Класс сәғәте. Шәжәрә.
классный час

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы

,

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon klassnyy_chas_pro_shezhere.doc43.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

 «Полилингваль күп профилле интернат-мәктәбе»

муниципаль  дөйөм белем биреү  автономиялы учреждениеһы

 

Класс сәғәте:

“Шәжәрәлә - сал тарих”

Ғибәҙуллина Регина Айҙар ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нефтекама

Маҡсат: 1.Уҡыусыларҙы шәжәрәнең килеп сығышы, уның әһәмиәте менән таныштырыу, шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыу, төп фекерҙәрен асыу;

2.Халыҡтың үткәненә хөрмәт, туғандарыңа ихтирам, иғтибар

тәрбиәләү;

3.Һәр балала үҙ шәжәрәһен төҙөргә теләк уятыу,тасуири уҡыу күнекмәләрен яҡшыртыу, һүҙ байлығын арттырыу.

Йыһазлау: Шәжәрә ағасы төшөрөлгән һүрәт, мәҡәлдәр яҙылған плакаттар, Ҡ. Аралбай портреты, С.Галиндың “Тел асҡысы – халыҡта” китабы

 

Уҡытыусы. Шәжәрә, ғәрәп телендә “ағас” тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫелде, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни өсөн ағас?

        Ағас борон башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Халыҡтың тормошон сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары – киләсәгебеҙ.

             1-се уҡыусы.   Был халыҡтың иле булған, теле булған,

                                   Рухы бөйөк, ғорурлығы, ихтияры.

                                Азатлыҡ тип көрәшеүсе батырҙары,

                                Йософ менән Зөләйхалай матурҙары.

     2-се уҡыусы. Был халыҡтың ҡалған беҙгә рухы, хисе,

                                Шаңы ҡалған, даны ҡалған һәм моңдары.

                                Моңдар аша, күңел аша хөрлөк ҡалған,

                                Йырҙар аша, иман аша милләт тыуған.

                                        “Туған  телем” йыры яңғырай.

Уҡытыусы. Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә тамырҙарыбыҙ бар. Тамыр ул – беҙҙең кисәге көнөбөҙ, бер йыл элек, йөҙ йыл элек, мең йыл элек үткән көнөбөҙ. Ул беҙҙең тарихыбыҙ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙ нәҫелен иң беренсе телдән-телгә һөйләп, ә һуңынан яҙып ҡалдырған. Беҙҙең ауылда ла үҙ нәҫел ептәрен юғалтмай шәжәрә итеп төҙөп ҡалдырыусылар бар.

3-сө уҡыусы.  Шәжәрә - ғәрәп һүҙе, ул ырыу ағасы тигәнде аңлата. Борон-борондан туған-ҡәрҙәшлек ептәрен ағас олоно һәм уның ботаҡтары, япраҡтары формаһында күрәһәткәндәр. Башҡорт шәжәрәһендә тик ирҙәр исеме генә алынған, ә ҡыҙ исемдәре яҙылған осраҡта ла ул таралып китә алмаған. Йола буйынса башҡорттар үҙ нәҫелдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш булған. Шәжәрәне тик ырыу ағасы тип кенә ҡарарға ярамай, сөнки бик күп шәжәрәләрҙә илебеҙҙең тарихы ла сағылып ҡала. Ул мөһим ваҡиғаларҙы яҙып барған йылъяҙма. Мәсәлән, башҡорттарҙың Рус дәүләте составына инергә саҡырылыуҙарын Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Тамъян ырыуҙары шәжәрәләрендә лә уҡырға мөмкин. Күп кенә шәжәрәләрҙә башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуы һәм шәжәрәнең рәсми документ булараҡ ҙур мәғәнәгә эйә булыу ла билдәле. Бынан дүрт йөҙ илле йыл элек Рус дәүләтенә ҡушылыу өсөн меңдәр ырыуынан да дүрт илсе барған. Улар араһында тамырҙары беҙҙең яҡтарға килеп тоташҡан Ҡәнзәфәр бей ҙә булған. Шәжәрәлә тормош-көнкүреште, фольклорҙы ла күрергә була. Мәҫәлән, Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе шиғри формала һаҡланып ҡалған.

        Тәүге шәжәрәләр ун икенсе-ун өсөнсө быуаттарҙа төҙөлгән. Был турала беҙ легендаларҙан уҡып беләбеҙ. Мәҫәлән, “Бәрей ырыуы” легендаһы шәжәрә формаһында башланып китә.

        Иң боронғо шәжәрәләр беҙҙең көнгә тиклем килеп етмәгән. Элек улар халыҡ ижады кеүек телдән-телгә һөйләнә килгән. Иң беренсе яҙылған шәжәрә юрматы ырыуыныҡы. Шәжәрәләр ғәрәп хәрефтәре менән әҙәби төрки телендә яҙылған.

4-се уҡыусы. Шәжәрә - ул байрам ғына түгел,

                Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше.

                Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,

                Уттар аша ғүмер киҫеше.

                Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,

                Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,

                Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,                 

                Бороңғо ла,  йәш тә, хәҙерге.

                Шәжәрә - ул моңло “Буранбай”ҙай,

                Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай,

                Буш тормаған бала бишегендәй,

                Арҡа терәр мәғрүр Уралдай.

                Шәжәрә - ул бөйөк, изге йортоң,

                Уға тейеш һин бер ҡайтырға.

                Унда һине туғаныңа

                Ер ҙә, йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

                Ырыу ағасым һин, әй шәжәрәм!

                Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

                Күкрәк киреп олон тарбайтканда,

                Күкте терәп ерҙә һин торғанда

                Йәшәргә лә әле йәшәргә!

                                (Ҡ.Аралбаев)

5-се уҡыусы.

        Был тормоштоң ҡапыл йәме бөтһә,

        Күңелдәрем китһә һыуынып,

        Янып торған ете егет булып

        Алға баҫа ете быуыным.

        Йөҙҙәренә әле ҡояш ҡарай,

        Әле ҡарлы әсе ел бәрә.

Төхфәт –

         Шәрәфи –

                Мөхәмәтша –

Хәсән –

        Ҡотлоәхмәт –

                Бикбай –

                           Аҫылгәрәй.

        Батшаларҙың нәҫеле киҫелгәндә

        Тармаҡланған һаман шәжәрәм.

Мин – тамырлы, тамырҙарым – нурлы,

Олондарым йырлап йәшәрә.

(Р. Бикбай.)

6-сы уҡыусы.

Бер быуындың ҡылған хатаһынан

Йәш бөрөләр күпме ҡороно.

Мин – тамырлы.

        Тамырҙарым – нурлы.

Тармаҡлана бар олоном.

Мөмкинме һуң яңғыҙ ҡалыуҙарың,

Мөмкинме һуң етем булыуың,

Еркәйемдең ете ҡаттарынан

Етегән шишмә булып гел типкәндә,

Етегән йондоҙ булып нур һипкәндә

Ете яҡтан ете быуыным. (Р. Бикбай.)

Уҡытыусы. Шәжәрә байрамдары – онотолоп барған, ләкин сикһеҙ әһәмиәтле сараларҙың береһе. Улар үткәнеңә күҙ һалырға, тарихты аңларға, белергә ярҙам итә. Әле шәжәрә байрамы Башҡортостандың төрлө райондарында үтә, улар матур йола итеп тергеҙелһә, киләсәктә беҙҙең балаларыбың үҙ тамырҙарын белеп үҫер, ырыу ағасының ныҡлы булыуын ҡайғыртыр тип ышанабыҙ. Иҙге йолалар һуңғы йылдарҙа бер аҙ онотола төшһә лә, хәҙер халыҡтың милли үҙаңы яңынан уяна башланы, бөгөн күп кешеләр ғаиләһенең, иленең, ауылының тарихын белергә ынтыла.

        Был аңлашыла ла, сөнки күптән билдәле бер хәҡиҡәт бар – тарихҡа күҙ һал да, киләсәгеңде күҙалла. Был күркәм сараның төп ҡаҙанышы – ата-бабаларыбыҙға, нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеү ул.

Класс сәғәтен тамамлағанда:

Ҡыҙ.  Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

        Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

        Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

        Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!

Егет.  Шәжәрәмдә - сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнгөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ,

        Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок литературного чтения в 3-4 классах по темам "Мари калык муро. Мыскара влак." (3 класс), "Мари калык муро. Такмаквлак." (4 класс)

Урок проводится в малокомплектной школе на марийском языке. Урок посвящен использованию культуры, обычаев, традиции марийского народа в учебно-воспитательной работе. Культурно- педагогическое наследие...

Мастер-класс по технологии. Изготовление поделки "Весёлая обезьянка". Мастер-класс предназначен для детей начальных классов

Мастер-класс по созданию поделки из разных материалов "Весёлая обезьянка" в форме презентации...

Разработка урока литературного чтения во 2 классе Автор Пушкарных Людмила Ивановна, учитель начальных классов МОУ «СОШ № 17» г. Палласовки Волгоградской области 2 «А» класс 2010/2011 учебный год УРОК ЛИТЕРАТУРНОГО ЧТЕНИЯ (2 КЛАСС, СИСТЕМА Л.В. ЗАНКОВ

Разработка урока литературного чтения во 2 классеАвтор Пушкарных Людмила Ивановна,учитель начальных классовМОУ «СОШ № 17»г. Палласовки Волгоградской области2 «А» класс 2010/2011 учебный год...

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс) Тема урока: 1 класс Прописная буква З. 2 класс Проверяемые и не проверяемые гласные в корне слова

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс). По теме: 1 класс Правописание буквы З. 2 класс Проверяемые и непроверяемые гласные в корне слова. Поможет учителю при работе с двумя кл...

Примеры математических ребусов: 1 класс, 2 класс, 3 класс, 4 класс, в картинках, с ответами

Родина ребуса — Франция. Именно в этой стране в 16 веке был издан первый сборник ребусов, составленный Этьеном Туаро. В переводе с латинского rebus означает — «при помощи вещей». К настоящему времени ...

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс...