Әлифба байрамы
методическая разработка (1 класс) на тему

Султанова Рушания Фаритовна

Праздник прощания с букварем на башкирскомя языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл lifba_bayramy.docx31.61 КБ

Предварительный просмотр:

Әлифба  байрамы

Класс   бүлмәһе   байрамса  биҙәлгән. Стенала  мәҡәлдәр  яҙылған, һүрәттәр  эленгән.

        Байрам  барышы

Уҡытыусының  инеш һүҙе.

    Хәйерле көн , хөрмәтле әҫәйҙәр, ҡәҙерле  балалар,  ҡунаҡтар.  Бөгөн  беҙҙә  ҙур  байрам-   Әлифба  байрамы. Бөгөн   беренсе  синыф  уҡыусылары  ҙур  шатлыҡ  кисерәләр,сөнки улар   әлифбаның   42    хәрефен  өйрәнеп, уны  уҡып  бөттөләр һәм  уның   менән  бөгөн  хушлашалар.Әлифба байрамы- уҡыусыларҙың ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яҫау тантанаһы ул. Балалар уҡырға, яҙарға, әдәпле булырга, өлкәндәрҙе һәм кескәйҙәрҙе ихтирам итәргә, коллектив менән дус һәм татыу йәшәргә, ирешкән уңыштарға шатланырға, ярҙамсыл булырға өйрәнделәр.  Беренселәрҙе  ошо  тәүге  еңеүҙәре  менән  ҡотлайбыҙ.

  Кәҙерле ата- әсәләр! Әлифба байрамы һеҙҙең өсөн дә зур танатна.  Балаларыгыҙҙың ирешкән уңыштарында һеҙҙең дә  өлөшөгөҙ бар.  Хәҙер һүҙҙе уҡыусылырға бирәбеҙ.        

  1. Әй яраттым әҫәйемдең

Миңа китап уҡыуын.

Әкият тыңлай башлаһам,

Кәрәкмәй миңа уйын.

Көн буйына тыңлар инем,

Күп шул әҫәйҙең  эше.

  1. Ниңә кесе яшьтән үк,

Уҡымай икән кеше?

Шуға тиҙрәк мәктәпкә

Бараһым килде  минең.

Үҙем уҡырға өйрәнһәм,

Гел китап  уҡыр  инем.

  1. Башланып китте уҡыуҙар

«А» дигән хәреф менән.

Атайҙарыбыҙ  ҙа  беҙҙең

Башлаған әнә шунан.

  1. Инде һуңгы хәрефкә дә

Барып   еттек беҙ бер  саҡ.

Бар серҙәрен әйтергә

Асылды беҙгә китап.

  1. Хәрефтәрҙе тиҙ өйрәндек,

Һүҙҙәр теҙеп  уйнаныҡ.

Көн дә иртән һағынып килдек,

Мәктәптән беҙ туйманыҡ.

6.Яҙарға ла өйрәндек

Ручка тотып кулдарға.

Хәрефтәрҙе теҙҙек беҙ

Тигеҙ матур юлдарға.

7.Зур ярҙам итәр беҙгә

Дәреҫтә алған белем.

Таяныс булыр юлда

Әлифба биргән белем.

Йыр   (“Өйрәтәләр мәктәптәрҙә” (М. Пляцковский сүзләре, В. Шаинский көе) башҡарыла.)

“Әлифба” китабы күңелсез генә керә.

1 укучы: Карағыҙ әле, байрмға ҡунаҡ килә.

Әлифба: Һаумыһыгыҙ, балалар!

Бергә: Иҫәнме, китап дуҫ! Һин ниңә болай күңелһеҙ?

Әлифба: Мин исемемде югалттым, озаҡ эзләнем, таба алманым.

Бергә: Кайғырма, китап дуҫ. Без һиңә булышабыҙ.

Әлифба: Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар.

(балалар хәрефтәр тотоп йөгөреп сығалар. Алар үҙара һөйләшәләр)

Ә хәрефе:  

                 Беҙҙең әтәс күлдәк кейгән

                 Көрән, зәңгәр, йәшелдән.

                “Ә” хәрефен, иркәләнеп,

                 Суҡышына йәшергән.

Л хәрефе:

                 “Л” бит лимон кеүек түгел,

                  Ул бит хас та ҙур ҡыуыш.

                   Ямғыр килә йәшенләп,

                 Индерә беҙҙе кыуып.

И хәрефе:

“Икмәк”,”игенсе” тигәндә

 Ишетелә “И” өнө.,

Йәнә йәйге йәшендең,

 Уғы шул хәреф төҫлө.

Ф хәрефе:

“Ф” бер саҡ тауыш ҡуптарған:

Йәнәһе, ул- ябалаҡ.

Бар шул ике дүңгәләге:

Әллә күҙ, әллә ҡолаҡ.

Б хәрефе:

Яңғыратып тирә- яҡты,

Булат иң алдан бара.

Барабаны менән бергә

“Б” шулай юлдар яра

А хәрефе:

Оҡшаған ул ракетаға,

Ул басыуҙа бағана ла.

Уны белә һәрбер бала:

Алфавитты башлый бит “А”

Уҡытыусы: Кем бу хәрефтәрҙән һүҙ төзи?

(1 нче  укыусыһы Әлифба һүҙен төзи.)

Әлифба: Бына бит минем исемем! Исемемде таптым! Мин бит -Әлифба! Ниндәй  ҙур шатлык! Рәхмәт, һеҙгә балалар!

Бергә:      Һәммәбеҙҙең үҙ урыны —

Барыбыҙ ҙа кәрәкле.

Безҙе Әлифба китабы

Дуҫ булырға өйрәтте.

Алып баручы: Балалар, беренсе сентябрь көнөн хәтеребеҙгә төширик әле: ул көндө беҙ беренсе тапыр мәктәпкә килдек. Ләкин ул саҡта беҙ укый да, яҙа ла белмәй  инек. Бүген беҙ бар хәрефтәрҙе лә таныйбыҙ, хәтта әкият, хикәя, шигырзарзы ла матур итеп уҡый беләбеҙ.Боларның барыһына ла беҙҙе тылсымлы әлифба өйрәтте.

  8. Алтын   яуған көҙгө көндә

   Тыйнаҡ үттек беҙ класҡа

   Әлифбаны ҡулға алдыҡ

    Әй  һөйөндөк  шул саҡта

9.Әлифба,Әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтердә

Зур бәйрәм шикелле.

10. Хәҙер  әсәй  мин  ҙур  үҫтем-

    Уҡый-яҙа  беләмен.

    Әлифбаның  шиғырҙарын

    Яттан һөйләп  бирәмен

11. Ниндәй  күңелле хәреф  белеүе

    Шул  хәрефтәрҙән  һүҙҙәр  төҙөүе

    Ҡыҙыҡ  әкиәтте  уҡыуы  рәхәт,

     Рәхмәт, әлифба, һиңә  ҙур  рәхмәт.

12.   Әлифбам, Әлифбам-

      Һин  тәүге китабым

      Хәрефтәр өйрәндем

      Шиғырҙар ятланым

13.   Әлифбам, әлифбам

       Тылсымлы  китабым.

       Мин  һине  дуҫым  тип,

       Яратып  атаным.

14.    Яҙырға  өйрәттең

      “Әсәйем “ һүҙен  дә,

       “Атайым”  һүҙен  дә,

        Тырышам  үҙем  дә.

15.   42    хәреф  менән

        Таныштыҡ  беҙ  тиҙ  генә

        Оло  ярҙамсы  булдың  һин

         Рәхмәт  инде, Әлифба.

16.  Өйрәтте  әлифба  беҙҙе

        Тәбиғәтте  һөйөргә

         Бәләкәй  дуҫтарыбыҙға

         Бул ,һин  , дуҫым,  тиергә  

17.    Өйрәттең  таҙа  булырға

         Бөхтәлекте  һаҡларға

          Уҫал,насарҙарҙан  беҙгә

          Бәләкәстәрҙе  яҡларға

18.   Ҡәҙерләп  йөрөттөк  беҙ  һине

        Буяманыҡ,  йыртманыҡ

        “Өф”  итеп  кенә  һаҡланыҡ

         Төштә  күреп  йоҡланыҡ

19.  Рәхмәт һиңә, Әлифбабыҙ,-

Белем юлының башы,

Асыштарҙың, табыштарҙың,

 Бәхеттең нигеҙ ташы.

“Әлифба” йыры башҡарыла.

Укытыуҫы.Ә хәзер,  без ата- әсәләребеҙгә , кунактарга  нимәләр белүебеҙҙе күрһәтеп, уларҙы кыуандырырға теләйбеҙ.

20.Беҙ  уҡырға,яҙарға,шиғырҙар  һөйләргә,мәсьәләләр сисәргә,табышмактар сисәргә өйрәндек.

Әлифба: Тикшереп карыйк әле!

.Кем зирәк,тапҡыр икән,

Һынап карыйк,әйҙәгеҙ.

Һеҙ яуаптар  табыгыҙ,

Мин табышмак әйтәмен.

  1. Юк, аяғы, юк күҙе,

Һөйләй, өйрәтә үҙе.

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҙ та юҡ.          (Китап)

  1. Сумка тотып керәһең,

Белем төйәп  сығаһың.       (Мәктәп)

  1. Төрлөһө төрлө төҫтә,

                      Барыһы ла бер эштә.         (Буяу каләмдәре)

  1. Аҡ яланда ҡара малай,

Ҡыҙыу йөрөп,эҙ яһай,

Эҙ яһамай, һүҙ яһай.  (Ручка)

Әлифба: Афарин, балалар, ә ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

21  Китап- белем шишмәһе.

22. Белеме барҙың- ҡәҙере бар.

23.   Ике уйла, бер һөйлә.

24.  Әйткән һүҙеңдә тора бел.

25.   Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың,

26.   яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.

27.   Бәхет башы- әҙәп.

Әлифба: Тиҙәйткестәр  өйрәндегеҙме?  Йә,  әйтегеҙ  әле.

28. Әрмәнде  һуҙған  телен,

Әйҙә  кил  дә  ҡун  себен.

29.  Ләлә  китап  ярата,

Ләлә  ҡурсаҡ  уйната.

30.Төлкө  бешерҙе  бутҡа,

Торна  килде  ҡунаҡҡа.

31. Алма  беште  алланып,

Ашай  Морат  шатланып.

32.Сабып  килә  күк  ҡолон,

Ҡойроғо  бөҙрә  толом.

33. Там, там, тамсы, там, тамыуыңды яратам.

34. Тапланған китап,

Китапты  тап!

Тапҡас  китапты,

Китмә тапап!

Әлифба:  Балалар, мәсьәлә   сисә беләһегеҙ микән, тикшерәйек әле. Тыңлағыҙ.

Яшәгән, ти,  бер суртан,

Саҡырған , ти, ул ҡунаҡ.

Килгән, ти  биш сабаҡ та сикерткә.

Һанап ҡара, балығы нисә?    

Торна дәреҫ үткәргән

һайысҡандар саҡырған.

Ете һайысҡан килгән,

Тик өсеһе дәреҫ белгән.

Нисә ялҡау һайысҡан

бу дәреҫтә ултырған.

Әлифба : ә хәҙер миңә нисек уҡығанығыҙҙы күрһәтегеҙ әле. Кем етеҙерәк.

Вероника :  йөҙҙә беренсе биттә  “Ҡомһоҙ эт” тураһында уҡыныҡ.

Һаран булырға ярамай!

Линар :  йөҙҙә бишенсе биттә  “Төлкө  менән торна” әкиәтен укыныҡ.

Нияз :    һикһән бишенсе биттә “Бал” тураһында уҡыныҡ.

Сөмбөл : йөҙҙә егерме туғыҙынсы биттә  “Һабантуй”  тураһында уҡыныҡ.

Винер : туҡһан өсөнсө биттә “Ике кәҙә” тураһында уҡыныҡ.

Руслан:   117 биттә  “Балыксылар” тураһында укыныҡ.

Аделина :          биттә                                                             укыныҡ.

Айнур :         биттә                                                           укыныҡ.

Әлифба .  Тағы ла  ниндәй  һөнәрҙәрегеҙ бар?

Танец   «Если весело живется»

Әлифба               Афарин , балалар!

                              Мин- Әлифба, Әлифба

        Бөтәһенә  лә  оҫта

        “А” –нан башланып  китәм

        “Я”- ға  хәтлем  юл  үтәм.

        Һәр  хәрефем  тылсымлы-

        Төшөнә  бар  ошоно.

        Минең  менән  кем  туған-

        Шул  була  тырыш, уңған.

        Шатлығым  ҙур-  барығыҙ  ҙа

        Көр  күңелле , иҫән-һау.

        Арағыҙҙа, миҫал  өсөн,

        Юҡ,  тапманым  бер  ялҡау.

Уҡытыусы:  Иң  тырыш,  уңған  уҡыусыларҙы  билдәләп  үткем  килә.    

          Миҙалдар  тапшыра.

Уҡыусылар                  36.    Уҡырға  өйрәнгәс  инде

        Күп  китаптар  уҡырбыҙ.

        Әлифбаны  һәр  ваҡыт

        Күңелдәрҙә  һаҡларбыҙ.

Әлифбаға  арнап  йыр  йырлана . Г. Ишҡыуатова  « Әлифба” йыры.

37. Беренсе  китап  һин  булдың

      Әлифба  дуҫ,  хуш  инде

      Юҡ  та хуш  түгел, иҫән  бул,

      Һин  айырылмаҫ  дуҫ  инде

38.Белем  һарайын  асып  керергә

      Беҙҙең  ҡулдарҙа хәҙер бар  асҡыс

      Һәр  бер  уҡыусы  бик  күп  уҡыһын

       Китап  иң  яҡын  дуҫығыҙ  булһын.

39.   Рәхмәт, әлифба, һин  беҙҙе

        Әллә  күпме  үҫтерҙең

        Яңы  баҫҡысҡа  күтәрҙең

         Туған  телгә  күсерҙең

Шул  саҡ  ишек  шаҡыйҙар . Почтальон  инә.

  • Балалар  һеҙгә  телеграмма  килтерҙем.

Уҡытыусы  телеграмманы  уҡый.

«Ҡәҙерле , балалар, Һеҙҙе  байрамығыҙ  менән  ҡотлайым. Тырышып  уҡығыҙ,  өлкәндәрҙе  тыңлағыҙ, китапты,  мәктәпте  һәм  өлкәндәрҙе,  туған  телегеҙҙе  яратығыҙ.  Һеҙгә  бүләк  итеп  туған  тел  китабын  ебәрәм.  Уны  ҡәҙерләгеҙ. Үҙем  тиҙҙән  килеп  етермен.  Туған  тел. “

Әлифба     Ярай, балалар,  мин  һеҙҙең  менән  хушлашайым.

Гел  шулай  тырыш  булығыҙ

Тырышты  һөйә  белем

Халҡым  шатланһын  һеҙгә

Ҡыуанһын  тыуған  илем.

БАЛАЛАР :    Һау  бул,    Әлифба.

Уҡытыусы      Әйҙәгеҙ  туған  телде  саҡырайыҡ.

Уҡыусылар     Туған  тел,  бик  һағындыҡ,  тиҙерәк  кил.

Туған  тел  инә.

        Һаумыһығыҙ, балалар!

        Һеҙ  көткәнде белдем  мин

        Шуға  ашҡынып  килдем  мин.

        Алыҫ-  алыҫ  ерҙәрҙән

        Алып  килдем  һеҙгә  әкиәттәр,

        Матур-  матур  шиғырҙар,

        Дәртле  күңелле  йырҙар.

Бүләк  итеп  Туған  тел  китаптарын  тарата.

Балалар башҡарыуында йыр, бейеу  .

Ә хәҙер уҡыусылар  “Шалҡан” әкиәтен күрһәтерҙәр.

        40. Их, матур мәктәп!

Их, рәхәт мәктәп!

Рәхмәт, тыуған ил!

Рәхмәт, мең рәхмәт!

        41. Йөрәктәр ярһый

Бер теләк менән.

Вәғҙә бирәбеҙ

Мең йөрәк менән:

 Бергә:  тырышып уҡырбыҙ! Яхшы эшләрбеҙ!  Күңелле ял итәрбеҙ! Тиҙерәк  үҫәрбеҙ!

“Мин үҫәм,үҫәм, үҫәм” йыры башҡарыла.

Уҡытыусы: хәҙер һүҙ ата- әҫәйҙәргә, килгән кунактарға бирелә!

(Балаларзы котлау)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әлифба байрамы

Праздник букваря проводится в 1-м классе.Әлифба байрамы на башкирском языке,проводилась в середине февраля,когда научились читать и писать.На праздник приглашаются родители.Дети показывают чему ...

Әлифба байрамы

               Әлифба байрамы “Хәрефстан иле”нә сәйәхәт  Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!Көттөк һине йыл буйы.Ҡотло булһын, ҡотло булһын,Беҙҙең...

Сценарий "Әлифба байрамы"

"Праздник Букваря" Әлифба байрамы (на башкирском языке)Для скачивания презентации на "Праздник букваря" пройдите по ссылке, которая указана ниже:https://cloud.mail.ru/public/2Bvs/LbzyGkRwr...

Әлифба байрамы

Үтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү...

Әлифба байрамы

Әлифбанан хәрефтәрҙе үтеп бөткәс үткәрелгән иртәлек...

"Әлифба байрамы" сценарийы

ӘЛИФБА байрамы сценарийы...

Әлифба байрамы.

Беренсе класс өсөн Әлифба байрамына сценарий....