Классный час "Дружба"
классный час (1, 2, 3, 4 класс) по теме

Мухамадуллина Айсылу Юнусовна

Разработка классного часа для учащихся 1-4 классов о дружбе на башкирском языке. В разработке  имеются сказание, проблемные вопросы, трениниги  и их анализы, пословицы и поговорки, рефлексия и др. Такой материал поможет классным руководителям создать в классе благоприятную дружескую атмосферу. К классному часу прилагаются презентация, рисунки.

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Дуҫһыҙ кеше- утһыҙ кеше, Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше. Ҡоштоң көсө - ҡанатында, Дуҫлыҡта көслө кеше. Сафуан Әлибай.

Слайд 3

Әгәр дуҫың ниндәй ҙә булһа насарлыҡ эшләй икән – туҡтат.

Слайд 4

Үҙ хатаңды таный бел һәм дуҫың менән ярашырға тырыш.

Слайд 5

Дуҫыңа мыҫҡыл итмә, унан көлмә.

Слайд 6

Дуҫты кейеменә ҡарап түгел, күңеленә ҡарап һайла .

Слайд 7

Дуҫың менән үсекләшмә

Слайд 8

Ерҙә кеше булып ҡалайыҡ

Слайд 9

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!



Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы Ишембай районы муниципаль районыны Сәлих ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет төп дөйөм белем биреү учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы

БАШЛАНҒЫС СИНЫФТАР ӨСӨН

КЛАСС СӘҒӘТЕ:

“ДУҪЛЫҠ”

 Төҙөүсеһе:

 башланғыс кластар

         уҡытыусыһы

                                                            А.Ю. Мөхәмәҙуллина

СӘЛИХ АУЫЛЫ – 2018 й.

Класс сәғәте: Нимә  ул дуҫлыҡ?

Маҡсат:

1)  Дуҫлыҡ тураһында белемдәрен арттырыу;

2)  Үҙ фекереңде әйтергә өйрәтеү;

4) Балаларҙа әхлаҡ тәрбиәһе булдырыуға булышлыҡ итеү, дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты ҡәҙерләй һәм һаҡлай белеү, коллективта үҙеңде тота белеү;

5) Бер-береңә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, хөрмәтләргә өйрәтеү, дуҫлыҡ ҡағиҙәһен  иҫтә тотоу.

Реквизиттар:

  1. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.
  2. Болоттар, ҡыҙ һәм малай силуэтының киҫмәһе.
  3. Презентация.
  4. Интерактив таҡта.
  5. Ноутбук.
  6. Аудиотаҫма.

Дәрес барышы:

  1. Психологик инеш.

Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, йылмайыу – ул кәйефте күтәрә, эшкә дәрт өҫтәй.

  1. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. Маҡсатты билдәләү.

Оҙон, сит-ҡырағай, йонсотҡос юл буйлап бер кеше менән уның эте китеп баралар, ти. Бара, бара үҙе лә, эте лә арыған. Ҡапыл күҙ алдында оазис (сүлдәге һыулы һәм үҫемлекле урын) хасил булған. Матур ҡапҡа, эсендә – матур һарай ултыра, көй, шишмә сылтырауы ишетелә, сәскәләр күҙҙең яуын алып үҫәләр, ти. Бер һүҙ менән әйткәндә, ял итеү урыны.

  • Был нимә ул? – тип һораған юлсы.
  • Ожмах. – тип яуап биргән ҡапҡа ҡарауылсыһы. – Кер әйҙә, һин хәҙер үлдең бит инде. Йонсоғанһың, бында ял итерһең.
  • Һыу бармы?
  • Күпме теләйһең.
  • Ашаталармы?
  • Йәнең нимә теләй.
  • Ә этемде лә кретергә мөмкинме?
  • Юҡ шул. Эттәрҙе бында кретергә ярамай. Уны ҡапҡа тышында ҡалдыраһың инде, - тигән ҡапҡа ҡарауылсыһы.

Юлсы, этен кретмәгәс, үҙенең дә кергеһе килмәгән һәм артабан юлдарын дауам иткәндәр.

Бара торғас, былар бер фермаға тап булғандар. Ҡапҡа төбөндә ҡарауылсы ултыра, ти.

  • Һыу эскем килә, – тигән юлсы.
  • Урамда ҡоҙоҡ бар, эс.
  • Ә этемде эсерергә мөмкинме?
  • Ҡоҙоҡ эргәһендә һауыт бар, шунда һалып эсерерһең, – тигән ҡапҡа ҡарауылсыһы.
  • Ашатаһығыҙмы?
  • Һине киске аш менән һыйларға мөмкин.
  • Ә этемде?
  • Уға ла бер нисә һөйәк табылыр, – тигән ҡапҡа ҡарауылсыһы.
  • Был ниндәй урын һуң? – тип һораған юлсы.
  • Ожмах.
  • Нисек инде?! Бынан йыраҡ түгел ерҙә генә ҙур һарай ултыра, шишмәләр сылтырай, сәскәләр үҫә ине. Уны “ожмах” тип әйттеләр.
  • Алдағандар. Унда – тамуҡ.
  • Һеҙ нисек быға түҙәһегеҙ?
  • Был беҙгә файҙалы. Сөнки, кемдәр дуҫтарын ташламай, шулар ғына ожмахҡа барып етә ала.

