класс сәғәте Һүҙ көсө
классный час (3 класс) на тему

Ахтямова Гульфия Файзрахмановна

Башланғыс кластар өсөн класс сәғәте. Темаһы "Һүҙ көсө"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл klass_sgte_huz_koso.docx24.56 КБ

Предварительный просмотр:

Ташбулат урта мәктәбе

Класс сәғәте

Тема: “Һүҙ көсө”

Әҙерләне: Әхтәмова

Гөлфиә Файзрахман ҡыҙы

Башланғыс кластар уҡытыусыһы

2016 йыл

Тема:  Һүҙ  көсө.

Маҡсат: - Һүҙҙең ҙур көскә эйә булыуы менән таныштырыу, һүҙ менән һаҡ  булыу кәрәклеген аңлатыу;

  • Уҡыусыларҙа әҙәплелек ҡағиҙәләре тәрбиәләү;
  • Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

                                                      Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.
  • Һаумыһығыҙ, һаумы әле,

Ниндәй йылы һүҙ икән.

Һәр бер йәнде иретерлек,

Һәр кемгә лә үҙ икән.

  • Ә хәҙер бер-берегеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ та ултырҙыҡ.
  1. Теманы асыу.
  • Шиғырҙа мин ниндәй тылсымлы һүҙ ҡулландым?
  • Тағы ла ниндәй тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙ?

(ҡайтҡанда ни тип әйтергә була -һау булығыҙ,

Эш боҙғандан һуң -  ғәфү итегеҙ,

Ҡунаҡты ҡаршы алғанда – рәхим итегеҙ,

Икенсе төрлө, көндөҙ, һаулыҡ һорашыу – хәйерле көн,

Эш башлар алдынан - Рөхсәт итегеҙ,

Кис әйтелә торған тылсымлы һүҙ – хәйерле кис,

Үтенеп һорау – зинһар өсөн)

  • Ҡыҙыл төҫлө хәрефтәрҙән, ике һүҙ төҙөп, теманы асайыҡ.
  • Һүҙ көсө. Һүҙҙәр көслө була аламы? Нисек уйлайһығыҙ?
  1.  Төп өлөшө.
  • Һеҙгә бер легенда һөйләп ишеттерәйем.

Бер ваҡыт, Аҡыл эйәһе Тере һүҙ көсө тураһында һөйләй. Уны йөҙләгән уҡыусылары тыңлай. Уларҙың һәр береһе был көскә эйә булырға теләгән.

Әммә Аҡыл эйәһенә бөтәһе лә ышанмаған. Ҡапыл артҡы рәттән кемдер ҡысҡырып ебәргән.

  • Һин юҡты һөйләйһең! Кеше гел “Алла! Алла! Алла!” тип әйтеүҙән изге, яҡшы булып китәме? Әллә “ Гонаһ! Гонаһ! Гонаһ!” тип йөрөүҙән гонаһлы буламы? Былар бөтәһе лә буш, буш һинең Тере һүҙ көсөң!
  • Ултыр урыныңа, аҡылһыҙ!-тип көйгән Аҡыл эйәһе.

       Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, уҡыусы тағы ла нығыраҡ асыулана. Барлыҡ уҡыусылар алдында кәмһеткәне өсөн ул Аҡыл эйәһен мыҫҡыллай башлай. Аҡыл эйәһе уны тыныс ҡына тыңлай ҙа, үкенеүле төҫ менән:

  • Ғәфү ит мине, мин ҡыҙып киткәнмен.Ысын күңелдән ғәфү үтенәм. Һиңә ныҡ итеп ҡағылмаҫҡа кәрәк булған,- тип әйтә.

Уҡыусы шунда уҡ тыныслана.  Аҡыл эйәһе:

  • Бына һеҙҙең бөтәгеҙгә лә яуап,- ти.

  • Был легенданан ниндәй һығымта эшләргә була?
  • Бер генә насар һүҙ менән кешене көйҙөрөргә лә, бер генә яҡшы һүҙ менән кешене тынысландырырға ла була.

Инсценировка:

