Әлифба байрамы.
план-конспект занятия (1 класс)

Хибатуллина Айгуль Ирназаровна

Беренсе класс өсөн Әлифба байрамына сценарий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Әлифба байрамына сценарий33.55 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы :

Ҡәҙерле уҡыусыларым, хөрмәтле ҡунаҡтар! Ҡабатланмаҫ баласаҡ  иленең иң ҙур байрамдарының  берһе - Әлифба байрамы. Ер йөҙөндә кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул ҙур тулҡынланыу  менән үҙенең кескәй ҡулдарына тәүге тапҡыр Әлифба алғанын иҫкә төшөрә. Сөнки һәр кемдең дә белем доньяһына беренсе аҙымы Әлифбанан башлана. Бөгөн беҙҙә лә ҙур байрам- Әлифба байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә улар, һеҙ тырыштығыҙ, өйрәндегеҙ, булдырҙығыҙ! Бөгөн беҙҙең класта барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!

Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрамы.

Ҡаршы алыгыҙ бына улар, 1б класс уҡыусылары:

Уҡыуҙа ул һынатмай,

Кәрәк икән инәлтмәй

Рамаҙан булыр батыр

Үҙе бит шундай матур.

Үҙе тырыш, үҙе эшсән

Беҙҙең класташ, Ләйсән.

Тимур исемле малай

Бейей белә һәм йырлай

Уҡыуҙа ла, яҙыуҙа ла,

Бер кемдәндә ҡалышмай.

Ислам  малай бик етеҙ

Шәп йүгерә күрегеҙ

Класташтарын ярата

Ярҙам ҡулы гел һуҙа.

Һәр нәмә беҙҙә теүәл,

Тикшерә быны Гүзәл

Ә Нургиз бик шуҡ малай

Дәресте ул шым тыңлай

Һөйләм төҙөй бик оҫта

Миҫалдарҙы ярата.

Ярата оҫта һөйләргә,

Татлы телле Гүзәлиә.

Бар ерҙә лә алдынғы,

Фатимабыҙ кластағы.

Ғәзим бик тырыш бала

Арыһа йырлап ала

Һандарҙы ҡуша, ала

Һүҙҙәрҙе бик  тиҙ яҙа.

Алһыу исемле һылыу

Үҙе шым, үҙе  һылыу

Бөтә хәрефте белә

Оҫта һүрәт төшөрә.

Денислам бик бәләкәй,

Ул берҙә үпкәләмәй.

Низаметдин бик оҫта

Шиғырҙар бик ярата

Дәрестә ул ҡатнаша

Ә тәнәфистә шаша.

Сәит беҙҙең бик уңған

Әкиәт бик күп уҡыған

Аҡыллы, етеҙ бала

Шиғыр тиҙ отоп ала.

Өлгөрә ул барына,

Бик тырыш ҡыҙ, Дарина

Русса дөрөҫ, матур һөйләй

Ярата  иҫәпләргә

Матур яҙа дәфтәренә

Динислам уңған бала.

Бына улар күрегеҙ, һәр саҡ хөрмәт итегеҙ!

Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!

Көттөк һине йыл буйы.

Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Беҙҙең Әлифба байрамы!

Бөгөн беҙҙә тантана

Моңһоу ҙа ул, йәмле лә,

Әлифбабыҙ китә беҙҙән

Был көн ҡалыр хәтерҙә.

Бөгөн мәктәп бигерәк матур

Уттары балҡып тора

Дуҫтар, һеҙҙе саҡырабыҙ

Әлифба байрамына.

Бөгөн бында яңғырырҙар

Шиғыр, йырҙар, йомаҡтар

Әлифба байрамын башлайбыҙ

Әйҙә түрҙән ҡунаҡтар.

“Әлифба” тигән китапты

Ҡулыбыҙға алғайныҡ.

Серле хәрефтәргә ҡарап

Бик аптырап ҡалғайныҡ.

А,ә хәрефен танырға

Уҡытыусым өйрәтте

Тик хәрефтәр шаян икән

Тыңламайса йөҙәтте.

Башланып китте уҡыуҙар

“А” тигән хәреф менән

Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙең

Башлаған ана шунан.

Хәҙер инде бөтәбеҙ ҙә,

Хәрефтәрҙе беләбеҙ.

Матур, яҫымлы һүҙҙәрҙе

Аҡ ҡағыҙға теҙәбеҙ.

Әсәкәйем “Ә” хәрефенән,

Балам “Б” –нан башлана

Дәрес “Д” –нан, жираф “Ж” –нан

Зәкир “З” башлана.

