төркөм.

1-се төркөм.

–Ниндәй һорау борсоно Хәлимде? (ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы икән, ярамаймы)

(Төркөмдә парлашып уҡып күрһәтәләр)

2-се төркөм.

-Хәлимде нимә борсой?  (ул һорауға яуап эҙләй, борсола, ә үҙенең Хәлимә менән уйнағыһы килә)

(сылбыр менән уҡып күрһәтәләр)

3-сө  төркөм.

--Хәлим ниндәй ҡарарға килә? Хәлимдең фекерен   хор менән уҡыу.

Ошо  өлөшөн бергәләп хор менән уҡып күһәтәйек.

 Тимәк,  малайҙарға ҡыҙҙар менән  уйнарға яраймы ?

-Тимеркәй һеҙгә  оҡшанымы ?  Ул ниндәй хата эшләне  ? Уға ниндәй  кәңәштәр бирер инегеҙ ?  

-Нисек уйлайһығыҙ, Тимеркәй хатаһын танырмы ? Ул холҡон үҙгәртерме икән?

--Шулай итеп, уҡыусылар, ҡыҙҙар менән  уйнарға яраймы?  Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтте?

--Әйҙәгеҙ, уҡыусылар дәресебеҙҙе ошо матур халыҡ мәҡәлен уҡып йомғаҡлап ҡуяйыҡ.

Текстан табып уҡыу.

     Ул—һөйөнөс,ҡыҙ-йыуаныс.

   Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ,ҡаты һүҙ әйтмә, егет түҙ.

  Дәресте йомғаҡлайыҡ.

                           Баһалау.

-Бөгөн миңә һеҙҙең менән эшләү бик тә оҡшаны, матур уҡынығыҙ, тырыштығыҙ, рәхмәт һеҙгә.

 Баһа ҡуйыу.

  Өй эшен биреү. Тексты матур итеп уҡырға, һөйләй белергә.  29-30-сы бит.

                                                                                   


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Тема: Ҡ өн-хәрефе

Слайд 2

I Ҡыңғырау шылтыраны Беҙ ултырҙыҡ дәрескә. Китап дәфтәрҙәр әҙер Тотонайыҡ беҙ эшкә

Слайд 3

. Аҡ ҡанат, пак ҡанат, Ҡаңҡы-ҡаңҡы ҡаҡ ҡанат. □ ○ □ а ҙ . ҡ

Слайд 4

Йылыта кейендерә, Әҙәмде һөйөндөрә. □ ○ □ ○ □ Һ а р ы … ҡ

Слайд 5

Бөтәһен дә ашатам, ә үҙемдең ауыҙым юҡ. □ ○ □ ○ □ … а л а .. . ҡ ҡ

Слайд 6

Бешәләр, бешәләр ҙә аҙаҡ ҡойоп эсәләр. □ ○ □ ○ □ … ы м ы ҙ ҡ

Слайд 7

* * г ғ й р л м н ң - — к ҡ - - - - - -

Слайд 8

Ҡа ҡ -ҡа ғ а Та ҡ -та ғ а Те к -те г ә Ҡала ҡ -ҡала ғ ы Ырға ҡ -ырға ғ ы Күнә к -күнә г е

Слайд 9

Ашнаҡсы Унда ла саж-сож , Бында ла саж-сож — Һуған, борос , аш,тоҙ , Ашыҡтыра аҡ ҡыҙ. Табынға татлы ҡуя — Телеңде йотоп ҡуйма! Ул аҡ апай кем? Уйла .



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районы Бәләбәй ҡалаһы

Башҡорт гимназия-интернаты муниципаль автономиялы  дөйөм белем биреү учреждениеһы

ҠАРАЛДЫ һәм ҠАБУЛ

ИТЕЛДЕ башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусылары

кафедра ултырышында

____________ З.Х.Исламова

Протокол № 1

 « 25 »  август   2021 йыл

КИЛЕШЕЛДЕ

уҡытыу-тәрбиә эштәре

буйынса директор урынбаҫары

____________Г.Ғ. Хоҙайназарова

«30»  август 2021 йыл

2021/2022 уҡыу йылына

2б класы өсөн башҡорт теленән

контроль-баһалау материалы

Уҡытыусы: Юламанова Ал3ыу Кинй8бай ҡыҙы, башланғыс кластар  уҡытыусыһы

Бәләбәй, 2021  й.

Аңлатма һүҙ

Башҡорт теле буйынса уҡыусыларҙың белем кимәлен баһалауҙың төп критерийҙары.

Контроль диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим ителә.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

          Диктанҡа билдә ҡуйғанда хаталарҙың характерына иғтибар ителә.Хаталарҙы иҫәпләгәндә  тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталыҡты билдәләү өсөн  әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмағанға инә: ҡағиҙәнең иҫкәртмәһенә ҡараған хаталар, бәйләү юлы менән яһаған яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышында хаталар,  бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғауҙар яҙылышында хаталар.

         Диктант бер генә билдә менән баһалана.  “5” – тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктацион хата булған эшкә, “4”-  4 орфографик, 3 пунктацион,  йә 1 орфографик, 6 пунктацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хатаһы булған эшкә лә “4” ҡуйырға мөмкин. “3” – 6 орфографик, 6 пунктацион, йә 3 орфографик, 9 пунктацион, йә 12 пунктацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктацион хаталы эшкә лә “3” ҡуйыла. “2”- 9 орфографик, 9 пунктацино йә 8 орфографик, 10 пунктацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла.

Изложение һәм иншалар яҙғанда:

билдә

Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәткеһе һәм телмәр

грамоталылыҡ

“5”

Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә

Фактик хаталар юҡ.

Йөкмәткеһе эҙмә-эҙлекле асыла.

Эштең һүҙлеге бай

Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5  һәм телмәр яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин

3 орфографик, 3 пунктацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин

“4”

Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

Йөкмәткеһе дөрөҫ, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә ҡайһы бер фактик хаталар бар.

Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

Ҡаһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктацион йәки 2 орфографик, 13 пунктацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы  мөмкин.

“3”

Эш темаһынан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин һөйләм төҙөлөшөндә фактик хаталар байтаҡ.

Эҙмә-эҙлелек  тулыһынса ҙаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан- 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктацион шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин

“2”

Эш теманы асмай

Һүҙҙәр ҡулланылышында бик күп фактик хаталар ебәрелгән.

Эштең бөтә өлөшөндә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

Эштең йөкмәткеһендә – 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән

12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

№1

Инеш  диктант

Атайым.

           Был минең атайым. Уның исеме Азат. Ул заводта эшләй. Мин атайымды яратам.

№2

Контроль  диктант

Балыҡта

   Йәй көнө мин Асылыкүлгә балыҡҡа барҙым. Ул Башҡортостандағы иң ҙур күл. Асылыкүлдә төрлө балыҡтар йәшәй: алабуға, суртан, ҡыҙылғанат, шамбы,йәйен. Күл буйы бик матур, яр буйында төрлө ағастар, сәскәләр үҫә. Мин биш алабуға, өс шамбы тоттом. Һыу инергә лә өлгөрҙөм.

№3

Контроль  диктант

        Баш ҡала

     Өфө-Башҡортостандың баш ҡалаһы. Эргәһендә генә Ағиҙел йылғаһы аға. Уға Дим һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушыла. Ҡаланың киң матур урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар йөрөй.

    Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл матурлана һәм йәмләнә.

№4

Контроль  диктант

                                                                                    Буш ваҡыт

    Минең исемем Даша, фамилиям Кәримова. Мин өсөнсө класта уҡыйым. Миңә математика, инглиз теле дәрестәре оҡшай. Дәрестән һуң бейеү, һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә йөрөйөм.

    Буш ваҡытымда мин китап уҡыйым, компьютерҙа уйнайым, әсәйемә ярҙам итәм. Ял көнө дуҫтарым менән тауҙан сана, саңғы шыуабыҙ, ҡар бабай яһайбыҙ, ҡар бәрешәбеҙ. Эй , күңелле!


Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок окружающего мира Тема: Строение тела человека и главные правила сохранения здоровья. Цели: Показать, что здоровье человека - его важнейшее богатство. Познакомить с внешним и внутренним строением тела человека.

Тема: Строение тела человека и главные правила сохранения здоровья.Цели: Показать, что здоровье человека - его важнейшее богатство. Познакомить с внешним и внутренним строением тела человека. Совместн...

Презентация "Строение тела человека" к конспекту урока по окружающему миру во 2 классе по теме "Строение тела человека"

Данная презентация составлена к уроку по окружающему миру во 2 классе по теме "Строение тела человека". УМК "Школа России", учебник А.А. Плешакова "Мир вокруг нас", 2 класс.  Данная презентация м...

Сыйныф сәгате "Туган телем- татар теле"

Сыйныф сәгатенең максаты туган телгә - ана телебезгә мәхәббәт тәрбияләү; телебезне сакларга һәм якларга кирәклеген төшендерү....

Тела, вещества, частицы. Практическая работа №1 «Тела, вещества, частицы» УМК "Школа России"

Тип урока: Урок открытия новых знанийОбразовательная цель:  создать условия для ознакомления с понятиями «тело», «вещество», «частицы», «атомы», формирования представлений о телах и веществах, ис...

Туган телем - татар теле

2 сыйныфлар өчен татар теленнән махсус курсның эш программасы...

Урок ."Строение тела человека. В здоровом теле, здоровый дух.»"

УМК "Школа России",Плешаков А.А. "Окружающий мир", 2 класс в 2-х частях, 2 часть....

"Строение тела человека.В здоровом теле, здоровый дух." презентация к уроку

УМК "Школа России", Плешаков А.А. "Окружающий мир", 2 класс в 2-х частях, 2 часть....