  • Бер ваҡыт, кәкре таяҡҡа таянып бер ҡарт китеп барған. Ул бик ҡарт булған, шунлыҡтан ул алға эйелеп, аяҡ аҫтына ҡарай-ҡарай барған. Ә уның ҡаршыныда башын өҫкә күтәреп, яҡ-яғына ҡаранып, бер малай килеп сыҡҡан. Малай ҡартты күрмәгән, уға ныҡ итеп төртөлгән. Ҡарт малайға ныҡ итеп асыуланған. Әммә шул ваҡыт малай ҡартҡа нимәлер әйтә, ҡарт шунда уҡ йылмайып ебәрә.
  • Нисек уйлайһығыҙ, малай нимә тип әйткән?
  • Башҡорт халыҡ ижадында ла һүҙ көсө тураһында әҫәрҙәр бар.
  • Шундай бәйеттәрҙең береһе  “Саҡ менән суҡ” бәйетен тыңлап китәйек.
  • Ислам дине насар һүҙҙәр һөйләүҙе, һүгенеүҙе тыя. Ҡөрьәндә:    ” Бер-берегеҙҙе төрлө ҡушаматтар, насар һүҙҙәр менән атамағыҙ, - тиелә.
  • Насар, һүгенеү һүҙҙәренең тарихы Боронғо Рус иленә барып тоташа.Унда һүгенеү һүҙҙәрен ҡара көстәрҙе саҡырыу өсөн ҡулланғандар. Ошо һүҙҙәр аша бәйләнешкә ингәндәр. Өй эсендә һүгенергә ярамаған, өйгә ендәр эйәләй, тип уйлағандар. Шулай уҡ урманда ла, һыу буйында ла һүгенергә ярамаған. “Мат” һүҙен тәржемә иткәндә “ҡысҡырыу” тигәнде аңлата.
  • Кешеләр йәндәре көйгәндә баҫыуға сығып ныҡ итеп ҡысҡырыр булғандар. Ошонан “ Поле брани” тигән һүҙ килеп сыҡҡан.
  • 19-сы быуатта һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланғандарҙы хатта язалағандар.
  • Һеҙ насар һүҙҙәрҙе, һүгенеү һүҙҙәрен әйтәһегеҙме? Ҡасан әйтелә ундай һүҙҙәр?    ( кешене әрләү өсөн, ҡапыл ҡурҡҡанда, көйҙөрһәләр һ.б.)

Тәжрибә эшләү.

  • Һүҙ көсөн тойоу өсөн тәжрибә эшләп ҡарайыҡ.
  • Кешене нисек рәнйетергә, күңелен йәрәхәтләргә була?
  • Насар һүҙҙәр әйтеп, дротик ҡаҙау.
  • Был йөрәк үҙен нисек тоя тип уйлайһығыҙ?
  • Уға нисек ярҙам итергә?
  • Уға рәхәтерәк, еңелерәк булһын өсөн яғымлы, наҙлы һүҙҙәр әйтәйек. ( Ҡәҙерлем, аҡыллым, матурым, егәрлем.......)
  • Ни тиклем матур һүҙҙәр әйтһәк тә насар һүҙ эҙҙәрен юҡ итергә буламы? Әйткән һүҙ  - атҡан уҡ. Күңел яраһы оҙаҡ йүнәлә икән.

Һыу менән тәжрибә.

  • Һүҙ көсөн ғалимдар ҙа һыу ярҙамында тикшереп ҡараған. Япон ғалимы Масару Эмото стакан менән һыу алған.  Һәм уларға һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай ҡағыҙ киҫәгенә яҙып йәбештереп ҡуйған. Бер нисә көндән һуң был һыуҙы туңдырып, кристалдарын тикшерергән. Дуҫлыҡ, рәхмәт һүҙенең кристалдары матур ғына итеп күренгән, ә Һин-дурак, мин һине үлтерәм тип әйтелгән һыуҙың төҙөлөшө ныҡ үҙгәргән, кристалдары тоноҡ, насар булып туңған. Насар уйҙарҙың, әрләү һүҙҙәренең һыуға бик насар тәҫьир итеүе асыҡланған.
  • Ә  кеше организмының күп өлөшөн һыу тәшкил итә.  Шуға ла һүҙҙең кешегә йоғонтоһо бик ҙур.
  • Әйҙәгеҙ бергәләп ял итеп алайыҡ.  Матур хис тойғолар тыуҙырыусы йыр йырлап алайыҡ.

Һаумы, ҡояш.

Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,

Ҡояш нурын һибә көлтәләр.

Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн,

Үрмә гөлдәр наҙлы иркәләр.

Һаумы ҡояш, ерем-төйәгем,

Һеҙ тип, һеҙ тип тибә йөрәгем.

Һеҙҙең өсөн гөлдәр үҫтерәмен,

Шатлыҡ тауын гүйә өйәмен.

Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,

Ҡояш нурын һибә көлтәләр.

Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн,

Үрмә гөлдәр наҙлы иркәләр.

Мәҡәлдәр менән эш.

  • Башҡорт халҡында һүҙ тураһында мәҡәлдәр ҙә бик күп.
  • Таҡтала эшләп алайыҡ.

Яҡшы һүҙ балдан татлы.

Йылы һүҙ йәнде иретер.

Яҡшы һүҙ – һөйөндөрә, яман һүҙ – көйөндөрә.

Яҡшы һүҙ – йәнгә рәхәт, яман һүҙ – йәнгә йәрәхәт.

  • Мәҡәлдәрҙе дөрөҫ итеп уҡып күрһәтәйек.
  • Был мәҡәлдәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

Яғымлы һүҙҙәр менән эш.