Мин дә беләм хәрефтәр

Әтәс тигәндә “ә” була

Сәғәт тигәндә “с” була

Аҙағында “ә” ҡуйһаң

Һөйөклө “әсә” була.

“Э” менән “Ш”-ны ҡушып

Уҡыйһың һин эште

Эш менән дуҫ булһаң

Бирер мул емеште.

Ә иң аҙаҡ “Я” хәрефе

Яман тора ҡупайып,

Сөнки ҡояш һүҙендә лә

“Я” тора бит йылмайып.

Бер хәрефте икенсегә

Тырыша, тырыша ялғайбыҙ.

Һүҙ артынан һүҙ теҙелә

Артта тороп ҡалмайбыҙ.

Әсәй һүҙен ижекләһәк

Ә һәм сәй килеп сыға

Сәй ярата шул әсәйҙәр

Эй көлдөк инде шуға

Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең

Ҡуймағыҙ һеҙ үпкәләп

Шыма итеп уҡырға ла

Өйрәнербеҙ бергәләп.

Тел асҡысы – әлифбаға

Бөгөн рәхмәт әйтәбеҙ

Тырышып, матур уҡырға

Һүҙ бирәбеҙ бөтәбеҙ.

Көтә беҙҙе киләсәктә

Серле донъяға илткән юл.

Ял минуттары иҫтә,

Күрһәтеп китәйек әле,

Сәләмәт, етеҙ булырға

Өйрәтте улар беҙҙе.

Әлифба, әлифба

Китәһең бит инде

Йыр менән йырлайбыҙ

Иң һуңғы битеңде.

Бергә:

Беҙ, беҙ, беҙ инек

Ун биш бала инек

Бер класҡа беҙ йыйылдыҡ

Уҡыусыға әүрелдек.

Йыр “Теперь мы первоклашки”

Уҡытыусы:

Балалар! Һеҙгә уҡыусы булыу оҡшаймы?Мин дә шулай тип уйлайым. Сөнки   һеҙ тәүге көндән үк бөхтә кейенеп, дәрестәргә әҙерләнеп йөрөнөгөҙ. Уҡыусы булыуығыҙ әллә ҡайҙан күренеп тора.

  • Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Мәктәп” батшалығы буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Унда һеҙгә инде таныш булған фәндәр йәшәй. Улар барыһы ла бик эшсән, матур, аҡыллы. Ә сәйәхәткә беҙ һеҙҙең менән поездға ултырып барабыҙ. Юлда күңеллерәк булһын өсөн үҙебеҙ менән Лира Таһир ҡыҙын да саҡырайыҡ.  Был поездға ултырыр алдынан ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөп китәйек: иң беренсе ҡағиҙә яҡыныңды хөрмәт итеү, бушҡа ҡысҡырмау, төртөшмәү, уйлап һөйләү йәки “Ауыҙың әйткәнде, ҡолағың ишетһен” тейбеҙ, һөйләгәндә ҡысҡырып, бөтәһенә лә ишетерлек итеп һөйләйбеҙ.

                   

Уҡытыусы:

Бына хәҙер юлға ҡуҙғала алабыҙ.

(“Голубой вагон” йыры яңғырай)

      I туҡталыш “Математика” тип атала

 Математика дәресендә нимәләргә өйрәнгәнһегеҙ икән шуны белеп китәйек Ләкин балалар был дәрестәрҙе һеҙ үҙегеҙ генә уҡыманығыҙ бит, ә һеҙҙең уң ҡулығыҙ булып ата – әсәйҙәрегеҙ торҙо, шуның өсөн мин бөгөн һеҙҙең генә белемде түгел, ә ата-әсәйҙәрҙең дә нимәгә өйрәнгән икәнен күргем килә. Бының өсөн мин һеҙгә эштәр бирәм, әгәр дөрөҫ яуап бирһәгеҙ берешәр мәрәй алаһығыҙ. Ә байрам аҙағында мәрәйҙәрҙе шутлап, еңеүселәргә буләк бирермен.

Мин мәсьәләләр уҡыйым, ә һеҙ иғтибар менән тыңлап, яуап бирергә ултырығыҙ.

1)Дилә бөгөн түтәлдән

  Индергән 6 һуған

  2 ашҡа һалғас

  Нисәүһе тороп ҡалған.(4)

2)  2 әтәс кәртәлә

     Йыр башланы иртәлә.

