“Әҙәпле булыу еңелме?” класс сәғәте 3 класс
классный час (3 класс)

Аккубакова Науфиля Фаязовна

Укыусыларҙы әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырыу, матур ғәҙәттәр, әҙәплелек тураһында фекер алышыу.

Скачать:


Предварительный просмотр:

 Тема: “Әҙәпле булыу еңелме?”

Маҡсат: уҡыусыларҙы әҙәп ҡәғиҙәләре менән таныштырыу, әҙәплелек тураһында һөйләшеү.

Йыһаз: компьютер,проектор.

Хәҙер класс сәғәтебеҙҙе ошондай шиғыр менән башлайыҡ.

Иртән әсәй уята:

-Ҡыҙым, хәйерле иртә!

Шул тылсымлы һүҙ мине

Көн буйы ҙаҡлап йөрөтә.

Әбей мәктәпкә оҙата:

-Ҡыҙым, - тип, - хәйерле юл!

Әбейем изге күңелле,

Гел хәйерле була юл.

Мин шундай һүҙҙәр беләм.

Һин дә беләһең микән?

Хәйерле юл! Хәйерле көн! –

Тылсымлы һүҙҙәр икән!

  • Уҡыусылар, был шиғырҙа ниндәй тылсымлы һүҙҙәр бар? Табып, уҡып күрһәтегеҙ. Ә һеҙ ниндәй яғымлы тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙ?

Ә нимә һуң ул әҙәп? Әҙәп ул кешелек сифаты. Әҙәпле кеше булыр өсөн матур ғәҙәтле булырға кәрәк.

Әҙәпле кешеләр бер-береһе менән нисек аралашалар, ниндәй һүҙҙәр ҡулланалар. (ИТ)

  • Ә һеҙ ҡулланаһығыҙмы?
  • Тәртипле, тәрбиәле кеше бөтә ерҙә лә әҙәпле булырға тейеш (транспортта ла, өйҙә лә, мәктәптә лә)
  • Ә хәҙер,уҡыусылар, таҡтаға ҡарайыҡ.

1 һүрәт – транспортта. (ИТ)

  • Ул бала әҙәпле? Ни өсөн?
  • Был яуап менән һеҙ ризамы?

Ә хәҙер , уҡыусылар, таҡталағы бирелгән хаталарҙы төҙәтегеҙ (ИТ)

2 һүрәт – өйҙә.

  • Өйҙә беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейешбеҙ. Был бала дөрөҫ эшләйме? Ә һеҙ өйҙә үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ?

(ИТ) Һүҙбәйләнештәр яһағыҙ:

Бүлмәне ни эшләргә кәрәк?

Сүп-сарҙы сығар һ.б.

Ошо эштәрҙе башҡарһаҡ беҙҙең ата-әсәйҙәребеҙ ҙә шат булыр.

3 һүрәт – мәктәптә.

  • Уҡыусылар, ә беҙ мәктәптә үҙебеҙҙе нисек тоторға тейешбеҙ?

1-се эш

(ИТ) Ҡылымдарҙы дөрөҫ ҡулланығыҙ.

(ИТ) Синонимдарын тап.

2-се эш

Отзывчивый – ярҙамсыл

Һаран – жадный

Ябеда – ошаҡсы

Яғымлы – приветливый

 Афарин, уҡыусылар! Эштәрҙе дөрөҫ башҡарҙығыҙ.

(ИТ) Тест һорауҙарына яуап бирегеҙ, үҙегеҙҙе тикшерегеҙ.

  1. Асыуың килһә, ишекте бәреп ябаһың.
  2. Һинән кешеләр көлһә, һәр ваҡыт асыуың килә.
  3. Бәхәсте һәр ваҡыт һин беренсе башлайһың.
  4. Әйбер оҡшамаһа, уны иҙәнгә бәрәһең.
  5. Бәхәсте тыныс юл менән хәл итергә була тип уйлайһың.
  6. Һиңә бөтәһе лә һоҡланырға тейеш тип уйлайһың.
  7. Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмәйһең.
  8. Һинең менән килешмәһәләр, ҡысҡыраһың.
  9. Оҡшамаған кеше булһа, белдермәйһең.

10.Һине тәнҡитләһәләр, рәхмәт әйтәһең.

                           Эшегеҙҙе тикшерәйек.

Нисә һорауға “эйе” тип  яуап бирҙең, шуларҙы һана.  Һөҙөмтә:

0-3. Һин – бик тәрбиәле, бик әҙәпле бала. Һине дустарың, туғандарың, таныштарың, күршеләрең - барыһы ла яраталар.

                                                                                              

4-6. Һин йыш үпкәләйһең, йыш асыуың килә. Тупаҫ, тәртипһеҙ була алаһың. Ләкин һин яуыз түгел, күңелең насар түгел.

7-10. Һин – бик тәрбиәһеҙ, бик әҙәпһеҙ бала. Үзеңде ҡулда тоторға өйрән, дустарһыҙ, яңғыз ҡалырһың.

 

-Шулай итеп,  уҡыусылар, әҙәпле булыу еңелме?

  • Эйе, ысынлап та бөтә әҙәп ҡағиҙәләрен үтәһәң, кешеләр менән яғымлы мөнәсәбәттә булһаң, матур һүҙҙәр әйтһәгеҙ, кешеләргә ярҙам итһәгеҙ әҙәпле булыу ауыр түгел.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Прощание с первым классом «Прощай, 1 класс!» Оформление: шары, выставка тетрадей, плакаты «Прощай, 1 класс!»

Прощание с первым классом«Прощай, 1 класс!»Оформление: шары, выставка тетрадей, плакаты «Прощай, 1 класс!»Оборудование: мультимедийный проектор, компьютер, презентация.(Звучит торжественная музыка. Де...

Рабочая программа по немецкому языку 2-4 классы, 5-6 класс и 9 класс

Рабочая программа составлена с требованиям ФГОС для 2-4 классов и 5-6 классов. Для 9 класса по ФК ГОС....

Конспект урока "Класс миллионы. Класс миллиарды" (4 класс, УМК "Школа России")

Вашему вниманию предоставляю конспект урока по математике на тему: "Класс миллионы. Класс миллиарды". Данный конспект предназначен для учащихся 4 класса УМК "Школа России"....

Конспект урока по математике "Класс единиц и класс тысяч", УМК "ПНШ" (3 класс)

Цели деятельности учителя: введение понятия «класс»; ознакомление с классом единиц и классом тысяч.Планируемые результатыПредметные:Знать: класс единиц и класс тысяч, разряды каждого класс...

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс...

Праздник окончания 2 класса "Прощай 2 класс, 3 класс встречай нас"

Сценарий праздника, посвященного окончанию 2 класса...

Математика.Тема урока: Класс миллионов и класс миллиардов. 4 класс

Конспект урока по математике. Тема урока "Класс миллионов и класс миллиардов"...