  • Кешегә ниндәй матур һүҙҙәр әйтеп һөйөндөрөргә, йәнен иретергә була?
  • Һәр кешелә  яҡшы сифаттар, һыҙаттар бар. Тик уларҙы күрә белергә, матур итеп әйтә белергә генә кәрәк.  Башҡорт телендә ундай һүҙҙәр бик күп. Хатта алфавиттың һәр хәрефенә табырға була. Улар менән танышып китәйек.
  • Үҙең тураһында матур, яғымлы һүҙҙәр ишетеү кешенең күңелен үҫтерә, байыта.

А-аҡыллы

Б-баҫалҡы, белемле

В-выжданлы

Г-гүзәл

Ғ-ғәҙел

Д-дәртле, дөрөҫлөктө яратыусы

Е-егәрле, етеҙ

З-зирәк

И- ихтирамлы, итәғәтле, изгелекле, илһамлы

Й- йомарт, йылдам, йылғыр, йүнсел

К-киң күңелле

Ҡ- ҡыйыу, ҡунаҡсыл

Л-лайыҡлы

М- миһырбанлы, маҡтаулы

Н-намыҫлы, нәзәкәтле

О-отҡор

Ө- өлгөр

П- пунктуаль

Р-рухлы

С- сыҙамлы, сабыр, сәләмәт

Т-татыу, тәртипле, тыйнаҡ, татлы телле

У-уңған

Ү-үҙ аллы

Ф- файҙалы

Х-хөрмәтле, холоҡло, хәйләһеҙ

Һ-һөйкөмлө, һылыу

Ш-шат, шуҡ

Ы-ышаныслы

Э-эскерһеҙ, эш яратыусы

Ә-әҙәпле

Ю-юғалып ҡалмаусан

Я-яуаплы

Тренинг   үткәреү.

  • Әйҙәгеҙ, ошо яғымлы, наҙлы һүҙҙәрҙе ҡулланып тренинг үткәрәйек. ( Һәр балаға ҡағыҙ бирелә. Уҡыусылар бер-береһенең матур сифаттарын табып иптәшенә маҡтау һүҙҙәре яҙалар) Бер-ике бала уҡып ишеттерә.

Йомғаҡлау.

  • Шулай итеп бөгөнгө класс сәғәтенән үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?
  • Нимә оҡшаны?
  • Тормошобоҙ йәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ тиһәк,бер-беребеҙгә ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәйек. Һүҙҙең ҙур көскә эйә булыуын ошондай буклет иҫегеҙгә төшөрөп торһон.

                               Һүҙҙәр ҙә бит хас кешеләр кеүек:

Берәүҙәре тора ҡысҡырып,

Икенснһе –артыҡ баҫалҡы ла,

Өсөнсөһө хатта ҡурҡыныс...

Тик барыбер һүҙҙәр донъяһында

Кеше хужа, кеше аҡылы,

Һүҙ бит үҙе кеше асылы һәм

Кеше бөйөклөгө, ялҡыны.

  • Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок литературного чтения в 3-4 классах по темам "Мари калык муро. Мыскара влак." (3 класс), "Мари калык муро. Такмаквлак." (4 класс)

Урок проводится в малокомплектной школе на марийском языке. Урок посвящен использованию культуры, обычаев, традиции марийского народа в учебно-воспитательной работе. Культурно- педагогическое наследие...

Мастер-класс по технологии. Изготовление поделки "Весёлая обезьянка". Мастер-класс предназначен для детей начальных классов

Мастер-класс по созданию поделки из разных материалов "Весёлая обезьянка" в форме презентации...

Разработка урока литературного чтения во 2 классе Автор Пушкарных Людмила Ивановна, учитель начальных классов МОУ «СОШ № 17» г. Палласовки Волгоградской области 2 «А» класс 2010/2011 учебный год УРОК ЛИТЕРАТУРНОГО ЧТЕНИЯ (2 КЛАСС, СИСТЕМА Л.В. ЗАНКОВ

Разработка урока литературного чтения во 2 классеАвтор Пушкарных Людмила Ивановна,учитель начальных классовМОУ «СОШ № 17»г. Палласовки Волгоградской области2 «А» класс 2010/2011 учебный год...

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс) Тема урока: 1 класс Прописная буква З. 2 класс Проверяемые и не проверяемые гласные в корне слова

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс). По теме: 1 класс Правописание буквы З. 2 класс Проверяемые и непроверяемые гласные в корне слова. Поможет учителю при работе с двумя кл...

Примеры математических ребусов: 1 класс, 2 класс, 3 класс, 4 класс, в картинках, с ответами

Родина ребуса — Франция. Именно в этой стране в 16 веке был издан первый сборник ребусов, составленный Этьеном Туаро. В переводе с латинского rebus означает — «при помощи вещей». К настоящему времени ...

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс...