Преемственность начальной школы и среднего звена
материал (4 класс)

Проблемы адаптационного периода пятиклассников и пути их решения

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad_pedsovet.docx15.57 КБ

Предварительный просмотр:

Башланғыс кластарҙың урта звеноға күсәгилешлеге һәр ваҡыт актуаль, бөгөн дә. Башланғыс белемдең икенсе баҫҡысына күсеү уҡыусылар өсөн генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә бик мөһим.

Урта звеноға күскәс, физик һәм психологик үҫеше, ҡурҡыу тойғоһо көсәйеүе, яңыса эшмәкәрлелек балаға кризис кисереүгә килтерә. Йыш ҡына сығарылыш уҡыусылары тыйыуҙарға иғтибар итмәйҙәр, уҡыуҙары төшә.

Башланғыс класс уҡыусылары бер генә уҡытыусы менән эш итә, уҡытыусы баланың ғаиләһе менән тығыҙ бәйләнештә була. Ә предмет укытыусыларына бындай мөмкинселек булмағанлыҡтан, уҡыусының өлгәше һәм тәртибе буйынса класс етәксеһенә мөрәжәғәт итә. Класс етәксеһе ни тиклем тиҙерәк бала тураһында ғаиләһенә еткерһә, шул һәйбәтерәк.

Ысынлап та, адаптация осоронда ғаиләнең, ата-әсәнең роле бик ҙур. Күберәк, ата-әсәләр балаларын ҙур яҡҡа сыҡҡас, ҙур уҡыусы тип һанай башлайҙар. Бөтөн яуаплылыҡты класс етәксеһенә, мәктәпкә тапшыралар, контроль кәмей.

Иң ҙур проблемаларҙың береһе булып, яңы уҡытыусыларға өйрәнеү тора. 5-се класты уҡыта башлаған һәр уҡытыусы тәүге дәрестәрҙән үк аҡыллы, үҙ аллы, белемле, тиҙ генә аңлап, өйрәнеп киткән уҡыусыны күргеһе килә. Ҙур кластарҙа уҡытҡан уҡытыусыға бишенсе класс уҡыусылары бик бәләкәй, күп нәмәне аңлап етмәгән, белмәгән кеүек күренә. Сөнки, башланғыс класс уҡытыусылары һәм өлкән класс уҡытыусылары сығарылыш уҡыусыларына ике төрлө күҙлектән ҡарайҙар.

Башланғыс класс уҡытыусылары урта звеноға сығарған уҡыусыларының нисек ҙурайыуҙарын һәм киләсәк үҫеше өсөн ниндәй белем потенциалын алыуын асыҡ күрә. Ә яңы уҡырға килгән бишенселәр урта мәктәптең ҡағмҙәләрен, уҡыуҙың талаптарын өйрәнеп бөтмәйенмә, асылып китә алмайҙар. Ошо адаптация осоронда ата-әсәләр, уҡытыусылар яғынан аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, баланың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы кәмей, өлгәшмәй, стресс, һаулығы ҡаҡшай.

Үрҙә әйтелгәндәрҙе дөйөмләштереп, адаптация осоронда балаларҙың белемдәренең төшөү сәбәптәре:

  • Уҡыу нагрузкаһының артыуы
  • Яңы фәндәрҙең инеүе(история, гелграфия, биология)
  • Бер уҡытыусы урынына күп һанлы уҡытыусыларҙың уҡытыуы
  • Һәр уҡытыусының талабы
  • Эске контролдең кәмеүе
  • Сығарылыш уҡыусылары тураһында әҙ белешмә
  • Оценкаларҙың ысынбарлыҡ менән тап килмәүе

Бөгөнгө көндә 5 класта 29 уҡыусы һәм был уҡыусылар барыһы ла адаптация осорон үттеләр, ҡайһы бер уҡыусыларҙа оҙағыраҡ һәм ауырыраҡ уттеләр.

Ошоларҙан сығып, башланғыс класс уҡытыусыларына әҙ эффектлы методтарҙы ҡулланмаҫҡа, звонок менән эшләп, эште башлауға әҙ ваҡыт бүлергә өйрәтергә кәңәш ителә.

Биштәрҙе уҡытасаҡ уҡытыусыларға сығарылыш класс уҡыусылары менән алдан танышып, дәрестәренә йөрөп(ВПР) , улар тураһында мәғлүмәтле булырға кәңәш ителә.

БР Бөрйән районы муниципаль районы

Байназар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Башланғыс мәктәптән һәм урта звеноға күсәгилешлелек

(Педсоветҡа доклад)

Әҙерләне: Науразбаева Лилиә Рәил ҡыҙы

2021 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Преемственность при переходе учащихся из начальной школы в среднее звено

Перевод из младшей школы в среднюю – переломный момент в жизни ребенка, так как осуществляется переход к новому образу жизни, к новым условиям деятельности, к новому положению в обществе, к новым взаи...

Проблемы преемственности начальной школы и среднего звена.

В СТАТЬЕ РАСКРЫВАЮТСЯ ОСНОВНЫЕ ПРОБЛЕМЫ ПРЕЕМСТВЕННОСТИ В УЧЕБНО-ВОСПИТАТЕЛЬНОЙ РАБОТЕ УЧИТЕЛЕЙ НАЧАЛЬНЫХ КЛАССОВ И УЧИТЕЛЕЙ-ПРЕДМЕТНИКОВ...

Роль уроков психологии в решении проблемы преемственности начальной школы и среднего звена

Важнейшая проблема начальной и средней школы – преемственность между образовательными ступенями. Правильно организованная работа в этом направлении – одно из условий успешной адаптации и высокого каче...

Публичные выступления Преемственность начальной школы и среднего звена

Переход в пятый класс - это своеобразное испытание и не только для школьников, но и для педагогов. Классному руководителю необходимо за короткое время узнать детей и их семьи, научиться эффективно упр...

Педагогический совет "Преемственность начальной школы и среднего звена"

Доклад выступления на педагогическом совете "Преемственность начальной школы и среднего звена"...

"Преемственность начальной школы и среднего звена, методика организации урока (из опыта работы)".

Правильно организованная работа по вопросу преемственности на всех этапах школьного обучения – залог успеха обучения детей в  школе....

"Преемственность начальной школы и среднего звена"

Доклад на педсовете "Преемственность начальной школы и среднего звена..." ( из опыта работы)....