Технологическая карта урока по башкирскому языку "Һүҙбәйләнештәр" 4 класс Нафиҡова З.Ғ.
план-конспект урока (4 класс)

Аккубакова Науфиля Фаязовна

Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, уҡылған шығыр, әңгәмәләр аша тыуған илгә, телгә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу

 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Класс:

Дата:

14.12.21.

Дәрес темаһы:

 Һүҙбәйләнештәр.

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Маҡсаттар: яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, үтелгәнде ҡабатлау.яңғыҙлыҡ исемдәрҙе, өндәш һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү,нығытыу.Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Маҡсат: шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш;

Уҡылған шығыр, әңгәмәләр аша тыуған илгә, телгә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү

Уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеү.

Үҙ фекереңде нигеҙләй белергә һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алырға өйрәтеү

Үҙ фекереңде аныҡ һәм ҡыҫҡа итеп һөйләп бирергә күнектереү

Предмет өлкәһендәге үҫеш;

Аңлы , тасуири уҡыу, дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү

Һүҙлек запасын байытыу.

Эш төрҙәре; фронталь, индивидуаль, төркөмдәрҙә эш.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре:  яңы һүҙҙәр өйрәнү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр,һүҙбәйләнештәр төҙөү, диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре:  дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү, белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш булдырыу, үҙүҫеш, баһалау күнекмәләрен  үҫтереү

Йыһазландырыу:

Предмет-ара бәйләнеш

“Башҡорт теле ” дәреслеге, эш дәфтәре, слайдтар,карточкалар, интерактив таҡта, ноутбук,

Рус теле,тирә-яҡты өйрәнеү,

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

1. – Һаумыһығыҙ,уҡыусылар! Хәйерле көн!

- Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Үҙебеҙгә уңыштар теләп,бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ.

  -Беҙҙен дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән,әйҙәгеҙ уларҙы ла сәләмләйек.

2. Артикуляцион күнегеү. Телебеҙҙе шымартып алайыҡ.

Ға-ға-ға – әйҙә киттек урманға,

Шә-шә-шә –урманда еләк бешә.

Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле,

Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге

Һыйырҙың уң аяғы.

Ҙоиного ҙайку ҙовут Ҙаҙнайка.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

Хор менән ҡабатлайҙар.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

Өйгә эштәрҙе тикшереү. Һеҙгә һөйләмдәрҙән ҡылымдарҙы күсереп алырға һәм һорау бирергә ине. Ниндәй һорау бирҙегеҙ? Афариндар, сирек бөтөп килә, шулай һәр ваҡыт өй эштәрен эшләп йөрөгөҙ.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1.-Беҙ ниндәй ҙур илдә йәшәйбеҙ?

( республикала, ҡасабала, урамда,йортта,уҡыған мәктәп...)

-Ә һеҙ Тыуған ил, Ватан тигән һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ? Һәр кемгә үҙенең тыуған ерен, Ватанын ярата.  

-Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ошо турала бик матур шиғыр яҙған.Тәүҙә уҡып күрһәтәм.

 Һүҙлек эше.        

 Ватан- Родина

 Ғүмер кисергән- жили

 Балҡып тора- сияет, светится

 Күктәргә ҡалҡып тора-возвышается до небес

В башҡорт телендә нисек уҡыла?

В [уа] – [Уатан], [уаҡыт].

Шиғырҙы хор менән уҡыу.

1ҡыҙ,1 малай уҡый уҡый.

- Шиғырҙа өндәш һүҙҙәр бармы?

-Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе лә әйтеп китәйек.

         

- Шулай итеп, Рәшит Ниғмәти Ватаныбыҙҙы нисек һүрәтләй, ниндәй һүҙҙәр ҡуллана?

-Шағир шиғырында ниндәй хис-тойғоларын күрһәтергә теләгән?Дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Нығытып эш дәфтәрендә 1-се күнегеүҙе(20 бит)эшләп алайыҡ.

