"Башланғыс мәктәп менән хушлашыу" кисәһе
методическая разработка (1 класс)

Асянова Дильбяр Даригатовна

Уҡыусылар башланғыс мәктәпте тамамлағас, сығарылыш кисәһе үткәрелә.  

Скачать:


Предварительный просмотр:

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия- интернаты

муниципаль район Ғафури районы Башҡортостан Республикаһы

Кластан тыш сара

Әлифба байрамы.

Красноусол-2025

Әлифба байрамы.

Сәхнә байрамса биҙәлгән. “Әлифба” йыры уйнай. Ҡулына ҙур әлифба китабы тотоп Хәрефбикә килеп инә.

Оло байрам бөгөн беҙҙә


Байрамдың да байрамы.


Ҡотло булһын, гөрләп торһон,


Әлифбабыҙ байрамы
!

- Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар. Мине танынығыҙмы? Мин-Хәрефбикә, беренсе кластарҙың дуҫы булам. Хәҙер беренселәрҙе байрамға саҡырып киләм. Бөгөнгө байрамдың төп ҡунағы- Әлифба китабын ошонда ҡалдырып торайым әле. (Әлифба китабын ултырғысҡа һөйәй ҙә сығып китә)

Сәхнәгә кирелә-кирелә Ялҡаубай килеп керә.

-Уф, ялҡауым килә уҡырға

Яратам тик кенә ятырға

Яратам телевизор ҡарарға

Һәм тәмле итеп ашарға (Ҙур алма кимерә, эсен һыйпап ала)

Әлифба китабын күреп ҡала.

-Тәк, тәк, тәк, китап тора. Ултырғысҡа ултырып, китап биттәрен асып уҡый. А....лыыыы ааааал, рыыы аааааа рррраааааа. УУУффффф

Хәреф тә белгем килмәй,

Китап уҡығым килмәй

Уҡы тиһә әсәйем

Хәҙер инде ни эшләйем?

(Тороп баҫа, башын тырнай)

-Әлифбаны йәшерһәм

Берәү уны күрмәһә,

Уҡы тимәҫ берәү ҙә

Ялҡау килә былай ҙа.

Тирә-яғына ҡарана ла, әлифба китабын алып сәхнә артына йәшерә.

- Йоҡлап торайым әле, арыттыыы.... тип ултырғысҡа ултырып хырылдап йоҡлап китә.

Музыка яңғырай. 1 А класы флешмоб бейей. Бейеп бөткәс 1б класы ла сығып теҙелә.

Я. Һикереп тора ла балаларға әйтә:

-Ни эшләп миңә йоҡларға бирмәйһегеҙ? Кемдәр ул һеҙ?

Х. – Һаумы, Ялҡаубай. Беҙ беренселәр, байрамға килдек.

Я.- Алдашмағыҙ, 13 февраль ниндәй байрам ти ул?

Бала – Беҙҙә бит Әлифба байрамы!

Я.- Уныһы нимә тағы?

Бала- Әлифба ул-беҙҙе уҡырға, яҙырға өйрәткән китап!

Я. Булһа ни, бына мин әлифбаһыҙ ҙа йәшәй алам. Ашайым да йоҡлайым, ашайым да йоҡлайым.

Бала- Әлифбаны уҡымағас, белемһеҙ ҡалаһың бит, Ялҡаубай.

Я.-Ой,ой,ой...

Х.- Әлифба китабын ошонда ҡалдырғайным, юҡҡа сыҡҡан. Һин күрмәнеңме, Ялҡаубай?

Я.-Юҡсы, юҡ, күрмәнем.

Х.-Был һинең генә эшең Ялҡаубай, әйт, ҡайҙа ҡуйҙың әлифбаны?

Я.- Иң беренсе миңә йырлап күрһәтегеҙ, шунан әйтермен.

“Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры

Я. Биииик матур йырланығыҙ, афариндар! Хәҙер минең һорауҙарыма яуап биреп ҡарағыҙ.

-Өфө уртаһында нимә бар?

-Кәзәгә ете йәш тулғас, ни эшләй?

-Көн менән төн нимәһе менән айырыла?

-Машинаның ниндәй тәгәрмәсе әйләнмәй?

Я. Ҡайҙан шул тиклем күп беләһегеҙ? Үҙҙәре минән дә бәләкәй!

У. Әлифбаны уҡығанға беҙ шулай күп беләбеҙ!

Я. Ой,ой, маҡтансыҡтар. Ярай, хәҙер әлифбаны килтерәм.

Ялҡау сығып китә, балалар шиғыр һөйләй.

У. Әлифбабыҙ тамам булды

Беҙ йыйылдыҡ байрамға

Шатлығыбыҙ эскә һыймай

Һеҙгә нисек һөйләргә?

У. Күтәренке күңелле

Бар ҙа көләс, шат бөгөн

Күктә ҡояш йылмая,

Йәшерә алмай шатлығын.


У. Йырлайһы килеп кенә

Тора барыбыҙҙың да.

Көтөп алған байрамы

Бөгөн һәммәбеҙҙең дә.

Әлифба килеп керә. Уны ике ростовые куклы етәкләгән. Сыҡҡас та музыка ебәрелә, бейейҙәр.

-Һаумыһығыҙ, дуҫтарым,

Ҡәҙерле кескәйҙәрем.

Байрам менән ҡотларға тип

Ашығып килеүҙәрем.

У. Әлифба, Әлифба

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә

Ҙур байрам шикелле!

У. “Әсәй, атай, Ватан,” — тиеп

Теҙәбеҙ матур һүҙҙәр,

Үҙебеҙсә уҡығанда

Нурланып китә йөҙҙәр.

У. Ниндәй күңелле

Хәреф белеүе

Шул хәрефтәрҙән

Һүҙҙәр төҙөүе!

У. Ҡыҙыҡ әкиәтте

Уҡыуы рәхәт.

-Рәхмәт, әлифба,

Һиңә ҙур рәхмәт!- Хор менән

Йыр «Әлифба»

У. Иң яҡын дуҫтарың

Булдыҡ беҙ гел һинең

Һәр хәреф йылмайып

Әйтте үҙ исемен!

Әлифба:

Кем ҡайһы шиғырҙы

Бигерәк тә оҡшатты?

Йә һөйләп бирегеҙ,

Асмайса китапты.

Уҡыусылар әлифбалағы шиғырҙарҙы һөйләйҙәр

Әлифба.

Рәхмәт һеҙгә дуҫтарым,

Күңелдәрем шатлана.

Ныҡышмал, тырыштар ғына

Уңышҡа ирешә ала.


Әлифба: Ҡәҙерле балалар, уҡып-яҙырға өйрәнеүҙә уҡытыусыларығыҙҙың, ата-әсәйҙәрегеҙҙең ярҙамы ҙур булды. Әйҙәгеҙ уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәйек.

- Хөрмәтле уҡытыусы-тәрбиәселәребеҙ!

-Ҡәҙерле ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ағайҙәр һәм апайҙар!

-Ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә: Ҙур рәхмәт!

Концерт номерҙары:

  1. Дуэт. Гюнеш Эмир һәм Вәлитова Нәргизә башҡарыуында “Әсәйемә” йыры!
  2. Малайҙар башҡарыуында “Ҡурайсы” йырын рәхим итеп тыңлағыҙ!
  3. Һеҙҙең алда 1 б класы бейей!

Әлифба : Һай,афариндар!

Әлифба:
Китәм һеҙҙән, балалар,
Шатланып, ғорурланып.
Уҡыуҙың да, яҙыуҙың да
Төп нигеҙен бирҙем тип.
Минең менән алмашҡа
Ике дәреслек килер.
Туған тел һәм башҡорт теле

Һеҙҙең дуҫығыҙ булыр.

Я.- Мине лә үҙең менән ал әле, Әлифба, минең дә уҡырға өйрәнгем килә.

Әлифба: Һау булығыҙ, балалар!

Әлифба, Ялҡаубай, Хәрефбикә залдан сығып китәләр.


Күңелле көй аҫтында Туған тел менән башҡорт теле инә, бейейҙәр.
Туған тел:
Һаумыһығыҙ, балалар!

Башҡорт теле: Хәйерле көн ҡунаҡтар!
Туған тел: Мин туған тел буламын.
Башҡорт теле: Мин башҡорт теле булам.
Туған тел: Көн дә бергә йөрөрбөҙ.
Башҡорт теле: Бик күп белем бирербеҙ.
Туған тел: Мине уҡып һөйләрһең.
Башҡорт теле: Мине яҙып көйләрһең.
Туған тел: Минең менән һөйләшеп.
Башҡорт теле: Минең менән серләшеп.
Туған тел: Бик күп юлдар үтәрһең.
Башҡорт теле: Хыялыңа етерһең.

Туған тел –Балалар, һеҙ мәҡәлдәр беләһегеҙме? Улайһа, мин мәҡәлдең башын әйтәм, ә һеҙ аҙағын әйтегеҙ.

Тыуған илем – алтын бишек.

Кем эшләмәй-шул ашамай.

Уҡыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу.

Башҡорт теле: Донъяла иң – иң матур ил


Хор: Ул минең туған илем
!


Туған тел: Донъяла иң – иң матур тел


Хор: Ул минең туған телем
!

Башҡорт теле : Башҡорт теле-беҙҙең туған телебеҙ. Уны беләйек, өйрәнәйек,ҡәҙерләйек!

Туған тел: Беренселәрҙе ҡотлау өсөн һүҙҙе гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына бирәбеҙ.

Башҡорт теле: Ә хәҙер һүҙҙе беренселәрҙең уҡытыусылары-Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы һәм Зөлфиә Юныс ҡыҙын бирәйек!


Уҡытыусы
: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәйҙәр, ҡәҙерле балалар! Бөгөн беҙҙә ысынлап та ҙур байрам. Әле генә 1 сентябрь көнө тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап ингән ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Хәрефтәр менән танышыу,һүҙҙәр төҙөү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ-уҡырға,яҙырға,матур итеп һөйләшергә,миҫал,мәсьәләләр сисергә,әҙәпле булырға,ололарҙы һәм кеселәрҙе хөрмәт итергә,аҡыллы,тәртипле булырға өйрәндегеҙ. Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайым! Был байрам-барыбыҙҙың да уртаҡ байрамы. Һеҙ ҙә хөрмәтле ата-әсәләр улар менән өр-яңынан башлап тағы бер ҡат әлифбаны уҡып сыҡтығыҙ. Бик ҙур рәхмәт һеҙгә!

Байрамыбыҙ ҡотло булһын! Тағын да шундай бик күп хеҙмәт,уңыштарын байрам итергә яҙһын. Һеҙҙең һәр берегеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар,ныҡлы һаулыҡ,ғаилә именлеге,яңынан-яңы уңыштар теләйем.

Флешмоб

-Ҡотлау өсөн һүҙ ата-әсәйҙәргә бирелә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү ...

"Һау бул башланғыс класс!" Байрам өсөн сценарий.

Сценарий выпускноговечера на башкирском языке...

Башланғыс кластар нисек йәшәй. Презентация

Из опыта работы начальной школы...

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын үҫтереү

Йөкмәткеһе1.     Инеш.Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшө.          2.     Төп өлөш...

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу

ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...

Һау бул, башланғыс мәктәп! иртәлеге сценарийы

Сценарий выпускного утренника на башкирском языке....