Мин йәшәгән йорт, район. Күрһәтеү алмаштары. конспект урока для 4 кл
план-конспект урока по чтению (4 класс)

Халилова Регина Фановна

КОНСПЕКТ УРОКА ДЛЯ 4 КЛАССА

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл min_yshgn_yort_rayon._kurhteu_almashtary.docx26.34 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы

Хәлилова Регина Фән ҡыҙы.

Дәрес темаһы

Мин йәшәгән йорт, район. Күрһәтеү алмаштары.  

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, күрһәтеү алмаштарын таба, ҡулланырға өйрәнеү,  йәшәгән йорт, район тураһында өйрәнеү.  

Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи:  үҙебеҙ йәшәгән йорт, ауыл, районға ҡарата ғорурлыҡ тойғоларын тыуҙырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре:  яңы һүҙҙәр өйрәнеү, күрһәтеү алмаштарын телмәрҙә ҡулланырға, айырырға өйрәнеү,

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; уҡыу мәсьәләһен сисергә өйрәнеү.

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, дөйөмләштерә, күрһәтә белеү; һығымта эшләй белеү.

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралашыу, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре:    үҙебеҙ йәшәгән йорт, ауыл, районға ҡарата ғорурлыҡ тойғоларын тыуҙырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу

“Башҡорт теле” дәреслеге, башҡорт теленән эш дәфтәре, яңы һүҙҙәр.

Дәрес барышы

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

 - Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

 - Дәрестә кемдәр юҡ?

Артикуляцион күнегеү

Бүлмә тып-тын,

Дәрес бара.

Яңы тема

Бик ҡыҙыҡ.

Уҡытыусы һөйләгәнде

Беҙ тыңлайбыҙ йотлоғоп. (М. Дилмөхәмәтов)

 

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашыу.

Уҡытыусы тәүҙә уҡый.

Хор менән уҡыйҙар.

Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнәләр.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңлау.

Ш. : белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

  • Алдағы дәрестә ниндәй тема үттек?

 

  • Эш дәфтәрҙәрендәге өйгә эштәрен тикшереү. 25- се бит 1- се күнегеү, 26- сы күнегеү 1,2 – се күнегеү.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  1. Шиғырҙы хор менән уҡыу. Шиғырҙы рус теленә тәржемә итеү.

Ватан ул, ҡыҙым, - Тыуған ил,

Бына беҙ торған урын.

Был ерҙә ғүмер кисергән

Атай- бабайҙар борон. (Рәшит Ниғмәти)

  • Был шиғыр нимә тураһында?
  • Беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  • Эйе, уҡыусылар, беҙ дәрестә тыуған йорт, йәшәгән ер, район  тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Уҡытыусы шиғырҙы уҡый, уҡыусылар хор менән уҡыйҙар.

Рус теленә тәржемә итәләр.

Р. : уҡытыусы менән берлектә дәрестең темаһын, үҙҙәренең эшмәкәрлектәренең маҡсатын билдәләргә өйрәнеү.

Т.б. : логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү.

IV. яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  1. Дәреслектән 44- се бит 2- се күнегеү. Һорауҙарҙы  уҡырға. Һорауҙарға яуап бирәләр.
  1. Һин ҡайҙа йәшәйһең?
  2. Ҡайһы урамда тораһың?
  3. Өйөгөҙ ҙурмы?
  4. Фатирығыҙҙа нисә бүлмә?
  5. Бүлмәләрҙә нимәләр бар?
  6. Һинең бүлмәң бармы? Ул ниндәй?

Күрһәтеү алмаштары (указательные местоимения) – был - это, ошо - этот, бынау – этот

Теге - тот, шул, анау – вот этот, ул - этот

Һорауҙарға яуап бирәләр.  

К. : диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау күнекмәһе формалаша, һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылыҡ белеүгә ынтылыш формалаша.

 

V . Ял минуты.

Сәп-сәп-сәпәкәй (сәпәкәй итеү),

Минең ҡулым бәләкәй (сүкәйеп ултырыу)

Ҡулын күтәргән була (ҡулдарҙы күтәрергә)

Сәпәкәй иткән була (сәпәкәй итеү). 

Уҡытыусы артынан хор менән хәрәкәттәр эшләп ҡабатлайҙар.

Ш: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

  • Дәреслектән 44- се бит 3- сө күнегеү. Тексты уҡырға, тәржемә итергә.

Тыуған йорт – родной дом

Үҙ донъяһы – свой мир

Көс бирә – дает силы

Уртаҡ йорт – общий дом

Ышаныс – доверие

Ҡурҡыныс янамай – опасность не угрожает

Йылылыҡ – теплота

Тыныслыҡ – спокойствие

Уртаҡ – общий

Изге - святой

  • Эш дәфтәренән 28- се бит 1- се күнегеү. Һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән тоташтырырға.

Ватан – Родина

Тыуған яҡ – родная сторона, малая родина

Тыуған ер – родная земля

  • Эш дәфтәренән 28- се бит 2- се күнегеү. Диалогты тултырып яҙырға.

Текст менән танышалар. Рус теленә тәржемә яһайҙар.

Эш дәфтәрендә яңы һүҙҙәрҙе яҙырға.

Һүҙҙәрҙе тәржемә итеп дөрөҫ тәржемәһе менән тоташтыралар.

К. : һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау, һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәһе формалаша.

Р. : уҡыу мәсьәләһен аңлай, ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыра, ҡуйылған һорауға яуап бирергә өйрәнәләр.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
  • Нимәгә өйрәндегеҙ?
  • Рефлексив анализ. Баһалау.
  • Өйгә эш биреү.
  • Эш дәфтәренән 29- сы бит 3 - сө күнегеү.  

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

Уҡыусылар дәрестә нимә эшләүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында яуап бирә.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙ үҫеш, баһалау һәләте үҫешә.