-Таҡтаға схемаға ҡарайыҡ.

-Һүҙбәйләнештәр ниндәй һүҙҙәрҙән тора?

-Ул һөйләмме?    

Уҡыусылар яуап бирә.

Тәржемә итәләр.

Ҡағиҙәне иҫкә төшөрөү.

Шиғырҙы хор менән уҡыйҙар. Баҫып,китап тотоп.

Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр.

Уҡытыусы менән

берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар

Эш дәфтәрендә эшләйҙәр.

Схема менән эшләйҙәр.

Китаптан ҡағиҙәне уҡып сығыу.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

V. Ял минуты.

.

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Аттар кеүек еләйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ

Һәм урынға ултырайыҡ.

Уҡытыусы артынан хор менән эшләп ҡабатлайҙар.

 

Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү

Китапта 4-се күнегеү(33- сө бит)

Тел байлығығыҙҙы ҡарайым әле.

Бөгөн башҡорт теле көнө, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яратайыҡ!Һеҙ телебеҙҙе өйрәнеп үҫәгеҙ,күреп торам, молодистар!

 Бирелгән   һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөйбөҙ.

Һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр.

К.: диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр,һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

  1. Төркөмдә эш. 3 команда ярыша.

Карточкалар таратыла.

1-се төркөм   Тыуған ил тураһындағы мәҡәлдәрҙән һүҙбәйләнештәрҙе тап

1. Үҙ илең – алтын бишек.

2.Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.

2-се төркөм   Тыуған ил тураһындағы мәҡәлдәрҙән һүҙбәйләнештәрҙе тап

1.Тыуған ерҙән дә матур ер юҡ.

2.Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы.

3-сө төркөм   Тыуған ил тураһындағы мәҡәлдәрҙән һүҙбәйләнештәрҙе тап

1.Халыҡ йорто – Тыуған ил.

2.Атабыҙ ҙа, әсәбеҙ ҙә- ғәзиз Ватаныбыҙ.

2.Парлап эшләү

Мәҡәлдәр ҡағыҙ битенә ваҡлап бирелә, шуны йыйырға

Үҙ илең- алтын бишек.

Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.

Алтын-көмөш яуған ерҙән,тыуған-үҫкән ил яҡшы.

Тыуған ерҙән дә матур ер юҡ.

Ҡаланы маҡта,ауылда тор.

Халыҡ йорто – Тыуған ил.

Тексты тыңлайҙар, унда нимә тураһында һүҙ барыуын әйтәләр.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Үҙҙәренең мәктәбе тураһында һөйләмдәр төҙөйҙәр. Эш дәфтәрендә күнегеү эшләйҙәр.

Шиғырҙы тасуири уҡыйҙар, һорауҙарға яуап бирәләр.

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

Т.б.: шиғырҙан кәрәкле яуапты таба, аңлы яуап бирә, һығымта яһай, үҙҙәренең эштәрен баһалай белеү формалаша.

VII. Өйгә эш.

1.Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.

2. Эш дәфтәренән  21-се бит,3-сө күнегеү

3. 32-се биттәге шиғырҙы тасуири уҡырға.

 Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп , дәрестең аҙағына ла килеп еттек.Мин һеҙгә телдән тест әҙерләнем.

1.Ниндәй республика  тураһында һөйләштек?

а)Башҡортостан      б)Татарстан

2.Кемдең шиғырын уҡыныҡ?

а)Рәшит Ниғмәти    б)Мостай Кәрим

3.Ниндәй һүҙ артыҡ?

а)төп, эйәреүсе,ҡылым

РЕФЛЕКСИЯ

-Миңә һеҙ бик оҡшанығыҙ,ҡайтып балаларыма һөйләйәсәкмен . 4б класында текә балалар уҡый, шәп уҡыйҙар, матур яҙалар, телгә лә шәптәр,ижади ҙа эшләйҙәр тип.

Ә мин Һеҙгә оҡшаныммы һуң?

Күреп торам оҡшаным, рәхмәт.