    Уға ҡушылды өсәү,

    Бөтәһе булыр нисәү? (5)

3)  Светофорҙың күҙҙәре

     Йәшел, һары һәм ҡыҙыл.

     Төҫтәрҙең һанын белһәң

      Китә алырһың ары.(3)

4)  6 ташбаш, 3 суртан

     Тотҡан балыҡсы Файыҡ.

     Иҫәпләгеҙ әсәйҙәр,

     Бөтәһе күпме балыҡ (9)

5)  Бер имәндә 3ботаҡ, ботаҡ һайын 3 алма. Бөтәһе нисә алма?

Бер малай велосипедта ҡалаға  бара икән. Уның ҡаршыһына  машина осраған. Унда алты ҡатын утыра икән. Бер ҡатындың  кәрзинендә: ике тауык, ә икенсеһенең бер пар кейеҙ итеге бар икән. Бөтәһе  нисә йән эйәһе ҡалаға китеп бара? (ҡалаға малай үзе генә бара, Машиналағылар каланан кайта)

Афариндар, мәрәйҙәр йыйылды.

Юлды дауам итәйек.

(“Голубой вагон” йыры яңғырай)

II туҡталыш “Тирә – яҡты өйрәнеү” исемле

Был туҡталышта мин йомаҡ әйтәм, ә һеҙ уйлап ҡына яуабын әйтегеҙ.

  1. Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

     Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ.(ҡуян)

  1. Бер нәмә тегә белмәй,

     Энәләр тағып йөрөй.(терпе)

  1. Үҙе ул бал ярата,

     Ҡыш буйы йоҡлап ята.(айыу)

  1.   Һоролор төҫө.

       Үткерҙер теше,

       Урманда йөрөй.

       Быҙауҙар эҙләй.(бүре)  

  1. Береһе көндө ярата,

Береһе төндө ярата.

Икеһе лә донъяға

Яҡты нурҙар тарата.(Ай һәм Ҡояш)

  1. Алмаш-тилмәш өс күҙ яна:

Йәшел, һары һәм ҡыҙыл.

Урамда иҫән йөрөргә

Булыша ул көн оҙон.(Светофор)

   7) Өфөнөң уртаһында нимә тора?

    8) Июнь һәм июль нимә менән бөтә?

    9) Башҡортостандың ҡайһы районы оса?

    10) Урманға нимә менән баралар?

    11) Һыйыр ниңә ята?

    12) Ҡара бесәй ҡасан өйгә инә?

    13) Машинаның ниндәй тәгәрмәсе әйләнмәй?

   14) һыуҙа ниндәй таш булмай?

  • Афариндар. Мәрйендәр йыйыла.

 Ултырып бара торғас, аяҡтар талып китте, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

(бейеү)

Урындарға ултырҙыҡ, юлыбыҙҙы дауам итәйек.

III туҡталыш “ Азбука” тип атала.

Бирелгән һөйләмдәрҙәге хаталарҙы табып төҙәтер кәрәк.

( Йа иду в школу. алина читает книгу. Што за это чудо!)

40 А;     100 Л.

Закричал охотник: «Ой,

Двери гонятся за мной!»

У печки с удочкой сижу,

От рыбы глаз не отвожу.

Әй, аҡыллы балалар!

 Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Туҡталыштарҙа туҡтай-туҡтай  мәсьәләләр, йомаҡтар систек, арып киткәс, бейеп тә алдыҡ. Ә беҙ бит, балалар гел генә уҡып, яҙып, мәсьәләләр сисеп кенә көнөбөҙҙө үткәрмәнек тә инде, тағыла нимәләр эшләргә өйрәнднек?Кем әйтер?

Дөрөҫ, беҙ бит һүрәттә төшөрә беләбеҙ. Ә хәҙер минең эргәмә алты бала һәм алты родитель килә. Һеҙгә ошондай эш, бәйләнгән күҙ менән һүрәт төшөрәбеҙ. Ләкин беребеҙ башын, икесебеҙ- күҙҙәрен, өсөнсө – танауын һ.б.

Мәрйен кем иң матуры төшөрә шуға була.

IV туҡталыш “Хеҙмәт” туҡталышы.

Һәр команда үҙенең открыткаһын эшләй.

Мәрйен иң матур, иң тиҙ эшләп бөткән командаға.

      Әй, афариндар.

V туҡталыш “Физкультура ура, ура” туҡталышы.

Скакалка һикереү, обруч өйрөлтөү, туп бәреү ярыштары.