- Хикәйәт оҡшанымы? Тимәк, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Дуҫлыҡ тураһында). Слайд 1 (С. Әлибай)

III. Маҡсатҡа сығыу.

  1. - Һеҙҙең дуҫтарығыҙ бармы?

- Дуҫлыҡҡа өйрәнергә буламы?

- Ниндәй маҡсаттар билдәләйек? Нимә беләсәкбеҙ? Ни эшләйәсәкбеҙ?

- Нимәнелер өйрәнер өсөн, тәүҙә нимәне белергә кәрәк? (ҡәғиҙә).

- Дуҫлыҡ ҡәғиҙәләре менән танышасаҡбыҙ.

- Кем ул дуҫ һеҙеңсә, кемгә дуҫ тип әйтәбеҙ? (фекерҙәрен тыңлау) (парталашың, бергә уйнаған иптәшең, класташың, дәфтәренән күсерткән, лагерҙа бергә ял иткән, магазинға бергә барған һ.б.)

-Дуҫ ниндәй булырға тейеш? (ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы,ҡыйыу, ғәҙел, талапсан, көнләшмәҫкә тейеш, насар һүҙҙәр һөйләмәҫкә, ышаныслы һ.б)      

- Нимә ул дуҫлыҡ? (Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә дуҫлыҡҡа  бына нисек  аңлатма бирелгән. 73-се бит уҡыу.)

- Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата-әсәйең, һиңә  ышынған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ , иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Дуҫлыҡ ҡайҙа башлана? (Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана. (Слайд 2 Ғаилә))

2. Элек-электән халыҡ дуҫлыҡ тураһында әйтем-мәҡәлдәр, ҡобайырҙар ижад иткән. Ә һеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Балалар мәҡәлдәр әйтәләр).

Дуҫтар менән татыу йәшәү яҡшы.

Ысын дуҫ бәхәтһеҙлек килгәндә һанала.

Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна. 
Аҙығың булһа, арымаҫһың, дуҫың булһа, бәләгә тарымаҫһың. 
Айырылмаҫтай дуҫыңа ҡайырылмаҫтай һүҙ әйтмә. 
Айырылыр дуҫ аяулы малыңды һорар. 
Айырылыр дуҫ эйәрҙең арт ҡашын һорай. 
Айыу балаһын алға һалһаң да иш булмаҫ. 
Аҡ эт, ҡара эт — икеһе лә эт. 
Аҡсаң булһа — аш күп, ашың булһа — дуҫ күп. 
Аҡсаң күп булғансы, дуҫың күп булһын. 
Аҡылһыҙ кеше дошманы менән дуҫ булыр, дуҫы менән дошман булыр. 
Алабута аш булмаҫ, ара бутаған иш булмаҫ. 
Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын. 
Алйот дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ. 
Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ. 
Алтау ала булһа — аулағаны китер, икәү иптәш булһа — аңдығаны китер.

  1. Ғәмәли эштәр эшләү.

Ҡәғиҙәләр менән танышыу. (Слайд 3-7). Сөнки был ҡәғиҙәләр беҙгә кәрәк буласаҡ.

  1. «Комплимент» уйыны.

Тышҡы һәм эске түңәрәккә ҡапма-ҡаршы ҡарашып теҙеләбеҙ. Парлы булыу мөһим. Улар бер-береһенә комплимент әйтергә тейештәр. Алып барыусының командаһына сәғәт стрелкаһы буйынса урындарын алмаштыралар. Уйын бөтәһе лә осрашып бөтмәйенсә туҡталмай.

АНАЛИЗ: Үҙегеҙ тураһында йылы һүҙҙәр ишетеүе рәхәт булдымы? Йылы һүҙ әйтеүе рәхәтме әллә ишетеүеме? Тормошта һеҙ күбеһенсә йылы һүҙ ишетәһегеҙме әллә үҙегеҙ әйтәһегеҙме? Ниндәй ҡәғиҙә булһын?

1. Иптәшеңә һинең менән күңелле һәм рәхәт булһын.

2. Дуҫыңдың уңыштарына, еңеүҙәренә бергәләп шатланырға кәрәк.

  1. “Ҡош төркөмдәре” уйыны.

Хәҙер һеҙ бәләкәй генә ҡошсоҡтарға әйләнегәҙ. Музыка аҫтында ҡоштар оса. Минең команда буйынса ниндәй һан әйтәм шул тиклем һеҙ төркөмдәргә тупланырға тейешһегеҙ. Кем парһыҙ ҡала шул уйындан сыға бара.

АНАЛИЗ: Ни өсөн барыһы ла инә алманы? Ситтә тороп ҡалғандар нимәһе менән айырыла?

  1. “Биш йылы һүҙ” уйыны.

