КЛАССНЫЙ ЧАС в 3 КЛАССЕ НА ТЕМУ "ПРИРОДА ПОД УГРОЗОЙ" учитель высшей категории Уразаева Газиза Адигамовна
классный час (3 класс) по теме

Уразаева Газиза Адигамовна

классный час в 3 классе

Скачать:

ВложениеРазмер
Package icon классный час 3 класс98.97 КБ

Предварительный просмотр:

  Класс сәғәте: « Тәбиғәт ҡурҡыныс аҫтында».

 Маҡсат:

  1. Кешенең тәбиғәткә  ниндәй йоғонто яһауын  балаларға еткереү.
  2.  Ҡыҙыл китаптың  маҡсатлы булдырылыуы менән таныштырыу.
  3. Тәбиғәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтеүҙе дауам итеү.
  4. Тәбиғәткә һөйөү тойғоһо, һаҡсыл   ҡараш тәрбиәләү.

Ҡулланма:

1. Проектор.
2. Слайдтар.

  1. Ойоштороу осоро.  Психологик әҙерлек.

Беҙҙә  класс сәғәте

Һәр кем  әҙер үҙенсә .

Барыбыҙ бергә тырышһаҡ

Һөйләшеү үтер байрамса.   Изге   сәғәттә   эшкә тотонайыҡ!

  • Нимә ул тирә- яҡ мөхит? ( тирә-йүндә нимә беҙҙе уратып алған, беҙ йәшәгән , эшләгән, ял иткән урындар.)
    – Нимә ул  экология? 
    (Наука о нашем собственном доме, о Земле и о законах, по которым мы должны в нём жить.)
  •  Уҡыусылар, мин ни өсөн экология, тирә-яҡ мөхит тураһында  һүҙ башланым? (2013 йыл Президентыбыҙ тарафынан  Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде). Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын сағылдырған эмблемаға конкурс иғлан ителә.  Конкурста ошо эмблема еңеү яулай.

 Слайд-эмблема

Эмблеманың авторы – атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире Нәсих Хәлисов. Уның әйтеүенсә, эмблемала бөркөт осраҡлы ғына төшөрөлмәгән. Бөркөттәр йәшәү урыны итеп экологик яҡтан таҙа төбәктәрҙе генә һайлай. Эмблема фоны – тамсы. Ул республикабыҙ флагын символлаштырған өс төҫтән тора.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы девизы түбәндәгесә яңғырай: «Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!»

Слайд

 Бөтә донъя календарында, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә « ЭКОЛОГИК»  көндәр барлыҡҡа килде. Ниндәй көн тураһында һүҙ бара? ( ҡоштар көнө, Ер көнө ...)   Ошолар тураһында бөгөн  һөйләшәсәкбеҙ.   Ни  өсөн « ЭКОЛОГИК»  көндәр барлыҡҡа килде?( Коштарҙы, хайуандарҙы, Ер-һыуыбыҙҙы ... кеше һаҡларға тейеш, уны  үрсетеү һәм күбәйтеү хаҡында уйланырға тейеш) Тема быҙ нисек булыр? ( балалар үҙ фекерен әйтә)

  1. Слайд №1.
  2. Тема, маҡсат әйтеү. « Тәбиғәт ҡурҡыныс аҫтында».

Слайд №2.              1.  Әңгәмә.

Слайд №3.– Тәбиғәт , яраланған ҡош кеүек, ҡысҡыра, беҙҙән ярҙам һорай. Б еҙҙән һуң Ер йөҙөндә йәшәүсе  киләсәк быуынға тәбиғәт байлыҡтарын  һаҡларға  тейе шбеҙ.  Ә тәбиғәт бәләкәй генә яраһын да   ауыр уңалта  .

 Слайд №4.  Бәлки, әйтерһең: бер нисә ботаҡ һындырғандан, йәки 3-4 сәскә өҙгәндән, 1 күбәләк  тотҡандан тәбиғәткә  зыян буламы, тип. Эйе, тәбиғәткә    зыян була!   Бушҡа һындырылған  һәр ботаҡ, һәр өҙөлгән сәскә, һәр тотолған күбәләк- был  тәбиғәткә яһалған бәләкәй генә яра. Бер яраны һин яһаһаң, икенсеһен- дуҫың,3-сө,4-се, 5-сене тағы кемдер--- ТӘБИҒ ӘТ менән   нимә буласаҡ?

Слайд №5.          Хәҙер уңалмаҫ яралар тураһында  һөйләшәйек.Элек-электән кеше Ерҙә хужалыҡ эштәре менән булыша, юлдар, ҡалалар төҙөйҙәр , баҫыу эшкәртәләр. Был бөтәһе  лә кәрәк.Ләкин бының өсөн  бит урманды ҡырырға кәрәк. Утын әҙерләр өсөн дә урманды ҡырҡалар.

Слайд №6.        Берәүҙәр- ағасты  һатып ебәрер өсөн  ҡырҡа.  Икенселәре- баҫыу еренә әйләндереү  өсөн ҡырҡа.

Слайд №7.           Күптәр көтөүлектәр өсөн  урманды ҡыра.   Ә мал ҡара ерен сығарғансы  үләнен   ашап бөтә.

Слайд №8.          Завод-фабрикаларҙан  һауаға төтөн, саң эләгә, ә йылға-күлдәргә – ағыулы матдәләр эләгә...  Шулай итеп, көндән-көн һауа,һыу бысрана.   Ә  һыу менән  һауа үҫемлектәр, хайуандар, кеше тормошонда бик  мөһим роль үтәй.

Слайд №10.           Тын алыуы ауырлаша,үҫемлектәр үлә.

Слайд №11.  Урмандар йылдан-йыл  әҙәйеүҙән, һыу менән һауаның бысраныуынан  күп кенә үҫемлек, хайуандар хафалана. Кеше бушҡа сәскә өҙә,хайуандарҙы ҡиммәтле тиреһе,ите өсөн ҡыра.

Слайд №12.    Кешенең тәбиғәткә ыңғай һәм кире йоғонтоһон әйт!

  3. Уйын « Ҡағиҙәне әйт»

Слайд №13.–  Шартлы тамғалар менән бирелгән ҡағиҙәләрҙе әйтеп ҡара.http://festival.1september.ru/articles/504524/img1.jpg

1.  Үҫемлектәрҙе тапарға ярамай.
2.  Д арыу  үләндәрен  өҙөргә ярамай.
3.  Ағастарҙы ҡырҡырға ярамай..
4.  Ау менән балыҡтарҙы тоторға ярамайю.
5.  С әскәләрҙе өҙөргә ярамай.
6.  Х айуандарҙы үлтермәгеҙ..

Слайд №14.   250 йыл элек бер сәйәхәтсе диңгеҙҙә  бик ҙур, ауыр кәүҙәле,һыу аҫты үҫемлектәре менән туҡланыусы хайуандарҙы күреп ҡала. Был  хайуандарҙы  ДИҢГЕҘ ҺЫЙЫРҘАРЫ  тип атайҙар. Уларға һунар итә башлайҙар.  Кеше уларҙы аяуһыҙ ҡыра. 27 йыл үтә, ДИҢГЕҘ ҺЫЙЫРҘАРЫ   бөтөнләйгә юҡ була.

Слайд №15.    Киттарҙың һаны йылдан-йыл кәмей. Уны ите, майы, һөйәге өсөн аулайҙар.  

Слайд №16.    Носорогтарға  мөгөҙө өсөн һунар  итәләр. . Ҡайһы бер Африка  илдәрендә  һунарсылар носорогтарға  теймәһен өсөн мөгөҙҙөрен ҡырҡып ебәрәләр.

Слайд №18.    Ошондай күбәләктәр бөтөнләйгә бөткән.   Был һирәк күбәләктәрҙе коллекционерҙар ҙа тотҡан. Улар  йәшәгән    урмандарҙы кеше тәләфләгән.  

Слайд №19.