Көн кискә ауышты, ҡайтырға ваҡытта етеп килә, ләкин ни эшләптер бер туҡталыш тороп ҡалған һымаҡ. Балалар, уйлап ҡарайыҡ әле бер нәмәлә онотманыҡмы икән.

(ошо мәлдә ишектән Әлифба килеп инә.)

  • Һаумыһығыҙ,дуҫтарым
  • Ҡәҙерле ҡунаҡтарым!
  • Уҡыусыларым ,аҡыллыларым минең ! Мине бөтәгеҙ ҙә матур итеп уҡый белә. Шуға ҡыуанам. Һеҙҙең алда ҙур һәм бейек фән тауы бар.Шул тауҙың башына менер өсөн тырышып уҡырға кәрәк.Хәҙер белемдәрегеҙҙе тикшереп ҡарайбыҙ.
  • Алфавит ниндәй хәрефтән башлана? (балаларға һорау)
  •  Алфавитта нисә хәреф? (родителдәргә һорау)
  • 1)Артыҡ хәрефте күрһәт.
  •    а, ә, о, у, ы;
  • и, ү, ы, ә, ө, ә.

2) Ижектәрҙән һүҙ төҙө.

  • Кү- , са- , кө- , ас- , мәк- ,  

3) Әсәйҙәргә эш

  • Белем тураһында мәҡәлде дауам ит
  • Уҡыған белер,уҡымыған (бөлөр.)
  • Белмәгәндең беләге (тыныс.)
  • Белмәү ғәйеп түгел,белергә теләмәү (ғәйеп.)
  • Белем алыу- (энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу).

Үтелгән шиғырҙарҙы ятлау. (бер шиғырға бер мәрәй)

Әлифба

Китәм һеҙҙән, балалар,

Шатланып, ғорурланып.

Уҡыуҙың да, яҙыуҙың да

Төп нигеҙен бирҙем тип.

.Рәхмәт,балалар!Мине бөтә уҡыусылар ҙа уҡый беләләр икән.Тырышып уҡығыҙ,өлкәндәрҙе тыңлағыҙ,китапты,мәктәпте һәм туған телегеҙҙе яратығыҙ!

Уҡытыусы:

Әлифба, саҡ ҡына көтөп торһаңсы, балалар һиңә бағышлап йыр йырлап ишеттергә теләйҙәр. Был балаларҙан һиңә бүләк булыр.

Йыр “Әлифба”

Әлифба:

 Әй, рәхмәт, кескәйҙәрем бөтә һынауҙарҙы ла үттегеҙ. Гел шулай тырыш булығыҙ. Мин үҙемә алмашҡа тағыла ҡыҙығыраҡ, тағы ла серлерәк китаптар ҡалдырп китәм, был китаптарҙы ла һеҙ тырышып уҡырһығыҙ тип уйлайым. Һау булығыҙ.

Балалар: Рәхмәт, һиңә әлифба!

Уҡытыусы: Балалар бына беҙҙең сәйәхәтебеҙҙә аҙағына яҡынлашып бара, ә хәҙер һүҙҙе  “Мәктәп” батшалығының директоры Гульшат Рауиль ҡыҙына бирәйек. Уның да һеҙгә әйтер һүҙе бар. (ҡотлау, дипломдар тапшырыу)

  • Артабанғы һүҙҙе “Хәрефстан” туҡталышының урын баҫары Илүзә Задеевнаға бирәбеҙ. (Әсәйҙәр исеменән ҡотлау).
  • Мәрйендәр шутлау бүләктәр биреү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әлифба байрамы

Праздник букваря проводится в 1-м классе.Әлифба байрамы на башкирском языке,проводилась в середине февраля,когда научились читать и писать.На праздник приглашаются родители.Дети показывают чему ...

Әлифба байрамы

Праздник прощания с букварем на башкирскомя языке...

Әлифба байрамы

               Әлифба байрамы “Хәрефстан иле”нә сәйәхәт  Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!Көттөк һине йыл буйы.Ҡотло булһын, ҡотло булһын,Беҙҙең...

Сценарий "Әлифба байрамы"

"Праздник Букваря" Әлифба байрамы (на башкирском языке)Для скачивания презентации на "Праздник букваря" пройдите по ссылке, которая указана ниже:https://cloud.mail.ru/public/2Bvs/LbzyGkRwr...

Әлифба байрамы

Үтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү...

Әлифба байрамы

Әлифбанан хәрефтәрҙе үтеп бөткәс үткәрелгән иртәлек...

"Әлифба байрамы" сценарийы

ӘЛИФБА байрамы сценарийы...