Һәр уҡыусы аҡ ҡағыҙға үҙенең бармағын төшөрә һәм уртаһына исемен яҙып ҡуя. Һуңынан һүрәтте түңәрәк буйлап бер-береһенә ебәрәләр. Бармаҡтарға иптәшең тураһында яҡшы, матур һүҙҙәр яҙырға кәрәк. (һин – аҡыллы, матур, яҡшы, һәйбәт, ярҙамсыл һ.б.). Бер бармаҡ та яҙылмай ҡалырға тейеш түгел, күберәк яҙылһа, зарар юҡ.

АНАЛИЗ: Әгәр беҙ дуҫлашырға теләйбеҙ икән, тимәк беҙ ул кешенең күңелен аңларға тырышырға, уға нимә кәрәк икәнлеген һиҙемләргә тейешбеҙ. Кеше бер-береһенә оҡшамаған: милләттебеҙ, ғәҙәтебеҙ, кейемебеҙ, йәшебеҙ менән айырылабыҙ. Әммә һәр кеше үҙе тураһында тик яҡшы һүҙҙәр ишеткеһе килә, ихтирам итеүҙәрен теләй һәм яратылғыһы, ҡәҙерле булғыһы килә. Һәр бала, кеше – ул ҡабатланмаҫ шәхес, үҙенең айырым хистәре, үҙенсәлектәре. Әгәр бөтә кешеләр ҙә бер төрлө булһа, беҙҙең өсөн тормош ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Ниндәй һығымта эшләйбеҙ?

  1. “Болоттар” уйыны.

Иҙәнгә болот формаһында аҡ ҡағыҙҙар түшәлә. Бер бала болоттар аша атлап үтә. Улар кәмей барған һайын, болоттан болотҡа күсеүе ауырлаша. Һуңғыһында бөтөнләй һикерә алмай. Ниэшләргә? (Дуҫтар ярҙамға килергә тейеш).

АНАЛИЗ:

  1. Бер-береңде тәнҡитләмәҫкә.
  2. Ҡыйын ваҡыттарҙа ярҙам ҡулы һуҙыу.

  1. Проблемаларҙы хәл итеү.

  1. Дуҫың мәктәпкә килмәне:

А) Ҡайғырып та бирмәйем, кәрәк булһам үҙе шылтыратыр әле.

Б) Иртәгәгә тиклем көтәм. Килмәһә – шылтыратып белешермен.

В) Бөгөн үк барып, ниңә килмәгәнен белешәсәкмен.

  1. Һеҙ дуҫың менән уйнарға һөйләштегеҙ. Әммә уның эштәре бөтмәгән: әсәһе ҡушҡан, һауыт-һабаны йыуырға кәрәк.

А) Тышта уйнап, уны көтөп йөрөйөм.

Б) Өйҙәренә кереп, көтөп ултырам.

В) Һауыт-һабаһын йыуырға ярҙам итәм һәм бергә уйнарға сығасаҡмын.

  1. Мәктәптә дуҫыңдың ручкаһы һынды:

А) Үҙемдең ручкамды бирәм.

Б) Ҡайғырмаясаҡмың, башҡа берәйһенән алып торор әле.

В) Тәнәфестә запас ручка эҙләргә ярҙам итәсәкмен.

  1. Рефлексив анализ.

Ҡәғиҙәләр (Слайд 4-8)

Балаларҙың алдында “ҡыҙ”, “малай” силуэттары ята. Һәр бала төҫлө ҡәләмдәр менән, кәйефтәренә ҡарап, йөҙҙәрен төшөрөрә һәм дөйөм ҡағыҙға (ватманға) йәбештерә.

  • Хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ, дуҫлыҡ, кешенең аң үҫешендә, айырым урын алып тора. Дуҫыңды тапҡас, һеҙ төрлө һынауҙар үтеп, аң кимәленең яңы баҫҡысына күтәрелерһегеҙ.

  1. Мультфильм ҡарау: “Мой друг – зонтик”. Киностудия “Союзмультфильм”


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конкурс "Самый классный классный руководитель"

В феврале 2011года в нашем городе проходил районный конкурс учителей "Самый классный классный руководитель". Интересно, местами сложно, но нужно. От СОШ №1 принимали участие два педагога начальной шко...

Сценарий классного часа "Семья без детей, как день без солнца " + анализ. На конкурс "Самый классный классный"

Классный час на конкурс "Самый классный классный".Тема "Семья без детей, как день без солнца"Э п и г р а ф: Семья без детей, как день без солнца (античный афоризм)  (на правой половине доски)Ход ...

Портфолио классного руководителя. Конкурсные материалы на районный конкурс "Самый классный классный"

Результаты педагогической деятельности, формы работы классного руководителя, достижения класса и учащихся....

Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации

Выступление на заседаниигородского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта»п...

Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации де

Если учесть, что в настоящее время, по данным статистики, дети мигрантов, недавно прибывших из стран СНГ и российских регионов, составляют 20–30 процентов общего числа учеников, т...