 Тәбиғәт ҡурҡыныс аҫтында булыуын кеше аңлай башланы.  Шуға  завод-фабрика  ҡорамалдары яңыртыла, атмосфераны  әҙерәк бысрата. Ҡырҡылған урмандар урынына  үҫентеләр   ултыртыла. Һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе йыйырға, хайуандарға һунар итеү тыйыла. Слайд №20.

Слайд  20

 Хайуандарҙы һаҡлау  тураһында  һөйләшкәндә  Ҡыҙыл китап тураһында әйтмәй китеү мөмкин түгел.Нимә ул Ҡыҙыл китап ? ( был китапҡа   һирәк осрай торған хайуан һәм үҫемлектәр төрө индерелгән)

Уның биттәре төрлө төҫтә.  Ҡайһы  үҫемлек, хайуандар яҡын арала бөтөүе ихтимал, махсус мохтажға лайыҡ – уларҙың исемлеге ҡыҙыл биттә урынлаштырылған.

 Ҡайһы  үҫемлек, хайуандар  һаны күп, ләкин тиҙ кәмей –   һыры  биттә урынлаштырылған.

 Аҡ биттә бөтөнләй әҙ һанлылар тураһында яҙылған.

 Ә кеше һаҡлап алып ҡалған төрҙәре – йәшел биттә.

Был китап Швейцарияның Морж ҡалаһында урынлашҡан.

Слайд №21.

III. –  Тәбиғәтте һаҡлау буйынса  ниндәй эштәр эшләнә.  (   завод-фабрика  ҡорамалдары яңыртыла. Ҡырҡылған урмандар урынына  үҫентеләр   ултыртыла. Һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе йыйырға, хайуандарға һунар итеү тыйыла.) 
– Һирәк осраған  
үҫемлек, хайуандар  тураһында   мәғлүмәт   ҡайҙа тупланған?  
–   Ҡурсауға алынған территория  нимә тип атала? 
(Заповедник.)
I
V.   Һығымта.  Нимә тураһында белдегеҙ ? ( тәбиғәтте ҡулланғанда  кеше уға зыян килтерә. Тәбиғәтте һаҡларға кәрәк..)

Слайд №25.

Тирә-яғыбыҙ бай һәм мату р булһын,  шишмәләр сылтырап аҡһын.Сәскәләр күҙ яуын алһын!.  Күбәләктәре осһон!Ҡоштары һайраһын! Улар алдында беҙгә  ҡылған эштәребеҙ өсөн оят булмаһын!

 « Был минең тыуған ерем »  йыры хор менән башҡарыла.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок по музыке, 2 класс. Тема: "Природа – любимая и живая. (Музыки связующая нить…)"

Актуальность и необходимость разработки планируемых результатов обусловлена Концепцией федеральных государственных образовательных стандартов общего образования. Данный урок музыки показывает процесс ...

Методическая разработка по литературному чтению 2 класс.Тема: "Природа – любимая и живая. (Музыки связующая нить…"

Данный урок показывает процесс формирования УУД. Урок предназначен показать определенный уровень развития образного, ассоциативного мышления и воображения, музыкальной памяти и слуха; учит передавать ...

Мастер - класс.Тема: Углубление представлений о нравственных категориях на основе православной культуры

Мастер -  класс представлен на конкурс "Учитель года 2017". Тема: Углубление представлений о нравственных категориях на основе православной культуры. На этом мастер-классе мы составим кластер, си...

Конспект урока по окружающему миру 3 класс тема:"Природа в опасности."

Конспект урока по окружающему миру 3 класс ,тема:"Природа в опасности"...

Литературное чтение 4 класс тема "Природа и мы"

Тест по теме "Природа и мы" 4 класс, УМК Школа России...

Технологическая карта урока. УМК «Школа России», «Окружающий мир» 2 класс. Учебник Плешакова А.А. «Окружающий мир» 2 класс . Тема: Природа. Урок: «Какие бывают растения».

Технологическая карта урока.УМК «Школа России», «Окружающий мир»  2 класс.Учебник  Плешакова А.А. «Окружающий мир» 2 класс .Тема:  Природа.  Уро...