Үҙебеҙҙе баһалайыҡ.

Кемгә дәрес бик оҡшаны, үҙенә 5 ҡуя –

ҡыҙыл төҫтө күрһәтә.

Кем үҙенән ҡәнәғәт, 4-лек эшләнем ти- йәшел төҫтө күрһәтә.

Ә тағы ла үҙенең өҫтөндә эшләргә, теманы тағы ла үҙләштерергә кәрәк ти- ул һары төҫ күрһәтә.

Рәхмәт, уҡыусылар.Дәрестә актив, әүҙем булдығыҙ.Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ,илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

  • Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен

Сигналлы карточкалар менән баһалар ҡуйыу.баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Һүҙбәйләнештәр Аҡкөбәкова Нәүфилә Фаяз ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы етенсе ҡат зәңгәр һауа иртәгә ҡайтабыҙ әсәйемде яратам ҡурай моңо

Слайд 2

. Артикуляцион күнегеү Ға-ға-ға – әйҙә киттек урманға, Шә-шә-шә –урманда еләк бешә. Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле, Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге Һыйырҙың уң аяғы. Ҙоиного ҙайку ҙовут Ҙаҙнайка

Слайд 3

Өйгә эште тикшереү

Слайд 4

« Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар » шиғырынан өҙөк

Слайд 5

Һүҙлек эше Ватан - Родина Ғүмер кисергән - жили Балҡып тора- сияет, светится Күктәргә ашып тора – возвышается до небес

Слайд 6

Ҡағиҙә ! В [ уа ] [ уа ҡыт ] -ваҡыт [ Уа тан ] -Ватан

Слайд 7

Һүҙбәйләнештәр Словосочетания к өҙгө урман 1 2 төп һүҙ главное слово эйәреүсе һүҙ зависимое ниндәй ? матур күлдәк ниндәй ? Гөлназ матур күлдәк кейгән ниндәй ? 3 материал

Слайд 8

Һүҙбәйләнештәр Һүҙбәйләнеш төп (эйәртеүсе) һәм эйәреүсе һүҙҙәрҙән тора. Улар һөйләм була алмай, һөйләм төҙөү өсөн материал ғына булып һанала.

Слайд 9

Ял минуты Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек, Ҡоштар кеүек осайыҡ, Ҡуян кеүек һикерәйек, Айыу кеүек атлайыҡ, Аттар кеүек еләйек, Бесәй кеүек һуҙылайыҡ Һәм урынға ултырайыҡ .

Слайд 10

Төркөмдә эш Төркөмдә эш Парлап эшләү

Слайд 11

Өй эше. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға. Эш дәфтәренән 21-се бит , 3-сө күнегеү 32-се биттәге шиғырҙы тасуири уҡырға.

Слайд 12

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Технологическая карта урока по окружающему миру "Что такое погода?" 3 класс УМК "Перспективная начальная школа"

Технологическая карта по окружающему миру по теме " Что такое погода?" по УМК "Перспективная школа". К данному уроку прилагается Презентация.  ...

Технологическая карта урока по башкирскому языку. 3 класс

Технологическая карта урока по башкирскому языку и презентация 3 класс...

Технологическая карта урока по Башкирской литературе

Йыһат Солтанов « Өфө- беҙҙең баш ҡалабыҙ»...

План-конспект урока по иностранному языку (3 класс) на тему: Технологическая карта урока по теме "My favourite animal" в 3 классе

План-конспект урока по иностранному языку (3 класс) на тему: Технологическая карта урока по теме "My favourite animal" в 3 классе  План-конспект урока по иностранному языку (3 класс) на...

Технологическая карта урока обучение письму Азбука УМК «Школа России» 1 класс. Тема урока: «Буква Ж, ж. Сочетание жи-ши»

Цель урока: закрепление и корректировка знаний о звуке [ж] и букве «ж», умения писать сочетания жи – ши в словах. Задачи урока Планируемые результатыДидактические:1) ...